– Һаумы,.. ҡыҙым! – ишек төбөндә торған ҡыйыш ауыҙлы тешһеҙ ҡатынды күреп, Резеда* йығылып китә яҙҙы. Әсәһен күрмәгәнгә 42 йыл ғүмер үткәйне. Ҡапыл аяҡтары тотмай, ишек тотҡаһына йәбеште: “Ҡайҙан белгән ул беҙҙең адресты?!” Үҙенә үҙе: “Ебемә!” – тип бойороп, ҡарашын аҫҡа йәшерҙе лә, уҫал ғына яуапларға саҡ көс тапты:
– Һеҙ яңылыштығыҙ, ҡатын!
Ишекте шапылдатып ябырға иткәйне, саҡырылмаған ҡунаҡ аяғын ҡуйҙы:
– Иҫәрләнмә, Резеда! Индер, тим, хәҙер үк!
42 йыл әүәл был һүҙҙәр уны тамам быуынһыҙ ҙа итер ине, ләкин бөгөнгө биш бала әсәһе бирешмәҫкә, был ҡатынды яҡынлатмаҫҡа ҡарар итте:
– Аяғығыҙҙы алығыҙ! Мин хәҙер полиция саҡыртам!
Үҙенең шаярмағанын белдерер өсөн ишекте киңерәк асты ла, кинәт япты. Һуңғы секундта ғына аяғын алып өлгөргән, саҡ ҡыҫылмаған оло йәштәге ҡатын йән асыуына ишеккә йоҙроғо менән һуҡты:
– Кәрәгеңде бирәм мин һинең, Резеда! Яҡшылыҡ менән аңлашырға теләмәгәсең, судта осрашырбыҙ!
Ишекте ике ҡат йоҙаҡҡа бикләгәс, Резеда ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн йоҙроғон ауыҙына терәп тешләп, стена буйлап шыуып төштө. Йөрәге алҡымына тығылды, күҙҙәрен йомоп, өнһөҙ иланы. Бала сағы күҙ алдынан үтте. Әсәһенең: “Һин – хата!” – тип ҡысҡырғаны йөрәген меңенсе тапҡыр ярҙы...
Ул әсә һөйөүенең ни икәнен белмәй үҫте. Әсәһе уға һәр ваҡыт: “Һин – хата! Тыумаһаң, яҡшыраҡ булыр ине!” – тип тәҡрарлағас, үҙенең ысынлап та был донъяла артыҡ йән булыуына ышанды...
Сабый донъяны әсәһе арҡылы таный, белә. Йомшаҡ тауышты ишетеп, наҙлы ҡарашты тойоп, хәстәрлекле ҡулдар йылыһына сорналып үҫеп, үҙенең яратылыуын аңлай. Әсәнең һис бер шартһыҙ һөйөүе балаға ғүмерлеккә етерлек йәшәү һуты, көс бирә. Ул үҙенең яратыуға, иғтибарға лайыҡ кеше булыуын белеп, ергә ышаныслы баҫып йәшәй. Ә көн дә туҡмаҡ күргән Резеда сабый сағынан тормоштоң башҡа һабаҡтарын алды. Ҡаты холоҡло әсәһе уны яратмау ғына түгел, күрә алманы. Резеда ике-өс йәшендә үк ни булһа ла иламаҫҡа, мыжымаҫҡа, артыҡ аяуһыҙ әсәне ҡаңғыртмаҫҡа кәрәклеген һәйбәт белә ине. Ҡулы ауыр булды әсәһенең, ҡайһы тирәһенә һуҡһа ла, үтә әсе итеп һуҡҡанын әлегәсә хәтерләй ул. Кәйефе минут һайын үҙгәргән әсәһенә нисек ярарға белмәй интеккәнен дә яҡшы иҫләй. Көтмәгәндә ялтлаған йәшен, уйламағанда аяҡ аҫтында шартлаған мина кеүек ине әсәһе...
“Әсәй”, – тип өҙөлгән, бер йылы һүҙгә мохтаж бала, эсергә һәм ир затын яратҡан, үҙенең генә мәнфәғәтен ҡайғыртҡан әсәнән: “Мин һине күрә алмайым!”, “Күҙемә күренмә!”, “Олаҡ берәй ергә!”, “Тауышың да, тының да сыҡмаһын!” – тигәнде генә ишетте. Һәр кескәй бала ише һөйөүгә, яҡлауға мохтажлығы арҡаһында, яратыуға сарсап, тыумыштан иң яҡын булырға тейешле кешеһенә барып һыйынырға теләгән сағында, әсәһе уны йә тупаҫ этәреп ебәрҙе, йә һуҡты, йә тибеп осорҙо... Үҙенең мәрхәмәтһеҙлеге менән әсә ҡыҙ баланы кешеләргә ышанмаҫҡа өйрәтте, бар донъяның ышанысһыҙ булыуына инандырҙы.
Ә бит Резеда – уның, бер тапҡыр ҙа рәсми рәүештә кейәүгә сыҡмаған ҡатындың, берҙән-бер балаһы... Тыума балаһы.
– Бәләкәй генә сағымдан аслы-туҡлы йөрөргә күнектем, – ти Резеда. – Үҙемдең, ҡаҡ һөйәк балаҡайҙың, асығыуға түҙә алмай, мейестең ситен кимергәнен, һулыған гөлдөң тупрағын ашағанын иҫләйем дә, үкереп илап ебәрәм. Кейер кейемем һәр ваҡыт бәләкәй ине. Аяҡ-ҡулдарым тарбаңлап йөрөгәнгә, кейергә йүнле әйберем булмағанға балалар мине рәнйетте, мыҫҡылланы...
Әсәһен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, Резеданы балалар йортона алып киткәндә, ҡыҙ бала шарылдап илай. Өйөндә ни тиклем генә ҡыйын булһа ла, әсәһенән айырылырға ҡурҡа, алда көткән билдәһеҙлек ҡотон осора. Балалар йортонда әсәһен көтә лә көтә. Уның һис ҡасан килмәҫен аңлағансы йылдар үтә.
Яҙмышына күнә Резеда. Ләкин күңеле һөйөүгә һис ҡасан туймай. Әсә бирергә тейешле һөйөүҙе һәр кемдән эҙләй: тәүҙә тәрбиәселәрҙән, аҙаҡ уҡытыусыларҙан, һуңынан иптәштәренән, артабан ир-егеттәрҙән. Һөйөү объекты уға ҡарата ни тиклем һалҡыныраҡ, уҫалыраҡ булһа, Резеда шунсама нығыраҡ эҫенә...
– Ә яҡшы мөғәмәлә күрһәм, ҡаса торғайным, – Резеда көрһөнә. – Яҡынайыуҙан ҡурҡтым. “Ул мине, ысынлап та, яратамы икән?!”, “Әле, яратам, тиһә лә, аҙаҡ, мине яҡындан белгәс, ташлап ҡуймаҫмы?!” – тигән уйҙар тынғы бирмәне. Буласаҡ ирем, балаларымдың атаһы, артымдан йөрөй башлағас, мин һөйөүгә лайыҡмы икән ни, тип аптырай, уның хис-тойғоларына ышанмай инем. Йәшәргә урын булмағанға ғына уға кейәүгә сыҡтым. Бер-бер артлы балалар таптым. Шунда ғына, үҙ балаларым тыуғас ҡына, уларҙы туйғансы наҙлап, иркәләп, тупылдатып ҡына яратып, һөйөүгә һыуһыным бер аҙ ҡанды ул минең. Тын алыуҙары иркенерәк, донъя яҡтыраҡ булып китте.
Йәшәй бирә иремә ғашиҡ булдым. Әйтә лә алмайым, ни өсөн миңә Аллаһы Тәғәлә шундай яҡшы ирҙе иш итеп ебәргәндер, ләкин рәхмәтем сикһеҙ! Ниндәй ауыр холҡома түҙҙе ирем. Тәүге йылдарҙа ныҡ истерикаға бирелдем бит. Сабырлығы һынып, бөттө, башҡаса булдыра алмайым, бындай тормош ялҡытты, тип бәреп-һуғып, әйберҙәрен йыйып сығып киткәне лә булды. Ләкин бер-ике сәғәт урамда йөрөгәндән һуң һыуынып, кире килә торғайны.
Өсөнсө балама бер йәш тигәндә уның һөйәркәһе барлығын хәбәр иттеләр. Ирең менән бергә эшләй, тинеләр. Мейем ҡайнап китте лә, ул бисәнең сәсен йолҡам, икеһен дә рисуай итәм, тип енләнеп, контораларына барҙым. Зауыҡлы кейенгән һылыу ҡатын нәҙек билле, ҡалҡыу түшле, тәкәббер, һалҡын ҡарашлы ине. Уның янына барып инеү менән үҙемде йолҡош тауыҡ итеп хис иттем. Һәм әйтә торған һүҙемде лә әйтә алмай, боролоп сыҡтым, күҙемдән йәш атылды.
Коридорҙа тын алғас, туҙған сәсемде ҡолаҡ артына һыпырып, күҙ йәшен һөртөп, ирем янына индем. Ел-дауыл булып түгел, тын ғына индем. Ул мине күргәс, шаҡ ҡатты, урынынан ҡалҡынды, ғәйепле йылмайғандай тойолдо. Шул мәлдә иремә икенсе күҙлектән ҡараным. Киң күкрәгенән, ҡалын муйынынан, мускуллы беләктәренән көс-ҡеүәт бөркөлөп торғанын ни эшләп ошоға тиклем күрмәгәнмен икән, тип ғәжәпләндем. Тулы ғына ирендәре ҡарап туйғыһыҙ матур. “Ә бит ул эштән ни ҡәҙәрем арып ҡайтһа ла, өйгә инеү менән киң йылмая... Сәсе бер аҙ пеләшләнә башлаған, ләкин был уға килешә, маңлайындағы һырҙар ҙа олпатлыҡ өҫтәй”, – тип иремде йотлоғоп тикшерҙем... Уның ни тиклем яҡын, ҡәҙерле кеше булыуын бар йөрәгем менән тойоп, шул ярһыу тулҡында ҡулдарымды ҡанаттар кеүек йәйҙем дә, күкрәгенә барып ҡапландым. Ни булды, тип ҡат-ҡат һораны, бер ни ҙә, былай ғына килдем, һағынып киттем үҙеңде, тип, иремде ныҡ итеп ҡосаҡланым...
Төндә, балалар йоҡлағас, иремде тәүге тапҡыр онотолоп яраттым. Эй, үҙемдең күңелем булды. Әгәр һин ул ҡатынды һөйәһең икән, юлыңа арҡыры сыҡмайым, һин ирекле, балаларҙы ғына ташлама, тинем. Ихлас әйттем. Ул бер ни ҙә өндәшмәне. Әммә һөйәркәһе менән араларын өҙҙө. Иремде юғалтыуҙан ҡурҡып, ыңғай яҡҡа үҙгәрҙем – тынысланып ҡалдым.
Өҙгөләнеүҙәрем туҡталып, бәхетле генә йәшәп ятҡан саҡта әсәй килеп ишек шаҡыны. Индермәнем уны, яҡты донъяма бысраҡ аяҡтары менән килеп инһә, бар тормошом баш түбән әйләнер кеүек тойолдо. Ғүмер буйы эсеп, ирҙәр менән типтереп йөрөп һаулығын бөтөргәс, матди яҡтан ауырлыҡтар кисергән әсә мине иҫкә төшөргән. 42 йыл үткәс... Шуға тиклем минең менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмаған кеше мине судҡа биреп, алимент түләттерергә маташты. Ярай ҙа заманында әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителгәс, быға ирешә алманы. Ләкин, үкенескә күрә, тыныслыҡта ҡалдырманы. Һаманғаса, үҙ иркең менән ярҙам ит, тип килеп ҡаңғырта, аҡса талап итә, ике уҡыусы балабыҙға, мин – һеҙҙең өләсәйегеҙ, тип урамда бәйләнә. Инде унан нисек ҡотолорға ла белмәйбеҙ. Ирем аҙлап аҡса бирә, ләкин уның аппетиты ҙурайғандан-ҙурая. Оят, намыҫ, тигән нәмә унда юҡ. Балаларға йәмһеҙ өлгө күрһәтһәм-күрһәтәмдер, тик бала сағымды бәхетһеҙ иткән, мине яратмаған холоҡһоҙ әсәйҙе кисереп, ғаиләбеҙгә индерә алмайым. Ауыр хәлдә ҡалдыҡ та ҡуйҙыҡ шулай...
Ҡатмарлы һынау үткән Резеда әлеге ваҡытта, әллә ғаилә менән ситкә күсеп китергәме икән, тип аптырана. Исмаһам, әсә тарафынан бер йылы һүҙ ишеткән булһам, алдында бар ишектәр шар асыҡ торор ине бит, тип илай үҙе: “Юҡ бит, юҡ... ни бары әр ҙә туҡмаҡ ҡына...”
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Исем үҙгәртеп алынды.