Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
18 Декабрь 2023, 14:46

Затлы ғүмерҙе тәләфләмәһендәр

Ҡаҡса ғына кәүҙәле Мәүжидә* апай – йәш сағында тиҫтәнән ашыу йыл иренән туҡмалып йәшәгән ҡатын. 


– Айырылышҡандан һуң саҡ кеше булдым, – тип моңһоу ғына йылмая ул. – Хәйер, әле лә ҡапыл-ғара эргәмдә берәйһе ҡысҡырһа, “терт” итеп ҡалам, йөрәгем табаныма ҡуптарылып ҡына төшөп китә...
“Нишләп һуғышҡаҡ иргә түҙеп йәшәнең һуң?” – ошо һорауҙы Мәү­жидә апай йыш ишетә. Үҙе лә аптырай: “Ниңә генә түҙеп йәшәнем икән?! Нимә көттөм? Нимәгә өмөтләндем?”
– Ә бит мин һылыу, йәтеш кенә ҡыҙ инем, – Мәүжидә апай, бәләкәй балалар һымаҡ, тырнаҡтарын сәйнәй. – Сәсем оҙон, битем шып-шыма ине... Буласаҡ ирем Риф менән танышҡанда, уны холоҡһоҙҙор, тип башыма ла ин­дермәнем – киң йылмайыуы, хәс­тәр­леге, иғтибары менән арбаны. Дуҫлаша башлағанда йөҙөнән йылмайыу өҙөл­мәне. Ҡурсалап-ҡарап ҡына йөрөттө мине. Аҡсаны етерлек эшләйем, һин ыҙалап заводҡа эшкә йөрөмәҫһең, өйҙә генә ултырырһың, тине: “Ҡайтыуыма ҡайнар аштар менән ҡаршы алһаң, шул еткән. Балалар тыуһа, улар ҙа ҡараулы буласаҡ”. Миңә, атайһыҙ үҫкән кешегә, етә ҡалды, бына, исмаһам, ысын ирҙәр ниндәй була икән ул, тип һоҡландым, ҡыуандым. Бик тиҙ арала башымды әйләндереп, өйләнешергә тәҡдим яһағас, шатланып ризалаштым.
Бергә йәшәй башлағас, бәхетемдән алйып, иремә ныҡ ярарға ынтылдым. Уға Аллаға табынған кеүек табындым, ыңғайына ғына һыпырып, күҙҙәренә генә ҡарап торҙом. Мәҫәлән, тәмле итеп туҡланыу  ирем өсөн принципиаль ине. Һәм мин кистән үк, ир­тәнсәккә нимә әҙерләйем, тип иркә­ләнеп белешәм дә, ул уянмаҫ борон, таң менән тора һалып, еңелсә генә макияж эшләп, бутҡа бешерәм, турама турайым. Билемә алъяпҡыс бәйләп, башыма косынка ябынып, шағыр-шоғор килгән иҫке иҙән таҡталарын зар­латмаҫҡа тырышып, атлап түгел, осоп йөрөйөм... 
Магазин икмәген эшкә һанаманы ирем. Шуға ла көн һайын сөсө икмәкте үҙем бешерҙем. Төшкөлөккә ҡай­тыуына – мотлаҡ һурпа, турама, бәлеш. Кискелеккә – картуфтан йәки эрем­сектән билмән...
Тәүге баллы ай һиҙелмәйенсә үтеп китте. Ә артабан ирем ысын йөҙөн күрһәтә башланы. Ерле-юҡтан бәй­ләнде, гелән ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Ни ҡәҙәрем алдында йүгереп йөрөһәм дә, тәмле аш-һыу менән ҡыуан­дырырға маташһам да, исмаһам, бер тапҡыр ҙа рәхмәт һүҙен әйтмәне. Өйҙә саҡта  тик һөмһөрө ҡойолған килеш, ә кеше алдында  ауыҙ йырыҡ, шаяртыу, мә­рәкәләре менән барыһын да үҙенә ҡаратып ҡуя. Күпселектә минән көлә, мыҫҡыл итә. Мин, әлбиттә, үпкәләйем: “Ниңә мине кеше алдында мәсхәрәгә ҡалдырҙың?!” Ул матур ирендәрен ҡыйшайта: “Был шаяртыу ғына бит! Ниңә һин юҡҡа үсегәһең! Ташла ул холҡоңдо! Оҡшамай миңә!” 
“Һеркәң һыу күтәрмәй!”, “Был тиклем дә кеше үсексән булыр икән”, “Шаярыуҙы аңламайһың” – был һүҙ­ҙәрҙе йыш ишеттем.
Бер ваҡыт ул һуңлап һалмыш ҡайт­ты. Уның өсөн борсолоп бөттөм. Бешергән аҙыҡты йылыта торғас, уныһы иҙелеп, бутҡаға әйләнде. Төндә ҡәнәғәт ҡайтып ингән иремдән, ҡайҙа булдың, тип һорағайным, бөгөн ип­тәштәрем менән осрашабыҙ, тигәйнем дә һуң, тине: “Мин һиңә был турала әйткәйнем, хәтерһеҙ тауыҡбаш... Һинең хәтерһеҙ булыуыңа кем ғәйепле?” Ысынында иһә әйтмәне, иҫкәртмәне... 
Әйтмәһә лә – “әйттем” тип ныҡы­шып, булғанды  “булманы” тип раҫлап, мине “иҫәр туңбаш”, “хәтерһеҙ та­уыҡбаш”, “һаңғырау ҡолаҡ” тип атаны. Ошо һүҙҙәрҙе йыш ишетә торғас, мин үҙемде, ысынлап та, иҫәр, хәтерһеҙ, һаңғырау, тип уйлай, кешеләрҙән ояла, аралашыуҙарҙан ситләшә башланым. 
Училищела бергә уҡыған Фирҙәүес менән яҡын әхирәттәр инек, ул туйҙа минең шаһитым булды. Ара-тирә хәл белешергә инһә, Риф уның алдында май мискәһе кеүек ялтырай ҙа, ул ҡайтып китһә бумпылдай: “Беҙгә килеп йөрөмәһен, һин хәҙер кейәүҙә, яң­ғыҙаҡтарҙы яҡынлатмауың хәйерле, өйөбөҙҙә ғәйбәт ояһы булмаһын”. Ысынлап та, ирем миңә яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк кеше лә инде, әхирәт менән күрешеп, сәйләп, буш хәбәр һатып ултырырға ваҡытым да юҡ, тип Фирҙәүес менән араларҙы һыуыттым. Яҡындарым алыҫ йәшәгәс, башҡа килеп-киткән кеше булманы. Ләкин яңғыҙлыҡтан интегеп ултырманым, ҡул эше менән булыштым, йорт-ерҙе йыйыштырҙым, сәскә үҫтерҙем. 
Бер көндө иремә сюрприз эшләргә булдым: матур итеп кейенеп-яһанып, биҙәнеп-төҙәнеп, уның эшенә барҙым. Хеҙмәттәштәре мине күргәс, комплименттар яуҙырҙы. Битем алһыуланып, иремә ҡарағайным, уның асыулы ҡарашынан ҡойолоп төштөм. Ниңә барғаныма үкенеп бөтә алманым аҙаҡ... Ирем мине, эшенән ҡайтҡас, туҡманы: “Нимә ирҙәр алдында к.т һикертеп йөрөйһөң, аҙғын яғың сығып?!” Төндә йоҡлай алмай ҡан­һырап, үлә яҙғансы һыҙланып, иртән бөтөнләй тора алманым. “Кеше ышандырып ятма, үҙ бу­рыстарыңды онот­ма!” – тип екергәс, саҡ тороп, уға ашарға әҙерләнем. “Үҙең­дең ғәйебеңде аңлағанһыңдыр?!” – тип сығып китте эшкә. 
Ҡаным туҡтауһыҙ ағып, эсемдең ауыртыуына тамам сыҙар әмәлем ҡалмағас, температурам да күтәрелгәс, иҫемде юғалтыр сиктә күршеләргә барып етә алдым. Мине “Тиҙ ярҙам” менән дауаханаға оҙаттылар. Иремдең өҫтөнән ғариза яҙманым, үҙем ғәйеп­ле, баҫҡыстан осоп төштөм, тип тәҡрар­ланым. Тәүге балабыҙҙы юғалт­ҡаныма ирем үҙен түгел, мине ғәйепләне... 
Бер-бер артлы өс бала таптым. Балаларыбыҙ тыуһа, ирем йомшарыр, яҡшы яҡҡа үҙгәрер, тип көттөм. Ләкин кешенең асылы үҙгәрмәй икән. Миңә генә түгел, балаларыбыҙға ла туҡмаҡ эләкте. Уларҙың да һәр көнө ҡурҡыуға тулды. Атайҙары алдында бер таҡтанан ғына баҫып йөрөгән, ҡаршы һүҙ әйтергә ҡыймаған балаҡайҙарымды йәлләп, сығып китһәмсе... Тик барыр ерем дә, аҡсам да юҡ ине шул. Әсәйем үҙе ятаҡта ҡустымдың ишле ғаиләһе менән йәшәй, уларға тиклем барып етергә лә күпме аҡса кәрәк... Сираттағы низағтан һуң сабырлығым шартлап һынып, әсәйемдән юллыҡ аҡса һорап, үҙебеҙҙең ауыр хәлдә йәшәүебеҙҙе ҡыҫҡаса тасуирлап, хат яҙҙым. Әсә­кәйем аҡса һалған булды. Тик был турала ирем белеп ҡалып, аҡсаны талап алды, өҫтөмдәге күлдәгемде йыртып, мине урамға ҡыуып сығарҙы: “Сығып киткең килә икән, ана бара юлың, ә балаларҙы һиңә бирмәйем!” Минең өсөн үсен алып, йә берәй нимә эшләп ҡуйыр, тип балаларым өсөн ҡотом алынды. Ерҙе тырнап илап, кире индереүен һорап, инәлдем.
– Ирҙәр менән сыуалып йөрөгөң киләме, аҙғын? Һиңә шул ғына кәрәк инде ул, кәнтәй! Бөтә ҡатын-ҡыҙ ҙа шундай, һеҙҙе үҙ ихтыярығыҙға ҡуй­һаң... – ишек асылып киткән ыңғайы йоҙроҡ эсемә килеп бәрелде, ауыртыу­ҙан һығылып төштөм, тыным өҙөлдө... – Аңламағас, аңламайһың икән, тауыҡбаш!
Балаҡайҙарымдың сеңләп кенә илаған тауышынан, кескәй генә устары менән битемде, сәсемде һаҡ ҡына һыйпауынан иҫемә килдем. “Бөтәһе лә яҡшы”, – тип әйтергә иттем, тик ирен­дәрем тыңламаны. Балалар бер тауыштан: “Әсәй, ҡасайыҡ”, – тип иланы... Ниңә шунан һуң да ҡасып китмәнем икән?!
Ирем “оят” тигән нәмәне онотоп, асыҡ­тан-асыҡ һөйәркәләре менән типтерә лә, ҡайтып, мине йоҙроҡтары менән “тәрбиәләй”, “аҡылға ултырта”, миндәге “аҡылһыҙлыҡты бәргеләп сығара”. Бөтә был йәберләү – балала­рымдың күҙе алдында. 
Алты йәшлек улым мине яҡларға маташып атаһына ташланғас, яһил уны уйынсыҡ кеүек кенә стенаға алып бәрҙе лә, ишекте емерә яҙып ябып, өйҙән сығып китте. Иҫенә килмәгән улымды күтәреп, ике баламды эйәртеп, йәйәү дауаханаға алып барҙым. Аллаға мең шөкөр, табиптар баламды терелтте, аяҡҡа баҫтырҙы. Иремә ҡарата енәйәт эшен асҡас ҡына, ниндәй хәлдә йәшәүемде бар әселегендә аңланым, ҡасырға ниәт иттем. Баланы саҡ үлтермәгән кешегә шартлы рәүештә генә хөкөм ҡарары сығар­ҙылар. 
Ике йөҙлө бит ул, ҡарамаҡҡа һин дә мин ир кеүек, кеше алдында ҡояш кеүек балҡып тора, эшендә лә маҡ­таулы. Уның өйҙә ысын тиран булыуына ышанмаҫтар ҙа ине, тәнемдәге дә­лилдәр булмаһа, бала дауаханаға эләкмәһә. 
Ултыртһалар ҙа булыр ине, тим. 
Тура әсәйемдәргә барһаҡ, беҙҙе шунда уҡ эҙләп табыр, тип ҡурҡып, ошонда килеп, туғандарға һыйындыҡ. Күңелемә ятҡан эшкә урынлаштым, йәшәргә урын да табылды. Тормош яйлап рәтләнде, шөкөр. 
Яңынан кейәүгә сығыу уйы юҡ, балаларымды башлы-күҙле итһәм, шул етте миңә. Уларға яҡшы йәрҙәр насип итһен, тип теләйем. Әлдә улым атаһына оҡшамаған, минең кеүек йомшаҡ күңелле. Бала сағынан яҡын-тирәләге бөтә берәҙәк эт-бесәйҙе өйгә ташыған егет шул инде. 
Кешенең эсен ярып ҡарап булмай, кемлеген яҡындан танышҡас ҡына беләһең. Ҡыҙҙар минең кеүек хаталанып ҡуймаһын: ир кәмһетә, йәберләй, ҡул күтәрә икән – артыңа ла ҡарамай, ҡасырға кәрәк. Үҙгәреренә өмөтләнеп, затлы ғүмерҙе тәләфләмәһендәр.
Мәүжидә* апайҙың һөйләгәндәрен яҙып, әҙер тексты уға күрһәткәс, тәфсирләп уҡыны, башын ҡаҡты:
– Һәйбәт булған. Тырнаҡты сәйнә­гәнде яҙмаһаң да булыр ине лә бит, ярай, ҡалһын әйҙә. Рәхмәт!

Баныу ҠАҺАРМАНОВА. 

*Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас