Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Ноябрь 2023, 07:00

Аҡсаһынан яҙһа – бөлдөрә инде...

* * *

Уртаса буйлы, тулыраҡ кәүҙәле Әлфиә* шул тиклем алсаҡ, ихлас, эскерһеҙ кеше. Шуға ла уның менән аралашыуы еңел, рәхәт. Аралашыуҙағы ябайлығы менән әсир иткән ҡатын бишенсе тиҫтәне ваҡлаһа ла, әле һаман кейәүгә сыҡмаған. Ләкин был йәһәттән һис тә эсе бошмай, сыҡҡым килһә – сығырмын әле, ти ҙә ҡуя. Ә бит ул шул тиклем уңған, бөхтә, кинәнеп донъя көтә торған кеше! Ҡул эшенә маһир: матур-матур әйберҙәрҙе бәйләп тә, тегеп тә кейә, өйөндәге селтәрҙәре күҙ яуын алырлыҡ. Аш-һыуға ла оҫта ул – йә ауыҙҙа иреп кенә торған торт бешерә, йә ашап туйғыһыҙ ҡайнатма ҡайната, бәлештәре лә батшалар алдына ҡуйырлыҡ булып уңа. Ошо күркәм холоҡло ҡатындың ни бары бер етешһеҙлеге бар. Ул да булһа – үҙендә сир эҙләп тик йөрөй. Ҡарамаҡҡа һап-һау ҡатын, һин дә мин йүгереп йөрөй-йөрөй ҙә, һаулығында етешһеҙлек табып, “ауырырға” була ла китә. Ковид осоронда бар халыҡ ләж ятып ауырыны, ә уны был яман сир урап үтте. Ләкин Әлфиә, башҡаларҙан ҡайһы ерем кәм тигән һымаҡ, градусникты ҡултыҡ аҫтынан сығармай тиерлек, туҡтауһыҙ “ҡыҙыл зона”ға барып тикшерелде:
–  Минең тыным ҡыҫыла, кис етһә, температурам күтәрелә, – тип зарланған Әлфиә ковидҡа әллә нисәмә тапҡыр анализ бирҙе, тик береһе лә раҫланманы. Бар ерҙә алдаҡ, тип, ул түләүле клиникаларға ла барып тест биреп йөрөнө хатта. Миндә ковид симптомһыҙ үтә, үпкәмдә ниҙер бар, мин тоям, тигән ҡатын “ҡыҙыл зона”ла йүткергән-сөскөргән кешеләр араһында ҡыҫылып йөрөп тә, ковидты йоҡторманы. Ике көн эшләп, ике көн ял иткән кешегә “ауырырға” һәм “дауаланырға” бик тә уңай: сменанан сыға ла, ике көн буйына дәүләт поликлиникаһын, шәхси клиникалар юлын тапай. Ә бер көндө беҙ, әхирәттәр, кафела күрешергә йыйылғас,  күҙе упайып килеп инде лә, үпкә тулы ҡарашын һәр беребеҙгә төбәп йөрөтөп сыҡҡас:
– Бына, мин әйттем дә инде, ковид менән ауырыным тип, һеҙ минән көлөп, гел ауыҙ йырған булдығыҙ, – тине. – Бына, ысынлап, үпкәмдә ҡарайған урыны бар икән!
Беҙ ҡурҡып киттек: 
– Әллә рентген күрһәттеме? Әллә МРТ-ға барҙыңмы?!
– Ә-әй, – Әлфиә ҡулын һелтәп, арабыҙға инеп ултырҙы. – Уларға ышанырлыҡмы ни?! Бына, кисә урамда бер ҡатын осраны, Роза исемле, шул әйтте. 
Беҙ бер-беребеҙгә ҡараштыҡ:
– Ыста... Ниндәй Роза тағын? 
– Ул, теге ней, бик көслө күрәҙәсе булып сыҡты. 
Беҙҙең йылмайғанды күреп, аңлатырға ашыҡты:
– Уның нәҫелендә бөтәһе лә күрәҙәселәр, “целителдәр”, борон замандарҙан кешеләрҙе дауалайҙар. уның өләсәһе лә, әсәһе лә – барыһы ла кешенең ҡайһы ере ауыртҡанын шунда уҡ рентген һымаҡ күреп, ҡулдары, өшкөртөлгән һыу, тоҙ менән дауалайҙар. 
– Шул шарлатанға ышанаһыңмы? – беҙ Әлфиәнең эскерһеҙлегенә гел дә хайран ҡалабыҙ.  
– Атыу! Духтырҙар күрмәгән сирҙе ошо Роза күрҙе бит һуң! Бына, кисә эшкә китеп барһам, ҡаршыға шул Роза килә ята. Миңә иғтибар менән, тишеп тигәндәй, ҡарап үтеп барышлай, ҡапыл “шып” итеп туҡтаны ла, көтөп тороғоҙ, туҡтағыҙ, минең һеҙгә әйтер һүҙем бар, был бик мөһим, ти. Күҙемә шундай тултырып ҡарап, ҡулымдан тотто. Матурым, һинең бит ҙу-уур проблемаң бар, ти. Уның ҡулыма ҡағылыуынан тәнем земберләп, баштан-аяҡҡаса ток үткәндәй булды. Ҡулымды һурып алайым, тиһәм, ебәрмәй. Ҡурҡма, туғаным, һиңә бер зыяным да теймәйәсәк, мин ни бары һиңә ярҙам итергә теләйем, әйҙә, ултырып һөйләшәйек, тигәс, артынан эйәреп, бер подъезд төбөндәге эскәмйәгә ултырҙыҡ. Күҙемә ҡарай-ҡарай бөтә тормошомдо һөйләй башламаһынмы! Һин яңғыҙ, ти. Мин ризалашып баш ҡағам. Ҡайһылыр тирәң ауыртҡанын тоям, әле былай кейем аша миңә күреүе ҡыйыныраҡ, сисендереп ҡараһам, аныҡ ҡына әйтә алырмын, ти. Ә минең бит, ҡыҙҙар, ысынлап үпкәм ауыртҡан һымаҡ. Шуны әйткәйнем Розаға, ул әллә ҡыуаныпмы, әллә дәртләнепме киткәндәй булды: “Әйтәм бит, ныҡ ҡурҡыныс сир һиндә бар, тип, был боҙомға оҡшаған!” Шунда уҡ мине тынысландырҙы ла: “Мин һине дауалармын, һис тә борсолма, тамсы ла хафаланма, үпкәңдәге ҡара тапты мотлаҡ бөтөрөрбөҙ, боҙомдан ҡотолдорормон, туғанҡайым!” Уға кешеләр ике-өс ай алдан яҙылып ҡуя икән, әммә мине блат буйынса, сиратһыҙ дауаларға ризалашты. Кисә, бөгөн үк дауалау курсын башлай алам, тигәйне лә, мине уҙағым уның урынына эшкә сығып тороуымды һорағайны бит, балаһы бик ваҡытһыҙ ауырып киткән, хәйерһеҙ... Шуға Роза менән бөгөн кискә осрашырға һөйләштек. Өйгә киләм, тине. Сөнки дауалау сеансынан һуң уранып ҡына ятырға кәрәк икән, һыуыҡҡа сығырға ярамай. 
 – Һәм һин адресыңды бирҙеңме?! – беҙ иҫебеҙ китеп Әлфиәгә төбәлдек. 
– Эйе...
– Ой Алла... Һин аңлайһыңмы, ул бит алдаҡсы, мут ҡатын! Яныңа яҡын юлатма уны! 
– Килештереп ебәрмәгеҙ әле! Юҡты һөйләмәгеҙ, Роза һәп-һәйбәт, алсаҡ ҡатын, – Әлфиә шулай ҡай саҡ аяҡтарын терәп ҡаршы тора, бер ҙә ыҡҡа килтереп булмай үҙен. Әле лә уны төрлөсә итеп ыңғайлатып маташтыҡ, бер кемгә лә ишек асмаҫҡа, теләһә кемде өйөнә индермәҫкә, билдәһеҙ әҙәмдәргә ышанмаҫҡа өгөтләнек. Розаға ышанам мин, ти ҙә ҡуя. Беҙгә үпкәләп, ҡайтып китә яҙҙы:
– Мине кешеләрҙе айыра алмай, сәпсим аңһыҙ, тип уйлайһығымы әллә?! 
Әлфиәне төптө аҡылһыҙ, тип булмай, ләкин, ысынын әйткәндә, йыш ҡына аңһыҙ ғәмәлдәр ҡылып, беҙҙе аптыратып ҡуя. Үҙендә булмаған сирҙе эҙләп табып, теләһә ниндәй шикле әтрәгәләмдәргә дауаланырға йөрөй. Уларҙың сәйер дауалары – ташҡа үлсәйем дә бит, әммә Әлфиәбеҙ ышана. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек ул Малаховтың тапшырыуҙарын ҡарап, китаптарын уҡып, һейҙек менән “дауаланды”. Бер тин аҡса түкмәйһең, буп-бушлай дауаланаһың, зарарлы “химия” түгел, саф дарыу үҙебеҙҙә етештерелә, тип беҙҙе лә шул адептар сафына баҫырға өгөтләне. Ул саҡта уның фатирына яҡын барырлыҡ түгел ине – бәүелен ҡайнатҡан мәлдә һаҫыҡ амбре подъездан уҡ танауҙы бөрөп алды. Ваннаһын шыйыҡсалы банкалар менән тултырҙы. Сәсен дә шуның менән йыуған әхирәттән биҙә яҙҙыҡ. 
Ярай, уныһы бер. 
Күрше ҡалаға ҡамсы менән дауаланыуға барып ҡайтыуын әйт әле һин уның! Һуңынан аңына килеп, үҙе көлә-көлә ошо турала һөйләне:
– Анау йомортҡа менән дауалаған, күрәҙәселек иткән ҡатын бар ҙа инде, шул Тәслимәгә йоҡлай алмай яфаланғанымда барғайным, ул мине, хәтәр көслө, шәп бер баҡсыға алып барам, тип ҡоҙалап, үҙе менән бергә алып китте. Ир кесе хажға, йәғни Төркөстанға барып, “Ата” һәм “Ана” таштары араһынан үтеп, дауалау көсөнә эйә булып ҡайтҡан, хәҙер тирә-яҡта унан да көслөрәк баҡсы юҡ, тип Тәслимә юл буйына һөйләп барҙы. Ә нисек дауалай, тип һораһам, үҙең күрерһең, тине. Дауа өсөн күпме аҡса түләргә, тигәнгә, үҙең ҡара, беҙ икешәр мең һум бирәбеҙ, ти: “Баҡсыны рәнйетмәҫ өсөн, дауалағанға, тип түгел, ә хәйер итеп бирер кәрәк”. Бер фатирға килдек. Беҙҙән башҡа ла килеүселәр байтаҡ ине. Аяҡ кейемен сисеп, эскә үттек. Залда иҙәнгә балаҫ түшәлгән, шунда ултырыштыҡ. Баҡсы тигәндәре бәләкәй генә, ҡаҡса ғына кәүҙәле ирекәй. Уның ярҙамсыһы, минең йәштәрҙәге ҡатын, бүлмәне ауыр еҫкә тултырып, еҫле таяҡсалар яндырҙы. Башын эйеп, тубыҡланған баҡсы алдына таушалған китап килтереп һалды (бик боронғо Ҡөрьән, тип шыбырланы Тәслимә). Баҡсы оҙаҡ итеп мыңғырлап сүрәләр уҡыны. Шунан күрше бүлмәгә инеп китте лә, ярҙамсыһы беҙҙе берәмләп шунда индерҙе. Сират еткәнен оҙаҡ көтөргә тура килде. Мин ингәс, тәүгә киләһең, был – изге ритуал, уның турала башҡаларға һөйләргә ярамай, юғиһә дауаның көсө булмаясаҡ, тип иҫкәрттеләр. Баҡсы бүлмә уртаһында торған ултырғысҡа ултырырға ымланы, күҙемде йоморға ҡушты: “Хәҙер мин һине тикшерәм, тәүҙә аураңдағы, ябай итеп әйткәндә, тишек-тошоҡто эҙләп табам, шунан һуң тәнеңдәге сирле зоналарҙы ла асыҡлайым да, дауалау сеансын башлармын”, – ти. Мине әйләнеп йөрөп, ҡулдары менән тегеләй-былай һелтәнде, шикелле, һәр хәлдә еле килеп бәрелде биткә. Шунан был ир мине тотҡослай башланы. Башымды, иңбаштарымды, елкә тирәһен һәм... арттан торған килеш түштәремде яҡшылап иҙергә тотонмаһынмы! Ҡайнар тыны ҡолаҡты яндырып алып барғандай. Саҡ түҙеп ултырҙым. Шунан “бисмилла” һүҙен ҡыҫтырып мыңғырлап, ипләп кенә ҡамсы менән иңбашҡа, ҡулдарыма, аяҡтарыма, билемә һуҡҡысланы. Артабан тағы ла шыш-пыш итте лә, алдыма баҫып, башымды эсенә терәп ҡыҫып, арҡамды һыпырып, һыйпаны. “Бысраҡ, насар энергияны һыпырып төшөрөр кәрәк, – ти. – Тороп баҫ та, ултырғысҡа ике ҡулың менән таянып, эйел”. Был иптәш мине ултырғысҡа эйеп ҡуйып, арттан тороп алды ла, янбаштарымды рәхәтләнеп ойпаланы бит, әй! Ҡулдары менән дә, тәне менән дә... Шунан ҡамсы менән “дауаланы”. Уй, ҡыҙҙар, оялып хәл бөттө! Күкрәгемә ҡағылғанында уҡ был әҙәм миндә ытырғаныс тыуҙыра башлағайны, ярай, килгәс-килгәс, аҡсаны банкаға тыҡҡас, түҙәйем, дауаланайым, тигән булдым... Аҙаҡ уйлайым: ярай беҙҙең, ҡатындарҙың, әҙерәк башы ла эшләмәй китәлер, ә ирҙәр унда нимәһен ҡарап бара икән?!. Әллә уларҙы икенсе төрлө дауалаймы икән, ҡыҙҙар?..   
Әлфиәгә шул тарихтарҙы иҫенә төшөргәйнек, күҙҙәрен мөлдөрәтте:
– Сараһыҙҙан йөрөйбөҙ инде баҡсыһына ла, күрәҙәсеһенә лә, һейҙеген дә эсәбеҙ... Бер ҙә сирләге килмәй бит. Ауырыуыңды еңәм тиһәң, әллә кемгә ышанырһың.
Әлфиәгә ҡат-ҡат, һин һау-сәләмәт, бик тә ауырығың килмәһә, ана, саф һауала күберәк йөрө, спортзалға яҙыл, ир эҙләп тап, үҙеңдә үҙең сир эҙләп ултырма, тип тыҡыныҡ. Ышандыра алдыҡмы-юҡмы, тиҙҙән билдәле булыр. Анау Роза тигәненә ышанып, аҡсаһынан яҙһа – бөлдөрә инде. Шул тиклем дә кеше эскерһеҙ булыр икән, аллаҡайым...

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: