Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Ноябрь 2023, 11:11

Һинән миңә бер ни кәрәк түгел...

* * *

Ҡупшы ғына кәүҙәле, төҙ һынлы, төҫ ташламаған Суфия* апай ерән төҫкә буялған сәсенә оҫта ғына итеп шиньондар беркетеп, башының түбәһенә урап, шпилькалар менән өйөп ҡуя. Тауышы ҡалынса, моңло. Һөйләшкәндә йыш ҡына өгөт-нәсихәткә бирелеп китеүсән. Тыҡып-тыҡып һөйләгәнендә баш бар­маҡ терәлгән һуҡ бармағы указкаға әйләнгән һымаҡ тойола. Уның уҡытыусы булыуы бар ҡиәфәтенә, тауышына сыҡҡан. Күптәнән хаҡлы ялда кинәнһә лә, педагог булмышы бер ҡайҙа ла юғалмаған. Ә инде ҡара төҫтәге итәге – апайҙың визит карточкаһы һымаҡ. Тубыҡтан бер талай оҙонораҡ итәген өҫтөнән төшөрмәй, йыл әйләнәһенә кейгәндәй. Йортона иҫ­кәртеүһеҙ барып, ҡапыл ғына ишекте өй кейемендә килеш асһа ла, шунда уҡ өҫтөн алмаштырырға ашыға һәм күп тә үтмәй оҙон еңле матур блузка һәм шул ҡара итәген кейеп сыға һала. Аяғында һәр саҡ капрон ойоҡтар: ҡышҡы селлә һы­уыҡтарҙа ла, йәйге эҫелә лә. Өшөмәй ҙә, бешмәй ҙә үҙе. Уҡыу­сылар тарафынан “ҡаритәк” (“ҡара итәк”) ҡушаматы тағылған уҡытыу­сының туҙмаған, һис ҡасан уңмаған “мәңгелек” итәгенең серен һорағас, Суфия апай көлә-көлә аңлатты:
– Йәшерәк саҡта Үзбәкстанда йәшәгән апайыма ҡунаҡҡа барып, шунан бер рулон итеп тороп тауар алып ҡайт­ҡайным, йәнәһе лә, итәктәр тегеп һатып, аҡса эшләйем. Эшләне икән, ти. Мәрхүмә әсәйҙең аяҡ менән баҫып эшләй торған иҫке генә теген машинкаһында этләнә-этләнә бер нисә итәк тегеп, мәктәпкә алып барып һатып, сауҙамды йәйелдереп тә өлгөрмәнем, райкомға ла, роноға ла, уҡытыусы башы менән енәйәт ҡыла - спекуляция менән шөғөлләнә, тип өҫ­төмдән аноним ялыу ҙа яҙып ебәрҙеләр. Келәмгә саҡыртып, тетмәмде теттеләр генә, мәңгелеккә өҫтәмә аҡса эшләү уйынан дүндерҙеләр. Ә анау ҡәҙәрем тауарҙы ҡайҙа итергә?! Әсәйем һымаҡ ҡул эшенә оҫта булып, күлдәк-маҙар, пинжәк әтмәләй алһамсы. Юҡ шул. Тегенергә бөтөнләй барымым юҡ. Ябай ғына фасонлы итәктәрҙән башҡа бер нимә лә тегә белмәйем. Шуға ла ғүмер буйы бер үк төрлө итәктәр тегеп, шуларҙы кейеп тик йөрөйөм.  
– Ялҡытмаймы һуң, Суфия апай?
– Юҡсы, нишләп ялҡытһын, ти. Төрлө-төрлө блузкалар, пинжәктәр, жилеттар менән кейгәс, беленмәй ҙә, хатта. Кер күтәрмәле бит, сирышмай ҙа, сифатлы тауар. Тәүге тапҡыр үҙем теккән итәкте кейеп, мәктәпкә барғас, хеҙмәттәштәрем семтеп-семтеп, кейәү ҡулы тейһен, тип теләктәр теләне, ләкин булмағас булманы, кейәү ҡулы ла теймәне, кейәү ҡуйыны ла эләкмәне инде.
Суфия апай бер тапҡыр ҙа кейәүгә сыҡмаған. Шулай ҙа, яңғыҙ ҡартаям, тип бошонмай, балаһы юҡлығына ғына әсенә:
– Апайымдар әйтте ул, үҙең өсөн булһа ла, бала тап, тип, әллә ниңә тыңламаным, кеше һүҙенән ҡурҡтым. Кеше ни тиер, уҡытыусы исеменә тап төшөрмәҫменме, тип шөбһәләнеп йәшәлде. Ә бит уйлаһаң, кешеләрҙең миндә ни эше бар? Һәр кемдең үҙ тормошо. Әгәр ҙә, мәҫәлән, мин һөйгән кешемдән бала тапһам, мине стенаға терәп атырҙай булып әрләгән, утлы табаға баҫтырған, өҫтөмә бысраҡ өйгән әҙәмдәр йылдар уҙа бара шулай уҡ ҡартайырҙар, ауырырҙар, үлерҙәр ине, гелән генә мине һүгеп, тик минең менән булышып йәшәй алмаҫтар, үҙ тормоштарына сумырҙар-суҡынырҙар ине. Ә минең бер нимәгә ҡарамай тапҡан балам үҫеп етеп, ошо көндө ейәндәрем йәшә­үемде йәмләр ине. Их, үткән ғү­мерҙе кирегә бороп булһамы, барыһына ла төкөрөп, һөйгәнемдән бер түгел, өс-дүрт бала табып үҫтерер инем, биллаһи. Терһәк бына ғына ла бит, тешләп буламы һуң?!.
- “Һөйгән кешемдән бала тапһам, мине стенаға терәп атырҙай...” тинегеҙ, Суфия апай, ул өйләнгән кеше инеме әллә?   
– Эй, Аллам... Үкенескә шулай... “Үке­нескә” тиһәм дә, Хоҙайға рәхмәтлемен һөйөүҙе татыуыма, яҡты бер кешене яратыуыма, унан яратылыуыма. Бергә була алмауыбыҙ ғына үкендерә... 
Ғәҙәти генә башланып киткәйне та­нышыуыбыҙ.
Иҫләйһегеҙме икән, элек “политзанятие” тигән нәмә булды, йәғни халыҡтың ижтимағи-сәйәси кимәлен күтәреү буйынса дәрестәр үткәрелде. Колхозсы­ларҙың араһында ундай дәрестәрҙе алып барыуҙы миңә йөкмәттеләр. Аҙнаһына бер тапҡыр 15-30 минутҡа ҡыҙыл мө­йөштә һауынсы-малсыларҙы йыйып, уларҙы донъялағы, илдәге яңылыҡтар менән таныштырам, социализмға дан йырлайым, капитализмды һүгәм. Шунан китәм механизаторҙар янына МТМ-ға. Һауынсылар, малсылар күндәм генә йыйылып, ғәҙәттә шым ғына тыңлап ултырһа, йәш тракторсы, слесарҙар әтнәкәле һорауҙар биреп, тәҡәтте ҡорота, шаярып, төртмә телләнеп, ваҡытты һуҙа, дәресте балаганға әйләндерә торғайны. Хас та бәләкәй балалар инде. Ул ваҡытта асыу ҙа килгәндер, ә хәҙер иҫләйем дә, күңелгә рәхәт булып китә, йәш саҡ бит, күңелле саҡ... Бер ваҡыт шулай меха­низаторҙарға бармаҡ янай-янай, мөһим тип тапҡан яңылыҡтарҙы һөйләй генә башлағайным, ишек асылып, уртаса кәүҙәле ят бер ир килеп инде. Сәсе ҡыҫҡа итеп алынған, билен ҡыҫып быуған. Майлы спецовкаһы үҙенә килешеп тора. Башын ҡағып һаулыҡ һорашты, мин уға, ултырығыҙ, тип ымланым. Дәрес та­мамланғас, ул яныма танышырға килде: 
– Мин – Рифат ағай булам, һылыу. Механик. Бына икенсе райондан һеҙгә эшкә килдем. Өҫтөмә иғтибар итмәгеҙ, бөгөн иртәнән машина ремонтлау менән мәж киләбеҙ. 
Эскәмйәләрҙе тигеҙләп ултыртты ла:
– Әйткәндәй, Һеҙ йырламайһығыҙмы? – тип һораны.
– Юҡ, - тинем аптырап, - ә ниңә?
– Йәл... Тауышығыҙ бик матур, моңло. Мин гармунда уйнарға яратам. Бергә сығыш яһар инек.
Ул күҙҙәремә тултырып ҡарап, киң йылмайҙы ла, һаубуллашты.
Һәм мин тәүге тапҡыр йыр сәнғәтенә битараф булыуыма үкендем. Ни өсөн тәүге күргән ирҙең йылмайыуы мине әсир иткәнен үҙем дә аңламай ҡалдым. Рифатты осратҡанға тиклем яратыуҙың ни икәнен дә белмәнем. Армиялағы бер ауылдаш егет менән хат алышыуымды, студент саҡта ауыл хужалығы институтынан берәү менән аралашҡанды иҫәп­ләмәгәндә, мөхәббәт өлкәһендә бө­төнләй тәжрибәм дә юҡ, хис-тойғолар утында янырға ынтылыш та булманы. Ә бында бер йылмайыу етте, йөрәгемә ялпылдап ялҡын ҡапты. Түҙерлек әмәл юҡ, Рифатты күрге, тауышын ишетке килеп тик тора. Уның өсөн матур булғы, сәхнәләрҙе генә түгел, тотош яландарҙы тултырып йырлағы, исемен ҡысҡырып, йырға һалғы килә! Әммә ярамай. Йөрәгемә һыймай ташып сығып барған һөйөүемде уға белдерә лә алмайым, кем менәндер серемде лә уртаҡлаша алмайым. Сөнки минән ун йәшкә өлкәнерәк Рифат ағай өйләнгән ине. Һатыусы ҡатынына келәттә эш тапҡайнылар. Мәктәпкә яңы килгән дүрт уҡыусының өсөһө уларҙың балаһы булып сыҡты. 
Һөйөүем ташҡынына сыҙай алмай, юҡ эште бар итеп, уҡыусыларҙан агитбригада төҙөп, хеҙмәтсәндәр алдында сығыш яһарға тотондоҡ, “политзанятие”ларға уғата ентекле, дәртле әҙерләндем. Кү­ңелем йырлап торҙо! Кис еткәнгә тиклем. Ә ҡояш байынымы, мендәргә ҡапланып, илайым да илайым... Рифат ағай менән бергә була алмаҫыбыҙҙы аңлауҙан йөрәгем ярылып барғандай ине. 
Бер заман колхозсылар менән бергә концерт әҙерләргә булып киттек. Мин алып барыусы булдым, Рифат ағай гармунда уйнарға ризалашты. Репети­цияларҙа ҡатнаша алмайым, эш күп, тура концертҡа килермен, тип вәғәҙәләне. Һәм һүҙен тотто. Сәхнәгә сығып баҫып, гармун күркен ихлас тартып, уйнай башлағайны, тамашасы тын да алмай тыңланы. Бармаҡтарына күҙ эйәрмәй, моң түгелде генә! Оҙаҡ алҡышланылар. Концерт, ғөмүмән, бик шәп үтте, һәм бейеүсе егеттәрҙән берәү, әйҙә, шуны билдәләйек, тигәс, клуб мөдире бүл­мәһендә тиҙ генә өҫтәл әҙерләй һалдыҡ: ауыл йәштәренең кемеһелер йүгертеп бал килтерҙе, икенселәр - бешкән ит ки­ҫәктәрен, картуф, ауыл икмәген... Әллә ни әсеп тә өлгөрмәгән тәмле генә эсемлекте кәсәләргә һалып эстек, Рифат ағай гармунда уйнаны, елкенеп бейергә төштөк. Шатлығыбыҙ, дәртебеҙ клуб эсенә генә һыймай, беҙ һыпырылып урамға сыҡтыҡ, ауылды бер итеп, геүләшеп йөрөп йырланыҡ, тамаҡтар ҡарлыҡҡансы таҡмаҡ әйттек. Эй, күңелле ине! Күңел булғансы йөрөп-йөрөп, таралыштыҡ. Рифат ағай мине оҙата барҙы. Шунда тәүге һәм һуңғы тапҡыр үбештек. Башҡаса бер ваҡытта ла эш боҙоп йөрөмәнек. Шул бер гонаһым бар минең – өйләнгән ир, уҡыусыларымдың атаһы менән үбешеүем. Ләкин быға бер ваҡытта ла үкенмәнем. Һуңынан ир-егеттәр һоратып килһә лә, дуҫлашырға теләүселәр булһа ла, барыһына ла “юҡ” тинем, кейәүгә сығыуҙан баш тарттым. Һөй­гәнемә уйымда ла хыянат итмәнем, бер һөйөүгә тоғро ҡалдым.
Шул татлы кистән һуң бер йыл үткәс, уйламағанда Рифат ағай менән икебеҙҙе конференцияға делегат итеп һайлап, район үҙәгенә ебәрҙеләр. Район үҙәгенә тиклем колхоз рәйесе алып барҙы, ҡайтыу яғын иһә үҙебеҙ хәстәрләнек. Юлда Рифат ағай менән күҙмә-күҙ һөйләшә, аңлаша алдыҡ. Ул тәүге күргәндән алып мине яратыуын, йөрәк яныуына түҙә алмай, көн һайын ауыл янындағы түбәгә күтәрелеп, шунан минең өйгә ҡарап ултырыуын әйтте. Рифат ағай ҙа яныу тойғоһон хәленән килгәнсә йәшергән, әммә ҡатыны барыбер һиҙеп, ғауға ҡуптарған, кемде яратҡанын белергә маташҡан. Колхоз ашханаһында бер матур ҡыҙ эшләй ине, шулдыр, тип уйлаған. Ярай ҙа, хәләленең мине яратыуын башына ла индермәгән. “Йөрәгемде өттөң тамам, һылыу”, - тине Рифат ағай ҡайғырып, өҙөлөп... 
Уҡытыусылар көнө айҡанлы ауыл йәштәре ойошторған концертта үҙе ҡатнашырға теләк белдергән. Мин хеҙмәттәштәрем менән бергә залда ултыра инем, Рифат ағайҙы иғлан иттеләр. Уның исемен ишетеү менән йөрәгем ярһып тибергә кереште. Һөйгәнем сығып баҫты ла, мине ҡарашы менән эҙләп табып, күҙҙәремә тура ҡараны:
– Гөлфиә Юнысованың һүҙҙәренә яҙыл­ған Абрар Ғабдрахмановтың йыры “Һинән миңә бер ни кәрәк түгел”.
Ишетһәгеҙ ине, ул шундай һағышлы итеп йырланы, хатта тәндәр зымбырланы. Ике күҙе миндә ине. Күҙ йәш­тәремде тыя алманым. Яратҡан кешем менән ғаилә ҡора, унан балалар таба алмауымды, тәненә ҡағылыу бәхетенән, ирендәренән, ҡулдарынан мәхрүм булыуымды уйлап иланым... Көслө алҡыш­тарҙан иҫемә килдем. Барыһы ла Рифатты аяғүрә тороп тәбрикләне. Шул ваҡыт кемдеңдер ҡарашын сикәм менән тойоп, әйләндем - уның ҡатыны миңә сикһеҙ нәфрәт менән төбәлгәйне. Нәф­рәте шулай көслө булдымы, әллә нервыларым ҡаҡшауымы, мин ауырып, дауаханаға эләктем.   
Ә ноябрҙә донъя ҡапыл ҡараңғылыҡҡа сумды – Рифат ағайҙың ғүмере өҙөлдө. Аварияла үлемесле йәрәхәтләнгән һөйгәнем “Тиҙ ярҙам” килгәнгә тиклем йән биргән. Уны тыуған районында ерләнеләр, беҙҙең ауылға килтереп тә торманылар. Һуңынан барып эҙләп таптым ҡәберен. Һаманғаса, ике-өс йылға бер булһа ла, барып йөрөйөм, һөйөүем ҡояшы әлегәсә һүнмәгән-һүрелмәгән.
Рифат ағай үлгәс, ғаиләһе үҙҙәренә күсеп ҡайтты. Ә күпмелер ваҡыттан һуң конторала йыйыштырыусы булып эш­ләгән апай, Рифаттың өҫтәлен таҙарт­ҡанда, бына нимә таптым, тип блокнот килтереп тотторҙо: “Эсендә гәзиттән ҡырҡып алынған фотоһүрәт бар, һеҙ икегеҙ тораһығыҙ, буғай”. Конференцияла беҙҙе төшөрөп алып, гәзиттә баҫҡайнылар, шуны Рифат ағай ҡәҙерләп һаҡлаған булған.  
Суфия апай еңел генә ҡуҙғалып, комодтан иҫтәлекле блокнотты сығара. Унда йыйнаҡ ҡына почерк менән теркәлгән төрлө ваҡ-төйәк яҙмалар һәм “Һинән миңә бер ни кәрәк түгел” йырының һүҙҙәре:
Һинән миңә бер ни кәрәк түгел,
Бар булғаның өсөн ҡыуанам.
Төштәремде сәскәләргә һөйләп,
Хистәремде йырға һалып көйләп,
Онотолоп китеп йыуанам...
Суфия апай блокнотҡа ҡарап, ба­шындағы шиньондың осо һәленеп төшкәнен дә аңғармай, үҙенең ҡалынса тауышы менән моңло итеп йырлай. Ә мин уның тыумаған балалары, ейәндәре, ейәнсәрҙәре хаҡында уйлайым... 


Баныу Ҡаһарманова.
* - бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: