Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Ноябрь 2023, 07:00

Яҙмыш беҙҙән үҙе уҫал ҡатын яһай...

* * *

– Тәүбә, әстәғәфируллаһ! Әллә һаман йоҡлап ята инде, Хоҙайым! Арт һыныңды ҡояш ашағансы ятмаһаң! Көтә икәнһегеҙ былай булғас донъяны!
Күҙемде асмаҫ элек үк өй тултырып яңғыраған зәһәр тауыштың кемдеке икәнен танығайным инде – күрше Миңлегөл әбей. Артыҡ аралашып бармаһаҡ та, был тауыш көнөнә бер нисә тапҡыр урамды яңғыратып ала: әле береһен, әле икенсеһен әрләп кенә тора. Сират миңә, яңы төшкән киленгә лә, килеп етте бына. Иртәнге һөттө эш иткәс, бер аҙ серем итергә тип ятып торғайным, сәғәттән ашыу ваҡыт үткән икән. Һикереп торҙом да, сәсемде йыйырға тотондом.
– Һаумыһығыҙ! Әйҙәгеҙ, үтеп ултырығыҙ.
– Һаумыһың. Килен кеше һин булаһыңдыр, моғайын. Күрше-күлән менән таныштырыр ҡәйнәң юҡ, мәйтәм, үҙем инеп танышайым әле. Нәүилә мәрхүмә менән ғүмер буйы аралашып йәшәнек, иҫән булһа, Әнүренең өйләнеүенә эй шатланыр ине инде. Йәл, был матур көндө күрә алманы. Уныһы ла инде, 40-ты уҙғансы йөрөнө кәкүк кеүек яңғыҙ ҡаңғырып! Миңлегөл инәйең булам мин.
– Ғәлимә... Әйҙәгеҙ, аласыҡҡа сы­ғып, сәй эсеп алайыҡ.
– И-и, рәхмәт яуғыры, рәт-сират беләһең икән әле! Тик бөгөнгә ултырып тормайым. Үҙеңде иртәнгелеккә сәйгә саҡырырға индем. Урамыбыҙ бәләкәй булһа ла, бик татыу йәшәйбеҙ. Башҡа килендәр менән таныштырайым әле, тим, үҙеңде. Сәғәт 12-нән дә ҡалмай ин, йәме! – Миңлегөл әбей гөрөлдәк тауышы менән хәбәрен теҙҙе лә, сығыу яғына ыңғайланы.
интернет аша танышып, бер аҙ осрашып йөрөгәндән һуң, аҙна элек кенә Әнүр менән бергә йәшәй башларға хәл иттек. Йәштең байтаҡ булыуын һәм саҡырырлыҡ туған-тыумасаның әҙ булыуын иҫәптә тотоп, туй, никах табыны ҡороп торманыҡ. Район үҙәгендәге мәсеттә никах уҡыттыҡ та, минең мөлкәтте уның машинаһына тейәп алып килеп, йәшәнек тә киттек. 40 йәшкә тиклем яңғыҙ йәшәп өйрәнгән ике кешегә кинәт кенә тормош рәүешен үҙгәртеү ҡыйын икән: бер аҙна бер айҙай оҙаҡ тойолдо. Ирем ҡыҙыу ураҡ ваҡы­тында ҡырҙан ҡайтып килмәй, ә мин йортта яңғыҙым толҡа таба алмай ыҙаланам. Арып ҡайтҡан Әнүр йыуынып, ашап ала ла, башы мендәргә терәлеү менән әүен баҙарына сума. Парлашып сәй эсеп ултырырға, йорт эштәрен башҡарырға хыялланған миңә бындай тормош бик оҡшап бөтмәй ине. “Барыһын да үҙеңсә итеп ал, хәҙер бында һин хужабикә”, – Әнүр шулай үҙенсә ирек бирҙе лә ҡотолдо. Тик быға тиклем ҡыҫылышым булмаған донъяны үҙемсә көтөп китеүе лә ситен: эште нимәнән башларға белмәй аптыранам. Ни кәңәш һорар яҡын кешем дә, танышым да юҡ был ауылда. Шуға күрә күршелә йәшәүсе Миңлегөл әбейҙең саҡырыуын ҡабул итеп, ҡунаҡҡа барып ҡайтырға булдым. Дөрөҫөн әйткәндә, баш тартырға ла ҡурҡтым: пыр туҙҙырып әрләп китер.
Әнүр ҙә шатланып ҡуйҙы:
– Уҫал булһа ла, һәйбәт ул беҙҙең күрше инәй. Минән бер йәшкә оло малайы бар ине, йәшләй генә мәрхүм булды. Шуның менән эш боҙоп, арҡа буйҙарын аҙ һыҙырманы Миңлегөл әбей. Атайҙан да ул тиклем ҡурҡ­мағанмындыр әле. Әсәй үлгәс, мине ҡарауыллап тигәндәй торҙо ул, юлдан яҙырға ирек бирмәне. Эсергә яратҡан әҙәмдәр урамда күренеү менән, тетмәләрен тетеп ебәрә ине. Рәх­мәттән башҡа һүҙем юҡ. Саҡырғас, мотлаҡ бар, аҙағынан һауыт-һаба йыуышып, ярҙам итеп ҡайт, яңғыҙ әбейгә мәшәҡәте күп булыр әтеү...
Күрше әбейҙең ябай ғына, әммә телеңде йоторлоҡ ризыҡтарҙан әҙерләнгән табыны күңелле үтте. “Ошолай күңелле ваҡиғаларға йыйылыу үҙе бер ғүмер бит ул! Урамы­быҙҙың йәмен арттырып, килен төштө бит бына, Аллаға шөкөр. Беҙ ҡартаябыҙ, ә һеҙ – беҙгә алмашҡа килгән быуын. Артабан да ошолай аралашып, бер булып йәшәгеҙ. Ғүмер һә тигәнсе үтә лә китә ул. Беҙ ҙә шулай бер-бер артлы килен булып төшөп, татыу ғына йәшәп ята инек, һигеҙ бисәнән бер үҙем торҙом да ҡалдым. Иҫән саҡтың ҡәҙерен белегеҙ, ғүмерегеҙҙе әрләшеп, кенә ҡыуып, асыу һаҡлап әрәмгә үткәрмәгеҙ...” – инәй үҙенең теләктәрен дә еткерергә онотманы. Һәр кем уны ихтирам менән, бүлдермәй генә тыңланы. Ә бит өҫтәл артында ултырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһен әрләүен үҙ ҡолағым менән ишеттем, үҙ күҙҙәрем менән күрҙем дә баһа. Һин дә мин ултыралар, әйтерһең дә, тауыш күтә­реүҙәр бөтөнләй булмаған.
Ашҡа хуш иткәс, мин һауыт-һаба йыуырға тотондом. Башҡалар: “Йәш килен булғанда беҙ йүгермәбеҙ инде”, – тип көлөшә-көлөшә (сөнки күбеһе йәш буйынса минән кесерәктәр) ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Эште тамамлап, иҙәнде һепереп сығарыуға, Миңлегөл инәй тағы ла самауырын яңыртты.
– Әйҙә, балам, аулаҡлап ҡына тағы берәр сынаяҡ сәй эсеп алайыҡ. Әйтә торған һүҙем дә бар. Әрләй, өйрәтә, тип миңә асыуланма. Тормош гел генә ал да гөл булмай ул. Кемдер – һөйөп, кемдер һуғып әйтер, тиҙәр. Минән артыҡ маҡтау сыҡмаҫ инде, ә бына тормоштоң әсе-сөсөһөн күп татыған кеше булараҡ, тауыш та, тел дә зәһәр минең. Яманлыҡ теләүҙән түгел, киреһенсә, йәштәр матур йәшәһен, лайыҡлы тормош көтһөн, тип тырышыуым. Алдан уҡ әйтеп ҡуяйым, Әнүр бик һәйбәт, эшсән, донъя көтөүгә әүәҫ ир. Әсәһе вафатына йыл булып килә, бер бөртөк малын кәметмәне, аҙып-туҙып йөрөмәне. Тик бына ҡаты һүҙе булмаған, ел ыңғайына йөрөрлөк бигерәк баҫалҡы. Йәшәйем тиһәң, дилбегәне үҙеңә алырға тура килер. Алмайһың икән, тормош арбағыҙ алға ла бармаҫ, артҡа ла сикмәҫ. Шуға, килен балаҡай, мәлендә харак­те­рыңды нығыт. Бөгөн яҡшы ирҙәр дефицит тауарға тиң. Минустар һәр кемдә лә етерлек, 40 йәшкә тиклем өйләнмәгән ирҙең барыбер бер дефекты була. Йә ауырыу, йә эскесе, йә ялҡау, бик булмаһа мәүеш. Шөкөр, Әнүр сәләмәт, эсеүҙе өнәмәгән, егәрле ир. Уның кеүек яҡшы ирҙе тағы ла табыуың икеле. Ә бына мәүешлеген үҙеңдең уҫаллыҡ менән ҡаплап ала­һың инде. Фәрештә кеүек ҡыҙҙарҙан яҙмыш үҙе уҫал ҡатындар яһай шул...
Мин өндәшмәй генә сынаяҡтағы сәйемде эстем, үҙем инәйҙең һөйлә­гәндәрен киноэкрандағы кеүек күҙ алдынан үткәрергә тырыштым...
– ...Мин дә иркәләнеп кенә үҫкән, ябай ауыл ҡыҙы булдым. Тик 17 йә­шем тулғанда әсәйем ауырып китте. Ситкә китергә, уҡырға барырға тигән һүҙ ҙә булманы, сөнки әсәйемде ҡа­рарға, уға иптәш булып бергә йәшәргә кәрәк ине. Мәктәпкә иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаштым да, ауылда ҡалдым. Ә бына бер туған ҡустым мәктәпте тамамлағас, ауыл хужалығы техникумына уҡырға инде, әрме хеҙмәтен үтеп ҡайтты. Әсәйемде 15 йыл ҡараным, уның һуңғы дүрт йылында ул урын өҫтөндә ятты. Вафатынан һуң бер ай тирәһе ваҡыт үткәс, Азамат ҡустым һүҙ башланы: “Апай, минең осрашып йөрөгән ҡыҙым бар. Былтыр уҡ өйләнешергә һүҙ ҡу­йышҡайныҡ. Ҡасан никах уҡытырға мөмкин булыр икән? Бер йыл күп кеүек, ә 2 – 3 айҙан булһа, кеше һүҙе булырмы?”
Өйләнеүҙән кире уйлар, тип ике айҙан туй үткәрергә һөйләштек. Шул мәлдә түбән остағы бер ҡатындың тормошон иҫләнем. Ул шулай ғүмер буйы ауырыу әсәһен ҡарап, яңғыҙ ҡалды. Ә әсәләре үлгәс, бер туғандары төп йорт өсөн тауыш ҡуптарҙы. 50 йәшлек ҡатын урамда тороп ҡал­ғайны. Ярай, колхоз ваҡытлыса ғына булһа ла, йорт биреп торҙо. Шул иҫемә төштө лә, күңел тыныслығын юғалт­тым.  Ауылдаштар араһында йөҙҙө йыртып, талашып, әсәйҙең намыҫына тап төшөргө килмәне. Ә ҡустымдың, килендең ни уйлағанын белеп булмай. Берәй көн парлашып ҡайтып, ишеккә төртөп күрһәтһәләр, ҡайҙа барып баш һалырға белмәй йөрөлөр. Шуға күрә, оҙаҡ уйланғандан һуң, үҙемә лә пар табып, ғаилә ҡорорға ниәт иттем.
Әмәлгә ҡалғандай, мәктәптән ми­нең ҡайғымды белеп-күргәнгәлер, шифаханаға юллама менән бүләк­ләнеләр. Шунда ирем Зариф менән таныштыҡ. Ул үпкәһенә һыуыҡ тей­ҙереп, дауаланғандан һуң һаулығын нығытырға килгәйне. Ҡайһы яҡтан икәнебеҙҙе белештек тә, һәр кем үҙ юлы менән китте. Икенсе, өсөнсө көндәрҙә лә тап булыштыҡ. 
Шифахананан ҡайтып аҙна ла үтмәне, яусы эйәртеп Зариф беҙҙең өйгә килеп инде. Аптырап ҡалдым, нимә тип әйтергә лә белмәнем. Уйларға бер аҙна ваҡыт биреп ҡайтып киттеләр. Ҡустымдың шатланыуын күреп, ризалыҡ бирергә булдым. Бирнә һандығымды барланым, ҡунаҡтар килеүгә табын әҙерләүҙе лә үҙем атҡарып сығарҙым. 

Белмәй-күрмәй тигәндәй ошо ауылға килен булып төштөм. Хоҙайым, төп йортто күреп, артыма ултыра төшә яҙҙым. 40 йыл элек хәҙерге муллыҡ, бөтөнлөк юҡ ине әле. Ә бына Зарифтарҙың өйө ул ваҡыт менән сағыштырғанда ла иҫ китерлек ине: мунсанан саҡ ҡына ҙурыраҡ йортта ҡайны-ҡәйнәм дүрт бала менән йәшәп ята. Ҡоймалар ҡыйшайған, йәйге аласыҡ та юҡ. Баҡса менән ихатала үҫкән сүп үләндәре минең буйлы булып киткән. Ата ялҡау һәм бошмаҫ кешеләр менән йәшәйәсәгемде аңлап алғайным инде. Икенсе көндө үк салғы менән сүп үләндәрен сабып ташланым. Тышта сентябрь, ә утын әҙерләргә уйлаған кеше юҡ. Икмәк һалырға кәрәк булһа, ҡәйнәм туғайға төшөп кенә ҡоро-һары йыйып, мейескә яға. Ашап торғас, һауыт-һаба йыуыуҙы белмәйҙәр. Төшкө аш алдынан иртәнсәк эскән сынаяҡтар сайылып, таҫтамал менән һөртөлә лә, ҡабат сәй яһала. Ә минең әсәй талапсан булды, һәр эште ваҡытында атҡарып өйрәнгәнбеҙ. Ярты ҡыш буйы мин әкиәттәге Көлһылыу кеүек йыуыу-йышыуҙан бушаманым, тик өйҙә барыбер тәртип булманы. Ниндәй ғаиләгә эләккәнемде белеү менән кире ҡайтыр инем инде, тик барыр урыным юҡ. Ул заманда ирҙән айырылыу ҙа мәсхәрәгә тиң ине бит. Нимә эшләргә белмәй йөрөгәндә, ҡарт ҡәйнәм мәрхүмә булып ҡуйҙы. Зариф менән беҙҙе уның йортона башҡа сығарҙылар.
Исеме генә йорт инде – өс терәүҙә торған, соланы ла булмаған бер бүлмә. Йөрөргә бәҙрәфе лә юҡ, тәүге осорҙа таҡтанан ғына әтмәләнгән тауыҡ ояһында хәжәтебеҙҙе үтәнек. Ер ҡарҙан әрселеү менән бәҙрәф өсөн үҙем соҡор ҡаҙа башланым, сөнки ир тигәнем ҡуҙғалырға уйламай. Тәүге ике көн иланым, аҙаҡ инде күҙ йәше түгеү файҙаһыҙ икәнен аңлап, туҡтаным. Йән асыуы менән туңы ла иреп бөтмәгән бысраҡ ерҙе ҡаҙып маташам. Көрәк ҡаҡлығып-ҡаҡлығып китә. “Нимә эшләргә? Ярай, соҡор ҡаҙыным да ти, ярты метр булһа ла. Ә бәҙрәфте эшләргә ҡулымдан килмәй бит! Мал тотам тиһәң, бесән сабырға кәрәк. Йорт кәрәк – бер нисә йылдан терәүе һынып төшәсәк. Баҡса сәсәм  тиһәң, тирә-яҡты кәртәләргә кәрәк. Утын кәрәк, мунса һалыр кәрәк... Донъя тик “кәрәк”тән генә тора, шул кәрәкте эшләгән оҫта ҡуллы, эшсән ир ҙә кәрәк бит!” – уйлайым да, тағы асыуым ҡабара. Ә Зариф фермаға эшкә тип сығып китә лә, эңер төшкәс кенә ҡайтып инә. Өйҙә эшләмәҫ өсөн мал өйөндә үҙе кеүек ялҡау ир-ат менән кәрт һуғып, домино уйнап ултырғанын белгәйнем инде. Ә мин клуб иҙәнен йыуырға урынлашҡайным, ике сәғәттә эшем бөтә лә, өйгә ҡайтам.
Беҙҙең өйҙә атай-әсәйгә ҡаршы әйтеү тигән нәмә булманы. Мәктәптә эшләгәндә лә һүҙгә килешеп, әрләшеп йөрөмәнек. Шуға күрә мин кейәүгә сыҡҡанса тауыш күтәреп әрләшеү түгел, һүҙгә килешкәнем дә булманы. Тик артабан әҙәмсә донъя көтәм, Зарифтан алтын ҡуллы ир яһап алам тиһәм, үҙемә аждаһалай уҫал булырға кәрәклеген аңлағайным инде. Етмәһә, дүрт айлыҡ ауырым да бар, баланы ҡойолоп торған донъяла, ата ялҡау итеп тә үҫтерге килмәй. Шулай итеп, дилбегәне үҙ ҡулыма алырға булдым.
Бәҙрәф эшләргә, тип бер нисә көн әйт­тем дә, ирем ҡолаҡ һалырға уйламағас, дуҫ-иштәре алдында йөҙөн йыртырға тура килде. Кәрт уйнауҙарының ҡыҙған мәлендә мал өйөнә барып индем дә, булған тауышыма сәрелдәргә тотондом:
– Донъя көтөргә ҡулыңдан килмәгәс, нимә тип өйләнеп, мине емерек донъяңа алып ҡайтып ултырттың ул?! Ҡулың кәрт менән ҡалаҡтан башҡа әйбер тоторға эшкинмәйме әллә? Тауыҡ ояһы һинең кәкәйең менән тулып бара бит инде, оҙаҡламай ишек алдына сығып ул­тырмаҡсы булаһыңмы әллә? Үҙең эш­ләмәүең етмәгән, башҡа ирҙәрҙе уйынға әүрәтеп ултыраһыңмы? Ике көн ваҡыт, йә бәҙрәф эшләп ултыртаһың, йә баш­ҡаса ярау итә алмаҫлыҡ итеп, көрәк менән бот араңды сапҡыслайым!
Бындай ҡылыҡты көтмәгән Зариф һикереп торҙо. Тәүҙә ҡаршы әйтеп маташты, шикелле, тик мин шул тиклем ярһығайным, һүҙ ҡыҫтырырға ла ирек бирмәй үҙемдекен ҡысҡырҙым. Ахыры, ҡулындағы кәртен ташлап, ҡайтыр яҡҡа йүнәлде. Нимә-нимә, уның ғәрселлеге бар ине. Шул көндән һуң бер аҙ донъя төҙөкләндереүгә көс түгә башланы. Тик ваҡыты-ваҡыты менән шулай “сыбырт­ҡылап” алырға кәрәк ине. Уға үпкәләрлек тә түгел: 35 йәшкә тиклем эш эшләргә уйы ла булмаған ата-әсәй менән йәшәгән бит. Ялҡау нәҫелдән булғанын белгәнгә яҡын-тирәнән кәләш тапмай, мине һората килгәндер инде. 
Тора-бара иремде генә түгел, ике ҡәйнешемде лә, бикәсемде лә бер аҙ “тәрбиәләп” алдым әле. Өй һала баш­лағас, урмандан ағас яҙҙырып алдыҡ. Зарифҡа эшләшергә кеше юҡ, ул ваҡытта мин икенсегә ауырлымын. минең “уҫал­бикә” тигән дан таралһа ла, ҡайныма ла, ҡәйнештәргә лә телем тейгәне юҡ ине әле. Яҙҙан эшкә тотонор өсөн, ҡар ятҡансы бураны өлгөртөргә кәрәк. Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡан ике ҡәйнеш, хаҡлы ялға ла сыҡмаған ҡайным өйҙә ята, ә беҙ урманға барырға кеше тапмайбыҙ. Икеләнеп, уйланып ултырҙым да, киттем төп йортҡа.
– Рәхәтләнеп эшләп, көс түгеп тә йәшәмәгәс, нимә тип ауылда ятаһығыҙ ул ризыҡ әрәм итеп? Әҙәмдән оят һуйыл­дай ике ирҙең ата-әсәһен ҡарауыллап, шыр­пы ҡабындай өйҙә йәшәп ятыуы. Шул ялҡаулығығыҙ менән бисә ҡосағы күрмәй гүргә инәһегеҙ бит оҙаҡламай! Әйҙәгеҙ, ағайығыҙға ярҙам итергә. Тәүҙә беҙгә өй эшләйбеҙ ҙә, аҙаҡ һеҙгә тотонабыҙ. Етте әҙәм көлдөрөп, меҫкен булып йәшәп ятырға!
Миңә дошманға ҡараған кеүек йө­рөһәләр ҙә, килделәр, ярҙам иттеләр. Алты йылда үҙебеҙгә лә, ҡайнымдарға ла йорт бөтөрҙөк. Бикәсемде үҙем менән эйәртеп йөрөп тигәндәй иҙән, кер йы­уырға өйрәтеп алдым. Бала саҡтан эшкә өйрәтеүсе булмағас, иремдең әллә ни оҫталығы булманы. Шуға ла улдарымды күрше-тирә малайҙар нимәлер эшләһә, ярҙамға ебәрә торғайным. Аталары өйрәткәндә күрһендәр, эшкә өйрән­һендәр, тип. Ә ҡыҙым хәс тә минең йәш саҡ: өнө-тыны юҡ. Ярай, кейәүем һәйбәт, эшкә шәп булды, минең кеүек ул да яһил бисәгә әйләнер ине.
Бына шулай, килен, яҙмыш минән үҙе уҫал бисә яһаны. Кесе ҡәйнешем өйлә­нергә уйлағас, йөрөгән ҡыҙына Зариф менән икәү һөйләшергә барҙыҡ. Ҡыҫыл­маҫ инем – эш боҙа һалғандар икән. Ҡоҙа була торған кеше: “Беҙҙең ҡыҙ һинең ке­үек ултырып ҡалған түгел әле, бирмәйбеҙ. Затһыҙ, атһыҙ, тигәндәй ырыу менән туғанлашып ни. Етмәһә, үҙең уҫалһың, килендәштәреңде талап бер булырһың әле...” – тип ҡаршы төшмәксе булды.
– Ултырып ҡалһам да, артымдан даным килмәне. 33 йәштә кейәүгә сыҡтым, ҡорған донъям һеҙҙекенән кәм түгел. Ҡыҙың миңә оҡшаһа, ҡәйнешем дә бына тигән ир булыр. Миндәй килендәш эләкһә лә йәшәр! Ә бына аҙаҡ ҡыҙыңдың һүҙе сыҡһа йәки ғүмергә яңғыҙ ҡалһа, үкенерһең, һуң булыр! Тик ул саҡта мин ҡыуған ишекте ҡабат ҡағып йөрөмәйәсәкмен.
Ризалаштылар. Ошо көнгә тиклем, эш боҙһа, ҡәйнешемде лә барып “тәрбиәләп” китәм. Кеше ышандырып, килендәшемде йәшәр тинем бит. Дөрөҫөн әйткәндә, аңларлыҡ кешеләрҙе генә әрләйем мин. Аңра кешегә тел, ваҡыт әрәм итеп тә тормайым. Ана, күк күлдәктә ултырҙы бит Зилә килен, бер генә әйттем дә, башҡаса тел әрәм итә торғаным юҡ. Ире тапҡан аҡсаны ла тота белмәй, малын да ишәйтә алмай. Ашарға бешерергә иренеп, магазиндан көн һайын икмәк, билмән менән колбаса ташый. Ә ир бит көс түгеп эшләй, уға әҙәмсә умыра тешләп ашарға, тәрбиә күрергә кәрәк. Әйткәнде аңламай. Үҙе ҡайҙалыр эшләп йөрөһә, ваҡыты етмәй, арый, тиер инем. Көнө буйы телевизор ҡарап, телефонда соҡоноп ултыра, баҡсаһында үҫкән алманан варенье ла ҡайнатмай. Асыуымды ҡабартып, табыныма саҡырып та тормаҫ инем бөгөн, урамыбыҙ татыу булһын, бергә аралашып йәшәйек, тип тырышам. Бәлки, һеҙҙең нисек донъя көткәнегеҙҙе ҡарап, уйланыр. Икенсенән, мул ғына итеп ире Әмиргә күстәнәс һалдым әле, исмаһам, ҡамыр ашы, ит менән бер туйғансы тамаҡ ялғар. 
Үҙемдең оло килен дә әйткәнде ала торған кеше булманы. Малайым аварияға осрап һәләк булды бит. Күҙ теймәһен, балаларым лайыҡлы йәшәне, уҡыуға ла, эшкә лә шәп булдылар. Бына олоһо ла йәне теләгәнгә өйләнде, ҡаршы төшмә­нем. Киленебеҙ бик һауалы кеше ине. Бер генә тапҡыр, ейәнемә дүрт йәш саҡта әрләнем. Ашағыһы килмәгән балаһына, инәлә-инәлә, әллә нәмәләр вәғәҙә итеп бутҡа ашатып маташа. “Тышҡа сығар ҙа уйнат, йүгерт. Саф һауала сабып йөрөп асыҡһа, әллә нимәләреңде ашар...” – тип әйтеүемде яратмай, кешеләргә әллә күпме ғәйбәтемде таратты. Имеш, мин уны һыйҙырмайым, килгәнен яратмайым. Минән үс алам тип, баланы беҙгә ҡаршы ҡотортто. Үҙ башына ҡоторҙо шулай. Ана, хәҙер шул малайға баш була алмай, тапҡан-таянғанын шуға түгә. Йә машина кәрәк уға, йә затлы кейем. Ни атаһы юҡ ҡатыраҡ тоторға. Хәҙер бик теләп минән тәрбиәләткеһе килә лә бит килендең, эш үткән: теге йыбытҡы мине лә, уны ла һанға һуҡмай. Ә башҡа ейәндәр менән ейәнсәрем минән шөрләп кенә тора ул. Ана, мейес буйындағы таяҡты күрәһеңме? Эш боҙғандарын ишетһәм, шуның менән һыҙыра торғайным. Яҡшы уҡынылар, эсмәй-тартмайҙар, бер ваҡытта ла ата-әсәһенән булмаҫтайҙы талап итмәйҙәр. 
Дүрт йыл элек бер ейәнем, йөрөгән ҡыҙым ташланы, тип илап ултыра. Депрессия, имеш. “Ә-ә-ә, мәйтәм, ошолайтып илап ултырырлыҡ ебегән малай булғанға ташлаған да инде һине. Ошо ҡайғыға ла бирешерлек кеше булғасың, артабан нисек йәшәргә уйлайһың? Бар армияға, исмаһам, ир булып, йәшәү ҡәҙерен белеп ҡайтырһың!” – тип әйтеүем етте. Барып хеҙмәт итеп ҡайтты, бер йылға контракт менән ҡалды  ишеү. Хәҙер ни, ҡыҙҙар өйөрө менән артынан ҡалмай эйәреп йөрөй. Ит ҡунып, мускулдары үҫеп, егет ҡиәфәте инде бит үҙенә. Әтеү йөрөй ине, саңғы таяғылай сира­ғына һылашҡан ыштан кейеп.
Ата-а-а-аҡ, Ғәлимә килен, кис етеп килә бит! Хәбәргә әүрәп, ултырабыҙ донъяны онотоп. Рәхмәт ярҙамыңа, тик минең эш тә, һүҙ ҙә бөтмәҫ ул. Ҡайта һал, үҙ донъяңды ҡара! – Миңлегөл әбей тә­ҙ­рәгә күҙ һалды ла, урынынан йәһәтләп тора башланы. – Ишетһен ҡолағың: иргә барыу ғына еңел ул, донъя көтөүе ай-һай-һа-ай, ауыр. Кинола ғына бисәләр ирҙә­ренә иркәләнеп, көйәҙ ханым булып йә­шәй. Шуны ҡарай ҙа, беҙҙең ҡатындар ирҙәренән булмаҫтайҙы талап итеп йәшәй. Ә тормошта барыһы ла ябай ғына: кәрәк урында өндәшмәй ҡалыуың хуп булһа ла, кәрәк урында ирҙән дә уҫал булыу кәрәк.
Күрше әбей биргән күстәнәсте ҡулыма алып, аҡылды күңелгә һалып, ҡайтыу яғына ыңғайланым.

         Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: