Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
11 Ноябрь 2023, 07:00

Нисек тә йәшәргә кәрәк...

* * *

– Сығып кит! Олаҡ! Күҙемә күренмә! Эҙең бында булмаһын! – Ғәлимә* тәртешкә менән һелтәнеп, өҫтөнә менеп килгәс, Тәлғәт ни эшләргә белмәй артҡа сигенде. Бергә илле йылдан ашыу ғүмер иткән әбейенә ҡаршы һуғыша алмай ҙа инде ул, аптырағас, өйҙән сыҡты. Ҡапҡа эсендә тегене-быны эшләгән булып йөрөнө. 
Әбейе оҙаҡ ҡына шарылданы. Ерле-юҡтан ул шулай тауыш күтәрә, Тәлғәт быға өйрәнеп  бөткән. Бөгөн дә, пенсия аҡсаһы килгәс, машинаға запас частар алырға, ОСАГО-ны ла тиҙҙән яңыр­тырға кәрәк, тип һүҙ сығарғайны, Ғәлимә «гөлт» итеп ҡабынды ла китте:
– Үткән айҙа ла әллә нимәһен алыштырам, тигән булып, ике мең һум аҡса алғайның, был айҙа тағы ла һорайһың! Ниндәй бөтмәҫ запас частәр кәрәк ул машинаңа?!
– Һуң, үткән айҙа бензинға тотондом, ҡайышын, майын алыштырҙым, әле шарнирҙарын алмаштырырға кәрәк, – тип аҡланырға тотондо бабай.  
– Йүнле ир булһаң, минән аҡса һорап ултырмаҫ инең, сығыр ҙа үҙең аҡса эшләр инең, – тип башлап киткән әбейе тора-бара Тәлғәттең «йүнһеҙ» ата-әсәһенә лә, «алама» туғандарына ла өлөш сығарҙы. Һәм өйҙән ҡыуҙы.
Өйләнешкәндән алып ул эш хаҡын тиненә тиклем Ғәлимәгә биреп, һуңынан кәрәк-яраҡҡа гелән инәлеп һорай. Йәш сағында эшләһә – эшләгән, эшләмәһә, ирем аҡсаны һәйбәт ала, тип өйҙә ятҡан Ғәлимәнең пенсияһы бәләкәй генә, ә Тәлғәттең, заманында фотоһы Почет таҡтаһынан төшмәгән алдынғы эшсенең, пенсияһы ла мул ғына. Ләкин пенсияһының суммаһын почтальон килтергән документҡа ҡул ҡуйғанда ғына күрә. Әбейе аҡсаны алыу менән үк йәшерә лә, һәр һумды сырайын һытып, кәйефе боҙолоп, ҡырҡ һүҙгә етеп, саҡ һығып бирә. Әүәлерәк, пенсияға сыҡҡан мәлдәрәк, Тәлғәт, әбейгә йөҙ һыуын түккәнсе, тип кешеләрҙең ваҡ-төйәк йомоштарын йомошлап, үҙенә етерлек аҡса эшләне. «Үҙенә» тип ни, әлеге лә баяғы машинаға. Ғәлимә аҡырып-баҡырып, автомобилгә бер тин аҡса бүлгеһе килмәһә лә, машинала ҡупайып ултырып йөрөргә ярата. Бөтә яратҡаны шул ғына әбейенең. «Яратмайым», «күрә алмайым», «оҡшамай» тигән һүҙҙәрҙе тыңҡыслай ул ғәҙәттә һәр һөйләменә. Тәлғәтте лә яратмағанын өйлә­неш­кәндән һуң бер ай үткәс белдерҙе.
– Яратмағас, ниңә йәбешеп сыҡтың һуң һин миңә? – тип шаҡ ҡатҡайны Тәлғәт.
– Иҫәр булғанға!..
Тәлғәт – тыныс тәбиғәтле, эшһөйәр ауыл егете, кәләшенең саф ҡыҙ түгеллеген белеп алды. Декабрҙә армиянан ҡайтып төшөп, дәртләнеп, бүреген ҡырын һалып, шинелен һалдат ҡайышы менән һыҡтыра тартып, тансыға сыҡҡайны. Шунда тулы ғына кәүҙәле, оҙон толомло Ғәлимә үҙе уны бейергә төшөрҙө. Һуңынан оҙонсәсте өйөнә ҡәҙәр оҙата барғас, ҡыҙ: «Бөгөн мунса яҡҡайныҡ, әле һыуып өлгөр­мәгәндер», – тип егетте ҡара мунса эсенә әйҙәне. Ҡабалан-ҡарһалан йылы мунсаларында яратыштылар. «Хәҙер һин мине ташларһың инде», – тип илаған ҡыҙҙы тынысландырып, Тәлғәт: «Юҡ, нишләп ташлайым, ти. Ташламайым», – тине. «Вәғәҙәме?!» – тип һораны Ғәлимә. «Вәғәҙә», – тине егет. Башы әйләнгәйне уның. Тәүге тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙың һөйөүен татығанға үтә бәхетле ине. Шуға ла ихластан ҡыҙға ғашиҡ булып, яусылар ебәрҙе. Ҙурҙан ҡупмаһалар ҙа, күркәм генә итеп туй үткәрҙеләр. Ул көндәрҙә ҡыуанысы эсенә һыймаған егет атлап түгел, осоп йөрөнө. Тик туйҙың икенсе көнөнә үк Ғәлимә һыртын ҡабартып, артын ҡуйып ятты: «Тәмле нәмә күп булмай и вапщы ҡаңғыртма, йонсоттоң!» Шунан алып, кәләшенең гел ыңғайына ғына һыпырырға күнекте, шикелле, ул. Бер айҙан Ғәлимә: «Ниңә һин миңә инеп бараһың ул, яратмайым бит мин һине!» – тип этеп ебәргәс, иҫәр булғанға һиңә кейәүгә сыҡтым, үкенеп бөтә алмайым, тигәненә шаҡ ҡатып йөрөнө-йөрөнө лә, алты айлыҡ ҡына булып тыуған ҡыҙ балаға әүрәне. Аҙаҡ тағы бер сабый күңелен имләне. Башҡа бала тапманы Ғәлимә. Һирәк-һаяҡ ирен үҙенә яҡын­латҡандан һуң йөккә ҡалған осраҡта, артыҡ тамаҡ яуы нимәгә ул, тип ауырын алдыртып торҙо.
Тәлғәт ғүмер буйы ҡырыҫ, психикаһы тотороҡһоҙ Ғәлимәһенең күңелен яуларға маташты, ләкин ҡатыны яҡты йөҙ күрһәтмәне, ирен бер нисек тә ярата алманы.     
 ...Көн кискә ауышты. Һалҡынайтты. Күлдәксән генә тышҡа сыҡҡан бабай өшөп, инде моғайын да тыныс­ланғандыр, тип өйгә инергә булды. Әммә соланға ла инә алманы – ишек эстән бикләнгәйне. Тәлғәт ишекте ҡат-ҡат тартып, дөбөрҙәтте:
– Ғәлимә, ас ишекте!
– Машинаңда йоҡла! 
– Ас, тим! Хәҙер атыу ишекте емерәм!
– Емереп кенә ҡара, башыңды төр­мәлә серетәм!
Ишекте емереп инһә лә инер, уға бер ни ҙә булмаҫ ине, ләкин ғауғалап, күршеләрҙе көлдөрөргә батырсылығы етмәне бабайҙың. Бикле ишеккә типте лә, гаражға тәнтерәкләне. Бер тибеүҙән генә емерелеп-ҡойолоп төшөрлөк түгел шул ишек. Донъяһы ныҡлы уның. Ҡатыны уның өйҙә ултырғанын ярат­мағас, һәр ваҡыт ҡапҡа эсендә йөрөнө: туҡтауһыҙ йорт-ерен нығытты, рәт­ләне, баҡсала соҡондо, гаражда машинаһы менән булышты, ҡыштарын ҡар көрәне, яҡшы көндәр бер килмәһә бер килер, тип өмөтләнде. Тик ул көндәр һаманғаса юҡ та юҡ, әбейенең холҡо ғына йылдан-йыл аламаланды.
Һыуыҡ машинала ултырып та, артҡы урындығында бөгәрләнеп ятып та, йоҡларға маташып ҡараны, ас ҡарыны туҡтауһыҙ йылы аш талап итеп бығырланы. Бабай сыҙамай өлкән ҡыҙына шылтыратты:
– Әсәйең мине өйҙән ҡыуып сығарҙы, гаражда, машина эсендә ултырам.
– Һуң мин нишләйем, үҙегеҙ аң­ла­шығыҙ, – тип ҡырт киҫте уныһы. – Бәләкәй балалар кеүекһегеҙ, ысын... 
Өлкән ҡыҙы әрләп-әрләп, телефонды һүндерҙе. 
Шунан кесеһенең номерын йыйҙы. Биш-алты тапҡыр шылтыратҡандан һуң ғына трубкала ҡәнәғәтһеҙ тауыш ишетелде:
– Нимә булды? Ниңә шылтыратаһың бер туҡтауһыҙ?
Бабай үҙенең хәлен аңлатты.
– Эй, һеҙҙең шулай инде ул. Ғүмер баҡый эт менән бесәй кеүек йәшәй­һегеҙ, һеҙҙән бер тынғы юҡ! Бынан ары ҡаңғыртмағыҙ мине! Үҙемдең проблемалар баштан ашҡан!
Трубка ҡапыл һүнде. Атай, ҡайғырма, әлегә беҙгә килеп йәшәп тор, тигәнде ишетергә өмөтләнгәйне Тәлғәт. Те­ләгәнен ишетеү түгел, хатта тамсы ла йомшаҡлыҡ, хәленә инеү ишараты булмағас, йөрәге сәнсеп ауыртып, ирендәре дерелдәне. Һарғылт сәсле, һипкелле өлкән ҡыҙҙың уныҡы тү­геллеген аңлаһа ла, был турала һис ҡасан һүҙ сығарманы, ҡатынының йөҙөн йыртманы, ике балаға ла яҡшы атай булырға тырышты ул, ҡаҡманы-һуҡманы, хәленән килгәнсә ярҙам итте. Бер-бер артлы кейәүгә сыҡҡастары, береһенә күрше ауылда йорт һалышты, икенсеһенә фатир алырға үҙ исеменә кредит юллап бирҙе. Ләкин барыбер ҡыҙҙарҙың икеһе лә ҡаты уға. Әсә­лә­ренең Тәлғәткә ҡарата булған мөнә­сәбәте уларға ла йоҡҡан – атайҙарын эшкә һанамайҙар. Уның менән бө­төнләй иҫәпләшмәһәләр ҙә, аҡса, ярҙам талап итергә беләләр...
– Мине ҡәҙер итмәгән ҡатын менән йәшәп, үҙемдең ҡәҙерҙе үҙем ебәрҙем, – тип үҙ алдына көрһөнә бабай. – Йәш саҡта уҡ китергә кәрәк булған...
Икенсе көндө лә әбей бабайҙы өйгә индермәне.
– Исмаһам, пенсия аҡсаһын бир, – тип көйҙө Тәлғәт. 
– Бирмәйем! 
– Аҡсаһыҙ мин ҡайҙа барайым?!
– Теләһә нимә эшлә! Йүнле булһаң, күптән үлер инең. Ана, башҡаларҙың ирҙәре пенсияға сығып өлгөрмәй, үләләр ҙә китәләр, әбейҙәре уларҙың пенсияһына күсеп, типтереп йәшәй. Гадуктарыңдан бер һин йөрөйһөң һуйлайып!
Баҡтиһәң, әбейе уның үлемен көтөп йөрөй, имеш! Үҙенекенән байтаҡҡа күберәк булған Тәлғәттең пенсияһына ымһынып. 
– Һуң һин былай ҙа ике пенсияны ла үҙең тотонаһың, – ирҙең һарыуы ҡайнаны. – Исмаһам, ун мең һум бир!
– Шиш һиңә, ә ун мең һум түгел! – ҡатыны тағы тәртешкәгә тотондо...  
Ошо дыуамал аҡылһыҙ ҡатындың алама ҡылығына кемгә барып зар­ланырға, тип башына тотондо Тәлғәт. Полицияғамы? Арттарын асып кө­лөрҙәр, әбейеңә лә баш була алмаған ниндәй ир ул һин, тип. Социаль хеҙмәткәме? Өйһөҙ кеше түгелһең, пропискаң да бар, пенсияң да һәйбәт, һиңә ишшу ниндәй ярҙам кәрәк, тиерҙәр. Әбей пенсия аҡсаһын бирмәй, ас йөрөйөм, тиер ине, нисек уны дәлилләйһең? Пенсия ведомосында үҙенең ҡултамғаһы тора... Бальнисҡа барып ятыр ине, артыҡ һыҙлаған, ауыртҡан ере лә юҡ, хәйер, унда аҙна-ун көн тоторҙар ҙа, кире ҡайтарырҙар...   
Ауыр уйҙарына күмелеп, бер тин аҡсаһыҙ, астан-ас ҡайҙа барып терәлергә белмәй йөрөгән оло йәштәге бабай, былайтып ыҙалап көн иткәнсе, үлергә лә ҡуйырға, тип яҡты донъя менән иҫәп-хисапты ла өҙөргә булып киткәйне. Һуғыштан һуң яраларҙан ныҡ интегеп үлгән йәш атаһы менән ҡартайып вафат булған әсәһе төшөнә инде. Яулыҡ осо менән ауыҙын ҡап­лаған әсәһе Тәлғәттең сал башынан һыйпаны:
– Э-эй, балам, ҡаптың бит... һөй­мәгәнгә һөйкәлмәҫкә ине...
Атаһы бармаҡ янаны:
– Интиһарлыҡ** нәҫелдә юҡ... Ба­шыңа ла индермә, смәтри, малай!
 Ата-әсә йылыһын йәне менән тойған Тәлғәт төшөндә иланы...  
Таң менән, оят булһа ла, күршеһенән үтескә аҡса алып торҙо:
– Пенсия килгәс тә, кире ҡайта­рыр­мын.
Иң тәүҙә кафеға барып, тамаҡ ял­ғаны. Артабан почтаға юлланды. 
– Пенсияны үҙем килеп алам, өйгә алып бармағыҙ, – тип иҫкәртте. 
Ләкин пенсияға тиклем 25 көн ҡалғайны. Бабай ауыр һулап, маши­наһына инеп ултырҙы ла, зат-зәүерен барларға сығып китте:
– Бәлки, берәйһе ваҡытлыса йәшәргә индереп торор. Бер уйлаһаң, үҙ ҡыҙ­ҙарына кәрәкмәгәс, башҡа кешеләргә ни өмөт? Ә шулай ҙа өмөтһөҙ йәшәп булмай. Нисек тә йәшәргә кәрәк...  

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

*  Бөтә исем дә үҙгәртелде.
**  Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: