

Үкенгән саҡтары ла булды Рәфилдең. Армияла контракт менән ҡалһа, бер аҙ аҡса ла эшләй ине. Аҡсаһы булһа, ҡалаға урынлашып фатир һатып алыр ине. Ҡалманы бит, һағындырҙы, тине лә ҡайтты ла килде. Ауыл кешеһенең тыуған еренә бәйле булыуы билдәле. Ана, күрше Рамаҙандың ҡалала ҡартайған абзыһы йылға бер булһа ла ҡустыһына ҡайтмай ҡалмай. Ҡайтҡан һайын илап китә, тиҙәр. “Бәхетем булманы, егеттәр. Урам осона өй һалып, мал аҫрап донъя көтәһе урынға, ултырам хәҙер өй ҡарасҡыһы булып. Ҡарсыҡ бер бүлмәлә, мин – икенсе. Көнө буйы бер кәлимә һүҙ ҡатышмаған сағыбыҙ була. Эй, иҫемә төшә йәшлек хәтирәләре! Уртаҡлашыр, һөйләр кеше юҡ!”
Шуғалыр инде, түбән ос Сәғүрә инәйҙәргә барып әйләнә, Латиф бабайҙарға бара. Аҙна тирәһе тороп, күңеле булып ҡайтып китә. Әйлүк йылғаһы буйына төшөп, уйланып ултыра. Һыу ағышына, усаҡ ялҡынына текләп танһыҡ ҡанмай, тиҙәр бит, ысындыр. Шуныһы һәйбәт, мырҙаһының йәнен көйҙөрөп, эсеп ыҙаламай.
Рәфил армиянан ҡайтҡас та аграр техникумға уҡырға инде. Вахтовик булып эшкә ялланды. Ауыл хужалығына ла йөҙ борорҙар ул, тип өмөтләнә халыҡ. Бик булмаһа, фермерлыҡ менән булыр. Дөрөҫ, халыҡ фермерҙарҙы яратмай. Күрше ауылда бер мал үрсетеү менән булған ирҙең һарайына ут төрткәндәр ҙә ебәргәндәр, тигән хәбәр ишетелде. Рәфилдәрҙең ауылында ла эсе тар кешеләр бар бит инде ул. Күҙ күрер әле!
Улай гел ситкә өңшәйеп йәшәү эшме ни ул?! Башҡортостан етеш республика булған бит. Ауылдарыбыҙҙы үҙебеҙ тергеҙеп алмаһаҡ, ситтәр килеп эшләп бирһенме ни? Булыр ул, килеп тә инерҙәр, йөрөрһөң батрак булып. Юҡ инде, уныһы Рәфилдән булмаҫ. Әсәһе әйтмешләй, уларҙың нәҫел буҫтауы икенсе, боронғо, затлынан. Ерҙәренә үҙҙәре хужа булып көн иткәндәр. Яйға һалыныр ул ауыл тормошо ла, гел былай булмаҫ. Ситтә йөрөгәндәр ҙә тыпырлап ҡайтып инер. Ана бит, Рамаҙандың ағаһы яңы килеп ыуалана. Ер тарта шул ул, ер тарта!
Ҡарағайҙан әҙер бура һатып алды. Уға ҡыуанып бер булды. Килеп тороп еҫе тәмле, ярҙырған таҡтаһы ла мул. Тотон теләгәнеңсә рәхәтләнеп! Ауыл осонда үҙенә өй күтәрергә ниәт итә ул. Әсәһе, юҡ менән дә булыр икән кеше, үҙебеҙҙең өй бынамын тигән, тип торһа ла, шаяртыуға һабыштырҙы:
– Ә киленең уҫал булып ҡуйһа?
Йәйге көндәр ҡаймаҡ кеүек шул. Һауа уй етмәҫлек бейек, һулап туймаҫлыҡ татлы. Бесән ваҡыты үҙе генә лә ни тора! Атаһы сымыры кеше, техникаһы үҙенеке. Трактор менән сабып, кипкәнен тейәп алып ҡайтып һарай башына тултырып та ҡуйҙылар. Рәфилдең атаһын ауылдаштарының ҡайһы береһе яратып бөтмәй. Бисәләрҙең һөйләшкәнен ишеткәне бар. Ул ишетерлек итеп һөйләшәләр. Атаһынан шыртлауын шыртлайҙар, әлбиттә. Ауылдың кеме кем икәнен Рәфилдең атаһы энәһенән-ебенә хәтлем белә. Ошо ауыл кешеһе бит. Ауылдың главаһы булды. Ауылдарҙы үтә мәхрүмлеккә илтеп төкәткәс, эшенән сыҡты ла китте. Халыҡтан һүҙ ишетеп йөрөгөһө килмәне. Ҡайһы берәүҙәр кәңәш һорап өйҙәренә килеп йөрөнө, ә бәғзеләр үсәп бер булды:
– Әллә кем булып йөрөгән Әхмәтовтан да ҡалды түрәлек. Минең иремде, эсәһең, тип ферманан ҡыуҙыртҡан кеше шул булды бит!
– Бәй... Эсте лә инде ирең. Ферма өйөндә иҫәңгерәп аҙ ятманы инде. Әхмәтов районға алып барып кодировать итеп тә ҡараны. Ауыҙына баш булалмаған кешене ни...
– Аһа! Гонаһһыҙ булалар ҙа китәләр! Беләбеҙ, һеҙҙең дә кем икәнегеҙҙе! – элекке завферманың ҡатыны ҡырт боролоп китеп барҙы.
Йәй! Күңелле ваҡыт. Рәфил сессияла йөрөп ҡайтты. Ауылға ҡалала уҡып йөрөгән ҡыҙҙар каникулға ҡайтып төшкән, тигән һүҙҙәр йөрөй. Клубҡа сығырға булыр әле. Өй менән булып, клуб, ҡыҙҙар ҡайғыһы ла онотола яҙған.
Өйөнөң түбәһен ябып, иҙәне менән түшәмен түшәгәс, ысын өйгә оҡшап китте. Бер көн класташы Мансур менән электр уты үткәрҙеләр. Сәй ҡайнатып алды ла, печенье ҡушып эсергә генә йөрөһә, Мәрйәм еңгәһе тауышланып килеп инде:
– Әле һаумыһығыҙ! Байларса йәшәү күңеллеме? Абзый менән еңгә бары онотолманымы?
– Әйҙүк, еңгә, маҡтап йөрөйһөң. Сәйем ҡайнаған. Эх, йәл, торт алған булыр инем килереңде белһәм.
– Юҡсы, емеш ваҡытында торт ашап ултырырға ни! Еләк бәлеше һалдым. Өйөңдө ҡотлап, бәлешләп сәй эсәйек.
Өй эсенә йәм инеп киткәндәй булды. Мәрйәм еңгәһе – атаһының мырҙаһының кәләше. Рәфҡәт абзыһы күрше ауылдан төшөрөп алды. Ул саҡта Рәфилгә 12 йәш ине. Ике ауыл ҡоҙалар күңелле итеп туйлап, еренә еткереп йолаһын атҡарып гөр килде. Рәфилдең туйҙың эсендә йөрөүе тәүге тапҡыр ине. Үҫкәсерәк, эйе, үҙенән бер-ике йәшкә өлкәнерәк егеттәрҙең туйын да күрҙе. Ашығыс ҡына өйләнергә булып киткән класташының никахында шаһит булырға ла яҙҙы. Туйҙар кешене ныҡ тәьҫирләндерә, күҙҙе ҡыҙҙыра. Ниндәйҙер бығаса кисерелмәгән тойғоларға сумдыра.
Мәрйәм еңгәһе менән Рәфҡәт абзыһы, Рәфил араһында булған бер ваҡиға уның иҫенә йыш төшә. Ағаһы кәләш алғаны бирле Рәфил ҡартаталарына йышланы. Мәрйәм еңгәһе килеп тороп алсаҡ. Һөйләшә һалып бара. Уларҙың ғаиләһендә улай наҙлы тауышлы кеше юҡ. Атаһы менән ағаһы икеһе лә өндәшмәҫерәк. Әсәһе, киреһенсә, күп һүҙле. Ә Мәрйәм еңгәһе бөтөнләй икенсе төрлө. Яғымлы. Их, ағаһы өлгөр булмаһа, еңгәһе саҡ ҡына көтөңкөрәһә, ике лә уйламаҫ, үҙенә әйттерер ине. Бер шулай барып ингәнендә, Рәфилдең хәтерен ҡалдырырлыҡ һүҙ ысҡындырҙы абзыһы:
– Һин, Рәфил, еңгәңә үтә текәлеп ҡарайһың түгелме? Күҙ тейҙереп ҡуй тағы. Ә, бәлки, һиңә лә кәләш әйттерербеҙ? Күҙең төшкән ҡыҙың бармы? Әйт. Иртәгә үк яусы ебәрербеҙ! – Рәфил шартлар сиккә етте. Тамағына төйөр тығылды.
– Оялтмасәле ҡәйнеште! – тип һүҙгә ҡушылды еңгәһе. – Ул көн дә етер. Рәфилдең туйын да күрербеҙ.
Абзыһына хәтере ҡалды Рәфилдең. Бәхете – алдараҡ тыуған. Юғиһә Мәрйәм еңгә уға тәтер инеме ни? Тырышыр ине ул барыбер, үҙенә ҡаратыр ине. Төңөлдө. Абзыларына юлы һирәгәйҙе. Әсәһенең йомошо булғанда ғына барыр булды. Шулар иҫенә төшөп, йылмайып ҡуйҙы. Еңгәһе:
– Нишләп мут йылмайып ҡуйҙың? – тигәс, әйтә ҡуйҙы:
– Эй, еңгә, матурһың. Юҡҡа абзыйыма барғанһың, мин үҫә биргәнде көтһәң булмай инеме? – тип шаяртты.
– Абзыйың илдә берәү бит ул! Гармунда уйнай, ҡурай тарта. Илдә берәү! Һеҙҙең нәҫел, ҡәйнеш, ипле. Табабыҙ, һиңә лә матур ғына кәләште. Килендәш булып, ҡатнашып йәшәрбеҙ, Аллаһ бирһә. Ауылда ҡалып та һәйбәт иттең. Бергә-бергә иң ҡуйышып донъя көтөүгә етәме ни! Онотоп торам, мунса тоҡандырып киттем. Әсәйеңдәрҙең мунса төтөнө күренмәне. Инеп, сабынып сыҡ!
– Рәхмәт! Түлке арҡаны үҙең йыуаһың!
– Йыуҙырыр әле абзыйың! Белер нишләтергә! – Еңгәһе еңел һөйәкле ҡатын. Елтерәп сығып китте.
Өйөнә йәнә бер һоҡланып ҡарап торҙо Рәфил. Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй булды инде был. Бураны күтәргәс тә, эш итеп инеренә икеләнә ине әле. Өй тигәс тә ни, өй ҙә өй бит. Бер мөйөшөн өйһәң, икенсе мөйөшөнә ҡул кәрәк. Шуға ла өйөн ейәндәренә лә ҡалдырырлыҡ итеп һалып ҡуйғыһы килде Рәфилдең. Ана бит, осона сығып килә.
– Абзыйымдар мунса яҡҡан икән, инеп, сабынып сығам. Көтмәгеҙ, өйөмдә йоҡлайым, – тип әсәләрен иҫкәртеп сыҡты.
– Ярар. Мунсаһының төтөнө сыға ине шул. Һора абзыйыңдан, ҡәрсәйеңдең һыуытҡысы эшләйме икән? Үҙҙәре ҙурҙан алып ултыртты бит. Үҙҙәренә кәрәкмәһә, өйөңә ҡуйып тор. Сәй эскеләйһең, һөтөң исмаһам әсемәҫ. Хаҡын бирербеҙ!
– Ярар!
Мунса инеп, еңгәһенең һарыҡ итенән бешергән ҡоротло һурпаһын эсеп, гәпләшеп ултырыу ҙа үҙе бер ғүмер шул! Ҡалала йәшәмәгәненә эсенән генә йәнә бер ҡыуанып ҡуйҙы егет. Һыуытҡысты абзыһының ваҡ-төйәк ташый торған ҡул арбаһына тейәп алып киттеләр.
– Ниндәй хаҡ ти ул! – тип үпкәләп китте абзыһы. – Еңгәм инде, бухгалтер, уныҡы иҫәпле булыр. Боронғо “Полюс” һыуытҡысы бит. Килеп тороп әрһеҙ. Бөгөн клубта каникулдағы студенттарҙың концерты була, шикелле, еңгәң менән мин дә сығып әйләнербеҙ әле. Әйҙә, һин дә, – тине ағаһы индереп ултыртҡас.
Клубҡа сығыр алдынан ҡырынып алды Рәфил. Өр-яңы джинсыһын, ҡыҫҡа еңле аҡ күлдәген кейҙе. Йәл, көҙгө алып ҡуяһы бар икән әле. Эйе, ҡартатаһының әйткәне лә хаҡ: өй ҙә өй икән шул өйөңә, кәрәкмәгән нәмә үҙе юҡ.
Йәйге көн оҙон. Ҡояш нурҙары сағыу булғанғамы икән, нисаҡлы эште эшләп өлгөрөргә лә көс етә.Тупһаға сығып ултырып уй уйларға, бала саҡтағы ҡыҙыҡтарҙы иҫкә төшөрөргә мөмкин. Иҫтәлектәре яҡты Рәфилдең. Аталары өй һалып сыҡҡанға тиклем улар ҡартаталары менән бергә торҙо. Ике йыл була инде, ҡәртәсәһе ҡапыл ауырып, вафат булды ла ҡуйҙы. Яман шеш булған икән. Ул ауырыу бик мәкерле шул. Ҡыра ғына халыҡты. Аталары ихатаһында айырым өй һалып алған мырҙаһына Рәфилдең атаһы ла рәхмәтле булды:
– Атай шыпа яңғыҙ булмай әле. Тамағын ҡарарға килен бар.
Концерт көтөү ҡайтып, һыйырҙар һауылғас ҡына башланды. Халыҡ байтаҡ йыйылған. Клубты ремонтлағандар икән. Фанерҙан эшләнгән ултырғыстар йомшаҡҡа алмаштырылған, сәхнә шаршауы ла ҡарағыһыҙ булып уңып бөткәйне. Рәфил армияға китер алдынан клубта йәм ҡалмағайны. Егеттәр ҙә, ҡыҙҙар ҙа һыра эсеп, ҡыҙмаса булып алһа, үҙ-ара һуғыша ла китә ине. Әле бына матурланған икән клубтары. Ишек төбөндә ике ир тора, эскән-мескән кешене индермәйҙәр. Әйтәләр ине шул, “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшәләр, Егеттәр ҡоро ойоштороп алғандар, тип. Ысынға оҡшаған.
Тамаша матур булды. Уйламаған кешеләр йырға маһир булып сыҡты. Атаһы менән әсәһенең, абзыһы менән Мәрйәм еңгәһенең артистың артисы икәнен Рәфил белә. Ғаилә байрамдары йырһыҙ үтмәй. Ә сәхнәнән тороп йәштәр ыңғайына йырлағандарына шаҡ ҡатты! Концерт аҙағында сәхнәгә сыҡҡан ҡыҙ Рәфилдең һушын алды ла ҡуйҙы! Кем булды ул? Ауылдарында күргәне юҡ ине. Ҙур йәшел күҙле, аҡ йөҙлө ҡыҙыҡай. Бер оҙон көй “Сибай” ҙы йырланы, ике эстрада йырын. Кем был, танымайымсы, тип һорамай түҙмәне Рәфил янында ултырған күршеһенән.
– Йырҙан уҡыта торғайны бит Фәғилә Сабировна. Шуның ейәнсәре. Ҡалала йәшәгән ҡыҙының ҡыҙы була инде. Был ҡыҙҙың әсәһе вафат, ти. Лилиә исемле. Өләсәһендә тора. Йәйгеһен ауылда була торғайны ул, хәтерләмәйһеңме ни?
– Күргәнем булғандыр ҙа... Ә нимә менән була? Уҡыймы, эшләйме?
– Районда уҡып йөрөй, шикелле. Медсестраға булһа кәрәк.
Лилиә һуңғы булып йырланы. Шаршау ябылды. Рәфил сәхнә артынан күҙен дә алманы. Ниһайәт, ҙур ғына сумка тотҡан Лилиә күренде һәм ишеккә ыңғайланы. Рәфил уның артынан атылды. Ҡыуып етеп, ҡыҙҙың сумкаһына үрелде:
– Ауыр бит сумкағыҙ, нимә тултырҙығыҙ ул тиклем? Онотоп торам, минең исемем Рәфил.
– Беләмсе. Атайығыҙ менән әсәйегеҙ – оҫта йырсылар. Атайығыҙ ауылда Егеттәр ҡороноң инициаторы бит. Клубта тыныс булып ҡалды. Һыра тотҡан кешене индермәйҙәр. Ә сумкала – өләсәйемдең таҫмаға яҙылған музыкаһы. Элекке магнитофон, шуға ауыр. Берүк, концерт бөткәс тә алып ҡайтып ҡуй, тигәйне.
Рәфилдең йөрәге дөпөлдөгө сыға. Уның күкрәкте йыртырға яҫҡынғаны Лилиәгә лә ишетеләлер кеүек. Ҡыҙҙар янында был тиклем баҙап ҡалғанын хәтерләмәй егет. Һөйләшеүҙе уйын-көлкөгә һабыштырып, ҡыҙҙарҙы көлдөрөп бер була торғайны. Төнгөлөккә еләҫләнгән, һулап туйғыһыҙ һауаны күкрәген тултырып һулап ҡарай, ә йөрәк тыпырсыныуын белә.
Фәғилә Сабировналарҙың өйөнә йәһәт кенә барып та еттеләр.
– Магнитофоныңды ҡалдыр ҙа, үҙең кире сыҡ, Лилиә. Төн шундай һил, – тип әйтә алғанына үҙе ҡыуанды Рәфил.
Лилиә ҡапҡанан инеп китеүе булды, кемдер арҡаһынан килде лә тондорҙо! Рәфил әйләнә биреп, ябырылған кешенең муйынынан эләктереп алды ла, ергә түңкәреп ебәрҙе.
– Нишләүегеҙ был!? Әллә иҫеректәр инде? Ну-ка! Полиция саҡыртһаҡ, бирерҙәр әле кәрәгегеҙҙе! Ыстаҡ, әллә Рәфил инде? – тип ғауғаланы үтеп барған ҡатындарҙың береһе. – Икенсеһе – Исмәғил! Нимә бүлешәһегеҙ ул! Ике әтәс!
Егеттәрҙең береһе лә ләм-мим өндәшмәне. Ул арала ҡапҡала Лилиә күренде. Рәфил ҡыҙҙың яурынына ҡулын һалғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, шунан шәп кенә атлатып алды ла китте.
– Ә-ә-ә... Ҡыҙ бүлешәләр икән былар, – тип һөйләнеп ҡалды ҡатындар. – Һиңә булмаҫ ул, Исмәғил, йәш бит был ҡыҙ. Һин утыҙға еттең түгелме? Тиңерәккә ынтылһаң, хәйерле булыр.
... Рәфилдең күңеленә тыныслыҡ урынлашты. Ул Лилиәне Әйлүк йылғаһына табан алып китте. Ҡыҙ күндәм генә эргәһенән атлай. Рәфилгә улар ғүмер юлдарын да тиң генә атлап үтерҙәр кеүек тойола. Төндөң һиллегенә Әйлүк хужа булып алған. Әллә ниндәй хәбәрҙәр һөйләй-һөйләй ҡайҙалыр ашыға. Егет Лилиәне атаһы яһап ҡуйған ширлек янына алып килде. Ҡыйыуланып китеп, ҡыҙҙың ирендәренә ҡаҙалды. Лилиә тәүҙә тартыла биреп ҡуйҙы ла, егеттең көслө беләктәренә буйһондо...
(Дауамы бар).
– Ҡабып ҡына йотам бит хәҙер! – Рәлиф Лилиәне күкрәгенә ҡыҫып, сәстәренән һыйпаны. – Минеке генә булаһың, минеке генә! Әйлүк шаһит булһын.”Эйе”, – тиең!
Лилиә бер аҙ тын ултырҙы ла баш ҡаҡты. Рәфил ҡыҙыҡайҙы күтәреп өйрөлтә башланы:
– Ишеттеңме, Әйлүк, һин шаһит! Әйлүктең ысын исемен беләһеңме?
– Юҡсы...
– Ысын исеме – Әйҙүк! Боронораҡ кейек эҙәрлекләп йөрөй торғас, бер һунарсы ошо яҡтарға килеп сыҡҡан.Шатланып киткән. Һыу эсеп, үҙе менән алған тәғәме менән тамаҡланып алып. Анау тал ағасын күрәһеңме?
– Эйе. Бигерәк мәғрүр...
– Арыған һунарсы йоҡоға талған.Төшөндә, һинең кеүек: матур ҡыҙ ҡосағына һарыла имеш, тип күргән. Ҡыҙ һунарсының ҡолағына ”Әйҙүк! Әйҙүк!”– тип шыбырлай, имеш. Һунарсы күңеле булып уянған. Сисенеп ташлап, һыу инеп алған. Ауылдарына ҡайтып күргәндәрен ағаларына һөйләп биргән. Өс ағай-эне был яҡтарҙы килеп күргәндәр ҙә, йылғаһына, мал ҡыуалар көтөүлектәренә һоҡланып, ошо ерҙәргә төпләнергә ҡарар иткәндәр. Уларҙың береһе – минең тамырым. Тора-бара йылғаны Әйлүк тип атап алып киткәндәр.
Рәфил Лилиәне ҡапҡалары төбөнә алып килгәндә, таң һыҙылғайны инде.
– Иртәгә һине Әйлүк буйында көтәм, – тип хушлашты ул ҡыҙ менән.
Ә үҙе йоҡлай алмай тик ятты. Бәхет ошо булалыр ул! Мөхәббәт ошо булалыр! Лилиәнең тын алышының берсә йышайып, берсә һәүетемсә тыныс ағышын ҡат-ҡат иҫенә төшөрҙө. Күкрәгенә һыйынғанын йәнә кисергеһе килде. Йоҡо үҙенекен итте, әүен баҙарына олаҡҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Күҙен асҡанда, көн күтәрелгәйне инде.Еңгәһе килтергән еләк бәлеше менән сәй эсеп алды ла өйөн бүлмәләргә бүлергә тип әҙерләгән таҡталарҙы ҡаға башланы. Күп тә тормай әсәһе шылтыратты.
– Улым, аш ашарға ҡайт!
Өҫтөн алыштырҙы ла әсәләренә юлланды. Әсәһенең ҡулы алтын. Ризығы тәмле була.Ҡоротло һурпаһы ла, һалмаһы ла, кәртүф ҡушып ашаған ите лә – бәләкәйҙән өйрәнелгән ризыҡ. Ғөмүмән, Рәфилдәрҙең ғаиләһе ашау-эсеүгә етди мөнәсәбәтле. Ауылдың егәрле ғаиләһе һанала. Мал тоттолар. Йыл да тана ите һаттылар. Атаһы быйыл машинаһын яңыртырға ниәт итә, әле йөрөгәнен Рәфилгә бирмәксе.
– Һинең, егет кеше, йоҙроғоң ҙур икән дә. Нишләп кеше көлдөрөп аны сысаңлатаһың? – әсәһене һүҙенә Рәфил аптырабыраҡ китте. Ҡасан ишетеп өлгөргән? Аылда сер йәшереп булмай шул.
– Кем әйтә? Бүрәнә үтә бүре күрергә тиһәң...
– Ҡатындар күргән бит.
– Ғәйбәт таратырға тиһәң, беҙҙең ауыл бисәләрен ҡуш.
Рәфил әсәһенең һүҙен аңламамышҡа һалышып, сығып тайыу яғын ҡараны. Эсенән генә көлөп тә ҡуйҙы: ауылдың шул яғы ла бар шул, халыҡ бер-береһен күҙәтеп бер була. Икенсе яҡтан, йәтеш тә әле: ҡайҙа баҫҡаныңды ҡарап баҫ!
Аҙна буйы Рәфил менән Лилиә көн һайын Әйлүк буйында осрашыр булды. Ҡыҙ тыңлаусан бала кеүек, атайһыҙ үҫкәне һиҙелеп тора, Рәфилдең армия ҡыҙыҡтарын да, вахтала булған мажарларын да ҡыҙыҡһынып тыңлай. Иртәгә юлға сығаһы көндө Рәфил Лилиәһенең йоҡа яурындарын ҡосағына алды, ҡыҙының йәп-йәшел ҙур күҙҙәренә текәлде.
– Лилиә, иртәгә мин вахтаға юлланам. Бер ай йөрөйөм мин унда. Зинһар, мине көт. Аҡса эшләп ҡайтам да, һине әйттерәм.
– Көтөрмөн дә ул... Миңә бер йыл уҡыйһы бар бит. Быйыл уҡ өйләнешәбеҙме ни?..
– Быйыл уҡ! Мин һинән башҡа йәшәүҙе күҙ алдыма ла килтермәйем. Һин минең янымда, ҡуйынымда, күҙ алдымда булырһың тип хыялланам! Көт, уйларға рөхсәт юҡ!
Лилиә көлөп ебәрҙе.
– Һин собственникмы ни?
– Эйе! – Рәфил Лилиәне күтәреп алып өйрөлтә башланы.Үҙен ысын ир итеп тоя ине. Был һомғол нескә кәүҙәле ҡыҙ бынан кире уның яҡлауында, уның ҡурсауында буласаҡ! Ул һөйгәненә ел-ямыр тейҙермәйәсәк!
Уйланып ятты Рәфил, вахтанан ҡайтам да, өйләнәм, тип әсәләренә әйтеп китһенме икән? Әсәһенең холҡон белә. Төпсөнә башлаясаҡ, ҡайтыуына берәр ғәйебен тапмай ҡуймаҫ. Бәлки, Мәрйәм еңгәһен сисер күкрәгенә оялаған татлы серен? Уға кисәләре һөйләргә булған, иртәгә иртүк ҡуҙғалалар, еңгәһен күреп өлгөрмәҫ шул... Ә эсендә йәнә бер тойғо тулай ҙа тулай. Берәйһенең ҡулы ла ҡағылмаһын ине һөйгәненә! Лилиә уныҡы, уныҡы ғына булырға тейеш!
Көн һайын шылтыратышып торҙолар. Был ай ғүмерҙә булмағанса, ығыш бейә кеүек, яй ҡыбырланы. Юҡҡа сығып киттем тиер ине, туйға аҡса хәстәрләгеһе килде. Аҡ күлдәк, алтын балдаҡ кейҙереп, сынъяһау итеп алғыһы килде Рәфил Лилиәһен.
...Августы ярата Рәфил. Хәйер, бер ул ғына түгелдер. Йәшелсә, емештәрҙең иң тәмле ваҡыты бит. Йәйҙең үҙ ҡәҙерен, мәртәбәһен белеп кенә маһайған ваҡыты. Әсәһе мунсә яғып, һалмаһын бешергән, Рәфил яратҡан алма бәлешен һалған. Күңелле итеп һөйләшә-һөйәләшә, яңылыҡтары менән уртаҡлашып ултырҙылар. Абызыһы Рәлифтең өйөнә карауат алып ултыртҡан, әсәһе түшәк йәйеп, мендәрҙәр илтеп ҡуйған.
– Үҙ өйөм булһын, тинең дә ҡалдың бит. Үҫкән өйөң дә бынамын тигән дә бит, – тип һөйләнеп алды әсәһе.
Рәфил түҙемһеҙлек менән эңер төшөүен көттө. Өйөнә инеп сыҡты. Ҡаралтылы карауат, тәҙрәләргә матур ҡорма эленгәс, өйө ысын өйгә оҡшаған да киткән. Тиҙҙән был өйҙә улар икәү буласаҡ. Тора-бара балалары ла йүгерешер.
Күҙ бәйләнер-бәйләнмәҫ Лилиәләрҙең ҡапҡа төбөнә яҡынланы. Телефондан шытыратҡанда уҡ йөрәге төпөлдөй башлағайны инде.
Әйлүк йылғаһы, шымсы кеүек ул, нисәмә-нисә ғашиҡтың серҙәренә шаһит була ла артабан йүгерә, бәлки,үҙенең дә хис-тойғоларын уртаҡлашыр йәшерен серҙәше барҙыр, юҡһа нисәмә йылдар анау тиклем ваҡиғаларҙың шаһиты булыу уйынмы ни?!
– Иртәгә яусы ебәрәм, өләсәйеңә әйтеп ҡуй. Атайым менән Рәфҡәт абызыйым килер, бәлки Мәрйәм еңгәм дә булыр.
– Эй, Рәфил... Оялам бит өләсәйемә әйтергә...
– Лилиә! Бөтәһен дә миңә япһар! Өтөп алып бара бит, тиең.
Лилиә көлөп ебәрҙе.
– Тырышып ҡарармын. Ашығысыраҡ бит Рәфил. Бер-беребеҙҙе һынаманыҡ та..
– Теге концертта үҙәгемә үтерле итеп йырламаҫҡа ине. Ут һалмаҫҡа ине йөрәгемә, ҡыҙҙырмаҫҡа ине ҡанымды! – тип уйынлы-ысынлы һөйләнде Рәфил. – Ҡурҡма, бынан кире һин минең ҡуйынымда буласаҡһың, ә минең ҡуйын үҙе йылы, үҙе киң! – тип шаяртыуын белде.
Сәғәт иртәнге ун берҙәрҙә Лилиә үҙе шылтыратты.
– Кисләтеберәк, алтылар тирәһендә килһәләр йәтеш булыр, тине.
Атаһы, Рәфҡәт абызыһы менән Мәрйәм еңгәһе дүртәүләп килеп инде Фәғилә Сабировналарға. Ирле-ҡатынлы ят кешеләр менән дә күрештеләр.
– Лилиәнең атаһының ҡустыһы Альберт Фәтихович менән еңгәһе Фәриҙә Мәхмүтовна. Икеһе лә – аграр университеттың доценттары. Мулланы таныйһығыҙ.
– Беҙ Фәғилә ҡоҙағыйға үткән аҙнала килеп, ҡунаҡ булып киткәйнек. Һеҙҙең район санаторийында ял итәбеҙ. Ҡоҙағый, зинһар, бөгөн килеп етегеҙ, тип шылтыратты ла... Килеп тә еттек.
– Эйе, балалар бик етди аҙым яһарға тора шул...
– Йәл, Лиләнең атаһы менән әсәһе күрә алмай был көндө! Атаһы аварияға эләгеп һәләк булды, әсәһен яман шеш алып китте. Лилиәне беҙ ҙә үҫтерер инек. Ҡоҙағый, шыпа яңғыҙмын тигәс, уға ҡайтарҙыҡ.
– Алай икән... – тип ҡуйҙы Рәфилдең атаһы.– Беҙ – ошо ауыл кешеләре. Ябай ғына көнкүреш менән булабыҙ.
– Нәҫелегеҙ тәртипле былай, – тип һүҙгә ҡушылды Фәғилә Сабировна. – Улығыҙҙың да эш боҙоп йөрөгәне ишетелмәне.
– Улайһа ни – по рукам! – тип элеп алды Рәфҡәт абызыһы. – Никах уҡытабыҙ ҙа – ҡыҙ һеҙҙеке ине, бөгөндән – беҙҙеке!
Мулла доғалар уҡыны, Лилиә менән Рәфилдән: “Алдыңмы – барҙыңмы?” – тип өс мәртәбә һораны ла, уҡынып, йәнә доға ҡылды.
– Хәйерлегә булһын!
– Амин! Амин! Амин!
Рәфҡәт абызыһы Рәфилдең ҡолағына шым ғына шыбырлап өлгөрҙө: “Ҡыҙыҡай һинеке! Бөгөндән. Хәләл!”
Туйҙы район үҙәгендәге кафела үткәрҙеләр. Рәфилдең әсәһе лә яҙылғандай булды. Берҙән-бер улы. Кәм-хур итһенме ни?Лилиәнең туғандары ҙур кешеләр, тигәнде лә оҡшатып бөтмәне. “Нисек тә беҙҙе әҙәмгә һанап, ҡатышып китмәгәндәр!” –тип кенә ҡуйҙы.
Йәй ҙә үтеп китте. Лилиә уҡыуын ташламаны. Рәфил район больницаһына тәьминәтсе булып эшкә урынлашты. Район үҙәге яҡын, иртәнсәк ҡатынын ултыртып сығып китә. Атаһының иҫке машинаһы улында хәҙер. Үҙенә тотолған булһа ла иномарка алып ебәрҙе. Әлеге лә баяғы әсәһе тырыштырҙы.
Рәфил менән Лилиәнең апрель аҙағында улы тыуҙы. Эй шатландылар быға, эй шатландылар! Тас әсәһе. Ҙур йәшел күҙле теремек малай. Рәфил әлдә контракт менән армияла ҡалмағанына шатланып бер булды. Контрактсы егеттәрҙе Украинаға ҡыуаланылар. Ә Рәфилдең үлеп яратҡан ҡатыны, тумалаҡ ҡына улы бар. Һуғыш ҡорбанһыҙ буламы ни, ишетелеп тора, йәп-йәш егеттәр табуттарҙа ҡайта башланы.
Малайына исемде Илһам тип ҡуштырҙы. Исемде барса туғандарыла яраттылар. Рәфҡәт абызыһы ла маһайып алды:
– Беҙҙең нәҫел малай таптырырға маһир бит ул! Миндә ике малай, абызыйымда берәү – һин, әммә берәгәйле. Хәҙер үҙеңдең малайың бар. Тағын булыр әле!
Көҙ матур килде.Ҡатын-ҡыҙ көҙгө уңыш муллыҡҡа ҡыуанды. Яуындар йыш булғас, баҡса йәшелсәне лә, иген дә уңды.Рәфил армиянан ҡайтҡан йылы уҡ баҡса кәртәләп алып ҡурай еләге, сейә, ҡарағат ултыртҡайны, улары ла быйыл емеш бирә башланы. Ҡатыны сымыры, етеҙ. Әрәм-шәрәм итмәй, эш итеп алды. Быйыл икеһе лә дипломлы булды. Лилиә Илһамға өс йәш тулғас район дауаханаһына эшкә сығыр, Аллаһ бирһә. Рәфилдең ҡатынын эшләткеһе килмәй. Өй мәшәҡәттәре аҙмы ни?
Октябрь ҙә етте. Һәм Президент өлөшләтә мобилизация иғлан итте. Украиналағы хәлдәр көсөргәнешле булып китте, күрәһең. Ир-егеттәргә район военкоматынан повесткалар килә башланы. Рәфилгә лә килеп төштө. Лилиә шым ғына илай башланы.Һуғыш бит ул! Үлтереш! Повестка килгән көндө икеһе лә йоҡламаны, тиерлек. Рәфил Лилиәне тыйып сыҡты: “Илап, кәйефһеҙләнеп Илһамды ризыҡһыҙ итмәсәле, Лилиә! Һыуалып ҡуйырһың бит! Ҡурҡма, мин мотлаҡ ҡайтам! Һине яратып туйманым бит әле! Нишләп яҙмыш мине һинән мәхрүм итһен!” – тип йыуатты. Илһамдары ла уянды ла иланы, уянды ла иланы.
Өҫтөнә йылы кейем йүнәтеп йыйҙы Рәфил. Алмаш ойоҡбаштар алды. Лилиәһе менән Илһамын өләсәләренә илтеп ҡуйҙы, бала менән икеһен генә ҡалдырғыһы килмәне. Ҡазанда сборҙа саҡта йыш шылтыратыштылар. Оҙаҡламай китәбеҙ, тигән хәбәре килде лә Рәфил юҡ булды. Ауыл өҫтөнә ҡара шәл бөркәнгән ҡарсыҡҡа оҡшап китте. Кем осрашһа ла тәүге һүҙҙәре: “Хәбәр бармы икән?” –булды. Ауылдан дүрт егетте саҡыртҡайнылар .Береһенән бер хәбәр юҡ. Ай тигәндә Рәфилдең атаһын военкоматҡа саҡырҙылар.
Военком ғаилә хәлен һорашып ултырҙы.Ҡатыны, балаһы барын беләләр икән.
– Рәшит Низаметдинович, тураһын әйтәм, Рәфил Рәшиовичты юғалттыҡ бит! Һуғыш аяуһыҙ ғәмәл!
Рәшит ҡатты ла ҡалды.Ысын хәбәрме был әллә төш кенәме? Телһеҙ ҡалған атайға военком һыулы стаканы тотторҙо.
– Иртәгә мәйетен килтерәләр... Бына шул... Һеҙҙе өйөгөҙгә илтеп ҡуйырҙар...
– Мин үҙемдең машинала...
– Машинағыҙҙы ла алып барып ҡуйырҙар, егеттәргә әйтермен.
Военкоматтан ир аңҡы-тиңке булып, һушын да йыйып ала алмай килеп сыҡты. Хәҙер ҡатынына, килененә, туғандарына был ҡот осҡос хәбәрҙе нисек еткерһен икән? Эй бала-бала утҡа ғына ташланың бит һәммәбеҙҙе бер юлы!..
...Табут тейәлгән машина мәктәп янына килеп туҡтаны. Атоматлы һалдаттар уның дүрт яғына постҡа баҫты. Йыйлған халыҡ һеңкелдәп илай башланы. Рәфилдең патриот булыуы, туған илен дошмандарҙан яҡлап ҡорбан булыуы хаҡында матур телмәрҙәр һөйләнелде. Кемдер Лилиә янына килеп:
– Ила, килен, ила! – тип шыбырланы.
Ә ул Илһамды ҡосаҡлаған килеш таш кеүек ҡатҡайны. Ултырғыста ултырған ҡәйнәһе ергә ҡолап төштө лә китте.“Тиҙ ярҙам” машинаһының врачы, носилкалы ике егет уны дауаханаға алып китте. Ҡатын-ҡыҙға был яҡта зыяратка мәйет ерләгән көндө инергә рөхсәт итмәйҙәр. Ауыл ирҙәре үҙәккә үтерлек итеп ҡурай тартып ебәргәс, райондан килгән тынлы оркестр шып туҡтаны. Хәрби кейемдәге егеттәр табутты яурындарына һалып күтәргәс, Лилиә ҡысҡырып илап ебәрҙе. Уға ҡулындағы балаһы ҡушылды. Илһамды Мәрйәм Лилиәнең ҡулынан тартып ала һалды. Барса халыҡ Лилиәнең сеңләүенән тетрәнеп иларға кереште. Рәфил бар ине, хәҙер юҡ...
Һалдаттарҙың береһе Лилиәнең кеҫәһенә конверт һалыуы иҫенә төштө. Асһа, Рәфилдең ҡулы!
“Ҡәҙерлем Лилиәм! Мин һине шул тиклем яраттым! Наҙлы ҡарашыңды, матур сәстәреңде, тыйнаҡ, әммә ихлас көлөүеңде, минең шаян-шуҡлыҡтарымды ҡабул итеүеңде, холҡоңдо яраттым. Һин был хатты уҡыйһың икән, тимәк, беҙ мәңгегә айырылышҡанбыҙ. Бел, һөйөклөм, мин бәхетле булдым! Һин ҡуйынымда булдың! Зинһар, Илһамды илһөйәр итеп үҫтер. Атайым менән әсәйемде улыбыҙҙан мәхрүм итмә. Минең ҡаным бит Илһамым. Малайыбыҙға бер йәш тулғанса, ауылда тор. Шунан әсәйеңдең фатирына Өфөгә күс. Минһеҙ ауылда йәшәү ауыр булыр. Бәхил бул, һөйөклөм! Мин вафат булһам-нитһәм, хатымды тапшырырҙар. Ә иң шәбе –һиңә уны уҡырға яҙмаһын!”
Өләсәһе Өфөгә китергә риза булманы. Китер алдынан Лилиә улы менән йылға буйындағы ширлектә ултырҙы. Әйлүктең кеше хәсрәтендә эше юҡ. Кешеләргә шыбыр-шыбыр нимәлер әшкәртергә ашыҡҡандай йүгереүен белә.
Ҡайныһы менән ҡәйнәһе иланы. “Илһамдан, килен, зинһар, беҙҙе онотторма!” – тип үтенделәр. Өфөгә Рәфҡәт менән Мәрйәм оҙатып барҙы. Рәфилдең ҡәберенә һуғылып, доғалар уҡып, зыярат ҡылып ҡуҙғалдылар.
2022
Тамара ҒӘНИЕВА.