Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Сентябрь 2023, 11:24

КӨРШӘК АШТАРЫ

Гел бер төрлө аш ялҡытып китһә, көршәк аштары бешереп алырға мөмкин. Балсыҡ көршәктә томаланып ҡына бешкән ризыҡ айырыуса тәмле була.

Бауырлы ҡарабойҙай бутҡаһы

400 грамм бауыр, 1 стакан ҡарабойҙай ярмаһы, 1 баш һуған, ярты стакан ҡаймаҡ, 1 стакан һурпа (йә һыу), тәменсә тоҙ, борос, лавр япрағы, үҫемлек майы кәрәк.
Бауырҙы ҙур булма­ған киҫәктәргә бүлеп, тоҙ, борос һибергә. Ҡайнар майлы табала ике яғын  2 – 3-әр минут ҡыҙарғансы ғына ҡыҙ­ҙырып алырға. Ярым ҡулсалап туралған һуған һалып, ул үтә күренмәле булғас, 1 – 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып болғатырға ла  уттан алырға. 
Көршәктәргә ҡарабойҙай ярмаһы, уның өҫтөнә ҡыҙҙырылған бауыр, ҡаймаҡ, лавр япрағы һалырға ла  һурпа ҡойорға һәм 25 – 30 минут ҡыҙыу мейестә бешерергә.

Диңгеҙ балығынан аш

500 грамм диңгеҙ балығы, 2 – 3 картуф, 1 – 2 баш һуған, 1 – 2 тоҙло ҡыяр, ярты стакан һөт өҫтө (сливки), бер ус йәшел һуған, аҡ май, тәменсә тоҙ, ҡыҙыл борос кәрәк.
Һуғанды ваҡ итеп турап, аҡ майҙа ҡыҙ­ҙырырға. Балыҡты йыуып-таҙартып, ҡылсыҡ­тарынан айырып, шаҡ­маҡлап ту­рарға. Картуф менән тоҙло ҡыярҙы ла ваҡларға. Көршәккә ба­рыһын аралаштырып һа­лып, тоҙ, борос һибергә. Һөт өҫтө, һыу ҡойоп, уртаса эҫелектәге мейескә 40 минутҡа бешерергә ҡуйырға.
Табынға биргәндә өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибергә мөмкин.

Ит, бәшмәк менән бергә 
500 грамм ит, 6 – 8 картуф, 2 баш һуған, 1-2 кишер, 1 татлы борос, 2 бүлкәт һарымһаҡ, 400 грамм бәшмәк, ярты стакан үҫемлек майы, 1 стакан ҡатыҡ (кефир), 1 йомортҡа, 100 грамм аҡ май, 1,5 – 2 стакан он, тәменсә тоҙ, борос, әнис (укроп), шәфәри (петрушка) үләндәре кәрәк.
Уртаса ҙурлыҡта туралған итте, бәшмәкте, һуғанды табала ҡыҙҙырырға. Кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, картуфты шаҡмаҡлап турарға.
Көршәктең төбөнә – бәшмәкле, һуғанлы ит, артабан – картуф менән кишерҙе, иң өҫкә балдаҡлап туралған татлы боросто, иҙелгән һарымһаҡты һалырға. Һәр ҡатлам һайын тоҙ, борос һибергә . Ярты стакан һыу ҡойорға. Көршәкте ҡаплап, мейескә ҡуйырға. 200 градус эҫелектә ярты сәғәт торғас, ҡапҡастарын алып, ҡамыр менән ҡапларға ла, тағы ярты сәғәт бешерергә.
Ҡамыр былай әҙерләнә: ҡатыҡҡа йомортҡа, тоҙ, шәкәр, иретелгән аҡ май, сода һалып болғатырға. Он өҫтәп, ҡамыр баҫырға. 

Читайте нас: