Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Сентябрь 2023, 11:21

Кемдең арбаһына ултыраһың...

Ашығып ишеккә туҡылдаттылар. Аптырап, ишек яғына ыңғайлауға тыштан:

– Баныу апай, ас йәһәтерәк! Был мин, Зөһрә! – тигән тауыш ишетелде.

Бикте ысҡындырыуыма таныш ҡатын мине бәрә яҙып ишекте шар асты ла, аяҡ кейемен күҙ асып йомғансы сисеп, бәҙрәфкә йомолдо. Унан ҡоҫҡаны ҡолаҡҡа салынды. Сәй ҡуя һалып, өҫтәл әҙерләгәнсе, ап-аҡ булған Зөһрә бит-ҡулын сайып, аш бүлмәһе ишегенең яңағына килеп һөйәлде:

– Сәй эсеп тормаҫмын, ахыры... Ярай ҙа подъезд ишеге – асыҡ, һин өйҙә булып сыҡтың. Йөрәгем болғанып, саҡ үлмәнем, ҡайҙа барып баш төртөргә белмәнем. Йәмәғәт бәҙрәфтәре лә юҡ, йән көйгөс.

– Эйе шул, – тип уны йөпләнем. – Бер генә сауҙа үҙәгендә барлығын беләм. Әйҙә, лимон менән шыйыҡ ҡына сәй яһайым, ултыр. Ағыуланғансы ҡайҙа йөрөнөң, нимә ашаның?

– Ашаһам икән, – Зөһрә өҫтәл артына ултырҙы, лимонға үрелде. – Ауырлы мин.

– Бына һиңә... – көлөп ебәрҙем. – Ҡарбуз ашағанһың инде, улайһа. Ҡайһы арала кейәүгә сығып өлгөрҙөң?

– Һин дә ҡыҙыҡ ҡына инде, – Зөһрә лимонды ҡабып, сирылды. – Ауырға ҡалыр өсөн мотлаҡ кейәүгә сығырға кәрәкме ни?

– Беҙҙең заманда йолаһы шулай ине, – шыйыҡ сәйҙе алдына ҡуйҙым. – Ҡыҙҙар сәйе һиңә.

– Мәскәүский, – Зөһрәнең йөҙө яҙылғандан-яҙылды, шаярыр халәткә ҡайтты. – Әсе генә нимәлер ашағы килә.

– Кипкән ҡорот бар, – һыуытҡысҡа үрелдем.

– Юҡ, әскелтем ҡаҡ кеүегерәк нәмә ашағым килә.

– Әлүктән былайтып, тегене ашағым килә, быны ашағым килә, тип иркәләнә, көйәҙләнә башлаһаң, кейәү балаҡайҙы өркөтәһең бит! – һаман ауыҙ йырҙым.

– Өркһә лә, әллә ҡайҙа йыраҡҡа ҡаса алмаясаҡ, – Зөһрә бер мәлгә уйланып ултырҙы ла, сынаяғына тағы ике киҫәк лимон өҫтәне. – Әсе етмәй... Хәйер, мин уға иркәләнә лә алмайым – төрмәлә ултыра.

Әсегә мохтаж йөклө ҡатындың ыңғайына тороп, блендер аша үткәрелеп туңдырылған еләкте алып тора инем, “йылп” итеп уға ҡараным:

– Уны ҡайҙан таптың? Нисек ауырға ҡалдың?

– Телефон, пушты аша түгел инде, ике тапҡыр янына барып ҡайттым, – Зөһрәнең күҙҙәрендә сәйер осҡондар балҡып һүнде. – Танышыуҙар сайты аша таныштыҡ та...  

– Һөйләһәң – матур итеп, тәмләп тороп һөйлә лә, һөйләмәһәң – барыбер һөйлә, башынан алып, – Зөһрәнең алдындағы тәрилкәгә сливаларҙы йыуып һалдым. – Әсе генәләр. Бешмәгәнгә. Шуға үҙем ашай алмағайным, бәлки, һиңә батыр.     

Зөһрә һыны ҡатҡансы көлдө:

– Үтмәгән тауар быға батыр, тиһең инде.

– Эйе, – Зөһрәнең үпкәләй торған ғәҙәте юҡ, шуға иркен һөйләшәм. Һәйбәт ҡатын ул. Эшкә шәп, һөйкөмлө, тик ирҙәрҙән бәхете юҡ – әллә ниндәй йүнһеҙҙәрҙе әллә ҡайҙан эҙләп таба ла, шулары менән ҡаңғырып йөрөп, ғүмере яңғыҙлыҡта уҙа. Әле бына, төрмәлә ултырған ирҙән ауырға ҡалдым, ти.

– Яңғыҙлыҡ шул тиклем үҙәккә үтте, Баныу апай, бына хет стенаға менеп оло! – Зөһрә сәйенән лимондың береһен һөҙөп алып ҡапты. – Башҡаларға ҡарайым да, ҡайһы ерем менән кәммен һуң, тип илап та ала торғайным. Яратҡы, яратылғы килә! Урамда танышырға оят кеүек, эштә ир заты бер-ике бөртөк кенә, улары ла өйләнгән. Социаль селтәрҙә ултырған булам да, танышырға атлыҡҡан әҙәмдәрҙән сират теҙелмәй.

– Аваңа үҙеңдең фотоһүрәтең урынына гел сәскә-маҙар ҡуйғас, кем һине күрһен?

– Әй, мин йүнләп фото ла төшә белмәйем... Шулай ҙа бер йоҡоһоҙ төндә ҡырын ятып та, тороп та, ултырып та, ҡыланып күп иткәнсе фото төшөп, үҙемә ҡалһа, иң йәтешен һайлап, танышыуҙар сайтына инеп теркәлеп, шул фотоны ҡуйҙым. Шунда уҡ тиерлек бер нисә ир яҙҙы. Ир йораттары. Йүнле хәбәр яҙалармы, тиһәң... Ә Андрей тәүҙән үк үҙен бик тәртипле, иғтибарлы итеп танытты. Үҙе килеп тороп сибәр! Минән алты йәшкә кесе. Һүҙҙәр нисектер үҙенән-үҙе беректе. Икенсе көндө яҙышҡанда, мин һинән бер нәмәне лә йәшерергә теләмәйем, бер-беребеҙгә эҫенмәҫ борон, үҙемдең шундай-шундай хәлдә булыуымды яҙам, артабан аралашҡың килмәһә – аңлармын, тине. Нимә өсөн ултыраһың, тип һораным. Ҡурҡма, йәшлек хатаһы, иҫәрлек өсөн ҡат-ҡат яуап тотам, ти: “Йәш саҡта иҫерек килеш иптәштәр менән берәүҙе ныҡ итеп туҡмап ташлағанбыҙ, яуап­лылыҡты үҙ өҫтөмә алдым да ҡуйҙым. Аҙаҡ инде бер бәләкәй генә ғәйеп өсөн тағы ҙурҙан ғәйепләп, ошонда килтереп тыҡтылар. Ә мин матур донъя ҡороу, татыу ғаилә, балалар тураһында хыялланам. Йылылыҡ етмәй миңә. Кемгәлер кәрәкле булғым килә”. Шул һүҙҙәренән һуң ул миңә бигерәк яҡын, үҙ кеше тойолдо.

– Зөһрә, һәм һин уның татлы теленә ышандыңмы?! Улар бит барыһына ла бер үк шаблон буйынса яҙа. Ҡатын-ҡыҙға нимә кәрәклеген бик яҡшы белеп, нескә күңел ептәре менән уйнайҙар.

 – Улай тимә, Баныу апай. Андрей ундай түгел, ул үҙенең хаталары өсөн бик ныҡ үкенә. Ә кем хаталанмай? Кеше төҙәлергә  теләй икән, нишләп уға ярҙам итмәҫкә? Мин уны ысынбарлыҡта күрҙем. Ул һәйбәт!

– Аһ-аһ, – бот сабып аптыраным. – Эйе, улар бөтәһе лә һәйбәт. Ныҡ һәйбәт булғанға ултыралар. Ярҙам ит, әйҙә, уға, аҡса бир, ишшеү фатирыңа  индер! Аҙаҡ нисек сығарырға ла белмәҫһең! Һин аҡыллы ғына кеүек инең дәһә, Зөһрә, аҡылың ҡайҙа булған?

– Баныу апай, Һеҙ ҙә шулай тип торғас инде, – үсегеүҙең ни икәнен белмәгән Зөһрә үпкәләне. – Ул юлыма аҡса ебәрҙе. Бөтә расхудты үҙе ҡапланы.

– Ауырға ҡалғаныңды беләме?

– Белә. Ну, һин шустрая, тине тәүҙә. Һуңынан, бергә-бергә йәшәрбеҙ, тип ҡыуанды.

– Һинең квадрат метрҙарҙамы?      

– ... Әле уныһын хәл итмәгәнбеҙ.

Зөһрә сәйен эсеп бөткәс, мине аптырашта ҡалдырып, ҡайтып китте:

– Витаминдар алаһым бар.

Ә мин өҫтәлде йыйыштырып, һауыт-һабаны йыуғансы, күрше ауылдағы бер ғаилә тарихын иҫләнем. Ауылда тыуып үҫкән ир байтаҡ ҡына ситтә йөрөп, ҡатын эйәртеп ҡайта. Бәләкәс кенә өйҙә йәшәп китәләр. Ауылдыҡылар, икеһе лә төрмәнән ҡайтҡан, тип бер килке һөйләп ала ла, оноталар. Оҫта ҡуллы ир совхоз эшендә була, ҡатыны – өйҙә. Малайҙары тыуғас, ҙур булмаған йорт һалып сығалар. Күп тә үтмәй, тағы өс балаға ғүмер бирәләр. Матур итеп гөрләтеп йәшә лә йәшә, әммә ҡатын боҙоҡ булмышын үҙгәртә алмай – балаларын ҡалдырып, ҡалаға ҡасыуҙы ғәҙәт итеп ала. Ире уны эҙләп алып ҡайта, ул тағы ҡаса. Бер ҡышҡы көндө атай кеше балаларын бикләп, йәнә ҡасҡалаҡ бисәһен эҙләргә сығып китә. Бер нисә көн үткәс, күршеләге әбей ғауғалап, кешеләргә әйтеп, ишекте асып инәләр һәм балаларҙы ҡотҡаралар. Ас балаҡайҙар һыуыҡ өйҙә өшөп-туңып ултырған булған. Иң кескәйҙәре, ике йәшлек малай, бөтөнләй хәлһеҙ ятҡан. Сабыйҙар бәләкәй генә ҡатҡан ҡорот киҫәген кимереп кенә астан үлмәй ҡалған. Атайҙарын табып килтергәс, ул дүрт балаһын да үҙе менән бергә алып йөрөп, ҡатынын эҙләгәндә, ҙур ҡыҙын урамда машина тапай. Ете йәшлек сабыйҙың фажиғәле үлеменән һуң ҡалған өс баланы балалар йортона алалар. Ирҙе ауылдаштары, бик сәйер холоҡло булды, тип хәтерләй:

 – Балаларын хөкүмәт ҡарамағына алғас, ауылдан сығып киткәйне, аҙаҡ кире ҡайтып, оло йәшкә етеп, сирләп үлде. Кеше менән аралашманы. Үлгән ҡыҙын ныҡ яратҡан булғандыр, исемен ҡысҡыра ине. Ә үҙе, балалары килһә, уларҙы өйөнә индермәне.

Ауылдаштарының береһе:

– Кеше менән аралашманы, тиһәң дә, атайым уға бесәнен килтергәс, өйөнә саҡырып индергән, – тип хәтирәләре менән бүлеште. – Атайым, ир булһа ла, шундай таҙа йәшәй, тип аптырап һөйләгәйне. Ҡайтарғыһы килмәй, оҙаҡ итеп бөтә тормошон, балаларын, үкенестәрен бәйән итә ул атайыма. Ҡурҡманыңмы унан, тип һорағайным, атайым: “Кешенең хәлен, кисергәндәрен аңлап, тыңларға, ишетергә, йөрәгең менән тойоп, күңел күҙе менән күрә белергә кәрәк. Тормош булғас, шундай кешеләрҙе лә осратырһың, хәлеңдән килгәнсә ярҙам ит, аша атлап үтмә”, – тине. Был һүҙҙәре минең өсөн ғүмерлек һабаҡ булды.

Сәйер ирҙең ҡатыны иһә ҡалала сыуалған ирҙәрҙең береһенә барып, күпмелер ваҡыт шуның менән йәшәй, магазинда йыйыштырыусы булып эшләй. Ғүмере бик аяныслы өҙөлә: йәшәгән ире уны үлтереп, мәйете бер аҙна баҙ аҫтында ята... Яңыраҡ ҙур малайҙары ла үлгән, тинеләр. Бер ҡыҙы, кинйә улы ҡалала йәшәй. Ауылға ҡайтып йәшәргә ине, тиҙәр ҙә бит, атай йортон һатҡан шул үҙҙәре.

Нишләп тап ошо ғаилә тарихы Зөһрәгә бәйле иҫкә төшкәнен үҙем дә аңлата алмайым. Хәйер... Яңғыҙ булһа ла, тыныс ҡына йәшәп ятыуы яҡшыраҡ кеүек тойола миңә. Әллә кем менән яҙмышын бәйләгәндән һуң хәүеф-хәтәрҙең тоғо асылып, бар тормошо пыран-заран килһә? Кемдең арбаһына ултыраһың бит... Теләйһеңме-юҡмы, эргә-тирә­лә­геләр беҙгә бик ҙур йоғонто яһай. Шуға ла һәр кемде лә яныңа юлатмауың хәйерле түгелме ни?

 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

 

*Исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: