Махсус биттәр
14 Август 2023, 10:52

Баҡса уңыш бирә!

Баҡсала йәшелсә-емештең өлгөргән мәле. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырғанын хәтерҙә тотоп, уңған хужабикәләр ҙә тик ултырмай, ҡышҡылыҡҡа тоҙламалар, салаттар күберәк әҙерләп ҡалырға тырыша. Был махсус биттә беҙ ҙә һеҙгә бер нисә рецепт тәҡдим итмәксебеҙ.

Укроп соусы

Уның  өсөн 200 г укроп, биш тырнаҡ һарымһаҡ, 70 г көнбағыш йәки зәйтүн майы,  0,5 балғалаҡ тоҙ, ике десерт ҡалағы лимон һуты, бер балғалаҡ лимон ҡабығы (цедра) талап ителә. Бик ябай ғына әҙерләнә, эшләү өсөн 30 минут ваҡыт етә.
250 мл стаканды  тығыҙ тулты­рырлыҡ ваҡ туралған укроп алына, һабағын ҡулланмайбыҙ. Уртаса ҙур­лыҡтағы һарымһаҡты таҙартабыҙ. Әсе ризыҡ яратһағыҙ, тәменә ҡарап, алда әйтелгәндән  күберәк тә алырға мөм­кин. Ярты лимондың һутын һығып алабыҙ. 
Кәстрүлгә укроп, туралған һа­рым­һаҡ, тоҙ, лимон һутын һәм ҡабығын һалып, бутап, көнбағыш майы ҡоябыҙ. Барыһын да блендер менән ваҡлап, стерилләнгән банкаға тултырабыҙ. Укроп соусын ит, балыҡҡа йәки са­латҡа һалып бирергә була. Һыуыт­ҡыста һаҡлағыҙ.

Маринадланған 
ташҡабаҡ менән 
ҡыяр

Быны әҙерләү өсөн туғыҙ ҡыяр, өс ташҡабаҡ, бер кишер, бер татлы борос (болгар боросо), бер нисә ҡулсатыр укроп (башы), петрушка, туғыҙ тырнаҡ һарымһаҡ алабыҙ. Маринадҡа бер литр һыу, дүрт ҡалаҡ шәкәр, ике ҡалаҡ тоҙ, 120 мл аш һеркәһе, 15 бөртөк борос, өс лавр япрағы кәрәк буласаҡ. Бер йәки 1,5 литрлы стерилләнгән банкалар әҙерләп ҡуябыҙ. Маринадланған ташҡабаҡ һәм ҡыярҙы эшләүгә 50 минут тирәһе ваҡыт бүленә.
Ҡыярҙың ике яҡ башын киҫәбеҙ. Банкаға тултырырға уңайлы булһын өсөн ташҡабаҡты ҡыяр оҙонлоғонда ла, түңәрәк рәүешендә лә ҡырҡып алабыҙ. Боросто уртаға киҫеп, эсен­дәге орлоғон,  кишер һәм һарым­һаҡтың тышын таҙартабыҙ.
Барыһын да сайҡатып алғас, сте­рилләнгән банкаларға тултыра баш­лайбыҙ. Һәр береһенең төбөнә укроп, петрушка һалғас, вертикаль рәүештә тығыҙ итеп ҡыяр, ташҡабаҡ тулты­рабыҙ, унан түңәрәк итеп ҡырҡылған кишер, ярымбалдаҡ рәүешендә борос, ике-өс тырнаҡ һарымһаҡ, унан тағы ла кишер, ҡалған өҫ яғына түңәрәк итеп ҡырҡылған ташҡабаҡ һалабыҙ. Артабан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡасын ябып, 15 – 20 минут тотабыҙ. Унан маринад эшләүгә күсһәк тә була.
Банкалағы һыуҙы кәстрүлгә ҡойоп алып, тоҙ, шәкәр, бөртөклө борос һәм лавр япрағы һалып,  ҡайнап сыҡҡансы тотабыҙ. Бер-ике минуттан һуң аш һеркәһе һалабыҙ. Артабан тулты­рылған банкаларға эҫе маринад ҡо­йоп, ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. Әҙерләмәне баштүбән әйләндереп, йылы одеял менән ҡапларға  онотмағыҙ. Һыуынғас, ҡараңғы урынға ултыртабыҙ.

«Ассорти» салаты

Салатты әҙерләү өсөн берәр кг татлы борос, помидор, ҡыяр,  кәбеҫтә, 1,5 кг һуған, 300 г кишер, бер литр һыу, 400 мл аш һеркәһе,  50 г шәкәр ҡомо, 20 г тоҙ, биш бөртөк борос кәрәк була. Уны эшләүгә бер сәғәт тә 20 минут тирәһе ваҡыт китә.
Болгар боросон йыуып, таҙартып, турап, кәстрүлгә һалабыҙ, уның эргәһенә түңәрәк итеп ҡырҡылған помидор, ҡыяр, балдаҡлап туралған һу­ған, түңәрәкләп туралған кишер һәм туралған кәбеҫтә һалабыҙ. Йәшел­сәләрҙе бергә бутап, тоҙлап, 20 минут тирәһе ултыртып торабыҙ. Һыу, шәкәр ҡомо, тоҙ, бөртөклө ҡара борос,  һигеҙ  процентлы аш һеркәһенән эшләнгән ҡайнап торған маринадҡа салатыбыҙ­ҙы һалып, тиҙ генә банкаларға тул­тырабыҙ. Ә маринадын тағы ҡайнатып алып, кире ҡоябыҙ. Банкаларҙың ҡапҡасын ябып, һыуытырға ҡуябыҙ. 

Татлы борос менән 
аджика

250 гр ҡыҙыл әсе борос, бер кг татлы борос, 100 г һарымһаҡ, 20 г тоҙ, 80 г шәкәр, 50 мл туғыҙ процентлы аш һеркәһе алабыҙ. Әҙерләү ваҡыты – 50 минут.
Әсе һәм татлы боростоң — эсен, һарымһаҡтың тышын таҙартып, йы­уабыҙ. Уларҙың барыһын да ит турағыс аша үткәреп, килеп сыҡҡан массаны кәстрүлгә һалабыҙ. Уға тоҙ, шәкәр ҡушып, болғатып, бешерергә ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡандан һуң, болғата-болғата 20 минут талғын ғына утта тотабыҙ. Эҫе аджикаға аш һеркәһе өҫтәгәс, ҡайнап сыҡҡансы ултыртабыҙ. Инде әҙерләмәне сте­рилләнгән банкаларға тултырып яп­һаҡ та була. Уларҙы баштүбән әй­ләндереп, һыуынғансы йылы одеялға урап ҡуйығыҙ.

Финдарса помидор

Бының өсөн дүрт кг помидор, бер кг һуған, маринад өсөн бер литр һыуға бер ҡалаҡ тоҙ, 1,5 ҡалаҡ шәкәр, 50 мл туғыҙ процентлы аш һеркәһе кәрәк була.
Һуғанды ярым балдаҡ рәүешендә турап, дуршлагҡа һалып, ҡайнар һыу менән сайҡап алабыҙ. Шулай беҙ һуғандың әсеһенән ҡотолабыҙ. Унан бөтә помидорҙарҙы яҡшылап йыуып, киҫәкләп турайбыҙ. Бәләкәйҙәрен икегә бүлергә мөмкин. Банкаларҙың төбөнә һуғандың бер өлөшөн, унан туралған помидор, иң өҫкә тағы һуған һалабыҙ. 
Маринад әҙерләйбеҙ. Һыу ҡайнап сыҡҡас, тоҙ, шәкәр һәм аш һеркәһе һалабыҙ. Артабан маринадты банка­ларға ҡойоп, таҙа ҡапҡас менән ҡап­лап, кәстрүлгә стерилләргә ҡуябыҙ. Ундағы һыу ҡайнап сыҡҡас, уларҙы биш минут тирәһе тотабыҙ. Һуңынан ҡапҡастарын нығытып ябып, түң­кәреп, одеял аҫтына оҙатабыҙ.
Ҡышҡылыҡҡа 
йәшелсә ашы

Уны әҙерләү өсөн 1,5 кг кәбеҫтә, бер кг йәшел помидор, бер кг татлы борос, 600 г һуған, 700 г кишер, 300 г алма, ике ҡалаҡ тоҙ, өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо, 1,5 стакан көнбағыш майы, бер бал­ғалаҡ 70 процентлы аш һеркәһе эс­сенцияһы, 25 г бөртөклө борос талап ителә. Әҙерләүгә бер сәғәт тирәһе ваҡыт етә.
Кәбеҫтәне һаламлап турайбыҙ. Помидор һәм һуғанды шаҡмаҡлап ҡырҡабыҙ. Кишерҙе  эре ҡырғыстан ҡырабыҙ. Борос менән алманы ваҡ итеп турайбыҙ.
Кәстрүлгә көнбағыш майы ҡойоп, бөртөклө борос, тоҙ, шәкәр, туралған йәшелсәләр һәм алманы һалғас, аҙыраҡ һыу өҫтәйбеҙ. Ул ҡайнап сыҡ­ҡас, утын кәметеп, 20 минут бе­шерәбеҙ, унан аш һеркәһе эссен­цияһы ҡушҡас, тағы 10 минут тотабыҙ. Әҙерләмәне стерилләнгән банкаларға тултырабыҙ. Ҡапҡастарын япҡас, баш­түбән әйләндереп, төрөп ултыртабыҙ.

Дөгө һәм 
йәшелсәләрҙән 
турист ашы

Уны әҙерләү өсөн 0,5 стакан дөгө, 250 г татлы борос, 250 г һуған, 250 г кишер, 500 мл томат һуты, 40 г шәкәр, 0,5 ҡалаҡ тоҙ, 25 мл туғыҙ процентлы аш һеркәһе, 125 мл көнбағыш майы алына.
Барлыҡ йәшелсәне йыуып та­ҙартабыҙ. Һуған менән татлы боросто ту­райбыҙ, кишерҙе ҡырғыстан ҡырабыҙ. Ә дөгөгә   ҡайнар һыу ҡойоп,  15 ми­нутҡа ҡалдырып торабыҙ. Һуңынан аҡҡан һыу аҫтында йыуабыҙ.
Томат һутын үҙебеҙгә лә эшләргә була. Бының өсөн помидорҙарҙы ит турағыстан үткәрәбеҙ. Тыштары ҡаты булһа, уларҙы эҫе һыуға тығып, унан һыҙырабыҙ.
Томат һутын утҡа ултыртып  ҡайнатҡас, йәшелсәләрҙе һалып болғатабыҙ. Көнбағыш майы, тоҙ, шәкәр ҡушабыҙ ҙа, тағы ҡайнатабыҙ.   Унан әҙерләгән дөгөнө  өҫтәйбеҙ. Ҡайнап сыҡҡас, талғын ғына утта               1 сәғәт ултыртабыҙ. Турист ашы  әҙер, аш һеркәһе һалып, болғатып,  стерилләнгән банкаларға тултырып, ҡапҡас менән ябып ҡуябыҙ. 

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА әҙерләне.

Читайте нас