

Итле солянка
500 г һөйәкле итте 2,5 л һыуға һалып, талғын утта ике сәғәт бешерергә. Бешкән итте һурпанан алып, һөйәгенән таҙартырға ла, өлөштәргә турарға.
2 баш һуғанды турап, 3 ҡалаҡ майҙа еңелсә ҡыҙҙырырға. Уға 2 ҡалаҡ томат пастаһы, 3 тоҙло ҡыяр, 100 мл һурпа һалып, бер аҙ бешерергә. Был массаны һөҙөлгән һурпаға һалып, утҡа ҡуйырға. Туралған ит, 100 г кипкән ҡара емеш, самалап тоҙ, лавр япрағы һалып, 5 минут бешерергә. 300 г итле ризыҡтарҙы (колбаса, ыҫланған ит, сосиска, тел һәм башҡалар) турап өҫтәргә һәм аш әҙер булғансы (тағы ла 5 минут тирәһе) ҡайнатырға. Табынға биргәндә һәр тәрилкәгә йоҡа ғына итеп теленгән лимон киҫәге, 2 – 3 зәйтүн емеше, 2 ҡалаҡ ҡаймаҡ һалып бирергә кәңәш ителә.
Ҡыҙҙырылған
балыҡ
4 ҡалаҡ онға тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр һалып бутарға. 600 г балыҡты (камбала йәки палтус) өлөштәргә бүлеп, онда әүәләп, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға.
Тәрилкәгә балыҡты һалғас, өҫтөнә ярым түңәрәкләп турап ҡыҙҙырылған һуған (200 г) һибергә. Табынға ҡыҙҙырылған картуф һәм йәшел тәмләткестәр менән бирергә.
Манты
500 г иләнгән онға 1 стакан йылы һыу, 1 йомортҡа, 3 ҡалаҡ көнбағыш майы, 2 ҡалаҡ майонез, 1,5 балғалаҡ тоҙ һалып, ҡамыр баҫырға. Эслекте әҙерләгәнсе уны полиэтилен ҡапсыҡҡа төрөп, һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Эслек өсөн 300 г үткәрелгән ит, ваҡлап туралған 3 – 4 картуф, 2 һуған, 100 грамм һарыҡтың йә ҡаҙҙың эс майы, яртышар балғалаҡ борос, тоҙ һәм кориандр, 40 – 50 мл һыу кәрәк. Уларҙың барыһын бергә ҡушып, яҡшылап бутарға.
Ҡамырҙы йоҡа итеп йәйеп, уны эре шаҡмаҡтарға ҡырҡырға һәм эслек һалып, манты бөрөргә. Манты бешерә торған һауыттарҙы майлап, мантыларҙы теҙергә. Уларҙы быуҙа 40 – 45 минут бешерергә.
Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.