Махсус биттәр
5 Август 2023, 02:00

Етем бәпкә

* * *

– Төндә яҙғанға ғәфү ит, шул тиклем эсем бошоуға сыҙай алмай, һиңә яҙып ултырыуым, - тип башланған яҙманың авторы, минән кесерәк йәштәге ҡатын, ысынлап та, төнгө сәғәт икелә яҙған ине. – Иремдең үлеменән һуң айный алмай, шаңҡып йөрөгән сағым. Шундай ҙа ҡыйын булыр икән...
– Ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам, – тип бүлештем. – Яҡындарҙы юғалтыу ҡай­ғыһын кисергән кешемен, шуға хәлегеҙҙе бик яҡшы аңлайым... Ирегеҙҙең үлеменән һуң күпме ваҡыт үтте?
– Ярты йылдан ашыу элек китеп барҙы, мин ситкә тибелгән етем бәпкә кеүек тороп ҡалдым... Депрессиянан сыға алмайым. Иремдең әйберҙәрен алам да, фотоһына ҡарап һөйләшәм, ултырып йырлап алам, шунан илай башлайым, тағы һөйләшәм. Аҡылдан яҙған һымаҡмын... 
– Яңғыҙлыҡта ҡалмағыҙ, моғайын, ба­лаларығыҙ барҙыр бит, кеше менән ара­лашығыҙ, үҙегеҙҙе эш менән әүрәтегеҙ. 
– Эй-й, ҡулға эш бармай, баҡса шул көйө ята, эшкәртелмәй, бер ни сәселмәй. Балаларым да юҡ... 
Шулай төн уртаһында Тамара* үҙенең яҙмышын бәйән итеп, күңелен бушатты: 
– Ирем минән күпкә, 26 йәшкә, өлкән булды. Ирҙе баҫып алды, һәйбәт ғаиләне тарҡатты, тип мине күптәр яманлап бөттө, ләкин беҙ  Нәғим менән танышҡанда, улар ҡатыны менән бергә йүнләп йәшәмәй ине, тиһәң дә була. Һәр хәлдә айырым йоҡлағандар. Ир менән һис ҡасан айырым йоҡларға ярамай. Ул мотлаҡ һәр ваҡыт һинең тәнеңдең йылыһын тойоп, тын алышыңды ишетеп йоҡларға тейеш, юғиһә, һыуынырын көт тә тор. Нәғим менән егерме йылдан ашыу бергә ғүмер иттек, гел дә тик бер түшәкте бүлештек. Әле һалҡын түшәктә урын, толҡа тапмайым, йоҡлап ятҡанда ла ҡулдарым Нәғимде эҙләй... 
Мин 14 йәшемдән тик өлкән егеттәр менән ҡыҙыҡһындым, синыфташтарҙы эшкә лә һанаманым. Тәүге йөрөгән егетем дүрт йәшкә өлкәнерәк булды. Ярты йыл йөрөгәс, уны армияға оҙаттым да, хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан иң “текә” егеттәрҙең береһе Рафаэль менән таныштым. Ул дыуамалыраҡ холоҡло булһа ла, матур итеп йөрөнөк. Дөрөҫөн әйткәндә, үҙенән бигерәк мотоциклы ылыҡтырҙы. Бер көндө ул мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Әсәһенең тыуған көнөнә. Шунда тәүге тапҡыр буласаҡ иремде – 40 йәшлек Нәғимде күрҙем. Ҡуйы сәсле, ҡыр моронло сибәр ир күлдәгенең еңен төрөп алғайны. Йөрәгем елп-елп килде.
– Буласаҡ килен инде һин, тимәк?! – тип ҡулын һуҙҙы миңә. Мин иҫем китеп торған арала, Рафаэль билемдән ҡосаҡлап, ауыҙын йырҙы:
– Эйе, Нәғим ағай! 
Тауышы гөрһөлдәп торған сибәр ағайҙың исеме йыр кеүек яңғыраны, үҙе кәртинкә кеүек күренде. Уның тулы ғына кәүҙәле ҡатыны ла бик ныҡ һылыу ине. Игеҙәк ҡыҙҙары, бер улдары бар, өсөһө лә минән өлкәнерәк. Табын артында бурҙаттай ҡыҙарып, йүнләп һөйләшә лә, ашай ҙа алмай ултырҙым – Нәғимгә тәү күреүҙән үлгәнсе ғашиҡ булғайным. Рафаэлдең ҡайғыһы китте, шулай ҙа уның менән араны ҡапыл өҙмәнем. Нәғим тураһында белешергә, уның менән һирәк-һаяҡ булһа ла күрешергә форсатты Рафаэль аша эҙләнем. Әммә яратмаған кеше менән оҙаҡ йөрөп булманы, күҙем алдында берҙән-бер Нәғим генә ине. Рафаэль менән ташлашҡандан һуң ул әллә ни ҡайғырып та йөрөмәне, буғай, мәҙәниәт йортонда эшләгән бер ҡыҙҙы ҡаратып алды ла, тиҙҙән өйләнештеләр. Ә мин мәктәптә уҡыуҙы дауам иттем, баскетбол, волейбол секцияһында шөғөлләндем, бер кем менән дә сыуалманым, үҙемде Нәғимгә һаҡланым. Ул уй миңә ҡайҙан килгәндер, әйтә лә, аңлата ла алмайым, әммә беҙҙең бергә булырыбыҙға бар күңелем менән ышанып, инанып йәшәнем. Ауыҙ асып бер һөйләшмәгән кешегә ымһынып йөрө әле... Ни бары бер һүҙ ҡушыуы, усымды йомшаҡ ҡына итеп ҡыҫыуы алты йылдан ашыу хыялланып йөрөргә тулайым етте. 
Мәктәпте уңышлы тамамлап, юғары уҡыу йортона уҡырға индем, тырышып белем алдым. Практикаға Нәғим эшләгән урынға килдем. Ул тәүҙә мине таныманы, аҙаҡ, үҙемде танытҡас, гөрһөлдәтеп көлөп, иңбашымдан ҡосаҡлап уҡ алды:
– Килен булманың инде һин, тимәк?!    
Бөтә батырсылығымды йыйып, күҙ­ҙәренә тура ҡараным:
– Мин һеҙҙеке булырға теләнем һәм... теләйем...
Ҡуйы сәсе саллана башлаған Нәғимдең иң күркәм сағы, минең еләктәй бешкән мәлем. Бер-беребеҙгә тартылдыҡ. Ләкин мин диплом алғанға тиклем осрашып йөрөүебеҙҙе йәшерҙек. Нәғим ике арала янды. Бер яҡтан уны ғаиләһе алдында бурыс тотһа, икенсе яҡтан миңә булған һөйөүе үлсәүгә һалынғайны. Ике тапҡыр ауырымды алдырҙым. Тәүгеһендә, әле иртә, бала тыума булһынмы, бергә йәшәй башлағас, никахҡа ингәс табырға өлгөрөрһөң, тип Нәғим алдырттырҙы. Икенсеһендә, һаман да ҡатыны менән бергә ҡалыуына үсегеп, үҙем абортҡа барҙым. Операциянан һуң үлә яҙып ятҡанда ташлашырға ла уйлағайным, ҡатыны беҙҙең турала белеп ҡалып  донъя болғатты, ғауға ҡуптарҙы, Нәғимде ҡыуып сығарҙы. Игеҙәктәре килеп, мине туҡмарға маташты.  Ошо мәхшәр эсендә ҡаңғырышҡанда Нәғим, ниһайәт, бер сумка әйбер менән өйөнән сығып китеүе хаҡында әйтте:
– Шыр хәйерсене ҡабул итһәң – итә­һең... Бөтә нәмәне өйҙәгеләргә ҡалдырҙым.   
Ҡыуылып сыҡтым, тимәне, мин дә өн­дәшмәнем. Нәғим бөтә йыйған мал-мөл­кәтен балаларына яҙғас, тәүге йылдарҙа етешһеҙлектә йәшәнек. Өсөнсө тапҡыр ауырға ҡалғас, Нәғим, әле бала ҡай­ғыһымы, әҙерәк аяҡҡа баҫайыҡ, тине. Аҙаҡ инде ауырым төшөп тик торҙо. Аборттарҙың эҙемтәһе... Һинең арҡала әсә булыу бәхетенән мәхрүм ҡалдым, тип бер ваҡытта ла иремә үпкә һүҙен белдермәнем. Сөнки бында бит үҙемдең дә ғәйеп бар. Бала табам тигән кеше бер нәмәгә ҡарамай, тота ла таба. Аҙаҡ уны нисек үҫтерермен, ниндәй аҡсаға, ҡайҙа йәшәрмен, тип уйлап та бирмәй. Ошоға тиклем, уртаҡ балабыҙ юҡ, тип уйлап та ҡуйманым, ә хәҙер, һөйөклө Нәғимемдең төҫө булған балаларға бауырымды баҫыр, шуларға әүрәп йәшәр инем, тип илайым да илайым. Былай ҡайғыға батып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмаҫ инем.   
– Тормошто балаларға ялғап алып китәһең шул, – тип Тамараны ихлас күңелдән йәлләнем. – Һеҙ әле ҡарт түгел бит, нисек тә булһа, үҙегеҙҙе ҡулға алып, депрессияны дауаларға, артабан йәшәргә кәрәк. Бик тә булмаһа, бәлки ата-әсәйегеҙ янына ҡайтып килерһегеҙ?! Тыуған өйҙөң  хатта стеналары ла дауа көсөнә эйә.
– Әсәйем мине әрләүҙән бушамай ул, – Тамара илаған йылмайсыҡ ебәрә. – Ә атайым... ә атайым юҡ. Үҙемде иҫләгәндән алып, Фәнис тигән кешене “атай” тип үҫтем. Беренсене тамамлаған йылды әсәйем менән шул атайым тигән кеше айырылыштылар ҙа, беҙ әсәйем менән май аҙағында өләсәйҙәргә күсеп ҡайттыҡ. Эй-й, атайымды һағынам, түҙер әмәл юҡ. Ул шундай күңелсәк, һәйбәт кеше, уҫал ғына әсәйемдән мине гел дә яҡлашты, ҡарап ҡына йөрөттө, “ҡыҙым” тип өҙөлөп торҙо, тип уйлайым. Нишләп ул килмәй, мине һағынмаймы икән, тип аптырап, үҙемдең һағыныуым тамам үҙәккә үткәс, атайым янына сыҡтым да киттем бер көндө. Әсәй магазинда эшләгәс, көн оҙоно шунда, өләсәй мине күрмәй ҙә ҡалды. Юлды яҡынса ғына беләм. Бер ҡайҙа ла боролмай, тик оло юлдан барырға кәрәклеген иҫләйем. Ә ике ауыл араһы байтаҡ ҡына ул. Машиналарҙы күрһәм, юлдан аҫҡа йүгереп төшәм, мине алып китеп бармаһындар, тип шөрләйем. Ҡурҡа-ҡурҡа йүгерә-атлап, әлһерәп барып еттем. Үҙебеҙҙең элекке өйгә барып, ҡапҡаны асайым тиһәм, бикле. Дөбөрҙәтә торғас, ҡапҡа асылып, ҡәнәғәтһеҙлеге йөҙөнә сыҡҡан ҡатын күренде:
– Һин кем? Һиңә нимә кәрәк? 
Осло күҙҙәрҙең уғынан ҡойолоп төшөп, юғалып ҡалдым.
– Телеңде йоттоңмо әллә? Һин кем, тим?! 
– Мин – Тамара, атайым кәрәк, - тип мығырланым. 
– Нимә-ә? Бар, бар, кит, йөрөмә бында! Бер ниндәй ҙә атайың юҡ бында!
Ул мине ҡыуып ебәргәс, илап, кире ҡайтыр яҡҡа йүгерҙем. Саҡ кисләтеп ҡайтып индем, өйҙәгеләрҙән, әлбиттә, “урамда оҙаҡ йөрөгән өсөн” эләкте. Атайымды күрергә барҙым, тип бер кемгә лә әйтмәнем.
Атайымды, йәғни шул Фәнис тигән ағайҙы, бер көнгә лә онотманым. Бер йылдан әсәйем икенсе бер иргә кейәүгә сыҡты, үгәй атай мине ҡаҡманы-һуҡманы, ләкин унан ятһындым, ул миңә төптө сит кеше кеүек ҡалды. Ҡустым тыуҙы. Уны ҡарауҙы миңә йөкмәттеләр. Бер ваҡыт ҡапҡа эсендә уйнап йөрөгәндә утын­лыҡта ҡустым өҫтөнә утын ауҙарылып, ул имгәнде. Ҡустыңды ҡарамағанһың, тип әсәйем мине туҡмап ташланы. Һәм  яҡлау эҙләп атайым янына йүгерҙем. Шул саҡрымдарҙы тағы илай-илай үттем. Элекке өйөбөҙҙә шул уҡ ҡатын мине ҡаршыланы, әрләп ташланы:
– Юҡ бында һинең атайың! “Юҡ” ти­гәнде аңламайһыңмы ни? 
Был юлы ҡаршылаштым: 
– Бар! Уның исеме Фәнис! Беҙ ошонда йәшәнек!
Ул уҫал көлдө:
- Аңһыҙ бисура, һин Фәнистең үҙенең балаһы түгел, һин бит тыума! Фәнис һинең атайың түгел! Башҡа килмә лә, йөрөмә лә, был өйгә юлды онот! 
Был хәбәрҙе ишетеп, тәүҙә аңламаным, шунан шаңҡыным, аяҡтарым, гүйә, ергә ҡуша йәбеште. Ышанманым: “Нисек инде Фәнис минең атайым булмаһын, ул бит мине ярата, ҡыҙым, ти...”
Ҡарышып, һаман китмәй торғас, ҡатын сыбыҡ алып, мине шуның менән ҡыуҙы. Ҡаса бирҙем дә, яуыз ҡатын ҡапҡаһы эсенә инеп киткәс, кире килеп, мунса нигеҙенә ултырып, атайымды көтөргә керештем. Иртәме-кисме барыбер ҡайтыр,  тип көттөм. Йонсоп бөттөм, асыҡтым. Һыуһағас, колонкаға барып, һыу эсеп килдем. Ҡаҙҙарҙан ҡурҡып, таяҡ менән ҡоралландым. Кискә ҡарай көн һыуынды, өшөнөм. Атайымды көтөп, күҙем талды. Ә ул ҡайтманы ла ҡайтманы. Ямғыр һибәләй башлағас, илап ҡайтыр яҡҡа юлландым. Артыма ҡарай-ҡарай атланым, атайым ана-бына “Беларус”ында килеп сығыр ҙа, мине күтәреп алыр, ҡыҙым, туңғанһың даһа, тип күкрәгенә ҡыҫыр, тип өмөтләндем. Өмөттәрем бушҡа булды. Мине бер кем дә ҡыуып етмәне. Өйҙә лә мине бер кем дә юғалтмағайны, көтмәгәйне: әсәйем ҡустым менән дауаханала булһа, үгәй атай шыр иҫерек йоҡлап ята ине. Төнләтеп өләсәйҙәргә барып торманым, һыуыҡ, шыҡһыҙ өйҙә ас килеш йоҡларға яттым. Үҙемде етем бәпкә итеп тойҙом. Атайымдың атай түгеллеген шулай белдем.
Атаһын юҡһынған Тамараның бәләкәй сағын күҙ алдына килтереп, күҙҙәремә йәш тула: 
– Атайығыҙҙы башҡаса күрмәнегеҙме?
– Күрҙем. Кейәүгә сыҡҡас, бала сағымдың иң татлы осоро үткән ауылға Нәғим менән бергә барҙыҡ. Элекке өйөбөҙгә инергә ҡыйынһындым, әлеге лә баяғы яуыз бисә мине көтөп торалыр һымаҡ ине. Атайым менән урамда күрештек. Аҙаҡ белеүемсә, шул яуыз ҡатын әсәйем менән атайымдың араһын боҙған. Беҙ ҡайтып киткәс тә, ул атайыма көсләшеп күсеп килгән, унан ике бала тапҡан. Әсәйем, Фәнис йәшәмәҫлек кеше түгел, йәшәрлек ир ине, араны шул бисә бутаны бит, тип һөйләне. Фәнис тә мәмәй, арттан киләме, тип көттөм, шул бисәнең һүҙенән үтә алманы, килмәне, тип атайҙың күләгәһен әрләне. Үҙ атайым кем, тип һорағас, Фәнис, тип өҙә һуҡты, башҡаса төпсөнөргә йөрьәт итмәнем. Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡта ла атайым тип Фәнис күрһәтелгән бит. Алимент түләмәне шулай ҙа, әсәй юлламаны... 
Тамара Нәғим менән бергә барып, атаһы менән, ниһайәт, урамда булһа ла күреш­кәндә, мин һине һағынып, бала саҡта бында ике тапҡыр килдем, тигәс, ул аптырап китә: “Мин был турала бер ни ҙә белмәйем, әйткән кеше булманы”. Ә ниңә үҙең килмәнең, тип һорағас, ҡулдарын йәйә: “Әсәйең тыйҙы. Баланы уйла, йөрәген яралама, тине”. Тамара: “Һин, ысынлап та, минең атайым түгелме әллә?” – тигәс, уңайһыҙлана, түшен тызый: “Түгел шул, ҡалайтаһың...” Шунда ир, мин һинең ысын атайың булмаһам да, һине үҙ ҡыҙым кеүек яраттым, тиһә, Тамараның бөтә әрнеүе ҡул менән һыпырып алғандай юғалыр, күңел яралары уңалыр ине, моғайын, әммә ләкин... 
Үҫеп еткәнсе атай һөйөүенә мохтаж булғанға ла үҙенән күпкә өлкән ир менән ғүмерен бәйләгән Тамараның яҙмышы киләсәктә көйләнеп китһен инде. Тормош дауам итә һәм уның көйө үҙебеҙҙән тора.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.
* Исемдәр үҙгәртелде.
  

Читайте нас