

“Минең дә бар ине аҡҡошҡайым,
Йән дуҫҡайым, осор ҡанатым.
Әллә инде артыҡ яратҡанға
Юлдарымда уны юғалттым...”
Сәхнәнән ағылған моңло йырға әсирләнеп, күҙҙәремде йомам. Был тиклем дә матур, көслө һәм моңло тауыш булыр икән?! Баһалама ағзаһы булһам, еңеүсе итеп мотлаҡ ошо ҡыҙҙы һайлар инем. Әммә мин конкурс барышын яҡтыртырға килеүсе журналист ҡына. Шулай ҙа, баһа биреүсе профессиональ йырсыларҙың ғәҙеллегенә өмөт итәм – моғайын, Алина еңеүсе булыр...
Хәйер, бөгөн сәхнәгә сыҡҡан һәр конкурсант үҙенсәлекле һәм һәр сығыш оло еңеүгә тиң. Сираттағы эш сәфәрем республика ҡалаларының береһендә үткән конкурсҡа алып килде. Бөгөн ҙур сәхнәлә бөтә Башҡортостандан килгән таланттар көс һынаша. Тик ябай түгел улар – физик мөмкинлеге сикләнгәндәр. Мәҙәниәт һарайының өс залында барған конкурстың вокал номинацияһын һайланым. Беренсенән, йыр яратам. Икенсенән, ниәтем – йыры менән әсир иткән ошо Алина исемле ҡатын менән яҡынданыраҡ танышыу ине. Миңә уның тураһында дүрт йыл элек үк хәбәр итте ҡарттар йортонда эшләүсе танышым.
– Әгәр күңеленә асҡыс ярата алһаң, бик ҡыҙыҡлы материал эшләр инең. Һигеҙ йыл ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләгән ҡыҙ. Тик ни сәбәп менәндер аяҡтан яҙғас, туғандары унан баш тартҡан. Беҙгә әсәһе менән ағаһы үҙҙәре алып килеп ҡалдырҙы. Ҡул эштәре күҙҙең яуын алырлыҡ, бөтә бүлмәне биҙәп сыҡты. Матур йырлай ҙа, ти. Тик бына һөйләшергә теләрме инде, юҡмы – белмәйем. Беҙҙең менән дә, бүлмәләштәре менән дә аралашмай. Бер аҙ ҡырағайыраҡ... – тигәйне.
Ысынлап та, ул саҡта Алина минең менән һөйләшергә лә теләмәне. “Кемгә кәрәк минең ҡул эштәрем?! Нимәгә ул турала яҙырға йәки һөйләргә? Бер нәмәне лә үҙгәртмәй бит улар!” – тип ҡысҡырҙы ла, бүлмәһенән ҡыуып сығарҙы. Эйе, журналист булғас, төрлө хәлде күрергә тура килә. Кемдер иғтибар үҙәгендә булырға яратһа, кемдер гәзит-журналдарҙа үҙенең исем-шәрифтәрен телгә алыуға ла ҡаршы була. Ҡайһы саҡта инәлтергә яратыусылар ҙа осрап ҡуя – һалпы яғына һалам ҡыҫтырып, “майлап-баллап” ебәрһәң, тиҙ арала иреп тә китәләр. Әммә ҡайҙандыр ҡыуылып сыҡҡан юҡ ине әле. Шулай ҙа яҙмыш тарафынан ҡыйырһытылған ҡатынға үпкәләмәнем – бәлки, гәзит битендә инвалид коляскаһында ултырған фото менән сығырға теләмәгәндер.
Ярты йыл тирәһе элек ҡарттар йортонда эшләгән танышым ҡабат шылтыратты:
– Был яҡтарға юлың төшһә, беҙгә лә инеп сыҡ әле. Фәһем алырлыҡ яҙмышлы кешеләр килеп тора бит беҙгә, танышып-аралашыу ҡамасауламаҫ. Ә Алина хәҙер беҙҙең иң әүҙем тәрбиәләнеүсебеҙ булып китте: бөтә байрамды ул әҙерләй. Ауыл мәҙәниәт йортонда үткән концерттарҙа йырлай, ҡул эштәрен күргәҙмәләргә ебәрә. Әле яңыраҡ сиккән картинаһын биш мең һумға һатҡайны, шуны махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙамға ебәрҙе. Оло бер изгелек бит ул уның яғынан был эше. Үҙе ярҙамға мохтаж кеше ил яҙмышын уйлай...
Шул һөйләшеүҙән һуң йыш ҡына Алина тураһында уйлана инем. Бына уның йырлауын да ишетергә насип булды. Ысынлап та, бик талантлы ҡатын икән. Ниңә йәш саҡта махсус белем алып, йырсы булманы икән, тип уйлап та ҡуйҙым.
Был йырсы мине генә түгел, башҡаларҙы ла әсир иткәйне. Йыр тамамланыуға тамаша ҡылған һәр кем, хатта уның конкуренты булған башҡа конкурсанттар ҙа, ихлас алҡышларға тотондо.
– Афарин!
– Бына исмаһам талант!
– Һай, үҙебеҙҙең ҡыҙ бит ул! – Маҡтау һүҙҙәре лә ишетелеп ҡалды тамашасы залынан.
Алина менән икәүҙән-икәү һөйләшеү мөмкинлеге шунда уҡ булманы. Конкурсты ойоштороусылар ҡатнашыусыларға ла, килгән ҡунаҡтарға ла бай йөкмәткеле программа әҙерләгән ине, ҡунаҡхана бүлмәһенә ҡайтҡанда көн кискә ауышты. Автобустан төшөүгә Алина миңә өндәште:
– Гөлнур, әйҙәгеҙ, кафеға инеп, сәй эсеп алайыҡ. Теге юлы һеҙҙең менән танышыу бик матурҙан булманы...
Ризалаштым. Хатта кире уйламаһын, тип ҡурҡыуҙан бүлмәгә лә ҡайтып торманым, тура кафеға ыңғайланыҡ. Коляска тәгәрмәсен этеп алға барған ҡыҙҙың тиҙлегенә ҡулайлашыр өсөн бер аҙ аҙымдарымды яйлата төштөм. Ә Алина бер ниндәй тартыныуһыҙ шунда уҡ хәбәрен теҙә лә башланы:
– Эй матур икән был ҡала! Тәүге тапҡыр килеүем. Һау саҡта ла юлым төшкәне булманы. Ә мин бит элек эшем буйынса ярты Рәсәйҙе урап сыҡтым. Ҡотҡарыусы булдым бит, ҡайҙа ебәрәләр – шунда йөрөнөм. Отпуск ваҡытында шифаханаларға юллама бирәләр ине. Тик бына хәҙер ошо тимер атҡа бәйле ултырам инде, рәхәтләнеп йөрөп булмай. Үҙемде әрләп бөтә алмайым, бөтә донъяға асыуланып йөрөп, өс йыл ғүмеремде әрәм иткәнмен бит! Йүгереп йөрөгән ерҙән аяҡһыҙ ҡалыу минең өсөн оло һынау булды. Бер осор үҙ-үҙемә ҡул һалырға ла уйлап бөттөм. Шат, бәхетле кешеләрҙе күрһәм, аҡылдан шашыр хәлгә етә инем. Һеҙ килгәндә лә асыу ҡабарған саҡ ине. Йылмайып килеп индегеҙ ҙә, бер ни булмағандай һөйләшә башланығыҙ. Ә мин аңлай алмайым – нисек инде минең аяҡһыҙ ултырғанды бөтә донъяға һөйләргә була!? Әҙәм көлкөһөнә ҡалдырырға итәме, тип тә шикләндем. Тиң, яҡын күреп өндәшкәнеңде, миндә ғәрип кеше күрмәүеңде хәҙер генә аңлайым. Ә ул саҡта нимәлер аңларлыҡ халәттә түгел инем. Ғәфү ит, йәме.
– Юҡ, Алина, һинең ғәфү үтенерлек бер ниндәй ҙә ғәйебең юҡ. Насар уй башыңа ла килмәһен.
– Ғәйебем юҡтыр, бәлки. Тик ул саҡта асыуым эсемә һыймай ине. Үҙең уйлап ҡара: ғүмер буйы туғандарымдан да, яҙмыш тарафынан да иркәләнеп кенә йәшәнем. Өс малайҙан һуң көттөрөп кенә тыуған берҙән-бер ҡыҙ бала булдым ғаиләлә. Ата-әсәйем өрмәгән ергә ултыртманы. Бигерәк тә атайым мин тип өҙөлөп торҙо. Хәҙер уйлайым да, ул иҫән булһа, бәлки, мине ҡарттар йортона тапшырмаҫ та ине. Тик ул миңә 22 йәш тулғанда юл фажиғәһенә эләгеп вафат булды. Мәктәпте тамамлағас, тәүҙә физкультура техникумына уҡырға ингәйнем. Бала саҡтан тиктормаҫ, шаян булдым, дәрестәр бөткәнсе тик ултырыуҙан арып китә инем. Дөрөҫөн әйткәндә, бейеүсе булырға теләнем. Әммә беҙҙең мәктәптә бейеү түңәрәге булманы. Ә спорт секциялары гөрләп эшләне. Техникумды бөткәс, бер генә юл бар ине – уҡытыусы булырға. Барыһын да осраҡлылыҡ хәл итте.
Дәүләт практикаһы үтергә үҙебеҙҙең районға ҡайттым. Апрель аҙағында янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы икән. Район хеҙмәткәрҙәре спартакиадала ҡатнашырға тейеш булған да, командалағы бер ҡыҙ ауырып киткән. Йәштәр бүлегенән шылтыратып, уның урынына миңә барырға ҡуштылар. “Янғын буйынса үҙҙәре эшләрҙәр. Ә һиңә йүгерергә, йөҙөргә һәм беренсе ярҙам күрһәтергә генә кәрәк буласаҡ”, – тинеләр. Кис әйттеләр – иртә таңдан Өфөгә юлға ла сыҡтыҡ. Барғансы бер аҙ янғын хәүефһеҙлеге буйынса инструктаж алдым, техника мөмкинлектәрен өйрәнгән булдым.
Ярыш күңелле булды, алдынғылыҡты алмаһаҡ та, аҙаҡҡа ла ҡалманыҡ. Мин еңел атлетика буйынса беренсе урынды алғас, командалағы ағайҙар: “Ярай, исмаһам, янғын сыҡһа ҡасып ҡотола алаһың икән”, – тип көлөштө. Ә миндә шул көндән башлап ҡотҡарыу хеҙмәтендә эшләргә тигән теләк уянды. Байрам күңелле үткәнгә түгел, әлбиттә. Әммә унда ҡатнашҡан һәр район командаһындағы дуҫлыҡҡа иҫем китте. Ундағы һәр кеше бер-береһенә күҙгә күренмәҫ еп менән бәйләнгән кеүек ине. Шул турала әйткәс, Инсаф тигән ағай көлөп ебәрҙе:
– Эй, һылыу, беҙ әле бында уйын-көлкө менән шулай дуҫ тойолабыҙ. Ә эштә беҙ икеләтә дуҫ һәм татыубыҙ. Беребеҙ өсөн беребеҙ үлербеҙ, тип йырҙа ғына йырлап йөрөмәйбеҙ ул. Тормоштан алынып йырлана бит ул йыр ҙа. Ғәлимйән тигән ағайҙы былтыр саҡ хаҡлы ялға оҙаттыҡ. 62 йәш тулһа ла, эшләп йөрөнө. “Һеҙ әле молодняк, самай йәшәр сағығыҙ!” – ти ҙә янғынға тәү башлап үҙе ташлана торғайны. Аллаға шөкөр, үлем осраҡтары булманы. Әммә эш бит хәүефле, бер яңылышлыҡтан әллә нимәләр булыуы бар. Күп тапҡыр тән бешереп, дауаханала ятырға ла тура килә. Ғәлимйән ағай ул йәһәттән рекорд ҡуя алыр ине. Оло хөрмәт менән оҙаттыҡ ялға. Тик һаман тынғы белмәй, ҡайҙалыр янғын булғанын белһә: “Теүәлһегеҙме?” – тип шылтырата һала. Бына ул ысын дуҫлыҡ, туғанлыҡ ҡайҙа?! – тип ҡуйҙы.
Был һүҙҙәрҙән һуң янғын һүндереү хеҙмәткәрҙәренә хөрмәтем тағы ла артты. Дәүләт практикаһын уңышлы тамамлап, имтихандарҙы ла яҡшы билдәләргә генә тапшырҙым. Төркөм кураторына хыялым тураһында һөйләгәс, ул миңә Екатеринбург ҡалаһында яңы асылған Урал дәүләт Янғынға ҡаршы хеҙмәт институтына барырға тәҡдим итте. Шулай итеп, тормошом ҡырҡа үҙгәрҙе.
Юғары белем алғас, Өфөгә эшкә ҡайттым. Тик оҙаҡ эшләп булманы. Нервы ауырыуынан аяҡтарым ауырта башланы һәм берҙән-бер көндө атлай алмаҫ булдым. Тынғыһыҙ эш, вафат булған кешеләр өсөн өҙгөләнеүҙәр эҙһеҙ үтмәне. Бәлки ауырыу башланған саҡта уҡ етдиерәк булһам, һаулыҡҡа иғтибар бүлһәм, былай булмаҫ ине. Ә мин, йәшлек менән һаулыҡты мәңгелек әйбер, тип ҡабул иттем һәм бер ваҡытта ла ошолай кеше көнлө булып ултырырмын тип уйламаным.
(дауамы киләһе һанда).
Гөлнур ҠЫУАТОВА.
Уға тиклем мин барыһынан да яратылып, иркәләнеп йәшәй инем. Өс ағайым ҡурсып ҡына буй еткертте, бер кемдән ауыр һүҙ ишеттермәне. Үҙ-ара дуҫ, татыу булдыҡ. Әсәйем менән атайым да мин тип өҙөлөп торҙо. Эшләй башлағас, тапҡан-таянғанымды башлыса туғандарыма тотондом. Ағайҙарым ғаилә ҡорғайны инде, икенсеһе фатир алды, береһе яңы йорт һала башланы. Кесеһе машина алырға ҡыҙыҡты. Әсәйем, быуындарым һыҙлай, тип йыл аша “Янғантау” шифаханаһына бара торғайны. Эш хаҡым ҙур, квартал һайын премия яҙалар. Барыһы ла минән бурысҡа аҡса һорай. Фатирлы, ғаиләһе булмаған кешенең мохтажлығы юҡ, тип уйлағандарҙыр. Һәм улар хаҡлы ла: сит илдәр тип ҡыҙыҡманым, алтын-көмөш биҙәүестәргә битараф булдым, затлы кейем кейеп йөрөрлөк ерҙәр ҙә юҡ – өй ҙә эш. Фатирҙы эштән бирҙеләр, ә машинаны урта класлыһын алдым.
Өс йыл дуҫлашып йөрөгән егетем дә бар ине. Ике яҡ туғандар менән танышып, көҙгөлөккә туй үткәрергә, тип план ҡорғайныҡ. Тик мин аяҡтан ҡалғас, барлыҡ тормошом селпәрәмә килде. Иң тәүҙә һөйгән егетем Ринат ташланы. Йыуатып та, хәлемде аңларға тырышып та торманы. Мин дауаханала саҡта фатирымдағы ҡайһы бер шәхси әйберҙәрен килеп алған да, телефондан: “Был осраҡта беҙ бергә була алмайбыҙ”, – тип хәбәр генә ебәрҙе. Килеп, хәлемде лә белмәне исмаһам. Аҙаҡ, дуҫтарым әйтеүенсә, ул диагнозымды интернеттан уҡып, аяҡҡа баҫа алмаясағымды белгән икән. Ысынлап та, табиптар минең ҡасан да булһа атлап китеремә ышаныс белдермәй. Иң яҡшы осраҡта ла, ике таяҡҡа таянып хәрәкәт итәсәкмен.
Икенсе һынау мине дауахананан сығыр алдынан көткән икән. Быға тиклем мин тип өҙөлөп торған ағайҙарымдың береһе лә килеп алырға теләмәне. Береһе, үҙем ауырыйым, тине. Икенсеһе командировкаға юлланған икән. Ә өсөнсөһөнә шылтыратҡас: “Ауылдан сығырға аҡсам юҡ”, – тип яуап бирҙе. Фатирыма ҡайтып булмай, сөнки үҙемде үҙем ҡарай алмайым. Ярай, хеҙмәттәштәрем эштән машина белешеп, ауылға тиклем алып барырға килешкән. Тыуған йортта ла аңлау һәм иғтибар булманы. Әсәйем ике ай тирәһе сабыр ғына мине ҡараны. Көтөлмәгән һынауҙан һәм күп уйланыуҙан депрессияға бирелгәнде иҫәпкә алмағанда, кешегә артыҡ һалышып ултырманым. Аяҡтар йөрөмәһә лә, баш эшләй, ҡулдар эшкинә. Ашарға бешерәм, керемде йыуам, ҡул эшенә өйрәнеп алдым. Компьютер курстарында уҡып, яңы һөнәр үҙләштерергә лә уйлай башланым. Тик берҙән-бер көндө әсәйем шаҡ ҡатырғыс хәбәр һалды:
– Мин әле йәш, шәхси тормошомдо уйларға кәрәк. Артабан һине ҡарай алмайым, – тине ул.
– Бер үҙем йәшәй алмайым бит, нимә эшләргә һуң миңә?
– Үҙ фатирың бар, шунда ҡайт. Инвалидлыҡ буйынса пенсия сыҡты, ҡараусы ла тейеш. Моғайын, ҡараған кешегә өҫтәп түләр өсөн йыйынтыҡ аҡсаң барҙыр, эш хаҡың ҙур булды...
Уның шулай тыныс ҡына һөйләп тороуы асыуымды килтерҙе:
– Мин нисек аҡса йыяйым, һеҙ дүртегеҙ дүрт яҡтан ай һайын һоранып торҙоғоҙ! Һау саҡта аҡсам булғанда ярата инегеҙ, ә хәҙер үҙем ярҙамға мохтаж булғас, берегеҙгә лә кәрәкмәйемме?
Ике ай эсендә ауылдағы ағайым бер тапҡыр ғына килеп хәлемде белде. Ситтә йәшәгәндәре бер нисә тапҡыр шылтыратты. Күңелем ҡалды, бәғерем ҡатты уларға ҡарата. Ярай, әсәйем фатирыма алып барып ташламаны, кешеләр аша һорашып, ҡарттар йортона урынлаштырҙы. Минең хәлдә инвалидтар өсөн махсус интернат кәрәк тә бит, тик беҙҙең төбәктә ул юҡ. Белмәгән яҡҡа китке килмәне. Кешелә өмөт тигән нәмә лә бар бит – яҡындараҡ булһам, туғандарым килеп йөрөр, минең хәлде белеп торор, тип өмөтләндем. Урынлашҡан йорттан тыуған ауылым 150 саҡрым ғына. Машиналы ағайымдарға килеп китергә ярты көн ваҡыт етә, әммә килергә теләктәре генә юҡ. Хатта шылтыратҡанымда ла теләр-теләмәҫ кенә һөйләшәләр.
Бер-бер артлы килгән шул һынауҙар, бәхетһеҙлектәр мине һындырҙы, тип әйтергә лә була. Туғандарыма ғына түгел, бар донъяға асыулы инем. Уларҙың үсен башҡаларҙан алырға тотондом: кешеләр менән дорфа һөйләштем, тиҙ ҡыҙып барыусан булып киттем, ҡарттар йортондағы хеҙмәткәрҙәр, тәрбиәләнеүселәр менән аралашыуҙан баш тарттым. Бер осор хатта үҙ-үҙемә ҡул һалырға ла уйлай башланым. Тик уның өсөн дә батырлыҡ кәрәк икән, уйымды тормошҡа ашыра алманым. Бәлки, күңел түрендә йәшәргә теләк көслө булғандыр, сөнки бар донъянан ваз кискәндә үлем ҡурҡытмайҙыр, тип тә уйлайым.
Шулай дүрт йыл тирәһе бер бүлмәгә бикләнеп, аралашмай, донъяның тик ҡара төҫтәрен генә күреп йәшәнем. Бер заман мине интернет аша Өфөнән бер ҡыҙ бала табып алып, рәхмәт һүҙҙәре яҙҙы. Ҡасандыр уны янғындан ҡотҡарғанмын икән. “Апай, мин һеҙҙең менән ғорурланам һәм тере ҡалыуым өсөн рәхмәтлемен. Беләм, минең кеүектәр тормошоғоҙҙа күп булғандыр. Шуның менән бәхетлеһегеҙ ҙә. Эшегеҙгә яуаплы ҡарап, үҙ ғүмерегеҙҙе аямай, башҡаларҙыҡы өсөн көрәшеү күптәрҙең ҡулынан килмәй. Белегеҙ, ер йөҙөндә һеҙ ҡотҡарған йөҙҙәрсә ғүмер бар. Шуларҙың береһе мин! Янғын хеҙмәтендә эшләргә ҡыйыулығым етмәй, шулай ҙа кеше ғүмере өсөн көрәшергә булдым – медицина институтына уҡырға инем. Ҙур рәхмәт һеҙгә!” – тип яҙғайны ул. Был хатты ҡат-ҡат уҡыным, илап та алдым. Һәм күңел түрендә ниндәйҙер көс барлыҡҡа килгәндәй булды.
Хоҙай бит миңә 35 йыл бәхетле ғүмер бүләк итте. Уға тиклем башҡа кешеләр кеүек матур ғаиләлә үҫтем, белем алдым, һөйгән кешем менән бәхетле миҙгелдәр кисерҙем. Яратҡан эшем булды. Һигеҙ йылда күпме ғүмерҙе ҡотҡарырға, күпме кешенән рәхмәт һүҙҙәре ишетергә тура килде. Бер шулай 60 йәштәр тирәһендәге ҡатынды хеҙмәттәшем менән янған йорттан сығарҙыҡ. Тәненең 50 проценты бешкәйне. Бөтә мөлкәте юҡҡа сыҡты. Әммә ул йәшәүҙән ваз кисмәне – бөгөнгө көнгә тиклем иҫән. Яңы йорт һалырлыҡ мөмкинлеге лә, һаулығы ла юҡ. Ул да ҡаты бәғерле туғандарының, балаларының береһенә лә кәрәкмәне. Ике-өс урында иҙән йыуып, туҡталыштарҙы таҙартып йән аҫрай. Ә мин ни өсөн үҙемде донъялағы иң бәхетһеҙ кеше итеп тойорға тейеш һуң? Эйе, һаулыҡты юғалттым, әммә хәлем бит үлемесле түгел! Ғүмер бит илап ултырһаң да, уйнап-көлһәң дә үтә. Яйлап кешеләр араһына сыға, аралаша башланым.
Туғандарымдың барыһы ла һәйбәт. Әсәйем ҡабат кейәүгә сыҡты, бәхетле ғүмер кисерә. Өс ағайымдың да ғаиләһе бар, балалар үҫтерәләр. Ринат та икенсе ҡыҙ менән ғаилә ҡорған. Бәхетлеләр бәхетһеҙҙәргә ваҡыт әрәм иткеһе килмәй – был тормош ҡануны, ысынбарлығы. Шуға күрә мин уларҙың барыһын да ғәфү итәм. Мөмкинлегем булғанда ярҙам иттем – был минең теләк булған. Ә уларҙа ундай теләк юҡ. Аллаһы Тәғәлә бит улар урынына изге кешеләрҙе юлыма сығарҙы.
Ҡарттар йортондағы һәр хеҙмәткәргә һәйкәл ҡуйыр инем. Шул тиклем изге күңелле, ярҙамсыл, оло йөрәклеләр. Шәхсән минең менән күпме хитландылар, ә бер тапҡыр ҙа тауыш күтәрмәнеләр, ҡарауҙан баш тартманылар. Ә ҡарттар йортондағы һәр тәрбиәләнеүсе көйһөҙ бала кеүек булып китә, ни тиһәң дә оло кешеләр бит. Мин уларға аҡса түләмәйем, тулыһынса хөкүмәт ҡарамағындамын. Ә унда йәшәгән әбей-бабайҙарҙың һәйбәтлеген белһәң! Бер-береһенең хәлен белеп, ярҙам итешеп йәшәйҙәр. Минең сигергә, бәйләргә яратҡанды белгәс, күмәкләп төҫлө еп, туҡыма алып бирәләр. Ҡул эшенә өйрәнеп тә маташтылар. “Ҡыҙыбыҙ”, – тип кенә йөрөтәләр, серҙәрен һөйләйҙәр. Тыуған йортомдо ла, туғандарымды ла ошо ҡарттар йорто алыштырҙы. Тағы ла мин бит хыялымды тормошҡа ашырып, компьютер белгесенә уҡып йөрөйөм. Йыл ярымдан икенсе юғары белемгә диплом аласаҡмын. Донъяла барыбер изге күңелле кешеләр күберәк ул. Закон буйынса икенсе юғары белем кемгә булһа ла түләүле булырға тейеш. Ә минең 1-се төркөм инвалиды икәнлегемде белгәс, университет етәкселеге төрлө юлын табып, мәрхәмәтлек фонды аша бушлай уҡыта. Матур йырлауымды белгәс, ошондай конкурстарҙа ҡатнаштыра башланылар. Бер нисә тапҡыр Өфөлә лә сығыш яһаным. Әлеге мәлдә үткән тормошома байҡау яһайым да, бер генә үкенесем бар. Уҡыу, яратҡан эш тип бирелеп йөрөп, шәхси тормошома ҡул һелтәп ҡарағанмын. Иртәрәк кейәүгә сыҡһам, әлеге мәлдә янымда көс-ҡеүәт биреп торған балам булыр ине.
Өфөләге фатирымда оло ағайымдың ҡыҙы йәшәй ине. Ике йыл элек асҡысты үҙемә алып, уны ышаныслы риэлтор аша ҡуртымға бирә башланым. Ҡаланың ойошмалары сайттар булдырыуға заказдар бирә, пенсия аҡсаһы ла килеп тора. Интернет аша былтыр медицина ҡағыҙҙарымды Израилдәге бер клиникаға ебәргәйнем, тулыһынса тикшеренеү үтергә үҙҙәренә саҡырҙылар. Һөҙөмтәләре ышаныс бирһә, операция яһаясаҡтар. Ирекмәндәр аҡса йыйыу иғлан итергә тәҡдим итте, баш тарттым. Мөмкинлегем булғанда үҙем тырышып ҡарайым, – тип һүҙен тамамланы Алина.
– Шулай ҙа баш тартмаҫҡа ине. Ышанам, күптәр һинең кеүек изге күңелле, әммә ярҙамға мохтаж кешегә аҡса күсереп, үҙҙәренә сауап алырға теләр ине, – тип уны кире уйлатырға ашыҡтым.
– Бәлки, бәхәсләшмәйем. Әммә миңә ошо ауырлыҡты үҙемә еңеп сығырға кәрәк. Киләсәккә ышанысты юғалтмаҫ өсөн... Үҙемдең дә оло эштәрҙе атҡарып сыға алыуымды белеү өсөн.
Дүрт йыл элекке һәм бөгөнгө Алинаны күргән кеше булараҡ, уның был эште йырып сыға аласағына шикләнмәйем. Бөгөн минең ҡаршымда тормошҡа йылмайып бағырға, сәхнәнән йырларға һәм иң мөһиме – уға насарлыҡ эшләгән иң яҡын кешеләрен ғәфү итергә көс тапҡан ҡатын ултыра ине. Күңелен дауалар мөмкинлек тапҡан кеше, моғайын, тәнен дә дауалай алыр. Ә ауыр саҡта уны ташлаған, ҡайғы-хәсрәттәре менән япа-яңғыҙ ҡалдырған кешеләрҙе киләсәктә ниндәй һынауҙар көтөрөн бер кем дә белмәй...
Гөлнур ҠЫУАТОВА.