Махсус биттәр
31 Июль 2023, 02:00

Бәхетле булыуыңды белер өсөн күп тә кәрәкмәй

* * *

- Ирек (азатлыҡ) - иң бөйөк ҡиммәт, - ти ҡыҫҡа ҡуңыр сәсле, уртаса кәүҙәле Светлана*. – Иркең сикләнмәгән икән – һин үҙеңде хаҡлы рәүештә, бәхетле кешемен, тип иҫәпләй алаһың. Быны мин байтаҡ йылдар язаларҙы үтәү системаһында - колонияла эшләгән кеше булараҡ әйтәм.  
Кемеров өлкәһендәге төпкөл ҡасабала тыуып үҫкән Света өлкән йәштә булһа ла, төҫөн ташламаған. Ҡарашы һынсыл һылыу ҡатын тыныс тәбиғәтле, етди холоҡло. Һәр һүҙен әйтер алдынан уйлап ала. Заманында холоҡ төҙәтеү колонияһына танышлыҡ аша эшкә инеп, хеҙмәт юлын һаҡ бүлегенең кесе инспекторы булараҡ башлаған, аҙаҡ профилле юғары белем алып, отряд начальнигы булып эшләгән ҡатын ҡырҡ йәшендә башҡорт уҙаманына кейәүгә сығып, Өфөгә күсеп килгән. 
- Колонияла эшләрмен, тип башыма ла индермәнем, ҙур ҡалала йәшәргә, әртис булырға хыялланғайным, инде олоғайғас ҡына, исмаһам, бер теләгем тормошҡа ашты – матур ҡалала йәшәйем, - тип йылмайып, үҙ тормошон бәйән итте ул. – Атай йәшләй сирҙән үлде, әсәй ҡулында дүрт бала үҫтек. Ағайым армияла ашнаҡсы ҡыҙ менән танышып, шуны кәләш итеп алды ла, хеҙмәт иткән ерендә тороп ҡалды. Мин дә, мәктәпте тамамлағас та, синыфташыма кейәүгә сыҡҡайным, әммә бик тиҙ айыры­лыш­тыҡ. Ул саҡта мин сабырһыҙ, көйәҙерәк булғанмын, иремдең кәмселектәренә күҙ йомһам, ғаиләне һаҡларға була ине. Ирҙән айырылғас, кескәй улым менән әсәй янына йәшәргә ҡайттыҡ. Баламды уға ҡалдырып, ҙур ҡалаға сығып китергә, әртискә уҡырға уйлағайным да, әсәйем ризалашманы: “Үҙең тапҡанһың – үҙең ҡара улыңды”. Киноға төшөү, әртис булыу теләге шулай хыял килеш ҡалды. Әсәйем үҙ хәлен белеп-тойоп йөрөнөмө икән, күп тә үтмәне, ҡапыл ғына вафат булды. Ул донъя ҡуйғас, ҡустым менән һеңлем өсөн яуаплылыҡты өҫтөмә алып, колонияға эшкә барҙым да инде (шунда хеҙмәт иткән ике туған апайым ҡоҙа­ланы). Хыялдарҙы ситкә ҡуйып, нисек тә йәшәргә, үҙемдең улымды, ҡустым менән һеңлемде үҫтерергә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк ине. 
Тәүге тапҡыр колония биләмәһенә аяҡ баҫып, артымдан шалтырап ишек ябыл­ғас, тимер сыбыҡ, рәшәткәләр уратыуында тороп ҡалғас, эсемә һалҡын йүгерҙе. Ҡатын-ҡыҙҙар ултырған ко­лонияның барлығын бала саҡтан белеп үҫтем, сөнки ул яҡында ғына урын­лашҡан, ярты ҡасаба халҡы шунда эшләй, ә барыбер ҡурҡыныс булды. Ул өшәнесте бер ҙә онотмайым... Хөкөм ителеүселәр генә түгел, гүйә, һин дә яза үтәйһең – иркең шул уҡ тимер сыбыҡтар менән сикләнә. Пропуск менән генә тентелеп инәһең, пропуск менән генә тентелеп сығаһың, шәхси тормошҡа ваҡытың да, хәлең дә, теләгең дә ҡалмай.
Гражданкала күптәр колония менән төрмәне бутай. Язаларҙы үтәү сис­темаһында холоҡ төҙәтеү учреж­дениеларының дүрт төрө бар: тәрбиә колониялары, холоҡ төҙәтеү колониялары, төрмә һәм дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениелары. Тәрбиә колонияларына, аңлауығыҙса, бәлиғ булмағандар эләгә. Холоҡ төҙәтеү колониялары үҙҙәре дүрт типта була: колония-ауыл, дөйөм режимлы, ҡаты режимлы һәм махсус режимлы.
Тәүге тапҡыр йәки абайһыҙлығы арҡаһында енәйәт ҡылып, өс-биш йылға хөкөм ителеүселәр колония-ауылға ебәрелә. Яҡшы тәртибе өсөн дөйөм йәки ҡаты режимлы колонияларҙан да унда күсерелеүҙәре ихтимал. Дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияларында, ғәҙәттә, беренсе тапҡыр ауыр енәйәт ҡылып, ун йылға тиклем иректән мәхрүм ителгәндәр ултыра. Ҡаты режимлы колониянан йәки колония-ауылдан да унда кешеләрҙе күсереүҙәре мөмкин. Колония-ауыл, дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колониялары ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә, ирҙәр өсөн дә бар. Ә ҡаты һәм махсус режимлы холоҡ төҙәтеү колониялары тик ирҙәр өсөн генә. Дауалау-холоҡ төҙәтеү учреждениеларына туберкулез менән ауырығандар, психик тайпылыштары булғандар, алко- һәм наркобойондороҡло кешеләр эләгә.
Мин ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дөйөм режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләнем. Федераль яза башҡарыу хеҙмәтенә танышлыҡ аша эшкә инһәм дә, барыбер иләк аша үткәрҙеләр. Талаптар унда ҡаты. Мәҫәлән, берәй яҡының (ата-әсәйең, олатай-өләсәйең, бер туғаның) хөкөм ителгән булһа, һине эшкә алмаясаҡтар. Өҫ-башың бөхтә, ыҫпай булырға тейеш. Тыйнаҡлыҡ – мотлаҡ. Әйтәйек, сәсте ялбыратып, үтә сағыу төҫтәргә буяп йөрөй алмайһың, тәнеңдең күренеп торған ерендә татуировка, пирсинг тыйылған. Званиеһы булған хеҙмәткәрҙәр формала йөрөй.
Эске эштәр тәртибе ҡағиҙәләре менән таныштырып, инструктаж үткәргәндә, миңә сыҙамлылыҡ, ныҡлыҡ һәм ҡыйыулыҡ теләнеләр: “Иң мөһиме –  ҡурҡма!” Әйтеүе анһат та бит, ләкин үҙ-үҙеңде еңеүе ауыр. Бер үк кейем кейгән, баштарына яулыҡ ябынған ҡатындарҙың барыһы ла тәүҙә миндә шик, ҡурҡыу уятты. Тыштан ҡурҡыуҙы күрһәтмәһәм дә, берәйһе миңә килеп йәбешмәһә ярар ине, тип ҡотом алына торғайны. Хөкөм ителеүселәр менән артыҡ хәбәр ҡуйыртмай, һәр һүҙҙе уйлап һөйләшергә тырыштым. 
Тора-бара дөйөм һоро массаны түгел, ә айырым кешеләрҙе лә күрә башланым. Улар араһында ла төрлө-төрлө яҙмышлы, төрлө холоҡло ҡатындар бар. Күпселеге яуыз да түгел, хаталанып, колонияға эләккән. Мәҫәлән, эшләй башлаған йылды этап буйынса Алевтина исемле ҡатын килде. Эсергә әүәҫ тиран ире уны һәм балаларҙы гел туҡмаған, йәберләгән, кәмһеткән. Һәм бер көндө Алевтинаның сабырлығы шартлап һынған – ирен бысаҡ менән сәнсеп үлтергән. Бәләкәй улыбыҙҙы стенаға ҡуша һуҡҡайны, баламдың йән өҙгөс тауышынан януар кеүек иремә ташланғанмын, нисек итеп бысаҡты алғанымды, иремә ҡаҙағанымды ла иҫләмәйем, ти. Ә ниңә йүнһеҙ иргә өс бала таптың һуң, ниңә алама холоҡло булыуын белеү менән сығып китмәнең, тип һораһам, тәүҙә яҡшы яҡҡа үҙгәреренә өмөтләндем, аҙаҡ балаларым атайлы булһын, тулы ғаиләлә үҫһен өсөн түҙҙем, ти: “Хәҙер шул ҡәһәр һуҡҡыр түҙемлегем арҡаһында һап-һау үҫеп килгән кинйә улыбыҙ инвалидҡа әйләнде. Ниңә генә балаларымды алып, сығып ҡасманым икән ул ҡәбәхәттән?! Ниңә генә түҙҙем икән?!” Нервылары бөткән Алевтинаны ныҡ йәлләп, бахырҙы колония-ауылға ебәрһәләр ҙә булыр ине, тип ҡайғыра торғайным. 
Биш бала әсәһе, ҡыҙыу холоҡло, үткер Лариса бер туҡтауһыҙ иланы ла иланы, балаҡайҙарым, тип өҙөлдө. Иҫерек килеш күршеләренең һуғым итен урлаған ҡатын тәүҙә шартлы рәүештә хөкөм ителгән, аҙаҡ шул уҡ эсергә әүәҫлеге арҡаһында тамам оло бәләгә тарыған – ғаиләне комиссия тикшерергә килгәндә, участковыйға барып йә­бешкән... Шул тиклем балаларын ярата ине, бисара. Бөтә эшләп тапҡан аҡсаһын шул балаҡайҙарына ебәрҙе, тыуған көндәренә, байрамдарға бәләкәй генә булһа ла бүләктәр һалырға тырышты. Шартлы рәүештә ваҡытынан алда иреккә сығырға бар көсөн һалғайны ла, яман шеш менән ауырып китте... 
Иректән мәхрүм ителгән әсәләр өсөн иң ҡыйыны – балаларынан айырылыу. Ғәзиз улдары һәм ҡыҙҙары менән күрешеүҙәр - улар өсөн иң көтөп алынған байрам, сикһеҙ ҡыуаныс. Мин дә әсәй, шуға ла уларҙы аңлап, дәртләндереү формаһында өҫтәмә осрашыуҙар ҙа рөхсәт иткәнем булды. Шул иҫәптән, Ларисаға ла. Балалары һәйбәт, тәрбиәле ине, тип иҫләйем, әсәйҙәренең хатаһын ҡабатламаһындар инде. Эскелектән енәйәткә бер аҙым.  
Баҫалҡы, ҙур күҙле Зоя ла илаҡ булыуы менән иҫтә ҡалды. Уның өҫтөнә ҙур сумма аҡса сығып, колонияға эләккән. Күмәк хужалыҡта баш бухгалтер булып ике-өс ай ғына эшләп өлгөргән ҡатындың, ғәйебем юҡ, мине “подставили”, тип әйтеүенә ышандым. Сөнки ул, ысынлап та, бигерәк эскерһеҙ ине, асығауыҙ икәне маңлайына яҙылғайны.  
Һомғол буйлы Иринаның сағыу матурлығына күҙ ҡамашырлыҡ ине. Ә үҙе буйы менән шыр алдаҡсы. Күҙгә ҡарап – к...ә тибә, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Килеп тороп хәйләкәр. Интригалар ҡороу буйынса оҫталыҡҡа уға еткән кеше булмаҫ, тим. Мутлыҡтары өсөн ултырҙы аферистка. Бик күп кешенең аҡсаһын алдаҡ юл менән урлап, зар илатҡан. Кешеләр үҙҙәре ғәйепле, мин уларҙан аҡсаны талап алманым, алдаҡҡа ышанғандары өсөн яуаплылыҡ үҙҙәрендә, тип ауыҙ йырғаны һаманғаса күҙ алдында. Хәйер, бер ваҡыт ул да үкереп-үкереп иланы, дауылдай енләнде: иректә ҡалған хәләленең унан айырылып, йәш кәләш алғанын, бар мөлкәтте һатып, сит илгә йәшәргә күсеп киткәнен ишеткәс...   
Колонияла, ғүмерҙе ҡайтанан башлап, тормош арбаһын кирегә бороп булһасы, тип күптәрҙең илағанын күрҙем. Бына ирҙәрҙе ултыртһалар, уларға ҡатындары, әсәләре, туғандары барып йөрөй бит ул, ә ҡатындар иректән мәхрүм ителһә, яҡындары уларҙан йыш ҡына баш тарта, дуҫтары, таныштары араларҙы өҙә. Ә бит хөкөм ителгән ҡатындар ҙа ярҙамға мохтаж. Мин уларға, бирешмәгеҙ, үкенеп тә, терһәкте тешләп, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булмай, был - һеҙҙең өсөн һынау, уны ла­йыҡлы үтеп, матур тормошҡа ынтылырға кәрәк, тип әйтә торғайным. Һәр кемдең дә хаталаныуы ихтимал, ләкин һәр ваҡыт кеше булып ҡалырға, намыҫыңды һаҡларға кәрәк. Эш мәлендә, отрядтағы ҡатындарҙың берәйһе өмөтһөҙлөккә бирелеп ҡуймаһын, тип ҡурҡтым. Өмөт­һөҙлөк упҡынына батҡан, киләсәген күрмәгән кеше менән эшләүе бик ауыр...
Минең ҡул аҫтында срогын тултырған ҡатындарҙы күҙ алдынан үткәрәм дә, күптәрен ултыртмаҫ, иректә ҡалдырыр инем, тип уйлайым. Сөнки уларҙан йәмғиәткә артыҡ бер хәүеф тә юҡ ине. Хаталанған, аңһыҙлығы менән яҙыҡ юлға баҫҡан кешеләрҙе шартлы рәүештә лә, штрафтар һалып та хөкөм итеп булалыр, тим. Рецидив булған осраҡта ғына ҡатыраҡ яза бирергә кәрәктер. Хөкөм ителгәндәрҙең күбеһен йәлләнем мин. Енәйәтсе булһалар ҙа, улар ҙа кеше бит. Шуға ла кешесә мөнәсәбәттә булдым. Бер кемгә лә ундай яҙмыштарҙы телә­мәйем. Ғүмерҙең, ирекле тормоштоң ҡәҙерен белегеҙ, тип әйтер инем. Теләгән ергә барып ҡайта, теләгән кешең менән теләгән ваҡытта осраша алыуың, йәғни ирекле булыуың - үҙе бер оло бәхет. 
Бәхетле булыуыңды белер өсөн күп тә кәрәкмәй шул – урамдамы, урмандамы саф һауа һулап йөрөү йәки тап ошо мәлдә яҡындарыңды ҡосағыңа алыу ҙа етә.


Баныу Ҡаһарманова.
* - исемдәр үҙгәртелде.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас