Махсус биттәр
20 Июль 2023, 02:00

Мәкерҙән башланған тормош

* * *

Ғәлимә* мәктәпте тамамлағас, Өфөгә уҡырға инеп, фельдшер һөнәрен үҙләштерергә уйлай ҙа бит, әммә ул теләгәнсә килеп сыҡмай: әсәһе ҡапыл ауырып, түшәккә йығыла. Шуға ла ҡыҙға документтарын яҡындағы һөнәрселек училищеһына тапшырырға тура килә. Хыялы тор­мошҡа ашмаҫын аңлап, үҙен: “Уның ҡарауы, аҙна һайын ҡайтып йөрөргә ауыл яҡын, икешәр көн әсәйемдең янында була алам”, – тип йыуата. 
Сығарылыш кисәһе уҙғас та, Ғәлимә  колхоз эшенә йөрөй, үҙенә кәрәк-яраҡ ала, әсәһенә лә дарыуға аҡса етә. Бынан тыш, ҡәҙерле кешеһенә төрлө дарыу үләненән төнәтмәләр ҙә әҙер­ләп эсерә ул. Ғәлимә училищеға бар­ғансы әсәһе шәбәйеп, аяғына баҫа.
Көҙ етә. Ауылдағы йәштәрҙең ҡай­һыһы уҡырға, ҡайһыһы  эшкә таралышып, урамдар тын ҡала. Ғәлимә лә үҙенең кәрәкле әйберҙәрен төйнәп, августың һуңғы көнөндә училище ятағына барып урынлаша. Бүлмә иркен, яҡты, төрлө ауылдан килгән дүрт ҡыҙ бер туғандар кеүек йәшәп китә. Ғәлимә бигерәк тә Вилиәне яҡын күрә, икеһенең серҙәре берегә. Бер аҙна ялға Вилиәләргә барһалар, икенсе аҙнаһына Ғәлимәләргә ҡу­наҡҡа ҡайталар. Шулай йөрөшөп, Яңы йыл байрамына Вилиәләргә барғанда Ғәлимә яңы ғына армиянан ҡайтҡан Талип исемле егет менән таныша. Мыҡты кәүҙәле, ҡара ҡуйы бөҙрә сәсле, шаян матур егеткә ғашиҡ булған ҡыҙ уның менән осрашыр өсөн аҙна һайын тиерлек Вилиәләргә килә. Шулай мөхәббәт утында янып йөрөй торғас, уҡып бөтөргә лә күп ҡалмай. Ғәлимә, ҡулға диплом алыу менән, Талипҡа кейәүгә сығырға, күркәм ғаилә ҡорорға, балалар үҫтерергә хыяллана. Ләкин был ваҡытҡа Талип һыуынып, уға ҡарата һалҡынлыҡ күрһәтә башлай, хатта уның күҙ алдында асыҡтан-асыҡ башҡа ҡыҙҙар менән дә аралаша. Ә бер килгәнендә Талип уға:
– Ғәлимә, һин миңә асыуланма инде, беҙ дуҫ булып ҡалайыҡ, мин икенсе ҡыҙға өйләнәм, – тип әйтеп һала.
Был хәбәр Ғәлимәгә аяҙ көндө йәшен һуҡҡандай тәьҫир итә. Ҡыҙ ҡара ҡайғыға бата. Тамағына аш бармай, үтә ябыға, күҙҙәрендә нур һүрелә. Уның ыҙаларын күргән иптәш ҡыҙҙары битараф ҡала алмай: өҫтөбөҙгә гонаһ алабыҙ, тип баштарына ла индермәй, кеше яҙмышына ҡыҫылыуҙарын уйламай, мәкерле кәңәштәр бирә, пландар ҡороша. 
Һәм бер көндө улар Талипты ятаҡҡа ҡунаҡҡа саҡыра. Ул, шаян, ихлас кеше, ҡуш ҡуллап риза була. Шәмбе көнө ҡыҙҙар, егет килгәнгә тиклем юҡ йомошто бар итеп, ятаҡтан сығып китә. Ғәлимә бүлмәлә Талип менән икәүҙән-икәү генә ҡала. Өҫтәл тулы һый-хөрмәт, тап уртала шарап шешәһе ҡаҡайған. 
– Әйҙә, ҡыҙҙар килгәнсе, өҫтәл артына ултыра торайыҡ, – тип тәҡдим итә Талип. Ғәлимә, шуны ғына көткән­дәй, йәһәтләп ризалаша. Рюмка артынан рюмканы Талип үҙе үк һалып йота. Шарапҡа ҡеүәтлерәге лә өҫтәлгәнен тоймай. Иҫергән егет диванға ауғас та, Ғәлимә күрше бүлмәлә ултырған Вилиәгә йүгереп барып, уны саҡыра.
Вилиә килгәнсе, йоҡоһонан айына алмаған шыр иҫерек Талипты сисендереп, үҙе лә кейемен атып бәреп, егет янына юрған аҫтына сума.
 Алдан хәйлә ҡороп ҡуйғанса, Вилиә уларҙы шарт-шорт фотоға төшөрә.
Йоҡонан уянғас, Талип бер килке нимә булғанын, ҡайҙа ятҡанын аңла­май, ә ҡосағында – Ғәлимә. Икеһе лә шәрә килеш...
Һөйгән ҡыҙы, ҡоҙалыҡ, билдәләнгән туй көнө хаҡында уйҙар башын ярып үтәлер инде егеттең:
– Их-х, ни эшләнем мин?! – тип ыңғыраша.
Шул ваҡыт, юха йыландай булып, кирелеп, һуҙылып Ғәлимә лә уяна. 
– Талип, һин шундай ҡыҙыу! Шашып, иркәләп мине яраттың! Һин миңә оно­толмаҫлыҡ төн бүләк иттең. Әгәр балаға уҙһам, өйләнешербеҙме, йә­нем? – тип Талиптың муйынына һарыла. 
Намыҫлы Талип ҡыҙҙы “мәсхә­рәлә­гәндән һуң” ташлап китә алмай. 
– Әйҙә, тор, кейен, киттек ауы­лығыҙға, әсәйеңдең ризалығын алырға, – тип көрһөнөп, дивандан тора.
Шуны ғына көткән Ғәлимә һикереп тороп кейенә, фотолар эшләтеүҙең дә кәрәге булманы, тип һөйөнә. 
Ғәлимәнең әсәһе һуңғы башмағын һатып, гөрләтеп туй үткәрәләр. Йәштәр бәләкәй генә өйгә айырым сығып, үҙаллы донъя көтөргә керешә. 
Дөрөҫөн әйткәндә, тормош йөгөн тартыуҙа улар әллә ни ырата алмай. Бала сағынан ялҡауыраҡ Ғәлимә бер ҡасан да “эш” тип өҙөлөп тормағас, паспортына загс мисәте һуғылғас, тамам рәхәткә сыға: төш еткәнсе йоҡлап, көнөн, ғәҙәттә, биҙәнеп-төҙәнеп үткәрә. Ә Талип көндөҙ колхоз эшенән бушамай, кистәрен тракторы менән кешеләргә ер һөрә, утын ташый, кәбән килтерә. Халыҡ та, аҡса бирер урынға, тракторсыны индереп ашата ла, аш янына бал, самогон ҡуя. Талип, бәлки, кермәҫ тә ине, тик көнө буйы ҡорос атында эшләп йөрөп асыға шул. Ә ҡатыны, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның ҡайтыуын тәмле аштар бешереп көтөп тормай...
 Тиҙҙән Талиптың эсеп ҡайтыуҙары ғәҙәти күренешкә әйләнә. 
Йыл артынан йыл үтеп, ғаиләлә­рендә бер-бер артлы балалар тыуа. Тора-бара Ғәлимә үҙе лә эскегә әүәҫ­ләнеп, Талип менән бергә рюмка тота башлай. Өй бысраҡҡа бата, ихата сүп-сар менән тула, балаларҙың өҫтө йыуылмай, улар аслы-туҡлы йөрөй. Күршеләре, яҡындары Ғәлимәләргә әйтеп ҡарай ҙа бит, тик тыңлаған кеше булмай. Яҙғы ташҡын ваҡытында бер балаҡайҙары боҙ аҫтына китеп, фа­жиғәле һәләк була. Бәләкәс  баланың үлеме лә уларҙы йылан ағыуынан айырмай. Киреһенсә, йышыраҡ шайтан һыуына ҡапланырға сәбәп була, йәнә­һе лә, улар ҡайғынан эсә. Ҡарауһыҙ йөрөгән балалар шул уҡ йылдың йәйендә шырпы менән уйнап, өйҙә ут сығара. Бөтә ауыл, әллә нисә техника һүндереүгә ҡарамаҫтан, донъяларын һаҡлап алып ҡала алмайҙар. Ауылдаштары күмәк балалы ғаиләне йәлләп, бәләкәй генә булһа ла, өй йүнәтешеп бирә. 
Көндө - төн, айҙы йыл алмаштырып, ваҡыт уҙа. Балалар үҫеп етеп, бер-бер артлы, кеме ҡайҙа урын таба, шунда китә тора. Ғәлимә, бик һуң булһа ла, аҡылына килеп, араҡы ҡоллоғонан ысҡына. Талип менән бер ауылда йәшәй алмағанын аңлап, бөтөнләй икенсе районға күсеп китә. Ояһында ни күргән – осҡанында шул булыр, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Ҡыҙҙары төпләнеп кенә бер урында йәшәй алмай, ирҙән–иргә, ауылдан ауылға йөрөй. Уларға ни үпкә, әгәр кәйеф-сафа, күңел асыуҙан башҡа тормош күрмәгәстәре?! 
Шулай йөрөй торғас, бер ҡыҙҙары алама сир йоҡтороп, йәшләй генә вафат була. Уның балаһын Ғәлимә ҡарап үҫтерә. Икенсе ҡыҙҙары ары һуғылып, бире һуғылып йөрөп, бөтөн­ләй сит тарафҡа сығып киткән, уның балалары – хөкүмәт йортонда. Яңыраҡ кинйә ҡыҙҙары ла мөхәббәт ауырыуынан түшәккә ятҡан. Уның да ҡош­соҡтары балалар йортонда тәрбиә­ләнә.
Талип улы менән йәшәй, кем ниндәй эш ҡуша, шуға йөрөйҙәр. Улы ла атай юлын ҡыуа. 
...Ошо ғаилә яҙмышын бәйән иткән кеше, Талип хәҙер инде бөткән, ап-аҡ ынйы кеүек теҙелеп торған теш­тәренең, исмаһам, бер бөртөгө лә юҡ, ҡара ҡуйы сәстәрен дә иҫләргә генә ҡалды, пеләш башлы ул, ти:
– Эскелектең михнәттәре ирҙең һаулығын ныҡ ҡаҡшатҡан, ашҡаҙан өйәнәгенән интегә. Биттәрен тәрән һырҙар ҡаплаған, ә бит уға әле саҡ алтмыш йәш тулды. Йәшәгән өйө лә иҫкергән, бер яҡҡа ҡыйшайған, ҡыйығы тишек, бысраҡ иҙән ямғыр һыуҙарына ҡойона. Кәртә-ҡура емерек, ихата, баҡсаны ҡуйы  кесерткән баҫҡан. Ситтән ҡараһаң, өй туҙ­ҙырылған ояны хәтерләтә. Ауыл халҡы хәҙер был өйҙө урап үтергә тырыша, яман еҫ танауҙы өтөп бара. Аллам һаҡлаһын инде. Анау балалар йортонда тәрбиәләнгән, ата-әсә һөйө­үенән мәхрүм балаҡайҙар бигерәк йәл.
Бына шундай аяныс бер тарих. Мәкерҙән башланған тормош яҡшыға алып бармай шул.

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* - Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас