

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Дауыт беренселәрҙән булып үҙ теләге менән һуғышҡа китте. “Фронтҡа килеп еттек, тиҙҙән һуғышҡа керәбеҙ”, – тиеп беренсе хаты килде. Икенсеһендә: “Яраландым, ялан госпиталендә ятам”, – тип яҙғайны. Шунан һуң унан башҡаса хат булманы.
Хәлимә иренән көн дә хат көттө. Әммә өмөтө аҡланманы. Дауыттан хат та, бер генә хәбәр ҙә юҡ. Бына оҙаҡҡа һуҙылған һуғыш та тамамланды. Ялан госпиталендә Дауыт менән бергә булған Саттар килде:
– Дауыт ағай тураһында аныҡ ҡына бер ни ҙә әйтә алмайым. Һеҙ күрше райондан булғас, хәлегеҙҙе беләйем, тип килдем.
Ҡайтышлай Саттар ауыл осонда йәшәгән Йәмилгә инеп, хат ҡалдырып китте:
– Дауыттың хатын Хәлимәгә тапшыра алманым. Өс малайын, ҡатынын йәлләнем. Хәлимә аҡыллы, матур кеше. Һаман да ирен һағынып, яратып һөйләй, ҡайтыуын көтә. Уның һуңғы өмөтөн өҙгөм килмәне. Кешене өмөт йәшәтә, тиҙәр. Бәлки ошо өмөт балаларын аяҡҡа баҫтырырға, яҡшы егеттәр итеп тәрбиәләргә көс бирер. Йәмил, үҙең ҡарарһың. Бер уңайы килеп сыҡһа, бирерһең.
Йәмил – Дауыттың дуҫы, мәктәптә бергә уҡынылар. Ул да Хәлимәне яратып йөрөй ине. Дауыт һуғыштан ҡайтмағас, уға килеп өй эштәрендә ярҙам итә. Саттар дуҫының тере икәнлеген әйткәс, аптырауының сиге булманы. Барған һайын Хәлимәгә әйтергә уҡталды, ләкин теле әйләнмәне.
– Бергә йәшәйек, малайҙарыңды үҫтерергә ярҙам итермен, – тип әйтеп ҡараны. Тик ҡатын яҡын да юламаны:
– Мин Дауытты көтәм. Бына-бына ҡайтып инер кеүек. Хәбәрһеҙ юғалды, йә булмаһа үлде, тигән ҡағыҙы ла килмәне. Тере ул, тик ниңәлер ҡайта ғына алмай.
– Әгәр ҙә ул тере булып, икенсе бисә менән йәшәп ятһа, ни эшләр инең? Ул саҡта миңә сығырға риза булыр инеңме?
– Бер ни ҙә әйтә алмайым. Ул мине, малайҙарын башҡаларға алмаштырмаҫ.
– Әгәр ҙә үҙ күҙҙәрең менән күрһәң?
– Үҙ күҙҙәрем менән күрһәм, ышаныр инем, тип тә әйтә алмайым, ундай хәлдең булыуы ла мөмкин түгел.
– Саттар Дауыттан хат алып килгән булған. Һиңә бирергә батырсылығы етмәгән, миңә ҡалдырып китте. Мә, уҡы.
Хәлимә ҡалтыранған ҡулдары менән хатты ҡулына алды, аса алмай оҙаҡ аҙапланды. Уҡыған һайын йөҙө ағара барҙы. Һуңғы һүҙҙәргә еткәндә ул таш һын булып ҡатып ҡалғайны. Ҡулынан хаттың төшөп китеүен дә һиҙмәне. Төпһөҙ ҡара күҙҙәрен бер нөктәгә төбәп, ултыра бирҙе. Ул һөйләшерлек хәлдә түгел ине. Йәмил тауыш-тынһыҙ ипләп кенә сығып китте. Ул да Хәлимәне йәлләүҙән бер һүҙ ҙә әйтә алманы.
Бер нисә көн үткәс, Хәлимә ирҙе саҡыртып алды:
– Әйҙә, Йәмил, Дауытты күреп ҡайтайыҡ.
Икәүләп алыҫ юлға сыҡтылар. Польша еренә аяҡ баҫыу менән Дауыт йәшәгән ҡаланы табып, өйөнә килде улар. Хәлимә икеләнеп, урамда туҡтап ҡалды. Бына ике-өс йәштәр тирәһендәге малайын күтәргән Дауыт ихатаға килеп сыҡты. Уны осороп күккә сөйә лә, көслө ҡулдары менән тотоп ала. Ишек алдын пыр туҙҙырып йүгерәләр, шаяралар, уйнайҙар.
“Минең балаларымды ла шулай ярата ине”, – тип ҡарап торҙо Хәлимә. Иҫен, аңын юғалтырҙай булып Дауытҡа һәм уның улына ҡарап, йөрәге ярылырҙай булды, хатта сайҡалып китте. Һаман да иренең икенсе ҡатын менән йәшәгәненә ышанмай ине. Күҙҙәре менән күрһә лә, күңеле менән аңларға теләмәне. “Күҙҙәрем яңылыша”, – тип, уларҙы ике ҡулы менән ыуаланы. Ләкин ысынбарлыҡтан ҡасып булмай икән. Улар Дауыт янына инеп тә тормай ҡайтырға сыҡты.
Ҡатын күргәндәренән шаңҡып, Дауыттың иҫән икәнлегенә шатланырға ла, ҡайғырырға ла белмәй, ҡайтып еткәнсе бер һүҙ өндәшмәй ултырҙы. Өйгә килеп ингәс, урындыҡҡа ҡоланы һәм күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Шатлыҡ йәштәреме был, әллә нәфрәт йәштәре инеме? Уны Хәлимә үҙе лә аңламаны. Тыйыла алмай иланы ла иланы.
– Хәлимә, тыныслан, үҙеңде ҡулға алырға тырыш. Оҙаҡламай малайҙарың мәктәптән ҡайта. Улар һине бындай хәлдә күрергә тейеш түгел.
– Йәмил, һин минең бер генә семтем булған өмөтөмдө өҙҙөң. Ниңә бирҙең миңә ул хатты? Белмәй йәшәһәм, еңелерәк булыр ине. Һиңә кейәүгә сыға алмайым. Ирем иҫән була тороп, икенсе ир тураһында уйлауы ла оят миңә. Дауыт менән булған хәлдән һуң нисек итеп ирҙәргә ышанайым? Кейәүгә сығыу түгел, йөҙҙәренә лә ҡарарға теләгем юҡ. Бер бәхетең булмаһа, булмай икән ул. Үҙемдең бәхетһеҙлегем менән һине лә бәхетһеҙ иткем килмәй. Миңә тағы ла килеп, бимазалап йөрөмә, юлыма ла осрамаҫҡа тырыш. Ҡаты бәрелһәм, ғәфү ит. Бер генә үтенесем бар һиңә. Дауыттың тере икәнлеген бер кемгә лә һөйләмә, балаларым да белмәһен.
Элек: “Дауыт үлгәндер инде”, – тип күҙ йәштәрен түкһә, хәҙер: “Нисек йәшәргә миңә, нисек итеп Дауытты онотайым?” – тип иланы Хәлимә.
Бер аҙ тынысланғас:
– Минең менән йәшәмәһә лә, һуғыштан имен-һау ҡалғанына ҡыуанайым. Малайҙарымдың атаһына яманлыҡ теләмәйем. Өс малайым – өс ҡанатым, өс бөркөтөм бар минең. Улар өсөн йәшәрмен, улар минең өс терәгем булыр, – тип үҙен йыуатты.
Бер йыл үткәс, көтмәгәндә ауылға малайы менән Дауыт ҡайтып төштө һәм Хәлимәләргә килеп инде. Был юлы Хәлимә уға әйтер һүҙҙәрен әйтә алды:
– Дауыт, мин һине көттөм. Бер ҡайтмаһа, бер әйләнеп ҡайтыр, тинем. Тәҙрәнән күренгән оло юлға ҡарап, төн йоҡоларымды йоҡламай көттөм. Өс малайы хаҡына тере ҡайтыр, тип һаман өмөтөмдө өҙмәнем. Оҙаҡлағас, үлгәндер инде, тип күҙ йәштәремде түктем. Ғәфү ит, тиһең. Юҡ, ғәфү итә алмайым. Өсөнсө хатыңды ниңә почта аша ебәрмәнең? Ул саҡта, тере кешене үлгән, тип иламаҫ инем. Нисек тә аңларға тырышыр, иҫән булыуыңа шатланыр инем. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары шулай тәрбиәләнгән – иренә мәңге тоғро ҡала, хыянатты кисерә алмай. Бәлки, икенсе ҡатын менән йәшәргә һуғыш һәм тормош мәжбүр иткәндер. Йәмил менән Польшаға барып, һине эҙләп таптыҡ. Шул көндән мөнәсәбәтем үҙгәрҙе, һинең менән йәшәй алмайым. Ауылға ҡайтҡанһың икән, бөтәһен дә белергә тейешмен. Дуҫ бар, дошман бар, тигәндәй, сит кешеләр аша ишеткем килмәй. Нимә булды Польшала? Нисек бар, шулай һөйләп бир, бер ниҙе лә йәшермә.
– Ҡаты алыштарҙың береһендә дошмандар бик оҙаҡ бомбаға тотто. Эргәмә бомба төшөп шартлағанда, башыма ярсығы тейеп, ҡаты яраланғанмын, иҫһеҙ оҙаҡ ятҡанмын. Шәфҡәт туташы нисектер минең тере икәнемде белеп, үҙе яраланған булһа ла, яу яланынан алып сығырға тырышҡан. Тағы ла бомбалар шартлап ярыла башлағас, кәүҙәһе менән мине ҡаплаған һәм ауыр яраланған. Тирә-яҡ тынлыҡҡа сумғас, һалдаттар яралыларҙы, үлгәндәрҙе һуғыш яланынан сығарырға килә. Аулина ныҡ яраланған булһа ла тере, ә мин һаман да иҫемә килмәгәнмен. Беҙҙе саҡ айырып алғандар. Уның мине ҡосаҡлаған ҡулдары ҡатып ҡалған була. Мине үлгән, тип уйлайҙар. “Һалдатты ҡотҡармаһағыҙ, мин дауаланыуҙан баш тартам”, – тип Аулина ҡаты тора.
...Бала саҡтан ауылда ауыр эш эшләп үҫкән Дауыттың организмы ныҡ булып сыға. Ул тиҙ арала аяғына баҫа. Башы шаулап, ваҡыты-ваҡыты менән түҙеп торғоһоҙ булып ауыртып ала. Ә бына Аулинаның хәле насар. Табиптар уны бик оҙаҡ дауалай. Һалдат уның янынан китмәй, йәш бала тәрбиәләгән кеүек ҡарай. Ниһайәт, ҡыҙҙы дауахананан сығаралар. Әммә ул ғүмерлеккә ғәрип булып ҡала. Дауыт ҡайтырға йыйына башлағас:
– Мине берәү ҙә кәләш итеп алмаҫ инде. Үҙең күреп тораһың ниндәй хәлдә икәнемде. Ғүмер буйына нисек яңғыҙ йәшәрмен? Үтенеп һорайым, һин миңә бала бүләк ит. Бала тыуғас та, ҡайтып китерһең, – тип үтенә ул.
Дауыт ике ут араһында ҡала. Аулинаның һүҙенә риза булһа, ҡатынына, малайҙарына нимә әйтер, нисек аңлатыр? Уның һүҙҙәре лә дөрөҫ: ҡайтып китһә, бер үҙе йәшәй алмай. Үлемдән алып ҡалған ҡыҙға бер һүҙ ҙә әйтә алмай. Ошо яҡты донъяла йәшәүе менән уға бурыслы. Былай интегеп йәшәгәнсе, үлгәнем биш артыҡ булыр ине, тип уйлаған саҡтары ла күп була. Әллә бәхетемә, әллә бәхетһеҙлегемә тере ҡалдым, тип уфтана. Бала тыуғас та, уларҙы ташлап ҡайта алмай. Илен һағынып һарғая, Хәлимәһен, балаларын төштәрендә күреп, һаташып уянып, йоҡоһоҙ таң аттырған ваҡыттары була. Ахырҙа, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тигәндәре ошолор инде, тип күнә. Үҙенең тере икәнлеген ауылдаштарына белдерергә теләмәй, шуға ла почта аша хат ебәргеһе килмәй. Хәлимәгә хәбәр итеү өсөн яҡташтарын эҙләй башлай һәм Польша госпиталендә бергә дауаланған Саттарҙы осрата. Уның аша ҡатынына сәләм юллай. Хәлимәһе ныҡ – берәүгә лә һөйләмәйәсәк. Сит яҡта ҡалыуына күнеп, бер аҙ тынысланғандай була, ләкин бәлә икенсе яҡтан көтөп торған икән. Былай ҙа һаулығы шәптән булмаған Аулина һуғыш яраларынан мандый алмай, үлеп китә.
Бик күп уйҙар солғанышында йәшәп, яҙмышының шулай килеп сығыуына ҡайғырып, ҡаңғырып йөрөүҙәре Дауыт өсөн эҙһеҙ үтмәй. Йыш ҡабатланып торған баш ауырыуынан йонсой. Оҙаҡ уйланғандан һуң ул сит ерҙә яңғыҙы ғына ҡалырға теләмәй. Тыуған иленә, ауылына ҡайтырға хәл итә. Үҙе менән бер-бер хәл булһа, Хәлимә уның улын ташламаясағын белә ине.
Дауыт ата-әсәһенән ҡалған өйҙө тәртипкә килтереп, малайы Яҡуб менән йәшәй башланы. Хәлимәгә ире менән бер урамда йәшәүе бер ғазап булһа, әйләнгән һайын уны күреүе мең ғазапҡа дусар итте. Шуға ул өйөн бикләп, асҡысын күршеһенә бирҙе лә, тыуған яҡтарына ҡайтып китте.
Тәү ҡарауға типһә тимер өҙөрлөк, һуҡһа даға һындырырлыҡ ир булып күренә Дауыт. Тик уның баш өйәнәгенән ныҡ интегеүен берәү ҙә белмәй. Хәлимәгә лә ул турала әйтеп торманы, үҙен йәлләүен теләмәне. Үлемдән ҡурҡмай ине ир. Исмаһам, һөйәктәрем тыуған еремдә, уның изге тупрағында ятыр, тип шатланды.
Элекке иренең үлеүен ишеткәс, Хәлимә ауылға кире килде. Ҙур хөрмәт күрһәтеп ерләнеләр Дауытты. Һуғыш ветерандары, ауылдаштары ҡәберен кәртәләргә ярҙам итте. Етем ҡалған Яҡубты өйөнә алып ҡайтты ҡатын. Балаларына атаһы менән булған хәлде аңлатып бирҙе һәм:
– Яҡуб һеҙҙең бәләкәй ҡустығыҙ, беҙ уны тәрбиәләп ҡарарға атайығыҙ алдында бурыслыбыҙ, – тине.
Алһыу таң һыҙылып килгән мәлдә, тирә-яҡты иртәнге тын һиллек ҡаплағанда, Хәлимә Дауыттың ҡәберенә килде:
– Дауыт, Яҡуб өсөн ҡайғырма. Беҙ уны кәм-хур итмәй үҫтерербеҙ. Ағайҙары ла яратып өлгөрҙөләр. Үҙе лә уларҙан бер тотам ҡалмай йөрөй... Һуғыш һәр ғаиләгә инеп, яҙмыштарҙы бутай алғансы бутаны. Беҙҙе лә айырҙы. Һин дә, мин дә ғәйепле түгел. Хатта Аулинаның да ғәйебе юҡ бында. Һуғыш ҡына, ҡәһәрле һуғыш ҡына ғәйепле бөтәһенә лә. Һуғыш, һуғыш...
Роза ҒӘББӘСОВА.
Хәйбулла районы,
Өфө ауылы.