

«Юлдаш» тәүлек әйләнәһенә Башҡортостан биләмәһендә генә түгел, күрше төбәктәрҙә лә яңғырай. Ә интернет аша уны ер шарының бөтә ҡитғаһында ла тыңлап була.
Дуҫтарығыҙҙы, хеҙмәттәштәрегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы «Юлдаш» радиоһының «Бәйләнештә», «Класташтар» һәм «Телеграм» каналына саҡырығыҙ. Бында яңылыҡтар, ҡыҙыҡлы хәбәрҙәр, матур йырҙар һәм фекер уртаҡлашыу мөмкинлеге бар.
VK-«ЮЛДАШ» радиоһы 105.5 Fм (vk.com)
Ок- (12) Одноклассники (ok.ru)
ТГ - https://t.me/radiouldash
Аҙна һайын тиерлек төркөмгә яҙылыусылар араһында ҡыҙыҡлы конкурстар ойошторола, матур бүләктәр таратыла.
Яңыраҡ «Бәйләнештә» социаль төркөмөндә тыңлаусыларыбыҙ араһында «Ҡарағай» шифаханаһына юллама уйнаттыҡ. «Телеграм» каналында радионың махсус битенә яҙылыусыларға «ПерсонаМед» клиникаһына сертификат бүләк иттек. Шулай уҡ «Уралдент» стоматология клиникаһына 5 мең һумлыҡ сертификат тапшырып, тағы бер төркөмдәшебеҙҙе ҡыуандырҙыҡ. Бүләкле булыр өсөн ни бары беҙҙең төркөмдәргә яҙылырға һәм унда ҡалырға кәрәк. «Юлдаш» «Беҙ бергә!» девизына тоғро булып, һәр ваҡыт халыҡ араһында һәм халыҡ өсөн эшләй! Беҙҙең тулҡындарҙан айырылмағыҙ. Өфөлә FM 105,5 йышлыҡтарындабыҙ.
Радио һөйләп, көйләп кенә ҡалмай, төрлө социаль әһәмиәтле сара үткәрә, тыңлаусылары менән күҙгә-күҙ ҡарашып аралашырға ярата. Июндә баш ҡаланың Яҡутов паркына «Юлдаш»тар төрлө быуын вәкилдәре өсөн ойошторған осрашыуҙарға саҡырабыҙ. 1 июндә Балалар һабантуйына, 12 июндә «Юлдаш+»тан Йәштәр байрамына, 19 июндә ретро кисәгә рәхим итегеҙ.
Йыр һәм дуҫлыҡ бүлешкәндән арта ғына. Беҙ бергә!