Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
26 Май , 07:00

Әсә, ҡыҙ һәм бер ир

* * *

– Баныу апай, үҙемдең мөхәббәт тарихын һөйләйем, тик исемдәрҙе үҙгәртегеҙ инде, зинһар. Юғиһә, кешеләр таныр, – сәсенең бер өлтөгө ҡуйы ҡыҙыл төҫкә буялған Эльвира* үтеп–һүтеп йөрөгән кешеләрҙән дә тартынмай, асыҡтан–асыҡ вейп тартты. – Ҡайҙан башларға ла белеп булмай... Ҡыҫҡаһы, мин һөйләйем, ә һеҙ үҙегеҙ аҙаҡ рәтләп яҙырһығыҙ. 

... – Бер ҡайҙа ла сыҡмайһың! Ултыр өйҙә! Етәр һиңә һәптәнләп йөрөргә!
– Сығам! Урамға ла сығам, уға кейәүгә лә сығам! 
– Ҡара һин аны, ҡалай теле оҙонайған! Әйтмәгәс тә әллә... Бирмәйем мин һине уға кейәүгә! 
– Сығам! Мин уны яратам!
– Һин бала ғына әле, бер ни ҙә аңламайһың тормошта! Һиңә уҡырға инергә, белем алырға кәрәк, алйот бала!
– Мин алйот түгел! Мин уны яратам! – елдереп сығып барған еремдән әсәйем мине тупһа төбөндә беләгемдән матҡып эләк­тереп тота ла, телефонымды тартып алғас, елтерәтеп бер бүлмәгә индереп бикләп ҡуя. Тыштан кескәй йоҙаҡтың, асҡыстың шылтырағанын ишетәм, енләнеп, ишеккә тибәм, сығармаһаң, хәҙер бында бөтә нә­мәне ҡыйратып, ҡырып бөтәм, тип аҡырам. Әммә әсәйемде тиҙ генә ҡурҡытып  еңер­мен, тимә. Ул – мәктәп директорының уҡыу­–уҡытыу эштәре буйынса урынба­ҫары, холҡо саҡматаштан. Ҡалын, төҙ кәүҙәле, эре һөйәкле. Ҡара һылыу, тиҙәр уның турала. Ә мин – уның берҙән–бер ҡы­ҙы, сығарылыш уҡыусыһымын. Буйға, атайыма оҡшап, бәләкәс кенәмен. Ҡушаматым “һары сипеш”. “Себеш” тә түгел бит, тип уртымды сәйнәйем – мәсхәрәле “сипеш”! Эйе, төҫөм менән дә атайыма тартҡанмын. Өләсәйем (ул да педагог) минән йәлләүес ҡарашын йәшермәй, әсәйеңә оҡшаһаң ни була, ҡыҙ башың менән был тиклем дә атаңа оҡшамаһаң, тип уфтана: “Уның к...н сыҡһаң да, был тиклем дә оҡшамаҫһың”. Әйтерһең дә, минең һайлау форсатым бул­ған, тәбиғәт нисек яралтҡан, шулай тыуғанмын.
– Атайым килһә, ул мине барыбер сығарасаҡ бынан! – тип ҡысҡырам әсәйгә. Ләкин һүҙҙәремә үҙем дә ышанмайым. Сөнки атайым иҫәпкә бар, һанға юҡ. Ябай механизатор булып эшләгән атайымды әсәйем асыҡтан-асыҡ ихтирам итмәй, уны һанламай. Атайым әсәйҙең һүҙенән сыға ла алмаясаҡ. Эй, йәнем көйә уның шундай йомшаҡ, мәүеш булыуына, ир була белмәүенә. Ҡатынын ипкә ултыртһа була инде, тип психланам. Шунан Рәисте иҫләйем дә, телефоным юҡлығынан, уға үҙемдең бикле ултырыуымды хәбәр итә, бәйләнешкә сыға алмауымдан сәсемде йолҡор хәлгә киләм. Мин тәүге тапҡыр ғашиҡмын. Үҙемдән күпкә өлкән Рәис атлы иргә. Йөрәгеңде уға бир, тиһәләр, ике уйлап та тормай, күкрәкте йыртып асыр ҙа, тотторор инем. Сөнки минең йөрәк былай ҙа уның усында. Ә устары уның шундай ҙур, йылы... Танһыҡ устары менән битем­дән тотоп, танауымдан, маңлайымдан, ирендәремдән, бит алмаларынан алмаш–тилмәш үпһә йә билемдән ҡосаҡлаһа, мин торған килеш кенә үләм дә ҡуям! Беҙҙең йөрөй башлағанға бер ай булһа ла, һаманғаса уның ҡағылыуҙарынан бөтә тәнем буйлап электр тогы үтә, тубыҡтарым тотмай башлай, аңым томалана ине. Рәис мине күтәреп, киң күкрәгенә ҡыҫа ла:
– И-ии, сипеш кенә бит ул! – тип бышылдаһа, “улай тимә миңә! Яратмайым “сипеш” тип әйткәндәрен”, – тип өндәшергә итәм дә, ҡайнар тынынан телем бәйләнә. Рәискә мин ни бары бер генә һүҙ әйтерлек хәлдәмен: “Яратам! Яратам! Яратам...”
– Яратам һине, Рәис ағай...
– “Ағай” тимә миңә, Эльвираҡай, юғиһә мин үҙемде ҡарт бабай итеп тоям.  
– Ярай, Рәис ағай... ой, Рәис!
Мине ҡосағынан ысҡындырмай ғына Рәис киләсәк тормошобоҙҙо һүрәтләй:
– Һин уҡып бөтөрһөң дә, ун һигеҙ йәшең тулыу менән өйләнешербеҙ. Һин миңә тупылдатып балалар табырһың. Өс бала. Ә юҡ, дүртәү. Мин яңы ҙур йорт һалырмын, күп итеп мал аҫрарбыҙ.  мин һиңә затлы машина алып бирермен. Гөрләтеп йәшәрбеҙ, Эльвираҡай! Әлдә генә минең бәхетемдән һин тыуғанһың! 
Беҙ Рәис менән йәшерен генә осрашып йөрөй инек. Ләкин кемдер күреп ҡалып, был “яңылыҡты” әсәйемә еткергән. 
– Шул йүнһеҙ абышҡанан башҡа һиңә йәш егеттәр бөткәнме?! Йөрөмәйһең уның менән! Мин тыям осрашыуҙарығыҙҙы! – һәр ваҡыт үҙ баһаһын белеп кенә һөйләшкән, һауалыраҡ, ҡаты холоҡло әсәйемдең ябай бисәләр кеүек пыр туҙып әрләшеүе аяҙ көндө йәшен атҡандай тойолдо. Шул көндән башланды ла инде беҙҙең иреш–талаштар. 
– Йәш баланы аҙҙырып йөрөгәне өсөн ултыртам мин ул ҡарт ишәкте, башын төрмәлә серетәм! – ярһыған әсәйем мине көсләп гинекологҡа алып барҙы. Үҙе минең менән бергә кабинетҡа инде. Саф булыуыма ышанмай, табиптан ҡат–ҡат һораны:
– Дөрөҫмө?! Алдашмайһығыҙмы?
Инде шунан һуң тынысланыр, тип өмөтләнгәйнем дә, булманы. 
– Һин ни өсөн Рәисте күрә алмайһың?! Ул бит һәйбәт! Һиңә уның бер зыяны теймәй, – тип мин бар хәлемсә һөйгәнемде яҡланым. Их, ун һигеҙем тулһамы, Рәискә йәшәргә күсер ҙә сығыр инем, тип үртәлдем. Ул мине тынысланырға, әсәй менән араны боҙмаҫҡа өгөтләне, саҡ ҡына ҡалды бит, түҙәйек, тип йыуатты. 
– Рәис, әсәйем һине ниңә күрә алмайҙыр, аңламайым, башыма һыймай, – тип илайым. Ул өндәшмәй, ҙур устары менән күҙ йәштәремде һөртә, ҡарашын ситкә бора. Шунан мине ныҡ итеп үҙенә ҡыҫа:
– Эльвираҡай, әллә ысынлап та, кү­решмәй торайыҡмы? Бер әҙере әсәйеңдең тынысланғанын көтәйекме?
– Юҡ, юҡ! Ни һөйләйһең һин?! Саҡ ҡына ла яҡты йөҙөңдө күрмәһәм, яғымлы тауышыңды ишетмәй торһам, йөрәгем өҙөлөп төшөп барған һымаҡ! Һинеке генә булғым килә, беҙ бергә булырға тейеш!
Күкрәп килгән яҙға оҡшаған беренсе мөхәббәтем мине ҡанатлы ла, көслө лә, илаҡ та, хисле лә итә. Синдектә бикле тороуымдан бар донъя түңкәрелеп бар­ғандай. Таҡта стенаны аҡтарып сығырға тишек, ярыҡ эҙләйем, ҙурыраҡ осло әйбер табырға тырышам. Күҙем түшәмгә төшә – унан өй башына менергә була. Үрмәксе ауына, саңға батып, өй башына үрмәләп менәм... 
Шунда эҙләнгәндә бер иҫке сумаҙанға юлыҡтым. Өҫтөндә тертләп ятҡан саңды ла ҡағып тормай, иҫке йоҙағын емереп астым – эсе тулы әсәйемдең элекке дәфтәрҙәре, яҙыу–һыҙыулы шаҡы–шоҡоһо. Иң аҫта ятҡан ҡалын дәфтәр иғтибарымды тартты. Ул ыҡсым ғына итеп ҡара–һоро төҫтәге сепрәк изолента менән уратылғайны. Изолентаның осон табып һүтеп, дәфтәрҙе аса алдым. Әсәйемдең көндәлеге ине ул. Һуңғы яҙма аҫтында торған датанан уның иң кәмендә 18 йыл элек яҙылғанын аңланым. Уҡый башланым да, шаңҡыным, күҙ алдарым томаланып китте хатта: бынан 18 йыл элек әсәйем Рәис менән йөрөгән булған. Минең Рәисем менән. Һөйөклө Рәисем менән... 
Әсәйем үҙенә–үҙе “Алһыу Алмасовна” тип мөрәжәғәт итеп, иң эске хис–тойғоларын, йәшерен уйҙарын ҡағыҙ битенә төшөргән. Аңлата ла алмайым, әллә ниңә Рәискә ҡағылышлы биттәрҙе йыртып алдым да, ҡат–ҡат уҡып, һәр һүҙен ятланым. Уларҙы иҫкә төшөргән һайын, әсәйем урынында үҙемде күрҙем: 
“Нишләйһең һин, Алһыу Алмасовна, өлкән башың менән үҙеңдән ун йәшкә кесе –  егерме йәшлек егеткә башкөлләй ғашиҡ булғанһың... – тип яҙғайны утыҙ йәшлек әсәйем. – Аҡылыңа кил! Һин бит уҡытыусы! Ә ҡайҙа һинең, бер ҡасан да, бер кемгә лә ғашиҡ булмаясаҡмын, үҙемде бөйөк миссияға – балаларға белем биреүгә бағышлаясаҡмын, тигән һүҙҙәрең?! Хыялыйбаш һин, Алһыу Алмасовна!” 
“Бөгөн ауыл йәштәре менән концерт ҡуйҙыҡ. Үҙем ойоштороу мәшәҡәттәре менән зыҡ ҡубам, ә үҙемдең ике күҙем ишектә – Рәисте көтәм! Клуб шығырым тулы булды, һәр сығышты ныҡ итеп алҡышланылар. Концерт һәйбәт булды, тип йәштәр ҡыуанышып, бер–береһен ҡот­ланы, ә мин барыһын да тәнҡитләнем. Ауыҙҙарын бәлшәйттеләр. Тағы ла яҡшыраҡ итеп үткәрә алабыҙ ҙа инде, тинем. 
Һы... Рәистең концертҡа килмәүе асыуымды ҡабарттысы”.
“Мин бәхетле! Ашыҡма, Алһыу Алмасовна, все по порядку! Яңы йылға спектакль әҙерләйбеҙ. Рәисте Ҡыш бабай ролен уйнарға өгөтләп күндерҙем! Тәүҙә Әлифәне Ҡарһылыу итеп тәғәйен­лә­гәйнем, аҙаҡ үҙем уйнарға булдым. Репетиция һылтауы менән Рәисте көн һайын клубҡа саҡырам, ул мине оҙатып ҡуя. Бергә ҡултыҡлашып йөрөүҙәре ниндәй рәхәт! Мәктәптә эш өйөлдө, бер ҡосаҡ дәфтәр тикшерелмәй ята, план да яҙған юҡ, ә мин һауаларҙа осам. Их, Алһыу Алмасовна, Алһыу Алмасовна, был тиклем дә, йәш ҡыҙ бала кеүек, башыңды юғалтмаһаңсы!”
“Беҙ Рәис менән уларҙың һыуыҡ мунсаһында үбештек һәм... 
Ни булһа ла, булды, хәҙер үкенеүҙән фәтүә юҡ. 
Һис бер ни булмағандай башыңды юғары тот, Алһыу Алмасовна! Тормош теҙгенен ныҡ тот!”
“Беҙҙең арала бер ни ҙә була алмай, тине Рәис. Мин уны күрә алмайым... Ҡасан ғына яҙ етә лә, мин был ауылдан сығып китер инем... Хәйер, ҡайҙа барайым мин?! Башҡынайымды бәрәйемме икән һуң ташҡа...”
“Һин бит аҡыллы, Алһыу Алмасовна, Рәистең уйнап ҡына йөрөгәнен тойҙоң, белдең, барыбер яраттырам, тип ныҡыштың. Кемдә ғәйеп? Тәү сиратта һинең үҙеңдә”. 
“Педсоветта ерле–юҡтан Рәистең апаһына ҡаҙалдым. Башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эшләгән Рәйсә күҙҙәрен асалаҡ–йомалаҡ итеп ҡарап ултырҙы. Уның беҙҙең мөнәсәбәттәргә бер ҡатнашы, ғәйебе юҡлығын аңлайым, ниңә үсләшәмдер... 
Рәисте һағынам... Бер нәмәгә лә ҡулым бармай. 
Минең арттан Әсләм йөрөй. Тотам да шуға кейәүгә сығам”.  
Алыҫҡа төбәлеп, отчет биреүсе робот кеүек һөйләгән Эльвираны бүлдерҙем:
– Һин әлегәсә һүҙмә–һүҙ хәтереңдә тотаһыңмы ни был яҙмаларҙы? – апты­рауымдың сиге юҡ.
– Эйе... Әсәйемдең көндәлеген уҡы­ғандан һуң шаңҡып, сумаҙанды кире урынына тығып, аҫҡа төштөм. Атайым эштән ҡайтып, ишекте асҡансы шунда аңшайып ултырҙым. Ҡапылғара өҫтөмә ауҙарылған мәғлүмәт менән ни эшләргә лә белмәнем. Әсәйемә ҡарамай, һөйләшмәй, киске ашты ашамай, урыныма барып яттым да, таңды саҡ аттырҙым. Тамсы ла йоҡламаным... 
Мәктәптән ҡайтҡас, әйберҙәремде йыйып, өләсәйгә барҙым. Мин һинең менән йәшәйем, тип уны факт алдында ҡуйҙым. Өләсәй:
– Ҡуй-ҡуй, миңә артыҡ баш бәләһе нимәгә, мин һиңә нисек итеп баш булайым, – тип ғауғаларға тотонғайны, минең менән бер проблема ла булмаясаҡ, тип ышандырҙым. Әсәйем менән башҡаса һөйләшә алманым. Һинең өсөн тырышам, тип әйтеүенә лә битараф ҡалдым. Ул  телефонымды кире биргәс, Рәистең номерын  “ҡара исемлек”кә тыҡтым. Ҡаршыма сыҡһа, урап үтеп киттем. Ни булды, аңлашайыҡ, тип өҙгөләнеүенә, әсәйем менән аңлаш, тиергә иттем дә, өндәш­мәнем. Үҙемде тимер ҡоршау эсенә, гүйә, ситлеккә индереп бикләнем...
Мәктәпте этеп–төртөп тамамлағас, ауылдан сығып киттем дә, башҡа  ҡайтманым. Йәйге каникулдарҙа – тимер юлында проводница, уҡыу мәлендә кафеларҙа официантка булып эшләнем, үҙ йүнемде үҙем күрҙем. Әлегәсә үҙаллы йәшәйем.
Рәис күптән өйләнгән. Ике балалы ҡатынды алып, теттереп донъя көтәләр, уртаҡ ике балалары бар. Ҡатынына сит ил машинаһын алып биргәнен дә “Бәйләнештә” селтәре аша белдем. Минең урынды алған да, минең тормош менән йәшәй кеүек ул ҡатын. 
Йөрәгем буп–буш...
Бына шулай, Баныу апай, әсәйем менән бер ирҙе һөйгәнбеҙ. Әсәйҙең ни өсөн атайымды яратмағанын шунда аңланым. Сөнки ул Рәисте һаман ярата, ахыры. Бер йөрәккә ике һөйөү һыймай...  
– Эльвира, ә ни өсөн һин был турала һөйләргә йөрьәт иттең?
– Әсәйем уның көндәлеген уҡығанымды белһен...
Мин һүҙһеҙ генә Эльвираның арҡаһынан ҡаҡтым. Йөрәге яралы кешегә был ғына ярҙам итһәсе... 

Баныу Ҡаһарманова.

*Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в