Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
24 Май , 13:30

Ҡайғы хаҡы

* * *

– Күпме эшләп, күпме тир түгеп, ошондай саҡта ла хөрмәт күрһәтмә­неләр! Ярҙам йөҙөнән аҡса бирергә, гәзиткә булмаһа ла, интернет селтә­рендә ҡайғы уртаҡлашырға, ерләү мәшәҡәттәрен атҡарышырға тейеш­тәр ине бит! Район башлығына, юҡ, Хәбировтың үҙенә ялыу яҙам! Оло­ларға бер ниндәй хөрмәт юҡ! Кешегә лә һанамайҙар! Беҙҙең заманда эшләп ҡараһындар ине! Хәҙер ни, рәхәт – ярты эштәрен компьютер башҡара. Ә беҙ элек счет төймәһен тартып, аң менән эшләнек! Һәр тин өсөн яуап бирҙек!..
Ғәшиә инде нисәнсе көн иренең ҡыҙып-ҡыҙып ҡысҡырып, хәҙер инде ятлап бөткән хәбәрен тыңлай. Ҡара ҡайғыһынан хәсрәткә батҡан күңеле был һүҙҙәрҙән шартларҙай була. Ғүмер буйы тормош көткән иренең ғәҙәтен ул яҡшы белә, өйрәнеп тә киткәндәй булғайны. Юҡ, өйрәнмәне, ә ишетмәҫкә, иғтибар итмәҫкә тырышты. Тешен ҡыҫып булһа ла өндәшмәҫкә әйләнде. Әммә һуңғы ике аҙнала туҡран тәүбәһе кеүек ҡат-ҡат ҡабатлаған һүҙҙәре уны бөгөн сығырынан сығарырҙы.
– Шым!!! – Ғәшиә ҡамыр баҫырға әҙерләп торған тимер ҡоштабаҡты йән асыуы менән иҙәнгә елләне. –  бер нәмәне күпме тыҡырға була?! Етте! Мәңге аҡсаға туймаҫ көшөлөгөң өсөн ҡыҙың ғүмере менән һатыу итмәксеһеңме?
Шамил ҡаты ғына итеп яуап ҡайтарырға итте лә, әбейенә күҙ һалғас, тыйылып ҡалды. Быға тиклем “телһеҙ” ҡушаматы алған ҡатынының йөҙөндә ниндәйҙер ҡурҡыныс шәүлә күрҙе ул. Аптыраны. Элегерәк булһа, ҡулын уйнатырға ла күп һорамаҫ ине. Әммә нисектер бөгөн эске һиҙемләү менән телен тешләргә кәрәклеген аңланы. “Бәләһенән баш-аяҡ”, – тип ишек алдына сығып китте. Ғәшиә иҙәндә аунаған ҡоштабаҡты алып, йән асыуынан ышҡып-ышҡып йыуырға тотондо.
18 көн элек уларҙың кесе ҡыҙҙары Асия юл фажиғәһенә эләгеп вафат булды. 40 йәше лә тулып өлгөрмәгән, гөрләтеп донъя көткән балаһының үлеменә һаман да ышанып етә алмай Ғәшиә. Яман хәбәрҙе ишеткәненән алып, үҙен ул йоҡоһонан айный ал­маған кеүек хис итә. Ерләү мәшәҡәт­тәре, аят табынын нисек үткәргәнен дә хәтерләмәй. Өй эштәрен иһә кәрәк булғанға ғына, үҙен мәжбүр итеп башҡара. Оло ҡыҙы Әминә, ейәне Тимур янында саҡта нисектер еңел кеүек ине, ике көн элек улар ҙа ҡайтып китте. Дөрөҫөн әйткәндә, Әминәнең тағы ла бер аҙна ялы бар ине, әммә атаһының туҡтауһыҙ мыжыуынан, кешеләрҙе әрләүенән ялҡып, тиҙерәк киткеһе килде.
– Ҡырҡ көнгә аят ашы йыйғанда ҡайтырмын. Ярҙам кәрәк буласаҡ бит, – тигән булды әсәһенә, күңел кисерештәрен һиҙҙермәҫкә тырышып. Ә үҙенең күҙҙәренән уны йәлләүҙән күҙ йәштәре аға ине.
Шамилдың һыҡмыр кеше булараҡ тирә-яҡҡа даны таралған. Ғүмер буйы хисапсы булып эшләгән ир аҡсаны ғына түгел, ризыҡты ла самалап тотондо. Ғаиләһе ас-яланғас булманы, әммә табынға ултырған һайын – магазинда аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүе, кейемдәре туҙған һайын әрәм­тамаҡтарҙы аҫрауы тураһында лекция тыңлай торғайнылар. Ғәшиәнең иң биҙрәгәне  ҡыҙҙары ҡырҙа уҡый башлағас, уларҙың байрамдарға атай йортона ҡайтыуы булды. Юҡ, уларҙы яратмауҙан, һағынмауҙан түгел. Ә биреп ебәрәсәк күстәнәстәр өсөн иренең ҡырҡ һүҙгә етеүенән. Аҡса һорауы инде үҙе бер бәлә: иртәгәһенә ҡыҙҙарына таң менән юлға сығырға булғас, Шамилдан бер көн алда аҡса һорай башлай. “Ҡасып бармайым әле!” – тәүге яуап шулай була. Кискеһен тағы бер иҫенә төшөрә ҡатыны. “Ҡояш байығас аҡса бирергә ярамай, бәрәкәте китә...” Иртәнсәк иһә ҡыҙҙар кейенешеп, сумкаларын тотоп, ишек төбөнә баҫа. Ә аталары йоҡлағанға һалышып, өй түрендә ята. Ғәшиә уның кеҫәһендәге аҡсаны йәлләп, юрамал инәлтеп ятҡанын яҡшы белә. Тик асыуын һиҙҙермәй. “Атаһы, ҡыҙҙарға юл­ға сығырға ваҡыт. Автобусҡа һуң­лайҙар бит”, – тип бер нисә тапҡыр әйткәс кенә ул тороп ултыра ла, һытыҡ йөҙ менән аҡсаһын һанай башлай. Әсә кеше үҙенән бигерәк балаларын йәлләп, йөрәге әрней – һора­ғанынан күпкә ҡайтыш сумма сыға көшөлөктән. “Экономиялап өйрәнегеҙ. Сумка тултырып ризыҡ алғанһығыҙ, ике аҙнанан тағы ҡайтаһығыҙ. Юлы­ғыҙға булһа, еткән. Йәй һайын энәнән-ептән кейендереп торабыҙ. Ваҡ-төйәк расхутҡа стипендия аҡсағыҙ ҙа етер!” – ти ғаилә башлығы. Аҙағыраҡ Ғәшиә, исмаһам 100 һумға булһа ла күберәк тотонорҙар, тип кәрәкле сумманан артығыраҡ һорарға өйрәнеп алды.
Нимәһе ҡыҙыҡ – Шамил үҙ йортондағы ғына түгел, ә эшләгән ойошмаларының да аҡсаһын ҡыҙғанып бер булды. Тине тингә тап килгән отчеттар тапшырып торһа ла, етәкселәр уны бик яратып еткермәне. Кем һәр көн хөкүмәт аҡсаһын исраф итеүҙә ғәйепләгән телмәрҙе тыңлап торғоһо килһен?! Шуға ла Шамил ауылдағы барлыҡ ойошмала эшләп сыҡты – колхоз, урман хужалығы, МТП, һөт заводы. Ярай РайПО бү­лексәһендә оҙағыраҡ эшләй алды – хаҡлы ялға мөдир булып эшләп, шунан сыҡты. Ә 30 йылға яҡын һауынсы булып эшләгән Ғәшиә үҙенең күпме эш хаҡы алғанын да белмәне – аҡсаны идаранан ире алып торҙо. Хәҙер ҙә пенсия аҡсаһына ул хужа.
Асияның вафатын ишеткәс, элекке һауынсылар, малсылар йыйылышып, ҡайғы уртаҡлашырға килгәйне. Ҡа­тындың аҡсаһыҙлығын белгәс, ярҙамдан тип ҡулына байтаҡ ҡына аҡса тотторҙолар. Мәрхүмә ҡыҙының эшенән биргән ярҙамды ла кейәүе ҡәйнәһенә бирҙе. “Табын әҙерләү ҙур сығымдар талап итә...” – тигән булды. Йыш ҡайтып торғастары, ул да ҡайныһының холҡон белеп бөткән. Көтөлмәгән ҡайғыға ерләү мә­шәҡәттәре ҡушылған ваҡытта Ғәшиә ул аҡса тураһында уйламаны. Ә мәрхүмәнең етеһен уҡытыр алдынан уның башына ҡапыл бер уй килде. “Атай йортонда бәхет күрмәнең, балам, ашағаның – таш, кейгәнең  йөк булды. Исмаһам, һуңғы хөрмәтте лайыҡлы күрһәтәйем”, – тине лә, әсә кеше магазинға барып, ярҙамға бирелгән аҡсаға хәйерлеккә тип яулыҡ, таҫтамал кеүек әйберҙәр алды. Табынға ҡуйырға байтаҡ ризыҡ алырға ла етте. “Риза булып ят, балам. Мине ғәфү ит, ваҡытында китеп, һеҙгә бәхетле бала саҡ бирә алмағаныма. Кәмһенеп, үҙегеҙҙе артыҡ тамаҡ тойоп буй еткерҙегеҙ...” – тип эстән генә һыҡранып йөрөнө үҙе ошо көнгә тиклем.
Ә Шамилдың тыныслығы ҡасты. Ҡатынының беренсе тапҡыр уның рөхсәтенән тыш аҡса тотоноуы асыуын килтерһә, уның элекке хеҙмәт­тәштәре килеп, ҡайғы уртаҡлашыуы, ярҙам күрһәтеүе һарыуын ҡайнатты. Белем алырға мөмкинлеге булмаған, мал араһынан китә алмаған, өнһөҙ-тынһыҙ Ғәшиәнең үҙенән абруйлыраҡ булыуын ҡабул итергә теләмәне. Үҙе эшләгән РайПО-нан да ярҙам, ҡайғы уртаҡлашыу көттө. Тик уны иҫкә алыу­сы булманы. Хатта ҡулы аҫтында эшләгән һатыусылар ҙа ҡыҙын оҙатышырға килмәне. Етмәһә, бер көн күршеһендә йәшәүсе ҡор­ҙашы Әсхәт уның зарланыуына көлөп ҡуйҙы:
– Эй, Шамил гадук, аптырайһы түгел – үҙең кеүек берәй һыҡмыры ултыралыр өҫтә. Үҙеңде иҫлә әле, хаҡлы ял­дағы түгел, эшләп йөрөгән колхоз­никтарға тейешле ярҙамды бирмәй ултыра торғайның бит. Миңә лә бит, һыйырым үлгәс, персидәтель имзаһы менән, быҙау бирергә, тигән ҡара­рына ҡаршы сыҡтың. Ә хеҙер беҙ – ҡарттар, үтемһеҙ тауарҙар. Шуға хөкүмәт ярҙамдан тип кеше ерләүгә аҡса бүләлер, – тип ҡуйҙы.
– Ул аҡсаһын әйтәйем инде, әйтһәң, әҙәм көлкөһө! Ә бит кешене һуңғы юлға оҙатыу – сығымлы мәшәҡәт. Моргтан алып ҡайтыу ғына 6 – 7 мең тора.
– Алдашмааа, гадук. Машинаны бит ҡыҙыңдың эшенән ебәрҙеләр. Гүр хәйерен дә ҡоҙаң, Асия мәрхүмәнең ҡайныһы, бирҙе. Юҡҡа бөтөп ултырма, ҡалғандар йәшәй ул. Астан үлмәҫһең. Ә бына ҡыҙың йәл. Бик йәшләй китте, йәшәп тә өлгөрмәне. Етем ҡалған ике бала ищү ҙә йәл...
– Ана шул-шул, әле беҙгә уларҙы аяҡҡа баҫтыраһы бар бит әле. Хәҙерге заманда бала уҡытыуы, ай-һай...
Күршеһе артабан тыңлап торманы, ҡулын һелтәне лә, үҙ ҡапҡаһына ыңғайланы.
Кисә түҙмәне, Шамил, үпкәһен белдереп, РайПО етәксеһенә шылтыратты. Тик уныһы һүҙҙе ҡыҫҡа тотто: “Ағай, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Хә­йергә шәхсән үҙемдән берәй мең һум аҡса күсерермен. Әммә ойошманан ярҙам вәғәҙә итә алмайым – ауыр мәл, ғәфү итегеҙ. Банкротлыҡтан ҡотолоу юлын эҙләп баш ватабыҙ. Әлеге ва­ҡытта эшләп йөрөгән һатыусыларға ла эш хаҡын ауырлыҡ менән түләйбеҙ...”
– Мин бит 16 йыл мөдир булып эшләгән кеше! Көн һайын ярҙам һорап тормайым...
– Ағай, бында 25–30 йыл эшләгән кешеләр бар. Икенсенән, һеҙгә хөкүмәт пенсия түләй. Ә йәштәрҙең ҡарап торғаны – эш хаҡы. Мөмкинлек булһа, бер һүҙһеҙ ярҙам итер инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бюджетта аҡса юҡ.
– Эшләй белмәйһегеҙ, шуға аҡсағыҙ юҡ! – Шамил йән асыуы менән телефонын һүндереп ҡуйҙы. Әммә күңелендәге асыу баҫылманы. Етмәһә, бөгөн ҡатыны ла теш күрһәтеп маташты. Бер табынға 20 мең һумдан ашыу аҡса сарыф итеүе етмәгән, уны өндәшмәй ултыртырға самалай.
Ә был ваҡытта Ғәшиә күҙҙәренән аҡҡан йәштәрҙең ҡоштабаҡҡа тамғанын да һиҙмәйенсә ҡамыр баҫа ине...

                              Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас в