Бер уйлаһаң, ғәжәйеп заманала йәшәйбеҙ бит. Бер кеше ғүмере эсендә ниндәй генә үҙгәрештәрҙең шаһиты булманыҡ ,ниндәй генә ваҡиғаларҙың эсендә ҡайнаманыҡ. Ә һаман да иҫәнбеҙ, һаман да нимәлер өмөт итәбеҙ, нәфсе һуҙабыҙ. Теге балалар йырындағы зәңгәр вертолет бына-бына килеп төшөр ҙә, кемгә эскимо, кемгә иркен буш фатир, кемгә эсмәгән бай ир тотторор һымаҡ. Күп нәмә тотторҙо ысынбарлыҡ, асыуым килмәһә.
Хәтеремдә, мин кейәүгә сыҡҡан мәлдә атайым менән ағайымдар туйға эсемлек эҙләп хәлдән тайғайны. Йәнәһе, берҙән-бер ҡыҙҙарының туй мәжлесен әсе бал менән үткәреү оят. Ә бөгөн магазин кәштәләрендә етмеш төрлө араҡы, ә эсәр һыуҙы сират тороп һатып алабыҙ. Шишмәләр элек Өфөлә һөт-ҡатыҡ менән кәсеп итһә, хәҙер һыу һатып байый. Эйе, үҙгәрҙе донъялар. Шуныһы күңелде ҡыра, бөтә үҙгәреш – ирҙәр файҙаһына. Ә ауырлығы беҙгә, ҡатын-ҡыҙҙарға төшә.
Мәҫәлән, беҙҙең заманда ғашиҡтар нисек парлашты? Егет менән ҡыҙ бергә уҡый, йә эшләй. Араларында мөхәббәт сатҡыһы ҡабына, йөрөшәләр, хистәренең ныҡлығын һынайҙар. Ата-әсәнең ризалығын алып, туй үткәрәләр. Йәмғиәттең ҡырыҫ, әммә ғәҙел ҡанундары бар ине. Үптең – өйлән. Һаҡһыҙҙан һөйгәнең емешкә төйөлһә, йүгереп, абына-сабына өйләнергә ашыҡ. Хатта әрме сафтарына алынып та ҡотола алмайһың. Күпме дембелдәрҙе ҡайтыуына ҡурсаҡтай сабыйҙар “Әттә, әттә”тип ҡаршыланы...
Паспортына бер нисә штамп ҡуйҙырғандар элек тә булғыланы. Донъя булғас, төрлөһө була. Ә хәҙер? Паспортының бите тап-таҙа булғандарының да өс-дүрт тапҡыр башлы-күҙле икәнлеге бер кемде лә аптыратмай. Һин тормошҡа сыҡҡанһыңмы, тип һораһаң, һәр өсөнсө ҡатын-ҡыҙ: "Беҙ граждандар никахында", - тип яуаплай. Аңлатығыҙ әле миңә, томанаға, нимә менән ашайҙар ул "гражданский брак"ты? Граждандар никахы – ике гражданин араһында ЗАГС органдарында теркәлгән никах. Артыҡ та түгел, кәм дә түгел. Ә бөгөнгө мәғәнәлә йөрөгән мөнәсәбәттәрҙе элек башҡа төрлө атай торғайнылар.
Һуңғы халыҡты иҫәпкә алыу бик фәһемле мәғлүмәт бирҙе. Һәр төбәктә үҙҙәрен кейәүҙә тип һанаған ҡатын-ҡыҙҙар һаны шунда йәшәгән, үҙҙәрен буйҙаҡ тип иҫәпләгән ирҙәрҙән 20-30 процентҡа күберәк икән. Уйлап ҡараһаң, күпмебеҙ буш өмөттәр бағлап, йәш ғүмерен заяға үткәрә. Ҡустым ауылға ҡайтҡан һайын тип әйтерлек яңы “кәләше” менән ҡайта. Аптырағас, әсәйем: "Балаҡайым, исемдәрен хәтерләп өлгөрмәйем, уңайһыҙ хәлгә ҡалмаһам ине ,- тип борсолғас, был иҫе лә китмәй, - "Юҡҡа башыңды ватма, килен тип өндәш тә ҡуй. Һин түгел, ҡайсаҡ үҙем дә буталам әле", - тип яуапланы.
Егерме йыл элек ирҙәргә шундай иркенлек эләгер инеме. “Класташтар» сайтына керһәң, ҡыҙ-ҡырҡын ғаилә торошо тураһында – мин фәлән менән мөнәсәбәттә, тип яҙа. Имеш, мин дә бөтөнләй төшөп ҡалғандарҙан түгел, мине лә кемдер баһалаған. Улайға китһә, бөтә ғәләм мөнәсәбәттә. Бына әле Рәсәй менән Украина бик ныҡ мөнәсәбәтләшә. Эштең асылы бит шунда – кем кемде мөнәсәбәтләй. Ирҙәрҙең табышлыраҡ, файҙалыраҡ ҡатын күрһә тиҙ генә һиңә булған мөнәсәбәтен онотоу ғәҙәте лә бар.
Беләһегеҙме, урта йәштәге беҙҙең халыҡтың ғаилә бәхетенән уңғанлығын нисек белеп була? Уларҙың күпселеге машина йөрөтә белмәй. Сөнки мохтажлыҡтары юҡ. Беҙ, ҡатындар, руль артына ирекһеҙҙән ултырабыҙ. Ата-әсәңде баҡсаға, балаларыңды мәктәп-түңәрәккә йөрөтөүсең булмаһа, күҙеңде сатырлатып йомоп асаһың да, газға баҫаһың. Ә инде йәйен-ҡышын тәгәрмәс алмаштырыу, страховка артынан сабыу, техосмотр үтеү – ниндәй ҡатын-ҡыҙ үҙ теләге менән был мәшәҡәттәрҙе иңенә һалһын инде...
Әммә бер үҙгәреш һис шикһеҙ ирҙәрҙең бәкәленә һуҡҡандыр тип уйлайым. Мәрхүм еҙнәм әйтмешләй, кәрәҙле кеҫә телефондарын тик йөрөмтәл ирҙәре булған бисәләр өсөн генә уйлап сығарыу кәрәк булғандыр. Ундайҙар өҫтөнән контроль еңелләште. Саҡ ҡына һуңлаһа, шик тыуһа - ”Һөйгәнем, һин ҡайҙа?“. Ошо ике һүҙҙең көнөнә нисә тапҡыр ҡабатланыуын күҙ алдына килтерегеҙ әле. Ә улар бит бушҡа яңғырамай. Бына бер күренеш:
- Атаһы, борсоламын, һин ҡайҙа?
- Урам сатында, "пробка"ла ултырам, ҡороғор.
- Рулеңдәге "бибилка"ңа баҫ әле өс тапҡыр!
Өс түгел , биш тапҡыр ҙа баҫыр ине лә бит, тик һөйәркәһенең өй ихатаһында торған машинаһы менән уны һигеҙ этаж айырып тора шул. Яңы быуын телефондарынан хәҙер хәләл ефетеңден нимә әйтерен генә түгел, нимә эшләгәнен дә күҙәтеү мөмкинлеге тыуҙы.
Үҙгәрҙе донъя, ныҡ үҙгәрҙе. Ул ыңғайға беҙ ҙә, тирә-яҡ мөхитебеҙ ҙә үҙгәрә. Бынын ун-унбиш йыл элегерәк магнитофон таҫмаһын алыштырырға ейәндәрен саҡырып ултырған инәйҙәр ҙә, фатирға килеп инер-инмәҫтән: - Һеҙҙең вайфайығыҙҙың пароле ниндәй? - тип кенә ебәрә. Ауылға ҡайтыр алдынан элекке һымаҡ сумкаларға сәй, кәнфит тултырмайбыҙ хәҙер. Әсәйҙең иң көтөп торғаны - ”Вискас“ һәм ”Китикет “. Был - араҡынан ҡала ауыл кибеттәрендә иң "хадауай" тауар. Икмәк, һөт-май булғанда, ауыл бесәйҙәре ниңә сысҡанға күҙ терәп ултырһын ти.
Тик шуныһы шатландыра, хәҙер уҡымышлы кешеләр күбәйҙе. Институт, техникумдарға имтихан бирә алмай, йә конкурстан үтмәй элекке заманда күпме бала күҙ йәшен түкте. Ә хәҙер һәр икенсе һатыусы, официант йә дипломлы иҡтисадсы, йә юрист. Кисә, унитазым тығылғас, сантехник саҡыртҡан инем. Шундай итәғәтле егет булып сыҡты. Өйрәнелгән ғәҙәт буйынса араҡы тәҡдим иткән инем, ғәрләнгәндәй булды: "- Ғәфү итегеҙ , мин вискиҙан башҡа эсемлектәрҙе өнәп бөтмәйем" - тине. Ояла-ояла виски алырлыҡ аҡса төрттөм. Был сәнғәт академияһын тамамлаған икән.
Заманына күрә заңы тигәндәй, тормош үҙгәргәс, быуаттарҙан килгән мәҡәлдәрҙең, һүҙбәйләнештәрҙең дә асылы үҙгәрҙе. Мәҫәлән, элегерәк һеҙгә - был әҙәм эт тормошонда йәшәй тиһәләр, күҙ алдығыҙға ниндәй күренеш килеп баҫыр ине? Ә бөгөн? Минең әхирәтемдең бейәләй ҙурлыҡ эте бар . Уға тейгән тәрбиә беҙгә эләкһәме... Күбегеҙҙең бармы шәхси парикмахеры? Саҡ ҡына көйһөҙләнһә, өйгә йүгереп ветврач килә. Ә инде кәнтәйләнеп мыжый башлаһа, ҡауыштырырға выжт итеп таксиҙа кавалерын алып киләләр. Йыйын әтәк-һәтәкте түгел. Мотлаҡ түш тулы миҙалдары булға арланк әрәк, ете быуынға тиклем нәҫеле билгелеһен генә һайлай.
Ә беҙ? Сығып киткән саҡта ҡайтыр юлына таксиға аҡса һорамаһа, ҡәнәғәт булып тороп ҡалабыҙ. Көнләшмәҫ ереңдән көнләшерһең шундай эт тормошынан. Әммә ни ҡылмаҡ кәрәк, бер кем дә үҙе йәшәр дәүерҙе һайлап алмай . Бер үҙгәрешһеҙ заманда көн күреү ҙә, минеңсә, эш түгел. Һынауҙар беҙҙе сыныҡтыра, йәшәү тонусы бирә. Бәлки бары ыңғай үҙгәрештәр ваҡытын да күрербеҙ. Ышанысты юғалтмайыҡ.
Даларис Ғабдуллин.