Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Дүшәмбе-шишмәбелә мәшәҡәттәр, төрлө ығы-зығы күбәйер. Тәғәйенләнгән эштәрегеҙҙе башҡарыу ауырыраҡ буласаҡ, ваҡ-төйәк ваҡытығыҙҙы күп алыр. Шулай ҙа ҡайһы бер ваҡиғалар тормошоғоҙға яңы ҡараш ташларға ла ярҙам итер.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Көндәр ҡәҙимгесә көтөлә. Башлыса яҡшы таныш, хатта ялҡытҡан эштәр менән булышырһығыҙ. Йома һирәк осрай торғандарҙан булыр. Уның йомғаҡтары үҙегеҙҙе лә, башҡаларҙы ла аптыратыр, моғайын. Был көндә ҡулығыҙҙан бар эш тә килер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Һәйбәт аҙна. Эштәрегеҙ нигеҙҙә үҙенән-үҙе барған һымаҡ тойолор, әллә ни көс түгергә лә кәрәкмәҫ. Уңыштарығыҙҙың ысын сәбәбе – бөтөн эшкә алдан ентекле әҙерләнеүегеҙҙә. Был бигүк еңел дә булмағандыр, бер аҙ арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)
Башығыҙҙа өмөтлө уй-фекерҙәр тыуып торор. Бәғзеләрен бөгөндән үк бойомға ашырырға мөмкин. Икенселәрен тәжрибәле кешеләр менән тикшереп алырға кәңәш ителә. Ундайҙар һеҙҙең янығыҙҙа бар. Был арала аҡса яғынан мотлаҡ уңырһығыҙ.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Был арала артыҡ әллә ни ҡыйрата алмаҫһығыҙ. Шишәмбелә уйламаған мәшәҡәттәр килеп сығыр. Аҙаҡ кәрәкле кешене таба алмай, ваҡытығыҙҙы бушҡа уҙғарырһығыҙ. Йомалағы ваҡиғалар ғына күңелегеҙҙе бер аҙ күтәрер.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Элекке изге эшегеҙҙең сауабы ҡайтыр, бәлки. Әйткәндәй, был турала күптән онотҡанһығыҙҙыр ҙа инде. Кемдер башығыҙҙы бутарға ла маташыр. Йондоҙҙар быға ҡаршы торорға ярҙам итер, моғайын.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Аҙна һәйбәт башланыр. Ваҡиғалар тыныс ҡына барыр. Яҡын киләсәккә ашыҡмай ғына маҡсаттар ҡорорһоғоҙ. Шаршамбыла бөтөн уй-планығыҙ боҙолор. Яңы мәсьәләләр тыуыр, шулар менән булышырһығыҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Ғөмүмән, бөтәһе лә һеҙ алдан уйлағанса барыр. Тыныс ҡына эш итерһегеҙ. Кесе йомала көтөлмәгән хәл килеп сығыуы ихтимал. Яҡын туғандарығыҙҙың йомошон үтәрһегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Ҡатмарлы хәлдәр осрар, бәлки, ләкин был бер ниндәй ҙә ауырлыҡ тыуҙырмаҫ. Үҙегеҙҙе һәр саҡ ышаныслы тойорһоғоҙ. Элек алған тәжрибәгеҙ һәр саҡ ярҙам итеп торор. Йомала ниндәйҙер бик һирәк осрай торған бәхетле мәл кисерерһегеҙ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Көндәр аралашыу өсөн уңышлы. Осрашыуҙар, төрлө эшлекле һөйләшеү һеҙ өмөт иткәндән дә яҡшыраҡ үтер. Һәр хәлдә кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүегеҙ ярҙам итер. Фекерҙәрегеҙҙе лә башҡаларға еңел генә еткерә алырһығыҙ. Ҡулығыҙға ҡәҙимгенән аҡса күберәк инер.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Аҙна һәйбәт килер. Бөтә эшегеҙҙе ваҡытында башҡарырһығыҙ. Бәғзеләр ниндәйҙер мөһим ҡағыҙҙар менән булышыр. Һуңғы ваҡытта борсоп торған һорауҙарға ла тулы яуап табырһығыҙ. Йомала бик урынлы кәңәш ишетерһегеҙ.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Һәр саҡ яҡын кешеләрегеҙҙең ярҙамын тойорһоғоҙ. Шишәмбелә ғаиләлә ҡытыршылыҡ килеп сығыуы бар. Ул тиҙ генә хәл ителер һәм юҡҡа сығыр. Был арала кемдер күптән танышырға теләгән кеше менән осрашыр, бәлки.
ӨМӨТБАЙ.