Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)
Был арала тормошоғоҙға ҡайһы бер үҙгәрештәр инер – уларҙың барыһы ла яҡшыға. Бәғзеләрҙең файҙаһы ваҡыт байтаҡ үткәс кенә беленер. Кәйефегеҙ һәр саҡ һәйбәт булыр. Ҡаршы енестең һеҙгә ҡарата иғтибары артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ.
Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)
Аҙна араһында йыш борсолорһоғоҙ. Бының өсөн төрлө ваҡ-төйәк сәбәп табылып ҡына торор. Шуға ҡарамаҫтан, шишәмбелә ниндәйҙер һиҙелерлек уңышҡа ла өлгәшеүегеҙ ихтимал. Бының өсөн һеҙгә ныҡ торышырға ла тура килгәндер.
Балыҡ ( 20.02 – 20.03)
Дүшәмбе бер аҙ ҡатмарлыраҡ көтөлә. Һәр хәлдә тыныс булырға тырышығыҙ һәм яҡшыға өмөтөгөҙҙө юғалтмағыҙ. Үҙаллы эш итһәгеҙ, барыһы ла яйланыр. Йондоҙҙар яуаплылыҡтан ҡурмаҫҡа ҡуша. Артта ҡалһағыҙ ҙа аҙаҡтан ҡыуып етерһегеҙ.
Ҡуҙы ( 21.03– 20.04)
Үҙегеҙҙә көс-дәрт артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Бәғзеләр яңы эштәргә ихлас тотонор. Бөтөн өлкәлә лә ыңғай үҙгәрештәр күренер, был ғаиләгеҙгә һәм шәхси тормошоғоҙға ла ҡағыла. Аҙнаны еңел үткәрерһегеҙ. Бындай кәйефегеҙ оҙаҡ һаҡланыр.
Буға ( 21.04 – 21.05)
Көндәр ҡәҙимгесә килер. Ҙур уңыштарға әллә ни өмөт итмәгеҙ. Шулай ҙа кире ваҡиғалар ҙа һәм юғалтыуҙар ҙа булмаҫҡа тейеш. Шаршамбылағы хәлдәр бер аҙ кәйефегеҙҙе күтәрер. Улар яҡындарығыҙ менән бәйле булыр. Бәғзеләр көтмәгәндә юлға әҙерләнә башлар.
Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)
Шишәмбе-шаршамбыла эштәрегеҙ һәйбәт барыр. Артабан ниндәйҙер маҡсатығыҙҙың селпәрәмә килеүе ихтимал. Быға тыныс ҡарағыҙ, хәлдәрҙе төҙәтеү өсөн мөмкинлектәр алда булыр әле. Һис тә уйламаған кешенән бик кәрәкле ярҙам алыуығыҙ бар.
Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)
Шишәмбе ваҡ мәшәҡәттәр килтерер. Артыҡ борсолорға кәрәкмәҫ кеүек, уларҙы тиҙ генә хәл итерһегеҙ. Кесе йомала кеше йомоштарын үтәү байтаҡ ваҡытығыҙҙы алыр. Аҙна аҙағындараҡ бер аҙ арыуығыҙҙы һиҙерһегеҙ.
Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)
Йондоҙҙарҙың ярҙамын һәр саҡ асыҡ тойорһоғоҙ. Тап был арала ниндәйҙер күптәнге хыялығыҙҙы тормошҡа ашырырһығыҙ. Шаршамбылағы икеле ваҡиғаларҙан да үҙегеҙгә файҙа сығарырһығыҙ. Йомала күптән көткән хәбәрҙе ишетерһегеҙ.
Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)
Шишәмбе һәм шәмбе башҡаларға ҡарағандә күпкә уңышлыраҡ көтөлә. Ниндәйҙер ҙур эшегеҙ бына-бына тамамланырға тора. Унан һуң үҙегеҙгә бер аҙ ял бирергә форсат сығыр. Ысынлап та, һуңғы ваҡытта күп көс түктегеҙ, һеҙ быға лайыҡ.
Үлсәү ( 24.09 – 23.10)
Был арала аҡса мәсьәләләре һәр саҡ көн үҙәгендә булыр. Сығымдарығыҙ ҡәҙимгенән күбәйер. Шулай ҙа артыҡ борсолмағыҙ, улар икеләтә кире ҡайтыр. Ҡайһы бер борсоп торған хәлдәр бөтөнләй онотолор.
Саян ( 24.10 – 22.11)
Шаршамбы һәм кесе йомала әүҙемлек күрһәтеүегеҙ бик урынлы булыр. Күптән уйығыҙҙа тотҡан маҡсатығыҙға ирешерһегеҙ, бәлки. Өй-ғаилә хәлдәре лә ҡыуандырыр. Был аҙна һуңғы айҙарҙа иң уңышлыларҙың береһе булыр.
Уҡсы ( 23.11 – 21.12)
Шишәмбелә етди ҡағыҙҙар менән эш итерһегеҙ. Уларға ҡарата үтә иғтибарлы булырға ҡушыла. Хата ебәрһәгеҙ, уны төҙәтеү күп ваҡытығыҙҙы аласаҡ. Йомала көтөлмәгән ҡунаҡты ҡабул итерһегеҙ. Осрашыуҙан ҡәнәғәт ҡалырһығыҙ.
ӨМӨТБАЙ.