Бөтә яңылыҡтар

Телеңде йоторлоҡ! (20.04.23)

Рулет

2 йомортҡа, 1 стакан шәкәр,             1 стакан йогурт, 1 ҡалаҡ сода,          1,5 стакан он, ванилин һәм ниндәй ҙә булһа ҡайнатма кәрәк.
Йомортҡаны шәкәр һәм ванилин менән күпертеп, йогурт, сода, он ҡушып, шыйыҡ ҡамыр яһарға. Табаға пергамент ҡағыҙын йәйеп, ҡамырҙы шунда һалырға, алдан йылытылған  духовкала 7-8 минут алһыуланғансы бешерергә. Бешеп сыҡҡас, уны еүеш сепрәккә алһыуланған яғы менән ауҙарып, эсенә ҡайнатма һылап, эҫе килеш төрөргә. Өҫтөнә шәкәр оно ла һибеп, емеш-еләк менән дә биҙәһәгеҙ, тәмле генә түгел, матур ҙа рулет килеп сығасаҡ.

Корейса сөгөлдөр

500 г сөгөлдөр,  100 г көн­бағыш майы, кишер өсөн корея тәмләткесе йәки борос, өс бүлкәт һарымһаҡ, бер ҡалаҡ шәкәр, 9 процентлы аш һеркәһе кәрәк.  
Сөгөлдөрҙө махсус  ҡырғыста ҡырырға. Тәм­ләткестәр, шәкәр ҡушып, һа­рымһаҡты иҙеп һалырға. Ошо массаға ҡайнар көнбағыш майы, аш һеркәһе һалырға  ла, 3 – 4 сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас в