Бөтә яңылыҡтар

Йәнтөйәгем – кендек ҡаным тамған ер

Тыуған ер…. Ниндәй тәрән мәғәнә ята был һүҙҙәрҙә! Һәр кем өсөн донъяла иң ҡәҙерле, иң яҡын кеше – әсәһе берәү булған кеүек, тыуған ер ҙә бер генә булалыр ул. Алыҫтарға китеп оҙаҡ ваҡыт ҡайта алмағанда,  тыуған ер шул тиклем һағындыра, көн дә тиерлек төшкә инә. Быны  айырыуса ҡырҙа оҙаҡ ваҡыт вахта менән эшләгәндәр, сит илдә йәшәүселәр кисерәлер ул. Тыуған ер кем өсөндөр тыуып үҫкән йорто, урамы, тыуған ауылы йәки ҡалаһы булып хәтерендә ҡала. Ә кем өсөндөр тыуған ер – бала саҡта бәпкә көткән һыу буйҙары, ауыл эргәһендәге өйәңкеләр йәки тәүге мөхәббәт утында янып,  етәкләшеп ҡыҙырған сәскәле болондар... Һәр кемдең күңелендә тик яҡты тойғолар һәм хәтирәләр менән генә һаҡланған ер – ул тыуған ер, тыуған тупраҡ.
Бөтә кешенең дә тыуған ере булған кеүек, минең өсөн дә ғәзиздәрҙән дә ғәзиз ерем – ул минең һөйөклө Бай­мағым. Кемдәргәлер ул бер ҡасан да ел тыммаған шыҡһыҙ бер бәләкәс кенә  ҡаласыҡ булып күренәлер. Әммә минең өсөн Баймаҡтан да матурыраҡ һәм һөйкөмлөрәк ҡала юҡ. Унан айырылып ике-өс көнгә генә китһәм дә,  юҡһынам, һағынам. 
Тыуған ҡаламдың тарихы бик бай. Ҡасандыр Баймаҡ Бикбулатов атлы уҙаман үҙенең ғаиләһе менән ошо ергә нигеҙ һалған. Ул – Бөрйән волосының старшинаһы, 1755 йылдарҙа Батырша етәкселегендәге ихтилалда әүҙем ҡатнашҡан батырҙарҙың береһе.   Та­налыҡ — Баймаҡ ҡасабаһы 1748 йылда Кананиколь һәм Преображен  баҡыр иретеү заводтарының мәғдән базаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Башҡорт ихтилалдары баҫтырылғас, ҡасаба батша карателдәре тарафынан яндырыла, мәғдән табыу туҡтатыла. 
XIX быуат урталарында Таналыҡ йылғаһы буйлап бөртөклө алтын табылғас, капиталист Жуков алтын приискыларын аса. Был төбәккә урыҫ халҡының күпләп күсеп килеүе ошо ваҡиға менән бәйле. Горяев, Андреев, Кабановтар һәм ЮУГАО инглиз ком­панияһы прииск хужалары була.
 Таналыҡ – Баймаҡ ҡасабаһы 1922 йылда Бөрйән-Таналыҡ волосының үҙәге иҫәпләнә. 1928 йылда ул эшселәр ҡасабаһына үҙгәртелә, ә 1938 йылдың 15 ноябрендә ҡала тип иғлан ителә, 1992 йылда иһә «республика әһәмиә­тендәге ҡала» статусын алды.     
 Һәр кем үҙ еренең ысын патриоты булырға тейеш, тип уйлайым. Еребеҙҙе яратыу ғына аҙ, уның тураһында  хәстәрләргә тейешбеҙ. Тормош алға барыу менән бер рәттән, еребеҙ һәм тәбиғәтебеҙ бысрана, сүп-сарға кү­мелә. Урмандарҙағы, йырҙарҙа йыр­ланған данлы Талҡаҫыбыҙ, Һаҡмарыбыҙ ярҙарындағы ҡый өйөмдәрен күреп йән әрней. «Эй  кешеләр, нимә эшләйһегеҙ? Туҡтатығыҙ был эшегеҙҙе, тәбиғәте­беҙҙе, еребеҙҙе һәләк итәһегеҙ бит!» – тип һөрән һалғы килә. Әммә еребеҙҙе яратҡан, уны хәстәрләгән кешеләр булыуын, уларҙың эшләгән эштәрен күреп, эскә йылы йүгерә. Һуңғы йыл­дарҙа районыбыҙ ауылдарында үткә­релгән «Сылтыр шишмә» ак­цияһында 67 шишмә таҙартылып, кәртәләп алынды.
Беҙ ҙә класыбыҙ менән был сарала ҡатнашып, Баймаҡ ҡалаһы янындағы Бәхет шишмәһен таҙарттыҡ. Был шишмәгә элек-электән яңы өйлә­нешкән парҙар килә. Улар бынан һыу алып, көмөш тәңкә һалып, киләсәккә теләк теләй, бәхетле ғүмер юрай. Шуға ла шишмәне яратып, Бәхет шишмәһе тип йөрөтәләр.
Шулай уҡ районда ойошторолған «Мул һыулы Һаҡмар» акцияһы ла халыҡ күңеленә хуш килде. Ауыл халҡы уны әүҙем хуплап, йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартты. Был сара йыл һайын үтәсәген белгәс, ныҡ ҡыуандыҡ. 
Райондың һәр ауылы эргәһендә өйөлөп ятҡан сүп-сар өйөмдәре әкренләп сығарыла, ерҙәре таҙартыла. Быйыл ғына районыбыҙҙа ағастар ултыртылып, 14 яңы аллея барлыҡҡа килде. Тыуған еребеҙ яйлап йәшел­леккә күмелә.
Баймаҡ ҡалаһы йылдан-йыл матурлана, элекке шыҡһыҙ урамдар урынында хәҙер «Башҡорт ихаталары» программаһы нигеҙендә төҙөлгән бер нисә спорт майҙансығы барлыҡҡа килде. Мин уҡыған 3-сө мәктәптә быйыл капиталь ремонт башҡарылды. Унан һуң белем усағыбыҙ танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Балаларҙың һәм уҡытыусыларҙың ҡыуанысының сиге юҡ, уҡырға ҙур теләк менән барабыҙ.
Баймаҡ ере киләсәктә тағы ла сәскә атыр, белемле йәштәр районыбыҙҙы күтәрер, уның данын бөтә донъяға шаулатыр, тип ышанам. Киләсәктә бер­гәләшеп тотонһаҡ, ерҙәребеҙ һәм һыуҙарыбыҙ таҙа булыр, баҫыуҙарҙа игендәр гөрләп үҫер, халҡыбыҙ бай һәм матур тормошта йәшәр, тип юрайым.

Айлина БАЯЗИТОВА, 
3-сө мәктәптең X класс уҡыусыһы.

Баймаҡ ҡалаһы.  

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в