Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
30 Апрель , 21:00

Йондоҙнамә (1 – 7 май)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Эштәрегеҙ яҡшы барыр. Таныш һәм өр-яңы эштәрҙе еңел башҡарырһығыҙ. Шишәмбелә ниндәйҙер етди һөйләшеү булыуы мөмкин. Бәғзеләр өмөтлө тәҡдим ишетер, бәлки. Ғөмүмән, был арала фекерҙәштәр, һеҙҙе аңлаған кешеләр күбәйер.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шаршамбыла ҡайһы бер мәсьәләләр тыуыр, буғай. Уларҙы ярҙамһыҙ ҙа хәл итә алырһығыҙ. Эске тауышығыҙ һәр саҡ дөрөҫ һәм урынлы яуап бирәсәк. Кеше кәңәштәрен дә ишетерһегеҙ. Тик уларҙан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ, моғайын.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Һеҙҙе иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғалар көтә. Нигеҙҙә бөтөн үҙгәреш һеҙҙең файҙаға булыр. Шаршамбы бәләкәй генә бүләк алыуығыҙ ихтимал. Был арала ниндәйҙер туҡтап торған эште урынынан ҡуҙғатып ебәрерһегеҙ.

Ҡуҙы (21.03 – 20.04)

Шишәмбе һәм шаршамбыла уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Артабан төрлө ҡыйынлыҡ бер аҙ ҡамасаулап торор. Кеше йомоштарын да үтәргә тура килер, бәлки. Ғөмүмән, әллә ни алға китә алмаҫһығыҙ, шулай ҙа артта ла ҡалмаҫһығыҙ.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Эшегеҙ күбәйеп, ваҡытығыҙ етмәҫ шикелле. Шишәмбеләге ваҡиғалар таныш нәмәләрҙе яңыса күрергә ярҙам итер. Кесе йомала бер юлы табыш һәм юғалтыу кисерерһегеҙ. Тәүгеһенең асылына шундуҡ төшөнөрһөгөҙ, икенсеһен һуңыраҡ ҡына аңларһығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Шишәмбелә һәм шәмбелә ҙур булмаған уңыштар көтөлә. Шаршамбылағы хәл бер аҙ уйландырыр, бәлки. Бәғзеләр хатта ярҙам эҙләр. Кемдер яҡын арала буласаҡ мөһим ваҡиғаға әҙерлек башлар.

Ҡыҫала (22.06 – 23.07)

Дүшәмбелә ыңғай хәбәр килер. Әйткәндәй, һеҙ уны күптән көтәһегеҙ кеүек. Кәйефегеҙ мотлаҡ күтәрелер, үҙ көсөгөҙгә ышанысығыҙ артыр. Йомала көтөлмәгәндә ишеткән яңылыҡ һеҙҙе ҡыуандырыр. Шулай итеп, аҙна бик һәйбәт тамамланыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Ниндәйҙер яңы ҙур эште башлап ебәрерһегеҙ. Бик тиҙҙән уны туҡтатырға мәжбүр булырһығыҙ. Артабан уңайлы мәлде көтөрһөгөҙ. Кесе йомала осраҡлы һөйләшеү булыуы ихтимал. Ул файҙалы үтер һәм бер аҙ ваҡыт үткәс, уны дауам итерһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08  –  23.09)

Аралашыуҙа мотлаҡ уңырһығыҙ. Ҡайһы бер ҡаршылыҡтар, элекке үпкәләшеүҙәр бөтөнләй онотолор. Шишәмбе һеҙҙең өсөн үтә яҡшы булыр, бар өлкәлә лә уңышҡа өлгәшерһегеҙ. Йомала мөмкинлектәрегеҙ һиҙелерлек сикләнер.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Аҙна һәйбәт килер. Шишәмбе өмөтлө тәҡдим ишетерһегеҙ. Башығыҙҙа аҡыллы уй-фекерҙәр тыуыр. Кесе йома ла уңышлы буласаҡ. Был көндә уйлағандан икеләтә күберәк алырһығыҙ. Тик килемегеҙҙең ниндәй буласағын асыҡ әйтеүе ҡыйын.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Дүшәмбелә юҡ-бар һөйләшеүҙәр күпселек ваҡытығыҙҙы алыр һәр кәрәкле эштәрегеҙгә ҡамасаулар. Шуға берүк ашыҡмағыҙ. Бәғзеләр тәжрибәле кешеләрҙең кәңәшенә мохтажлыҡ кисерер.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Аҙна бигүк насар булмаҫ. Күпселек ваҡиғаны алдан төҫмөрләрһегеҙ. Шаршамбыла яҡшы таныш кешеләр менән ҡаршылыҡ килеп сығыуы бар. Улар менән уртаҡ тел табырһығыҙ, әлбиттә, ләкин был һис тә еңел бирелмәҫ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в