Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
20 Апрель , 07:00

Кисерә алһа – кисерһен ине...

Намыҫһыҙҙар, ҡәбәхәттәр, кеше башын ашаһалар ҙа, яҙмыштарҙы емереп, ашаҡлап үтеп китһәләр ҙә, артабан һис бер ни булмағандай еңел, рәхәт йәшәй бирә. Бик тә булмаһа, үҙҙәренә уңайлы аҡлау таба. Яҙмыштарын бәйән итеп, эс серҙәре, үкенестәре менән бүлешкән кешеләр иһә намыҫлы, үтә хислелер, тип уйлайым. Хаталары, уйлап та, уйламай ҙа эшләгән алама ҡылыҡтары өсөн күңел ғазаптары кисереп, үҙҙәренән дә йәшереп маташҡан серҙәренең утына башҡаса түҙә алмай башлағас, бүлешергә, үҙ хәлдәрен саҡ ҡына булһа ла еңеләйтергә тырыша улар, һәм, һөйләгәс, эс серен бушатҡас, еңел булып ҡалды, тиҙәр. 
Ҙур, ауыр кәүҙәле Хәмдиә* апай, йөрәгемде өйкәп торған бер ваҡиғаны һөйләгем, күңел тыныслығын тапҡым килә, тип күп йылдар элек булған хәлдәрҙе иҫенә төшөрөп, ҡан баҫымынан дарыуын ҡаба һалды:
– Ошоғаса бер ваҡытта ла тыуған көнөмдө кафе-маҙарҙа үткәргәнем булманы. Өйҙә яҡындарым, йөрөшкән бер-ике әхирәтем менән генә йыйылышып табын ҡорам да, шуның менән Аллаһы әкбәр. Әхирәтемдең тыуған көн байрамында булғандан һуң, дәртләнеп киттем дә, мин кемдән кәм, алда ғүмер әллә бар, әллә юҡ, тип, быйыл юбилейымды ҙурҙан ҡубып үткәрергә ниәтләнем. Һәм юбилей көнөндә кафела ҡапыл йыйыштырыусы ҡатын менән ишектә маңлайға-маңлай һуғыла яҙҙыҡ. Ул сыҡҡан саҡта мин инеп бара инем. “Һаумы, Хәмдиә”, – тип һаулыҡ һорашҡас, аптырап ҡараным да, ябыҡ, йонсоу сырайлы ҡатында йәшлек танышым Вәсимәне сырамыттым. “Вәсимә, һинме ни?! Танырлыҡ та түгел, ҡалай ҡартайып киткәнһең”, – тигәйнем, ул миңә көйҙөрөп ҡараны. “Һинең тырышлығың менән инде, Хәмдиә. Һиңә сикһеҙ рәхмәт!” – тип асыуланып китеп барҙы...  
Тантана мәлендә ҡунаҡтарым бер-бер артлы уртаға сығып мине ҡотланы, ҙурланы, маҡтаны. Ләкин мин уларҙы йүнләп ишетмәнем дә, сөнки ҡолағымда Вәсимәнең “һинең тырышлығың менән” тигән һүҙҙәре яңғырап торҙо. Хәмдиә, һин бит шундай шәп, уңған кеше, бар яҡтан килгәнһең, тип маҡтағандары һайын битем ҡыҙарҙы. Үртәлеп, тешләнеп ултырғас, юбилейҙың рәте булманы. Их, үткәндәрҙе кире ҡайтарып булһасы... Хаталарҙы ҡабатламаҫ, кеше бәхетенә арҡыры төшмәҫ инем... 
Беҙ Вәсимә менән, йәш эшселәр, бер ваҡытта эшкә урынлаштыҡ. Яңы ғына төҙөлгән бәләкәй ике фатирлы ағас йорттан урын бирҙеләр. Бүлмәбеҙҙе үҙебеҙсә матурлап, ипләп алдыҡ. Ҙур коллективта ихласлап хеҙмәт юлын башлап ебәрҙек. Йәш саҡта ни көс-дәрт ташып тора, эштән ҡайтабыҙ ҙа, биҙәнеп-төҙәнеп, иң матур күлдәктәрҙе кейеп, сәсебеҙгә модалы прическалар яһап, йә киноға, йә тансыға һыпыртабыҙ. Күп тә үтмәй мин Ғәйфулла исемле ябай эшсе егет менән дуҫлаштым.
Ә бер көндө йорттоң икенсе яғына бер йәш ир күсеп килде. Уй аллаҡайым, уны күреү менән йөрәгем туҡтай яҙҙы – хыялымда булған ир ине. Уның сибәрлегенән саҡ һуштан яҙманым. “Кеше-амфибия” фильмында Ихтиандр ролен башҡарған Владимир Кореневҡа оҡшаған ирҙең ҡалынса бәрхәт тауышын да ишеткәс, мин, гүйә, тамам үлдем – башкөлләй ғашиҡ булдым...
Барис беҙҙең мастер итеп тәғә­йенләнгәйне. 
Мин йәш саҡта сағыу һылыу булдым. Буйға ла ҡалҡыумын. Үткерлегем дә бар. Мине Нонна Мордюковаға оҡшата торғайнылар. Эй Аллам, матур булыуымдан ни фәтүә, әгәр ҙә Барис мине түгел, Вәсимәне оҡшатҡас. Күләгәм кеүек миңә эйәреп йөрөгән, ауыҙыма ғына ҡарап торған ҡаҡса кәүҙәле, етен сәсле Вәсимәне яратты ул. Күп тә үтмәне, ул Вәсимәгә тәҡдим яһаны, туйға әҙерләнделәр. Бәхеттең етенсе ҡатында осоп йөрөгән Вәсимә уның Барисын һөйгәнемде, ут йотҡанымды белмәне, хәйер мин хис-тойғоларымды бер кемгә лә белгертмәнем. Баристы осратҡанға тиклем әле үк Ғәйфулла, миңә кейәүгә сыҡ, тип әйтеп ташлағайны, мин шаярып ризалашҡайным. Тик ни уныһы ЗАГС-ҡа ашыҡманы, ашыҡтырманы. Бәлки, уға кейәүгә сығып бала тапһам, яңы тормошҡа әүрәп, Барисҡа булған яуапһыҙ һөйөүем дә һүрелер, яман ҡылыҡты ҡылмаҫ инем...
Вәсимәләрҙең туйына күпмелер ваҡыт ҡалғас, уйламағанда Баристы бер нисә көнлөк курсҡа уҡырға ебәрҙеләр. Көнсөллөктән үлер хәлдә йөрөгәнемдә, аҡылымды юйып, уны үҙемә ҡаратыр өсөн мәкерле план ҡорҙом. Вәсимәнең бәхетен емерәм, тип уйламаным. Барис ҡайтыр төнгә ҡарай ике шешә шарап алып, кискелеккә Ғәйфулланы үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырҙым, йәнәһе лә, кейәүгә сығырға йөрөгән Вәсимә өсөн “ҡыҙ оҙатыу” кисәһен ойошторабыҙ. Ғәйфулла үҙе менән күстәнәскә “сәмәй” килтерҙе. Ул эскегә йомшаҡ ине. Саҡ ҡына эсһә лә, быуындары йомшарып, йоҡлау яғын ҡарай. Ул юлы ла “сәмәй”ҙе бер-ике рюмка йотоу менән күҙҙәре йомола ла башланы. Мин уны, ятып серем итеп ал, тип махсус рәүештә сисендереп, Вәсимәнең койкаһына йоҡларға һалдым. Үҙем ғүмерҙә лә иҫерткес эсемлек эсмәгән Вәсимәне көсләп-көсләп эсерҙем. “Әйҙә, бәхетегеҙ өсөн!”, “Әйҙә, Барис өсөн!”, “Әйҙә-әйҙә, нисек инде юҡ, етте, ти ул?! Үҙеңдең бәхетең өсөн мотлаҡ йотор кәрәк!” – нимә генә тип көсләп һыйламаным... Вәсимә шундай ныҡ иҫерҙе. “Хәмдиә, мин Баристы өҙөлөп яратам! Мин һине лә яратам”, – тип күҙҙәренә йәш алып мине ҡосаҡлағанында, уны ла яратаһыңмы, тип йоҡлап ятҡан Ғәйфуллаға ымланым. Вәсимә, уны ла яратам, тип ҡулын һелтәне. Алйығансы иҫергән Вәсимә бер заман ҡоҫорға тотондо. Мин уға һыу эсерҙем дә, рәхәтләнеп хырылдаған Ғәйфулла янына, көсһөҙ генә ҡаршылашыуына, ай-вайына ҡарамай, шыр яланғас сисендереп ятҡырҙым, тәрән йоҡоға талғансы эргәһендә ултырҙым. Шунан Ғәйфулланың да ыштанын һалдырып, икеһен дә бер одеял менән яптым. 
Барис төнгө сәғәт ике тирәһендә ҡайтып етте. Яҡында ғына ишетелгән аяҡ тауышын тыңлап, йөрәкһеп яттым. Күрешергә тура беҙгә керер, тип көткәйнем, тик ул инмәне. Юлдан арып ҡайтҡан, ахыры, тып-тып йөрөнө лә үҙ яғында, шымды. Былай булғас, планым тормошҡа ашмай бит, тип уға йәнем көйҙө. Шунан башымда икенсе план моронланы. Таңғы биштә мин Вәсимә менән Ғәйфулланың өҫтөнән одеялды һыпырып алып, икеһен дә ҡысҡырып әрләп, илап уяттым: “Битһеҙҙәр, нишләнегеҙ һеҙ?!” Тәүҙә Ғәйфулла уянды. Яланғас ятыуын күреп, күҙҙәрен асалаҡ-йомалаҡ итте, мин уға салбарын, башҡа әйберҙәрен ярһып бәрҙем. Вәсимә лә күҙҙәрен асып, урынынан ҡалҡынды, бер килке айный алмай ултырҙы. Шунан хәлдең айышына төшөнөп шаңҡыны: “Хәмдиә, мин аңламайым... Мин бер ни ҙә аңламайым”, – тип койканан ауа-түнә төшөп, кейемен эҙләне. Минең яр һалып ҡысҡырыуыма Барис килеп керҙе... Вәсимә, ҡулдарын кейеме менән бергә күкрәгенә ҡаушарып, сүкәйҙе. Барис күҙҙәрен шар асып, ишек төбөндә ҡатып ҡалды. Салбарын кейеп өлгөргән Ғәйфулла: “Барис, беҙҙең бер нәмә лә булманы. Хәмдиәкәй, үҙең беләһең дә инде, мин саҡ ҡына эсһәм дә йоҡлайым, үҙең күрҙең дә инде”, – тип аҡланды. “Күрҙем, бөтәһен дә күрҙем, оялмай ҙа, бергә ҡосаҡлашып ята инегеҙ, ә мин, иҫәр, бер ни белмәй йоҡлағанмын”, – тип һыҡтаным. Барис бер ынтылыуҙа Ғәйфулланы йоҙроҡ менән йыға һуҡты. Шунан бар көсөнә буш шешәләр, ашамлыҡтар торған өҫтәлде алып бәрҙе. Башын да күтәрмәй һаман сүкәйеп ултырған Вәсимәгә йоҙроҡлап һуғырға тип эйелде лә, туҡтап, эскәмйәне ауҙарып тибеп, ярһып сығып китте. Ишек шар асыҡ ҡалды. Ғәйфулла шаҡарылған эйәген тотоп, ыңғырашып торҙо, уфтанып, сатанлап сығыу яғына йүнәлде. Тупһаға барып еткәс: “Хәмдиәкәй, мин ғәйепле түгел”, – тип мөлдөрәп ҡарап, үҙе артынан ишекте япты. “Шайтаныма олаҡ!” – тип аҡырҙым. Шул мәлдә генә Вәсимә турайып баҫты, тәрән һыҙланыу менән миңә баҡты: “Хәмдиә, ниңә улайттың? Ни өсөн?!” 
Мин уға яуапламай, артым менән боролоп, иҙәнгә туҙған һауыт-һабаны йыйыштырырға, өҫтәлде күтәреп торғоҙорға йәбештем. Аҙаҡ йәһәтләп эшкә юлландым.
Вәсимә эшкә килмәне.
Эш көнө бөтөүгә Вәсимә менән Ғәйфулла хаҡында бөтә трест хәбәрҙар ине. Минең тырышлыҡ менән... Баристың шул уҡ көндө икенсе ергә күсереүҙе һорап, ғариза яҙғанын белеп, икеле тойғолар кисерҙем – ҡыуанған да кеүек инем, ҡыйын да булды. 
Кискеһен фатирға ҡайтып инеүемә, Вәсимә иҙәндә ята ине. Ҡурҡып, иңбашына төрттөм. Ҡымшанманы. Ҡотом осоп Барисҡа йүгерҙем – өйҙә булманы. Тегеләй-былай йүгерекләп йөрөп, кешеләр аша “Тиҙ ярҙам” саҡырттым... 
Вәсимәнең бала саҡтан йөрәге сирле икәнен кем белһен?!. Минең арҡала көслө стресс кисереп, өйәнәге булып, саҡ үлмәй тороп ҡалды. Үҙемде ғәйепле тойоп, дауаханаға барырға иткәйнем дә, аяҡтарым тартманы, оялдым...
Вәсимә дауахананан сыҡҡас, эштән китте. Мин өйҙә булмағанда әйберҙәрен йыйғайны. 
Мин Баристы эҙләп табып, уның менән яҡынларға тырыштым, тик барыһы ла бушҡа булды...  Мин уның өсөн буш урын инем...
Ғәйфулла тәүҙә минең менән аңлашырға маташып, арттан йөрөнө. Аҙаҡ һис бер ни булмағандай, һин дә мин күңелле тормошон дауам итте, ауыл ҡыҙына өйләнде. Бер өйөр бала-саға үҫтереп, ейәндәр һөйөп йәшәп ята. 
Барис өсөн йән атһам да, уның, ысынлап та, миңә бер ваҡытта ла ҡарамаҫын төшөнгәс, күрше егеткә кейәүгә сығып, ике бала таптым. Никахыбыҙға ете йыл тигәндә, ерле-юҡтан үпкәләшеп, эште олоға ебәреп, айырылыштыҡ. 12 йыл яңғыҙ йәшәгәс, икенсе берәү менән ғаилә ҡороп ҡарағайным да, йәшәй алманым. Бер үҙем тыныслыҡта өйрәнгәс, ҡабаттан гел ирҙең ыңғайына тороп йәшәүе ҡыйын икән. Тырышып эшләнем, эшемдә барыһы ла мине хөрмәт итте, маҡтау, рәхмәт ҡағыҙҙарым бер ҡосаҡ. Балаларым да һәйбәт. Икеһе ике яҡта төпләнде. Береһе армиянан һуң Хабаровск крайында ҡалды, икенсеһе – Калининград өлкәһендә. Шулай ҙа тормошомдан ризамын. Тик шул Вәсимәгә ҡарата ҡылған мәкерлегем генә ауыр таш булып йөрәгемә ятҡан. Алып ҡына ташлап та, онотоп та булмай. Вәсимәне осраҡлы тап итеп, уның әрнеү тулы ҡарашы, асыу­лы һүҙҙәре лә йөрәгемә бысаҡ һымаҡ ҡаҙалды. 
Вәсимә минең мәкерлекте, хаслыҡты аңланы, белде. Шуға ла: “Хәмдиә, ниңә улайттың? Ни өсөн?!” – тип һыҙланып һораны. Һорауын йәш саҡта ла яуапһыҙ ҡалдырғайным, әле лә яуаплай алмайым. Нимә тип яуаплайым һуң? Һөйөүҙән, көнсөллөктән аҡылдан яҙғайным, типме?
Аңлат әле, туғаным, бына нисек бер үк кешелә яҡшылыҡ та, яманлыҡ та була икән ул, ә?!
Хәмдиә апайға әйтер һүҙ тапманым. Тиҙерәк ҡайтып, ҡулымды, битемде йыуырға теләнем.
Ә ул, һөйләгәс, еңелерәк булып ҡалды, тине:
– Гәзитте уҡып, Вәсимә мине кисерә алһа – кисерһен ине, йәшлек аңһыҙлығы менән ҡылған яуызлығым өсөн ныҡ үкенәм. Тормошто ҡайтанан бороп, үҙгәртеп булһасы...
Баныу Ҡаһарманова.
* Бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.  

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в