Ҡай ваҡыт шундай талантлы, бар яҡтан булдыҡлы ирҙәр, ҡатындар осрай, мотлаҡ сағыу йондоҙ булып ҡына балҡырлыҡ кешеләр инде. Хоҙай уларҙан бер нәмәне лә йәлләмәгән, һәләттәрҙе мул биргән, тип һоҡланыуҙан иҫең китер. Тик, үкенескә күрә, яҙмыштары осраҡлы хата-төйөндәргә сырмалып, тормош аҙымдары хаталы һуҡмаҡтарҙа аҙаша һәм улар оло юлға сыға алмай, тәбиғәттән бирелгән потенциалының яртыһын да файҙаланмай, яҡты булмыштары асылып бөтмәй, ҡатып ҡала. Төпкөл ауылдарҙың береһендә йәшәгән һөйкөмлө ханым да – шундай кешеләрҙең береһе. Бар яҡлап килгән ул, күңеле – шау алтын. Әммә тормош юлдашын һайлауҙа хаталанып, бар ғүмере сикләүҙәрҙә, үкенестәрҙә үтә. “Бәйләнештә” аша танышҡас, һеҙҙең менән осрашып һөйләшһәң, яҡшыраҡ булыр ине лә, тип һүҙен башланы ул:
– Күреп, уҡып торам, һеҙ кешеләрҙең яҙмыштары тураһында күп яҙаһығыҙ. Минең дә яҙмышым фәһем алырлыҡ. Тик ғәфү итерен – ғәфү итеп, сараһыҙлыҡтан күнеп, үҙ-үҙемде күтәрмәләп, ҡеүәтләп, бирешмәҫкә тырышып йәшәргә маташам. Бар уңышһыҙлығым тормош иптәшен дөрөҫ һайламауға, яңылышыуға бәйле. Ләкин был турала кешегә белдергем килмәй. Тирә-яҡҡа үҙебеҙҙе өлгөлө ғаилә итеп күрһәтеп йәшәргә тырышабыҙ. Үҙем һаман түҙмәй сығып китерҙәй булып йөрөйөм. Хәҙер өс тиҫтәнән ашыу йыл инде. Балалар үҫеп бөтөп килә. Бәлки, Аллаһы Тәғәлә ярҙам итеп, үҙемдең тыуған яғыма ҡайтып, әҙ булһа ла тыныслыҡта йәшәргә яҙыр...
Ирем тураһында яҙғым да, хәлемде кешегә белдергем дә килмәй, бөтәһен дә эскә йомам. Мин уны яратып сыҡманым бит. 18 йәшемдә, йәшлек иҫәрлеге менән, өйҙән тиҙерәк сығып киткем килгәнгә, кейәүгә барҙым.
Үҫмер сағымда ҡапыл атайым үлеп китте, әсәйем бер итәк бала менән (иң өлкәне мин) тороп ҡалды. Атайым тере булһа, улай ауыр булмаҫ ине, тим. Ауылдағы йөрөгән егетем ныҡ эсә ине. Бер ваҡыт гәзиттә иғлан күреп ҡалдым. Бер йәш кенә егет, эсмәй, тартмай, танышырға теләй. Шуға тоттом да хат ебәрҙем. Унан яуап килде, хат яҙышып киттек тә, оҙаҡ та үтмәй, танышырға, аҙаҡ әйттерергә килде. Шулай итеп мин күрмәгән, белмәгән, ишетмәгән дә ергә – икенсе алыҫ районға кейәүгә сығып киттем.
Әле уйлайым да илағым килә.Ҡәйнәм генә ике тапҡыр мине бәхетһеҙ итте. Кисергән һымаҡ булһам да уны, иҫкә төшһә, бер ваҡытта ла кисермәҫмен һымаҡ. Беренсеһендә хатты улы булып ҡәйнәм яҙған булған. Хаттары бигерәк матур яҙыулы, хатаһыҙ ине. Шунда бер генә хата булһа ла, мин кире уйлар инем, сөнки хаталы яҙған, уҡымаған егеттәрҙе яратманым. Үҙем атайымдың бер һандыҡ китабын бәләкәй саҡта уҡ уҡып бөткәйнем. Ҡәйнәм, яҡын-тирәлә уларҙы яҡшы белгәстәре, шулай гәзит аша танышып, улы булып яҙышып, үҙенең уҡымаған, бер һүҙҙә лә биш хата яһаған, эскән, тартҡан, оло ҡатындар менән сыуалып йөрөгән улына ситтән кәләш эҙләгән икән. Бына шулай итеп тоҙаҡҡа ҡаптым. Һәйбәт кешеләр, тип уйлап, яҡшы килен булырға тырыштым, сәсем менән ерҙе генә һепермәнем, тик барыбер уларға ярай алманым, ғүмер буйы сит бауыр булып ҡалдым.
Башҡа балалары тормош ҡороп та, йүнләп йәшәй алманы. Мин генә улдарын кеше итеп йәшәнем, балалар менән артынан эйәреп йөрөп, эҙләп алып ҡайтып, эсеүен бөтөрҙөм әҙерәк (хәҙер ҡунаҡта ғына эсә). Эскән баштан һуғышып, имгәнеп ҡуймаһын, урамда туңып ятмаһын, әҙәм көлкөһөнә ҡалмаһын, тип эҙләп алып ҡайтһам, һуғышырға йәбешә ине. Үлтергәнсе туҡмауынан балаларым аралап алып ҡалды. Бер ныҡ туҡмағанында ҡайтып киттем, яп-ябыҡ, ҡоро һөйәк булып. Кире килеп алды. Бөтә туғандарым инәлде, кире барма, тип. Тыңлаһамсы... Йәнәһе лә, бер генә һуҡһа, тағы кире ҡайтам, тип киттем.
Беҙҙең заманда айырылып ҡайтыу оло хурлыҡ ине бит. Шунан һуң, ҡулы гел һелтәнеп ҡуйһа ла, һуҡманы былай. Әммә теленең зәһәрлеге, наҙанлығы, аңралығы, ҡаты бәғерлелеге, оятһыҙлығы менән ғүмеремде юҡҡа сығарҙы, балаларымдың йөрәген бөтөрҙө. Шуның өсөн үҫкән берен аталарынан ҡасырып тигәндәй сығарып ебәрергә тырыштым. Ҡалған ғына ғүмеремде үҙем дә тыныслыҡта йәшәгем килә лә бит, тик әлеге лә баяғы балаларҙы, ейәндәрҙе уйлайым. Быға тиклем һәр саҡ, ыҙалап йәшәгәнсе, әллә үҙемә ҡул һалайым да ҡуяйыммы икән, тип йәшәнем. Шул тиклем нисек түҙергә була икән, тип хәҙер үҙ-үҙемә аптырайым. Башҡаларҙың тормошо минекенән дә ауырыраҡ, насарыраҡ була бит, тип үҙемде йыуатам. Ул эштә булғанда ғына йәшәп, йәнем теләгәнде эшләп, матурлыҡҡа һоҡланып ҡалам. Ул ҡайтһа, бөтә донъя ҡараңғылыҡҡа сума, нервыларым ҡабара, гел әрләшеп кенә үтә ҡалған көн. Ул вампир һымаҡ, бөтә энергияны һура, кешене көйҙөрә, ҡыҙҙыра ла үҙе тыныслана. Психик ауырыу ҙа булған микән, армияға психиатр ебәрмәгән. Хәҙер ҙә ныҡ ҡыҙған ваҡытында бик ҡурҡыныс. Хатта һуңғы ваҡытта, сығып китмәһәм, үлтерер һымаҡ, унан ҡурҡа башланым...
Ғүмерем тотҡонлоҡтағы кеүек үтте. Кеше һымаҡ ҡунаҡта тыныс ултыра алманым, көнләшеп ҡуймаһын, тип гел ҡурҡып ҡына, сит ирҙәр янынан тиҙерәк ҡасып, һүҙ ҡушһалар, тағы нығыраҡ ҡотом осоп ултырып, ҡайтҡас аҡланып, күҙенә күренгәнде кире дәлилләп тә арыным. Ҡыҙыбыҙҙың туйында ла боларҙы. Йылдар үткән, хәҙер олоғайҙыҡ, ейәндәр бар, тиһәм дә, туғандарымдың ҡунаҡ, туйҙарында ла көнләшеп ғауға ҡуптара. Ҡунаҡҡа ла йөрөмәйбеҙ хәҙер. Үҙ туғандары менән ҡатышмай, мин өйҙә булмағанда улар менән һуғышып бөткән. Әсәһен, атаһын күрә алмай, нисәмә йылдар мин уларҙың араларын яйлап, һылап-һыйпап, ата-әсәй менән улай булырға ярамай икәнен аңлатып йәшәнем. Тик ирем бөтә уңышһыҙлығында уларҙы ғына ғәйепләй, ғәфү итмәй, йәш сағында ниндәй насарлыҡтар эшләгәндәр уға, шуларҙың береһен дә онотмай. Мин дә түҙә алмаҫлыҡ минуттарҙы, йөрәгемдең ут булып көйрәп янған мәлдәрен яңғыҙ үткәрҙем. Яҡындарым да күбеһен белмәй.
Үҙемде баҫылдырып йәшәр өсөн, ҡайтып китмәҫ өсөн, үҙем өсөн генә балаларымды таптым. Бына ҡайҙан килә ул үҙең турала уйламау, үҙеңдең хыялдарыңды аяҡ аҫтына һалып тапау, үҙеңде яратмау. Шунда ике бала менән ҡайтҡан сағымда уҡ, кире бармай, уҡырға ғына китһәмсе... Шул балаларымды аҙаҡ аталарынан ҡурсалап, туҡмап ҡуймаһын, насар һүҙ әйтмәһен, тип ҡотом алынып, балам үҙе менән берәй нимә эшләп ҡуймаһын, тип ҡурҡып йәшәгәнсе... Хәҙер ҡалған балаларым, атай өйгә ҡайтмаһын, сығып китһен ине, тип тора. Яҡшы атай, яғымлы һүҙле, тыныс кеше булһа, бер һүҙһеҙ бәхетле булырға тырышыр инем.
Ҡәйнәмдең икенсегә мине бәхетһеҙ итеүе – ауырымды төшөртөүе (был турала мин бер төркөмгә лә яҙғайным). Ике бала тапҡандан һуң өсөнсөгә йөккә ҡалғайным. Тәүҙә аңғармай йөрөнөм, балаға йән ингәс кенә белдем. Ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәгәс, уға белдерергә ҡурҡып, тағы байтаҡ ваҡыт үтте. Элек шул колхоз осоро, аҡсаһыҙлыҡ үҙәккә үткән мәл. Ҡәйнәм минең тағы ауырлы икәнде белгәс, һәр бала үҙ ризығы менән тыуа, тап, тимәне, былай ҙа минең елкәлә йәшәйһегеҙ, ҡабат тапма, алдырт, ике бала етер, тине. Һәм абортҡа аҡса бирҙе. Иремә лә мөлдөрәп ҡарайым, йылы һүҙ өмөт итәм, барма, йөрөмә, тигән бер ым көтәм. Ул да, белмәйем ни эшләргә, аҡса еткереп булмай, тине. Ни әсәйем алыҫта... Шулай ҙа, ҡалайтайым, тип хат яҙып һалдым. Яуап хаты һуң ғына килде, нимә яҙғанын иҫләмәйем. Баламды бер ҙә алдыртҡым килмәне. Балама йән ингәс, табиптар ҙа аборт эшләүҙән баш тартты. Унда барып ҡарайым, бында ла барам, берәйһе, исмаһам, алдырма, тип әйтерме, тип өмөтләнеп, әллә күпме ваҡыт уҙғарҙым. Ҡәйнәм үҙенең таныш-белештәре аша һөйләшеп, мине барыбер дауаханаға оҙатты... Һуңғы сиккә тиклем көттөм, нимәлер туҡтатыр, тип өмөтләндем. Кинолағы һымаҡ берәйһе килеп инеп, мине, баламды ҡотҡарыр, тип уйланым. Эй, бала-саға...
Кәрәк ваҡытта йүнле аҡыл бирерҙәй, терәк булырҙай яҡынымдың, яҡшы танышымдың булмауы мине һәләкәткә илтте. Ирем ғүмере буйы колхоз эшенән бушаманы. Ә миңә балаҡайымды ҡапҡа һалып бирҙеләр ҙә, ҡайтарып ебәрҙеләр. Шаңҡыған хәлдә ҡайтып еттем. Ике бәләкәс балам уйнап йөрөгән була. Өйгә инеү менән бөтәһен иҫләп, күҙ йәштәрем йылға булып ағып китте. Тирә-яҡта ни бары бушлыҡ, йөрәгемдә – оло үкенес, көсһөҙлөк, һағыш, ҡайғы... Атайымдың үлеменән һуң икенсе тапҡыр тормоштоң аяуһыҙлығы менән күҙмә-күҙ осраштым. Балаҡайым төндө келәттә ҡапта үткәрҙе. Ә мин быуылып иланым да иланым. Шунда илай-илай күҙ йәштәрем бөтөр, тип уйланым. Ә улар әле бөтмәгән һаман. Башҡа бәпестәремде өй түрендәге бишектә бәүеттем, ә был бәпесем – ҡапта, һыуыҡ келәттә... Был бәпестәремде ап-аҡ биләүҙәргә биләгәйнем, ә быныһы – яланғас... Кисер мине, бәпесем, мин көсһөҙмөн, мин яңылыштым, тыңламаҫ кәрәк булған... Икенсе көнө атаһы алып барып күмде. Бер юлы минең уларға булған ышанысымды, бәхетемде, һөйөүемде, барыһын да күмде... Күңелемдә ҡәйнәмә рәнйеү ҡалды ла, балаларым хаҡына бәхетһеҙлегемә күнеү ҡалды... Аҙаҡ айырым сыҡҡас, ирем теләмәһә лә, үҙем өсөн, баҫылып йәшәү өсөн тағы балалар таптым. Өсөнсөһөн инде лә көтөп алдым. Үлгән баламдың йәне кире ҡайтҡан һымаҡ булды. Минең генә аҡылым булмаған икән. Ә ҡәйнәмдең икенсе килене, уға ла абортҡа барырға аҡса биргәс, сығып китеп, аҡсаһын туҙҙырып, күңел асып йөрөп ҡайтты ла, балаһын тапты.
Оло ҡайғымды, гонаһымды күпме йылдар үтһә лә, онотмайым, иламайынса иҫләй алмайым. Эй Хоҙайым, кисер мине... Ҡыҙҙарым, килендәрем ундай хата эшләй күрмәһен. Ниндәй генә хәлдә ҡалһалар ҙа, бер-бер артлы тапһалар ҙа, табығыҙ, тип кенә торам балаларға. Бер-бер артлы хәҙер генә үҫеп китәләр ул. Тәүҙә ауыр булһа ла, аҙаҡ онотола. Ҡайғы ғына ишек ҡаҡмаһын, үкенеүҙәр менән ғүмер үтмәһен.
Хәҙер олоғайҙым, ауырыуҙар баҫып алды. Шулай ҙа киләсәккә өмөт менән бағам, яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылам, уйлаған уйҙарым тик оптимистик рухта, ыңғай. Барыһы ла яҡшы булыр, тим.
Әлбиттә, яҡшы буласаҡ, тинем үтә лә һөйкөмлө ханымға. Шул тиклем ауырлыҡтар күреп тә, күңел матурлығын һаҡлап алып ҡалған кешенең киләсәге башҡаса булыуы ла мөмкин түгел.
Баныу ҠАҺАРМАНОВА.