Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
15 Апрель , 07:00

Кишергә ваҡыт еттеме?

– Ҡар иреп бөттө. Ер ҡар һыуҙарына туйынған мәлдә кишер сәсеп ҡалырға кәрәк, тип өйрәтә ине ололар… 


– Июнь-июлдә кишер ашарға теләһәгеҙ, иртә өлгөрөүсе кишер орлоғон сәсергә була. Ҡыш­ҡылыҡҡа һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән  сорттарҙы сәсергә иртәрәк.
 Кишер 1 гектарҙан 20 – 50 т уңыш  бирә. 1 квадрат метрҙан уртаса 5 – 6 кг йыялар.
Кишер орлоғо тиҙ генә шытым бирмәй, сөнки уның тышында эфир майҙары күп, тап улар һыуға эскә үтергә бирмәй һәм шытымдарҙы уятыуҙа тотҡарлыҡ тыуҙыра. Был мәшәҡәттәрҙән ҡотолоу өсөн сәсер алдынан орлоҡто эҫе һыу (55 – 60 градус) аҫтында 30 минут тоторға һәм бер нисә сәғәткә “Гуми” биопрепараты ҡатнашмаһына һалып ҡуйырға кәрәк. Артабан сәсергә уңайлы булһын өсөн орлоҡто яҡшы итеп киптерергә. Был алым орлоҡтоң тиҙерәк сығыуын бермә-бер тиҙләтәсәк.
Ә инде һирәкләтеп ыҙаланмаҫ өсөн бер грамм (бәләкәй ҡалаҡтың яҡынса 1/3 өлөшө) кишер орлоғона бер стакан ҡоро ҡом, көл өҫтәп, яҡшы итеп бутарға. Әлеге күләм биш квадрат метр майҙандағы түтәлгә иҫәпләнгән.
Әгәр барыһын да дөрөҫ эшләһәгеҙ, берҙәм, тигеҙ, бер-береһенән тейешле арауыҡтағы шытымдар килеп сығасаҡ. Һөҙөмтәлә һирәкләтеп, өҫтәп сәсеп ыҙалауҙан ҡотоласаҡһығыҙ.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас в