Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
13 Апрель , 07:00

Эре һуған үҫтереү өсөн өс кәңәш

Һуғандан мул уңыш алыу өсөн түбәндәге кәңәштәрҙе күҙ уңында тотоғоҙ.


1. Сирҙәре булмаһын өсөн  сәсер алдынан уны өс сәғәт тоҙ иретмәһендә тотоғоҙ. 1 литр һыуға 1 ҙур ҡалаҡ тоҙ һалырға кәрәк. Тоҙло һыуҙан һуң һуң ике сәғәткә марганцовка иретмәһенә һалығыҙ. Түтәлгә таҙа һыуҙа сайҡағандан һуң ҡына ултыртығыҙ.
2. Һуған себене булмаһын өсөн беренсе ҡыяғы күренеү менән 2 ҡалаҡ нашатырь спиртын 1 литр һыуҙа бутап, ошо иретмә менән эшкәртегеҙ.
Тик тәүҙә түтәлгә һыу һибергә кәрәк. 10 көндән шул уҡ схема буйынса ҡуйы марганцовка иретмәһе өҫтәлгән һыу һибегеҙ.
 3. Туҡландырыу. Һуған сүпрәле ашламаны ярата. Бер биҙрәгә 100 г әсетке һалып, бер тәүлек әсетегеҙ. Һуңынан һыу ҡушып, йәшелсәгә һибегеҙ.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас в