Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Апрель , 07:00

Ҡоротҡостарҙан арынабыҙ

Баҡса ағастарының,  ҡыуаҡтарының бөрөләре уяныр алдынан уларҙы  ҡайыры араларында ҡышлаған ҡоротҡостарынан арындырыу өсөн эшкәртеп сығалар. Сөнки иртә яҙҙа быны эшләмәһәгеҙ, уңыш та булмаясаҡ.


Ҡарағат, крыжовниктарға баҡыр купоросы һибәләр. 100 г һүндерелмәгән эзбизгә 100 г баҡыр купоросы, 10 литр һыу алына.  Ошо иретмә 10 ҡыуаҡҡа етә. Баҡыр купоросы арзан да, экологик яҡтан зыяны ла юҡ. Файҙаһы тейһен өсөн  уны 3 – 4 сәғәттә ҡул­ланырға кәрәк.
Баҡсасылар «Битоксибациллин», «Фитоспорин», «Трихоцин» кеүек биопрепараттар менән дә баҡса ағастарын эшкәртә. Бөрөлә ҡышлаған бөрө талпаны ғына бер миҙгелдә 40 мең үрсем сығарырға һәләтле һәм ҡыуаҡ ағасының үҫешен туҡтата. Төрлө бәшмәк ауырыуы, ҡарышлауыҡ, телә ағасты зарарлай һәм сирләтә.
Ҡоротҡостар айырыуса ағас ҡайырыһы аҫтында  күп йыйыла. Шуның өсөн эзбизгә дегет һалып, иртә яҙҙан ағастарҙың олондарын аҡлап сығығыҙ. Тик быны эшләр алдынан тәүҙә ағасты мүктәрҙән таҙартырға кәрәк.
Ағас төбөндәге япраҡтар ҙа – сир сығанағы. Уларҙы йыйып яндырыу шарт. Шулай уҡ ағастарҙа һут барлыҡҡа килмәҫ элек уларҙың артыҡ ботаҡтарын киҫәләр (һүрәттә). Быны эшләмәһәң, алма-груша, слива буйға үҫә, дөрөҫ формалашмай, уңыш та әҙ була. Ботаҡтарын ҡырҡҡас, киҫкән урынға баҡса елеме (садовый вар) һөртөп ҡуйырға кәрәк. 

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас в