Махсус биттәр
11 Апрель 2023, 02:00

Розаларҙы ҡасан асырға?

– Быйыл яҙ бик иртә килде. Йылылыҡ 16 градусҡа тиклем етте. Розаларҙы асырға буламы икән?


– Көн йылытты, тик ашыҡмай тороғоҙ.  Әле йылытып торһа ла, апрелдә һалҡын булыуы ихтимал. Ҡар яңы иреп бөттө. Ер әле тулыһынса йылынмаған. Крокус сәскә атһа, ҡарағат-крыжовниктар япраҡҡа бөрөләнһә, тупраҡ йылына. Ошо ваҡытта ҡурҡ­ма­йынса розаларҙы асырға була. Бер аҙ һуңлаһағыҙ ҙа, бының бер ҙә ҡурҡынысы юҡ. Ҡайындарҙа алҡалар күренеү менән рауза гөлдәренең япмаһын асырға ваҡыт, ти тәжрибәле баҡсасылар. 
Ышыҡтан сыҡҡан раузаларҙың ботаҡтарын ҡырҡырға, төбөн йомшартырға кәрәк. Бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн үҫентегә “Медея” препаратын йәки бордо шыйыҡ­саһын һиптерегеҙ. Артабан уларға органика йәки минераль ашлама индерегеҙ. Көндәр эҫе торғанда ҡыуаҡтар дымланып күгәрмәһен өсөн япмаларын яртылаш асып, елләтеп алырға мөмкин. Тик быны кинәт эшләргә ярамай, сөнки сәскәләр яҙғы һалҡынса һауаға әкренләп күнегергә тейеш.

Автор:Зухра Ягудина
Читайте нас