Махсус биттәр
31 Март 2023, 09:19

Тимерғәле Ураҙғолов: “Беҙ был эште күпме кәрәк, шунса дауам итәсәкбеҙ”

“Беҙ юлға сыҡтыҡ!” Эшҡыуар, волонтер, еребеҙҙең ысын патриоты Тимерғәле Ураҙғоловтың ошондай яҙмаһы социаль селтәрҙә йыш баҫыла. Ул инде бына нисәмә ай гуманитар ярҙам ылауы менән махсус хәрби операция биләмәһенә барып ҡайта. Юҡ, яңғыҙы йөрөмәй – был сауаплы эштә, изге миссияла уның теләктәштәре, юлдаштары етерлек. Өлөшләтә мобилизация башланғас та, Өфө ҡалаһының Эшҡыуарҙар союзы рәйестәше булараҡ, Тимерғәле саҡырылыусыларға ярҙам күрһәтеү ниәтен белдерә һәм Башҡортостан Республикаһы эшҡыуарҙарының волонтерҙар штабын ойошторалар. Бөгөн ошо штаб етәксеһе булып, беҙҙән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә ул.
Беләһегеҙ, Башҡортостан СВО-лағы яҡташтарыбыҙға, Донбасстағы халыҡҡа ярҙам итеүҙе үҙенең бурысы итеп алды һәм гуманитар йөк беҙҙән даими ебәрелә. Егеттәр менән өҙөклөкһөҙ бәйләнештәбеҙ. Яугирҙарыбыҙға көс-ҡеүәт өҫтәрҙәй тыуған яҡ йылыһы, сәләмдәр, кәрәк-яраҡ оҙатыуҙа ҡатнашмаған кеше юҡ, тиһәк тә яңылышмаҫбыҙ. 

Тимерғәле Рәлис улын сираттағы яуаплы сәфәренән ҡайтҡас осраттыҡ. Әлбиттә, иң тәүҙә яугирҙарыбыҙҙың хәл-әхүәле тура­һында һораштыҡ.
– Егеттәрҙең хәрби рухы көслө, бирешмәйҙәр, берҙәмдәр. Ярҙам йыйыу­ҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡан һәр береһенә ҙур рәхмәт! Яугирҙарға беҙ хәҙер яҡын туғаныбыҙға барған кеүек барабыҙ. Улар ҙа беҙҙең килеүгә шат. Ҡаршылайҙар, хәрби хеҙмәттәге көн­дәре тураһында һөйләйҙәр, йәшәгән урындарын күрһәтәләр, борсолоуҙары, ҡыуаныстары менән уртаҡлашалар, тыуған яҡ тураһында һорашалар, беҙ ҡайтыр юлға сыҡҡанда оҙатып ҡалалар, – ти әңгәмәсем.
Луганск Халыҡ Республикаһында Баш­ҡортостандың логистик үҙәге бар. Гуманитар ылау тәүҙә шунда алып барыла һәм төрлө йүнәлешкә билдәләнә. Ярҙамды алғы һыҙыҡҡа тиклем килте­рә­ләр. Беҙ, тыныс Башҡортостаны­быҙҙағылар, СВО биләмәһендәге яҡташ­тарыбыҙҙың һаулығына көн һайын, хатта кемдәрҙер сәғәт һайын, доға ҡылабыҙ, иҫән-һау ҡайтыуҙарын теләй­беҙ. Гуманитар ярҙам да ана шундай теләктәр менән йыйыла. 
– Егеттәргә яҡындары шәхси посылка ла һала. Был юлы ла уларҙы тапшырҙыҡ. Үҙебеҙ алып барған мобиль мунсаны һынап ҡараныҡ, һалдат бутҡаһын да тәмләнек. Барған һайын шуны һиҙәм: яугирҙарға Башҡортостандан яңылыҡ­тар етмәй. Туған телмәр, яҙмалар, ябай ғына нәмәләр ҙә уларҙы ҡыуандыра. Йәһәт кенә уҡып алырға интернетта ултыра алмайҙар бит инде. Шуға ла был юлы уларҙың хәрби көнөн әҙерәк булһа ла еңелләштереү өсөн матбуғат баҫ­маларын алып барҙыҡ. Бик йылы ҡабул итте яҡташтарыбыҙ, – ти Тимерғәле Рәлис улы.
“Башҡорт телендә гәзит уҡыуҙан күңелгә бигерәк тә рәхәт. Еҫе лә тыуған яҡтыҡылай, почтальон яңы ғына кил­тергән кеүек”, – тип ҡыуанған милләт­тәштәребеҙ Тимерғәлеләр алып барған “Йәшлек”, ”Башҡортостан” (бынан алда­раҡ “Ағиҙел” журналын да ебәргәй­неләр) гәзиттәрен ҡулға алғас.
– Республиканан гәзит-журнал та­шыу­сы булырға әҙербеҙ, – ти Тимерғәле.
Донбасс – ҙур биләмә. Уның теге йәки был мөйөшөндә йылдар дауамында һуғыш барған, неонацистар һаман шаша. 
– Юлда осраған ҡалаларҙы күреп китәбеҙ. Үкенесле, емереклектәр күп. Ә бомбаға тотоуҙан, атыш тауышынан ҡото алынған халыҡ яҡты киләсәккә өмөт итә... Һуңғы барғанда Донецкиҙағы Фәрештәләр аллеяһында туҡтап, йөрәк әрнене. Һәләк булған балалар иҫтәле­генә төҙөлгән мемориал комплексын­дағы исемлекте уҡыһаң, тамаҡҡа төйөр тығыла. Таш плиталағы яҙыуҙа иң бәләкәй ҡорбанға ни бары бер йәш булған. Беҙ бындай үлемде туҡтатырға тейешбеҙ! – эшҡыуар-волонтерҙың был һүҙҙәре бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ. 
Тимерғәле Ураҙғолов Донбассҡа бер барыуында ЛНР-ҙың Петровское ҡала­һындағы Шайморатов исемендәге мәктәпкә лә һуғыла. Уҡыу йорто 2016 йылдан алып данлыҡлы генералдың исемен йөрөтә. Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә торалар. Беҙҙең республика иҫкергән мәктәпте яңыртыу бурысын да үҙ өҫтөнә алды – былтыр сен­тябрҙә балалар капиталь ремонттан һуң күркәмләнгән мәктәпкә уҡырға килгән.
“Мәктәптә Миңлеғәле Шайморатов тураһында стенд та бар. Уның һәләк булған еренә лә барҙыҡ. Таш һынын да күрҙек. Бында булыу беҙҙе бик тулҡынландырҙы, шатландырҙы ла. Яҡташыбыҙ, хәҙер инде Рәсәй Геройы Шайморатов тураһында хәтер тәрән хөрмәт менән һаҡлана бында”, – тип яҙғайны Тимерғәле социаль селтәрҙә.
Ә инде яҡташ яугирҙарыбыҙ түҙемлек, батырлыҡ, тәртип күрһәтә. Был турала төрлө сығанаҡтан ишетеп-белеп торабыҙ. 
– Уларҙың күҙендә энтузиазм күрҙем. Егеттәрҙең ҡыйыулыҡтары, тыныс килә­­­сәккә тулы ышанысы миндә ғорур­лыҡ тойғоһо уятты. Барыһы ла мотлаҡ яҡшы буласағына инанысым артты. Бында улар үҙ бурыстарына ни тиклем тоғро булыуына һоҡландым. Ауырлыҡ­тарға ҡарамаҫтан, ныҡтар, рухи яҡтан көслөләр. Барыһы менән дә тыуған яҡта осрашырға яҙһын, – ти Тимерғәле Рәлис улы.
Тиҙҙән тағы юлға...

Әйткәндәй

Тимерғәле – республиканың билдәле журналисы, яҙыусы Рәлис Ураҙғоловтың баш балаһы. Ишле ғаиләлә үҫә ул. Иң өлкәне булғанлыҡтан, яуаплылыҡтың, яҡындарға терәк булыуҙың, ярҙам итеүҙең нимә икәнен яҡшы белә. Ирек­мәнлек менән дә йәштән шөғөлләнә. Әрменән һуң эшҡыуарлыҡҡа тотона – төрлө өлкәлә эшләп, тәжрибә туплай. Тимерғәле Рәлис улын юҡҡа ғына Өфө эшҡыуарҙары союзы рәйестәше итеп ҡуймағандар. Һәр эшен, бурысын ҙур яуаплылыҡ менән башҡара, үтәй. Ата-әсәһе уға ярҙамсыл, игелекле йөрәк биргән. Иманым камил: ул үҙенең ике балаһын да шундай итеп үҫтерәсәк.
Замандашыбыҙҙың аныҡ ҡағиҙәһе: ҡасан һәм күпме аҡса эшләһә лә, килемдең 10 проценты хәйриә өсөн. Пандемия осоронда ла ул теләктәштәре менән бергә мохтаждарға ярҙам иткән. Хәҙер иһә юлы, ана, ҡайҙарға илтә. Хәтерегеҙҙәлер, өлөшләтә мобилизация буйынса егеттәр 25 сентябрҙә әҙерлек үтергә китте, ә Тимерғәле үҙенең дуҫтары менән тәүге гуманитар йөктө уларға (Ҡазанға) 28-ендә үк алып бара.
– Иң тәүге ярҙамды йыйғанда уҡ халҡыбыҙҙың ни тиклем берҙәм булыуын күрҙем. Беҙҙең тыл көслө һәм мин быға көндән-көн нығыраҡ ышанам, – ти Тимерғәле.
Ә беҙ һинең кеүек ир-егеттәрҙең донъябыҙҙы матурыраҡ та, еңелерәк тә, кешелеклерәк тә итеүенә ышанабыҙ. 


Яугирҙарҙы РФ Оборона министрлығы барыһы менән дә тәьмин итә. Шуға ҡарамаҫтан, ил халҡы гуманитар ылау ҙа ебәрә. Тимерғәле Ураҙғолов аша ярҙам итергә теләһәгеҙ, реквизиттары түбәндә:
Ойошмалар өсөн:
АНО ЦЕНТР ПОДДЕРЖКИ ВОЕННОСЛУЖАЩИХ И ИХ СЕМЕЙ “Патриот”
Расчётный счёт: 40703810906000003491
ИНН: 0203951820
КПП: 020301001
ОГРН: 1220200038057
Банк: БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ N8598 ПАО СБЕРБАНК
БИК: 048073601
Кор. счёт: 30101810300000000601

Ябай кешеләр өсөн:
Теләгән күләмдә аҡса күсерә алаһығыҙ, тик унда “Пожертвование” тигән яҙыу ҡалдырырға онотмағыҙ.
Телефон номеры буйынса, “Һаҡлыҡ банкы”: 89373000054
Картаның номеры: 2202 2061 6146 2911
Получатель: УРАЗГУЛОВ ТИМЕРГАЛИ РАЛИСОВИЧ
“Бәйләнештә” селтәре аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин: Тимергали Уразгулов (vk.com/id118724415).

Фотолар Тимерғәле Ураҙғоловтың “Бәйләнештә”ге шәхси сәхифәһенән.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас