Маринадланған кәбеҫтә
Бер баш кәбеҫтәне, бер һарымһаҡты турап, бер уртаса ҙурлыҡтағы кишерҙе ҡырғыстан үткәреп, 3 литрлы банкаға тултырабыҙ, бер нисә бөртөк ҡара борос һалабыҙ.
1,5 л һыуға 2 аш ҡалағы тоҙ, 200 г шәкәр, 200 г аш һеркәһе һалып, тоҙлоҡ әҙерләп, банкаға ҡоябыҙ. 200 г көнбағыш майы ла өҫтәргә онотмағыҙ.
Иртәгәһенә кетерҙәп кенә торған маринадланған кәбеҫтә әҙер буласаҡ.
Кукуруз таяҡсаларынан торт
2 ҡап кукуруз таяҡсаһы, 150 г аҡ май, 250 г “Кис-кис” ирисы кәрәк.
Иретелгән майға иристы һалырға һәм иреп бөткәнсе болғата-болғата утта тоторға. Әлеге сиропты ҡайнар килеш кукуруз таяҡсалары өҫтөнә ағыҙып, яҡшылап бутарға. Ҡатнашманы тәрилкәгә һалып, сәк-сәк кеүек итеп өйөргә. Әҙер тортты бер аҙ һыуытҡыста тотоп алырға кәрәк.