Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
14 Март 2023, 07:00

Саңғы мажараһы

(Бала саҡ хәтирәһе)

Дүртенсе класта уҡып йөрөгән саҡ. Дәрес бара. Уҡытыусыбыҙ Миһран ағай:
– Иртәгә физкультура була бит әле. Һеҙгә санала ғына шыуырға тимәгән. Кемдәрҙең саңғыһы бар, икенсе дәрескә алып килегеҙ. Күмәкләшеп Кинйәбай тауына менеп ҡарайыҡ. Кемдәрҙең саңғыһы юҡ, сана шыуырһығыҙ, – тине.
Беҙҙең аранан кемдер:
– Ағай, Кинйәбай тауына йәй көнө йәйәү менгәндә лә арып-талып көскә менелә. Ҡыш көнө, етмәһә, саңғы менән ҡар йырып, ул тиклем текә тауҙың башына нисек менмәк кәрәк? – тигәс, уҡытыусыбыҙ:
– Саңғылар үҙҙәре алып менә ул, –  тип  йылмайҙы. Унан  таҡтаға  аҡбур менән баҫҡыс һүрәтен, унан эргәһенә ботаҡтары өҫкә ҡарай тарбайып үҫкән шыршы һүрәтен яһап ҡуйҙы.
– Баҫҡысҡа оҡшағанмы? Был ысул «лесенка» тип атала. Ә бына быныһы – «шыршыҡай». Ҡар өҫтөнә саңғылар менән шыршы һүрәтен яһай-яһай, тауға менәһең дә китәһең. Көрткә лә батмайһың, артҡа ла шыуып, тайып йонсомайһың. Ә бына «баҫҡыс» яһап менер өсөн, бары тик алдың менән түгел, ә ҡырын тороп,  саңғылар менән ҡар өҫтөнә баҫҡыс һүрәте яһай-яһай, тауға үрләйһең, – тип аңлатырға тотондо.
Аңлашылмаған ҡайҙа инде ул. Эх, түлкә саңғы юҡ бит әле. Башҡалар саңғы кейеп тауға үрләгәндә, һин, «дитсат» балаһы һымаҡ, сана шыуып йөрө инде, тип бошоноп ҡуйҙым. Әсәйемдәрҙән саңғы алып бирегеҙ тип һорар инем, үҙебеҙҙә һатылмай. Етмәһә, аҡсалары ла юҡтыр, тип уйлайым.
Дәрестәр бөткәс, өйгә ҡайтып,  өйгәштәремде әҙерләнем дә, мунсаға һыу ташырға булдым. Унда инһәм, ни күҙем менән күрәм, эләүкәлә әле эшләнеп тә бөтмәгән саңғылар ята! Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына, тиҙәр бит! Әллә Аллаһы Тәғәлә минең уйымды белдеме икән? Күҙемә генә күренмәйме икән, тип уйлап  аптыраһам да, ҡыуанысымдың сиге юҡ ине. Һыу ташып бөткәнсе түҙмәнем, теге ҡалтағайҙарҙың һыңарын ҡулға алып, күтәреп ҡараным. Былай артыҡ ауыр түгел икән, көс етерлек. Тимәк, кибеп өлгөргәндәр. Иң мөһиме: саңғыларҙың урта төшөндәрәк ҡайыш ҡуя торған тишектәре лә бар. 
Оһо, булды ғына! Тимәк, Кинйәбай тауына мин дә менәсәкмен! Бары ошо яһалып бөтмәгән ҡалтағайҙарға ҡайышмы, баумы ғына ҡуйып алырға кәрәк.
Эх, атайым өйҙә булһа, был саңғыларҙы тиҙ генә эшләп бирер ҙә ине бит. Ул әлеге ваҡытта урманда эштә шул. Шәмбе көндө кис еткереп, ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Уны көтөп ултырып булмай. Мунсаға һыу ташып бөтөү менән әлеге саңғыларға бау  ҡуйып алырға булдым. Әмәлгә ҡалғандай, әсәйем дә өйҙә юҡ. Ул ҡайтып инмәҫ элек эште теүәлләп ҡуйыр кәрәк. Юҡ менән булып ултырма тип, ҡулымдағы саңғыларҙы тартып алып, юҡ итеп ҡуйыуы ла бар. Ни тиһәң дә, әлегә улар эшләнеп бөтмәгән. Атайым был саңғыларҙы, моғайын, миңә тип яһағандыр, үҙенән һорамайынса дәрескә алып киткәнгә әрләшеп тормаҫ әле.
Мунса соланында элеүле торған һалабаштың атлас таҫмалай ялтырап ҡына торған еренән метр ярымдай ҡырҡып алып, эшкә тотондом. Башта  йүкәне уртаға бөкләп, әлеге таҫманы икәүгә әйләндерҙем. Шунан һәр береһен өсәр өлөшкә  тигеҙ итеп бүлеп, сәс үргән һымаҡ итеп үреп, быҙау муйынсағындай бауҙар эшләп алдым. Тәүҙә саңғылағы теге тишектәргә уны үткәреп,  быймаларымдың башын тығыр өсөн «морондоҡ»тар эшләп нығыттым. Төйөндәре ҡурҡыныс булып күренеп тормаһын өсөн, уларҙы теге тишектәрҙең эсендә ҡалдырҙым. Унан әле генә үҙем әтмәләгән (элмәк) «морондоҡ»тарға ике яҡлап ҡалған бауҙарҙы беркетеп сыҡтым. Эште теүәлләгәс, тиҙ генә аяғыма быймаларҙы  кейә һалып, саңғыға менеп баҫтым. Бауҙарын да бәйләп ҡараным. Маташа торғас, был эште  атҡарып сығара алдым, тип ҡыуанып ҡуйҙым.
Тик аяҡ кейемемә ҡар уҡмашып, йәбешеп йөҙәтерме икән? Саңғының быйма табаны тейеп торған еренә резинкәләр ҡуялар ҙа һуң! Быймаларға галуш кейҙереп алғанда шәп булыр ине лә. Юҡты ҡайҙан алаһың. Кинйәбай тауы ана ғына тора. Унда менеп төшкәнсе әллә ни булмаҫ әле. Эшемде бөткәс, тыныс күңел менән йоҡларға яттым. 
Йоҡонан тороп, сәсемде тарап үреп, йыуынып алғандан һуң, тамаҡҡа ашап, сәй эсеп алдым да, мәктәпкә йүгерҙем. Башҡа саҡтағыға ҡарағанда, бөгөн дәрестәр нишләптер оҙаҡҡа һуҙылғандай тойолдо. Бына, ниһайәт, дүртенсе дәрес бөтөп, ҡыңғырау ҙа шылтыраны.
 Һуңғы дәрес – физкультура. Класташтарым саңғыларын күтәреп, Кинйәбай тауы яғына йүнәлде. Беҙҙең өйөбөҙ – юл ыңғайында. Мин тиҙ генә инеп, сумкамды ҡалдырып сыҡтым да, мунса соланынан  кисә үҙем рәтләп алған саңғыларҙы алып, иптәштәремә барып ҡушылдым. Күмәкләшеп беҙҙең өй эргәһенән үтеп киткәс, көн дә һыуға йөрөгән юлдан йылға буйына төштөк. 
Боҙ өҫтөнән һалынған юлдан Һаҡатҡаҙыны аша сығып, бер ун-ун биш метрҙай ер атлаһаң, Кинйәбай тауына барып төртөләһең. Уның төбөнә килеп еткәс, бөтәбеҙ ҙә саңғыларыбыҙҙы кейеп, тауға үрмәләй башланыҡ. Мин дә үҙем рәтләп алған ҡалтағайҙарым менән уҡытыусыбыҙ өйрәткәнсә тау башына үрләнем. Хатта башҡаларҙан ҡалышманым да! Саңғыларҙы табып, бер шатланһам, тауға менеп еткәс, тағы ҡыуанысымдың сиге юҡ ине. Шулай булмай ни, ни тиһәң дә, үҙемдең тырышлығым арҡаһында Кинйәбай һынлы Кинйәбай тауының башына менеп етә алдым да баһа! 
Хәҙер тауҙан түбәнгә ҡарай шыуып төшәһе генә ҡалды. Теҙелешеп ауыл яғына ҡарап баҫтыҡ. Һәм... Ҡуҙғалдыҡ. Башҡалар «һә» тигәнсе аҫҡа Һаҡатҡаҙы буйына төшөп тә етте. Ә мин урынымдан ҡуҙғалыуым булды, баш түбән ҡарға борҫаланып барып та сумдым. Ҡолаһам да, һыр бирергә тырышҡан юҡ. Арлы-бирле кеше күргеләгәнсе тип, тиҙ генә тора һалып, аяғыма баҫтым. Ергә таянып барып төшкәндә бейәләйҙең береһе ҡар аҫтында тороп ҡалды. Тәрән ҡарҙы соҡоп, уны күпме генә эҙләһәм дә, таба алманым. Көн дә һыуыҡ ҡына ине. Ҡар аҫтына инеп ҡасҡан бейәләйҙе эҙләп, ҡулдарым  өшөһә лә, бер ни эшләп булмай. Етмәһә, саңғыларҙың бауын сисеп, киренән нығытып бәйләргә кәрәк. Уныһын рәтләгәс, тағы алға шыуып маташҡан булам. Юҡ инде. Йәнә бер-ике метрҙай ғына алға барам да, сәнселеп көрткә сумам. Инде бейәләйҙең икенсе һыңары ла ҡар аҫтында тороп ҡалды. Саңғыны ҡулға ғына тотоп, атлап төшөр ҙә инем, ҡар ныҡ тәрән. Уларға ултырып та шыуып булмаҫын беләм. Бәлки, йөрөй белмәгәнгә көрткә сумамдыр, тип уйлап, тауҙың һөҙәгерәк яғына барып, шыуып ҡарайым. Шул уҡ хәл.
Көрткә өсөнсө тапҡыр сумып тороуыма әсәйем килеп сыҡмаһынмы! Былай ҙа тауҙан төшә алмай этләнгәнемде бөтә ауыл күреп торған һымаҡ ине. Әсәйем синыфташтарым алдында уҡытыусымды әрләй башлағайны, ер тишегенә инеп китерҙәй булдым. 
Тауҙан түбәнгә төшөп еткәнсе, нисә ҡолап, нисә торғанмындыр, уныһын һанарға ваҡыт булманы. Ниһайәт, төшөп еттем. Класташ малайҙарҙың береһе тиҙ генә үҙенең бейәләйен сисә һалып, миңә кейҙерҙе. Икенсеһе саңғымды ҡулымдан алып, әсәйемә алып барып тотторҙо.
Был хәлдән һуң саңғыларҙы ҡабат күрмәнем. Мин күрмәгәндә әсәйемме, атайыммы утҡа яҡҡандыр, ахырыһы.
 Бишенсе класҡа күскәс, үҙебеҙҙән ун ике саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Татлы ауылында ятаҡта ятып уҡый башланыҡ. Унда мәктәптең үҙенең саңғылары була торғайны. Тик бөтәбеҙгә лә етерлек түгел. Көслөрәк, сосораҡтар алып бөтә лә ҡуя. Минең кеүек ыбыр-сыбырға етмәй ҡала. Үҙем дә Кинйәбай тауындағы мажаранан һуң саңғыға баҫырға  ҡурҡам. Шуға етмәгәнгә әллә ни иҫем китеп бармай. 
Тик бер көндө физкультуранан уҡытыусы Роберт ағай   беҙҙе сафҡа теҙеп баҫтырҙы ла:
– Кругом, шагом марш! – тип спортзалға алып китте. Хәҙер малайҙар алда түгел, беҙ, кәүҙәгә бәләкәйҙәр, алда барабыҙ. Уҡытыусы ағайыбыҙ үҙ ҡулы менән саңғы тарата башланы. Ниһайәт, минең ҡулға ла саңғы тотторҙолар. Тик  мин ҡыуаныс кисермәнем.
 Саңғыларҙы кейҙек тә, электән һалынған саңғы юлынан киттек. Бына бер ерҙә һөҙәгерәк кенә битләүҙән түбәнгә ҡарай төшөргә кәрәк. Кинйәбай тауы мажараһынан һуң шыуырға ҡурҡыта. Алдағыларҙан тороп ҡалырға ярамай икәнен дә аңлайым. Ни эшләргә? Оҙаҡ уйлап торорға ваҡыт юҡ. Саңғы юлы, көн дә саңғыла йөрөп тороусылар булғанға, тапалып нығынған. Баш түбән ҡарға сумыуҙан ҡурҡып, бынан саңғыларҙы сисеп, атлап ҡына төшөргә булдым. Инде төшөп еттем генә тигәндә эргәмә уҡытыусым килеп баҫты. Май урлап тотолған бесәй кеүек тоям үҙемде. Матур ғына  итеп һалынған саңғы юлында минең быйма эҙе ярылып ята ине.  Уҡытыусым  уны күрһә лә, бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
Физкультуранан минең «бишле»нән башҡа билдәм булманы. Ул заманда беҙ ГТО-ға норматив биреп, әллә кем булып, түшебеҙгә уның  билдәһен тағып йөрөй торғайныҡ.
Һигеҙенсе класта уҡый башлағас, ниһайәт, әсәйемдәр миңә саңғы һатып алды. Шунан Фәнүзә менән әлеге Кинйәбайға, Лымызы яғына барып йөрөргә әүәҫләндек. Хатта Бирҙеғолдан Татлыға ла йәйәүләп түгел, саңғыла ғына йөрөй башланыҡ. 
Баҡһаң, тауҙан түбән ҡарай елдереү бер ни ҙә түгел икән! Ә мин саңғыла йөрөй белмәгәнгә кеше көлдөрөп, Кинйәбайҙан төшөп етә алмай яфаландым, тип уйлай инем. Хикмәт эшләнеп бөтмәгән саңғыларҙа булған икән.
Әле Өфөнән балаларым ҡайтты! Минең тыуған көнөмә бүләккә ботинкалы саңғы алғандар. Әллә минең бала саҡ хыялымды белгәндәрме? Ҡыуанысымдың сиге юҡ! Ҡарт көнөмдә мине ныҡ һөйөндөргәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт, балаҡайҙарым! Уҡыусы саҡтағылай ҙур ҡыуаныс менән саңғыла шыуасаҡмын әле, Алла бойорһа!

Рәфиға ҒӘЛИУЛЛИНА.
Белорет районы,
Инйәр ауылы.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: