Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
12 Март , 21:00

Йондоҙнамә ( 13 –19 март)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Элекке бәйләнештәрҙе тергеҙеү өсөн форсат булыр. Байтаҡтан күрмәгән кешеләрҙең тауышын ишетерһегеҙ, бәлки. Шаршамбы күпәргә мөһим булмаҡсы. Ниндәйҙер көнүҙәк мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерә алырһығыҙ. Был арала аҡса етмәй башлар, моғайын.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Һәйбәт аҙна. Һуңғы ваҡытта килеп сыҡҡан ҡыйынлыҡтарҙы еңел хәл итерһегеҙ. Шишәмбелә һис тә уйламағанда бер аҙ аҡса алыуығыҙ мөмкин. Кеше араһында күп булырһығыҙ, шуға төҫ-башығыҙға иғтибар итегеҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Уңайлы мәлдәр осрап торор, тик уларҙы күреүегеҙ мөһим. Шишәмбелә, мәҫәлән, хәлегеҙҙән килмәҫлек ҡатмарлы эште анһат ҡына башҡарып ҡуйырһығыҙ. Бында кешеләр менән уртаҡ тел табыуығыҙ ярҙам итер. Көндәр мәшәҡәтле килһә лә, арығанлығығыҙ бөтөнләй һиҙелмәҫ.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Осорҙо файҙалы үткәрерһегеҙ. Был арала ниндәйҙер күмәк сараларҙа ла ҡатнашырһығыҙ. Бәғзеләр элек бер ҡасан да булмаған урынды күрер, бәлки. Күптән борсоп торған матди мәсьәләне лә сисерһегеҙ, моғайын.

Буға ( 21.04 –  21.05)

Осрашыуҙар, файҙалы һөйләшеүҙәр күбәйер. Тап был көндәрҙә ниндәйҙер оҙаҡ көткән хәбәрҙе ишетеүегеҙ бик ихтимал. Ялҡытҡыс эштәрҙе лә ихлас күңел менән башҡарырһығыҙ. Һеҙгә ярҙам итергә теләүселәр ҙә табылыр.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Мәшәҡәттәрегеҙ артыр. Шуға ҡарамаҫтан, барыһына ла өлгөрөрһөгөҙ. Бөтә эшегеҙ ҙә үҙенән-үҙе барғандай тойолор, әллә ни көс түгергә лә кәрәкмәҫ. Башҡаларға ла һиҙелерлек ярҙамығыҙ тейер. Рәхмәт һүҙҙәрен дә ишетерһегеҙ.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Осорҙо уңышлы тип әйтеп булмай. Ҡайһы бер эшегеҙ туҡтап та торор , бәлки. Шулай ҙа был ҙур ныян килтермәҫтер – аҙаҡ еңел генә ҡыуып етерһегеҙ. Килемегеҙ бер аҙ артыр. Күптәнге, инде онотолған бурыстарығыҙҙы ҡайтарыуҙары мөмкин.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Яңы эштәргә тотоноу теләге тыуыр. Уңышҡа өлгәшеү ихтималлығы ҙур булмаһа ла, күптәр шулай эшләр ҙә. Башта ярҙам итеүселәр булмаҫ. Эштәрегеҙ яҡшы барғанда ғына улар табылыр. Яҡын арала тормошоғоҙҙа ыңғай үҙгәрештәр төҫмөрләнер.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Шишәмбе һәйбәт яңылыҡтар килтерер. Бәғзеләрҙе күңеленә ятҡан кеше менән осрашыу көтә. Үҙегеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтә алһағыҙ, дуҫлыҡ ептәре тағы ла нығыр. Матди мәсьәләләрҙә һаҡ булығыҙ – аҡсағыҙҙы кәрәкмәгән нәмәгә тотоноуҙан һаҡланығыҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Күптән таныш булған эште башҡарғанда ла ниндәйҙер яңылыҡ күрә алырһығыҙ. Борсоп торған мәсьәләләрҙе лә яңыса күреүегеҙ мөмкин. Был уларҙы сисеү өсөн тәүге аҙым булыр. Кесе йома күптәр өсөн мөһим буласаҡ – уй-маҡсаттарығыҙға етди асыҡлыҡ индерерһегеҙ.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Аҙна уйламағанса яҡшы үтер. Кемдер ҡатмарлы хәлдән ҡотолоу юлын табыр, бәғзеләр теләһә ниндәй һорауға ла яуап алыуға өлгәшер. Иң ауыр эшкә лә тотонорға мөмкин булыр. Һис шикһеҙ, ул һеҙҙең ҡулығыҙҙан килер. Йомала һәйбәт яңылыҡтар ишетерһегеҙ.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Төрлө мәшәҡәт осрап торор. Хәйер, һеҙҙе улар һис тә ҡурҡытмай һымаҡ. Уңыштар еңел бирелмәҫ, быға әллә ни зарланмайһығыҙ шикелле. Төп эшегеҙҙә шаршамбыла бәхәстәр килеп сығыуы бар. Тыныс ҡына үҙегеҙҙең хаҡлы икәнегеҙҙе иҫбатларһығыҙ.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в