Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
2 Март , 07:00

Мәйетте тиҙерәк күм дә өйгә ҡайт, аш һыуына, тип әйтергә тура килә ҡайһы саҡта мутлашыусыларға

Гәзитебеҙҙең 5-се һанында сыҡҡан “Мутлашыусыларҙың һеҙҙе алдарға маташҡаны бармы?” тигән “Аҙна һорауы”на бик күп яуап килеп, уларҙың барыһын да бер юлы баҫа алманыҡ, әммә ҡыҙыҡлыларын архивҡа оҙатмай, айырым мәҡәлә итеп бирергә булдыҡ.

Мутлашыусылар көн һайын яңынан-яңы ысулдар уйлап табып, кешеләрҙең башын әйлән­дереп, аҡсаһын һығып алыу өлкәһендә тырышып-тырышып “эшләй”. Уларҙың мутлыҡтары хаҡында күпме генә иҫкәртеп, әйтеп, яҙып торһаҡ та, тоҙағына көн һайын тиҫтәләрсә кеше эләгеп, зар илай. Эскерһеҙ, тиҙ ышаныу­сан кешеләрҙе ялған “банк менеджер­ҙары”, “хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре”, “инвестиция компаниялары брокерҙары”, “сит ил эш­ҡыуарҙары” һәм башҡалар туҡтауһыҙ ярыҡ ялғашҡа ултырта. Ошо исемлекте “таксистар” ҙа тулыландыра. 
Учалынан Әлиә Усманова бына нимә тип яҙа:
- Муттарға эләкмәҫкә тырышам былай, әммә ҡай ваҡыт һиҙгерлек һыната шул. Яңыраҡ ялған “таксист” тоҙағына эләгә яҙҙым.
Үткән аҙнала көтмәгәндә Ҡазанға барырға кәрәк булды. Өфөлә туғанымда туҡтаныҡ та, машина эҙләй башланыҡ. “Бәйләнештә”ге “Өфө – Ҡазан юлдаштар” төркөмөнән ҡарайбыҙ, бөтәһе лә йә тулы, йә ваҡыты тура килмәй. Ниһайәт, берәүҙе таптым. Ватсапҡа яҙығыҙ  тигәс, яҙҙым. Тиҙ генә яуап яҙа был, урын бар, уңайлы ваҡытта, кәрәкле урындан уҡ килеп ала. Юл хаҡы, етмәһә, ни бары 1200 һум ғына. Ҡалай уңышлы булды, тип ҡыуандым! Был ир хәҙер: “Тик  ошонда теркәү үтегеҙ”, - тип бла-блаға оҡшаған сайтҡа һылтанма ебәрә. Унда исем-шәрифте, телефон номерын, карта мәғлүмәттәрен яҙаһың да, алдан, йәнәһе, аванс итеп, 30 ғына һум аҡса күсерәһең. Шул да булдымы аванс, тип аптыраһам да,  түләргә тырышып ҡарайым, килеп сыҡмай. "Остаток на счете" һорай. Тегегә яҙам, килеп сыҡмай, ваҡыт та етеп килә, мине килеп алғас, нисек күсерергә кәрәклеген үҙегеҙ күр­һә­терһегеҙ, тим. Ул, юҡ, беҙ мотлаҡ рәүештә тик аванс буйынса ғына эшләйбеҙ, тип яҙа. Ҡараһам, картама смс-хәбәр килгән: “Һеҙҙең картағыҙҙан 1200 һумды күсерергә маташыу булды”. Шунда ғына мут бәндә менән яҙышыуым аңыма барып етте. Һәм шул уҡ мәлдә тиерлек банктан миңә шылтыраттылар: “Шикле ғәмәлдәр башҡарылыу сәбәпле, картағыҙҙы блокка ҡуйҙыҡ”. Картамда аҡсаның аҙ булыуы ғына мине ҡотҡарҙы. Хәҙер яңы карта алырға кәрәк. Сөнки муттарҙа теге картаның, минең бөтә мәғлүмәттәрем бар. Һуңынан Ҡазанға алып барған ысын таксист егет, ундай осраҡтар йыш ул, тине: “Яңыраҡ бер ҡыҙҙы ултыртып алып барҙым, илай ҙа илай. Баҡтиһәң, картаһынан шул уҡ юл менән 30 мең һумдан ашыу аҡсаһын урлаған теге оятһыҙҙар. Ә ул ҡыҙҙың мобиль ҡу­шымтаһы  булмағанмы, нисектер, картаһын блокка ҡуя алмаған. Киләһе туҡталышта бер егетте ултыртып алдым. "Әле мине муттар алдай яҙҙы, ә мин иҫәрме әллә, алданып торорға”, - тип хәбәрен тетеүгә теге пассажир ҡыҙ тағы ла нығыраҡ үкереп илай башланы...” 
Аҙаҡ теге төркөмгә инеп ҡарағайным, мин ҡыҙыҡҡан иғлан юҡ ине. Уның ҡарауы яңылары бар: Ҡазанға ирем бара, урындар бар, балалар өсөн кресло бар, фәлән-фәсмәтән, тип ике ҡатын яҙғайны. Яҙыуҙарына ҡарағанда, икеһенә бер ир килеп сыға. Бына шулай. 
Муттар бер кемде лә аямай. Йәштәрҙе лә, ололарҙы ла илатып ултыртып ҡуя. Совет осоронда тәрбиәләнеп үҫкән, барыһын да яҡшы кеше тип ҡабул иткән кешеләр тиҙ ышаныусан булыуын үҙҙәре лә таный. Әбйәлил районынан бер апай, күп алдандым, бигерәк тиҙ ышанам кешегә, тип үҙенең нисек алданыуын һөйләне:
- Бынан бер нисә йыл элек пен­сионерҙарға ун мең һум түләп ташланылар бит әле. Шул осорҙа телефонға ла яңы өйрәнә башлағайным. Ундай алдауҙарҙың булыуы башыма ла инмәй. Танышым урыҫ ауылында йәшәгәс, унан килгән “привет” тигән һүҙгә аптыраманым, мин дә русса яҙыштым. Теге ун меңде алдыңмы әле, тигәс, юҡ, тинем. Мин алдым, әхирәтем банкта эшләй, теләһәң, һиңә лә ярҙам итәм, ти. Мин ни бындай тәҡдимдән баш тартып торманым, риза булдым. Карта номерыңды ебәр, тигәс, минең картам юҡ, ирҙеке яраймы, тип яҙам. Эйе, тигәнде ишеткәс, төн уртаһында  йоҡлап ятҡан ирҙе уятып, картаһын таптырып, яҙып ебәрҙем дә тегегә, ятам ҡәнәғәт булып. Күп тә тормай, тағы бер танышымдан “привет!" тигән яҙыу килеп төшкәс, саҡ иҫтән яҙманым. Алданғанымды һиҙеп ҡалдым да, илай-илай улыма шылтыратып хәлде  һөйләнем. Улым банк картаһын блокка ҡуйҙырып, атаһына һуңынан яңы карта астырып бирҙе. Ярай әле, төн булғанғамы, аҡсаны урлап өлгөрмәгәйнеләр. Ә эш хаҡы күскән генә мәл ине. Уй, ирҙән әрләнеүем...
Учалы районынан Тәскирә исемле апай ҙа үҙенән башҡаларҙы фәрештә итеп күреп үҫкән быуын вәкиле. Кем шылтыратһа ла, итәғәтле итеп һөйләшеү - ҡанында. 
-  Телефон аша банк картаһына инергә маташыуҙары бер генә тапҡыр түгел, - тип һөйләй ул. - Шылтыратып ебәрәләр ҙә, албырғатып теләһә нимә һорай башлайҙар бит инде. Беренсе тапҡыр шылтыратҡандарында, мине йәһәт кенә банкоматҡа ебәреп, ниндәйҙер операция эшләтергә маташа былар. Ярай, мин ауыл кешеһе (цивилизациянан ситтә йәшәүҙең бер файҙаһы) шунда уҡ банкоматҡа йүгереп барып етә алмайым һәм уйланырға, кәңәшләшергә ваҡыт етерлек. Шулай ҙа һандарын һаҡлап ҡуйып,  банктың именлек хеҙмәтенә мөрәжәғәт иттем инде. Карталарымды, иҫәптәремде тикшерҙеләр. Берәү ҙә емереп инеп өлгөрмәгән. Миллион һум аҡсам ятҡас ни... Күпме аҡса ятҡанын күрһәләр, теге анекдоттағы һымаҡ, бәлки өҫтәп һалырҙар ине, тип көләм. Хәҙер инде белдем: ғауғалап шылтыратһалар, исем-шә­рифтәрен һораған булам да, ярай, полицияға йәки банктың именлек хеҙмәтенә  мөрәжәғәт итербеҙ, тиһәм, шунда уҡ юғалалар.
Алһыу Садиҡова, интернет, бер яҡтан, уңайлы, һәйбәт нәмә, икенсе яҡтан, хәүеф сығанағы ла булыуы ихтимал, тип мутлыҡтарҙың төрлөһө менән таныш булыуын һөйләп үтте:
- Бик күп тапҡыр бурысҡа аҡса һорап яҙғандары бар. Мин уларға башҡортса яуап бирәм, шулай булһа ла русса тағы яҙалар. Шунан мин русса, балалар нисек, тип һорашам, таныштарҙы белешә башлаған булам, улар, бынан булмаҫ, тип яҙыуҙарын ташлап ҡуя. Бер ваҡыт: "Әсәй үлде, ерләргә аҡса юҡ", - тигән хәбәр килде. Әсәһе минең яҡшы таныш, ҡасандыр бергә эшләгән инек. Үҙе менән бәйләнешкә инергә ҡыйынһындым, тиҙ генә туған­дарына шылтыраттым. Улар ҙа белмәй. Һөйләшә торғас, буш хәбәр икәне асыҡланды. Ул апай иҫән-һау, Аллаға шөкөр. Ә бер туғанымды (икенсе туғаным исеменән) эскелектән дауалар өсөн аҡса кәрәк, тип яҙҙылар. Ултыра төшә яҙҙым, сөнки ул туғаным бөтөнләй эсмәй, уның матур итеп донъя көткәнен беләм. Миңә шулай уҡ әллә ниндәй “сит ил кешеләре” танышырға теләп хәбәр яҙа. Уларға нимәгә инде өлкән йәштәге ҡатын-ҡыҙ? Шул алдап, аҡса һорау өсөндөр, тип уйлайым. Ундайҙарҙы, ике уйлап тормай, “ҡара исемлек”кә оҙатам.
- “Бәйләнештә” мине лә алдарға маташтылар, - тип үҙ тарихын Ришат исемле егет бәйән итте. – Бер ваҡыт танышым Данистан хәбәр килде. Сәләм, сәләм, хәлдәр нисек, фәлән-төгән... Тәүҙә шикле бер ни ҙә юҡ. Яҙыша торғас, ул, минең проблема - әсәйем ауырып китте, опе­рацияға аҡса кәрәк ине, ти. Уның әсәһен беләм, хәле яҡшы кеүек ине. Аптырап, Данис, был ысынлап, һинме, тип һорайым. Эйе, тип яҙа. Һәм мин уның әсәһенең исемен һораным. Ул,  һин уның исемен былай ҙа яҡшы беләһең, ниңә мәғәнәһеҙ һорау бирәһең, ти. Әсәйеңдең исемен әйт­мәйенсә ярҙам итмәйем, тигәйнем, яуап яҙманы. Аҙаҡ уның сәхифәһен емер­гәндәре асыҡланды.
Закир Шәмсетдиновтан да яңыраҡ аҡса һорап, бер танышының исеменән яҙғандар. Имеш тә, кредит түләргә ярҙам кәрәк: “25 мең һум ебәр”. Ундай сумма әлеге мәлдә юҡ, тигәс, исмаһам, процентын түләргә 15 мең ебәр инде, тип ялынғандар. Шикләнеп, танышына шылтыратһа, уның аккаунтына мутла­шыусының ингәне асыҡланған. 
Рәсилә Әбйәлиловаға ла мутлашыусылар менән аралашырға тура килгән:
- Кәрәҙле телефондарҙың ауылға ла килеп еткән сағы. Йәйге бөтмәҫ мәшә­ҡәттәрҙән арып, йоҡлап ҡына киткәйнем, сипылдап, смс килде бит, әй. Ирем, кем менән яҙышаһың төн уртаһында, тип һөйләнеп алды. Сәғәт төнгө ике! Яҙыш­майым тиһәм дә, ниндәй хәбәр килде икән, тигән уй тынғы бирмәй, йөрәкте өйкәп тик тора бит әле. Шым ғына телефонды алып, кәртә эсенә сыҡтым - тышта бәйләнеш һәйбәт тота. Русса: "Ҡәҙерле әсәкәйем, ғәфү ит, шулай һуң яҙғанға, миңә аҡса кәрәк ине...” - тип теҙеп алып киткән кемдер. Ҡыҙым икенсе бүлмәлә йоҡлай, ә ҡырҙа эшләп йөрөгән малайым, атаһына оҡшап, аҙ һүҙле. Уға аҡса кәрәк булһа, уратып-суратып тормай, суммаһын ғына яҙыр ине, тип уйланым да, тыныс күңел менән инеп, йоҡларға яттым... 
Биш йыл тирәһе элек “Бәйләнештә”, йәнәһе лә, һеңлемдән, русса яҙылған, үтескә өс мең һум биреп тор, ошо номерға ебәр, тигән хәбәр килде. Улар эш хаҡын банк картаһына ала, ә миндә күберәк ҡулаҡса була. Башҡортса: “Минең картала аҡса юҡ, ауылда банкомат булмағас, район үҙәгенә барғанда аҡсалата алып ҡайттым. Балаларҙың берәйһен ебәр һуң, аҡсам бар”, - тип яҙып ебәрҙем. Беҙ бер ауылда йәшәйбеҙ, өйҙәребеҙ ҙә алыҫ түгел. Башҡортса яҙһам да, был: “Миңә картаға кәрәк”, - тип яуаплай. Күп тә үтмәне, һеңлем шылтыратты: “Апай, аҡса кә­рәкмәй! Һин яҙмаһаң, белмәй ҙә ултырыр инем кемдеңдер минең сәхифәгә ингәнен”. Шунан ул “Бәйләнештә”  сәхифәмде емереп ингәндәр, аҡса кәрәкмәй, тип иҫкәртеү яҙҙы. 20 минут эсендә барлыҡ туғандар аҡса биреп торорға әҙер ине! 
Хәҙер ҙә ара-тирә шылтыратыуҙар булып тора. Ят номерҙы алмайым, тиһәм дә, төрлө ваҡыт була, кемдер йыш алмаштыра, кемдер танышынан алып шылтырата. Алып тыңлап ҡарайым тәүҙә йә башҡортса яуап бирәм. Кем икәнен аңлағас, ул номерҙы "ҡара исемлек”кә тығам. Ҡыҙым ҡуйып биргән ҡушымта аша шылтыратыусының кем икәнен дә ҡарап була хәҙер.
Белә-күрә алдаҡтарына арбалдым, шул тиклем ышандырып һөйләйҙәр бит улар, тип һуңынан терһәген тешләй яҙып йөрөгәндәрҙән айырмалы рәүештә, бына шулай күптәрҙе ваҡытында айыҡ аҡыл, һаҡ булыу ҡотҡара. Ә инде Өфөлә йә­шәгән Зөлфиә Килдеғошова мутлашыусы намыҫһыҙҙарҙы һөйләшә башлауҙарынан уҡ танып, үҙҙәрен ҡыҙыҡ итә. 
- Эй, күп шылтыраталар, йәнәһе лә, банктан, - ти ул. - Төрлө сәбәп табалар. Рәхәтләнеп һөйләшәм улар менән. Тәүҙә уфтанып аптырайым, шунан нимә эшләргә инде, тип илап та алам, аҙаҡ улар өйрәтә башлай бит инде, һорашалар, әйҙә, әйтегеҙ, ниндәй банкта иҫәптәрегеҙ бар, тип төпсөнә. Уларҙы, уныһы тағы нимә була, тип ыҙалатам. Бер һорау­ҙарына яуапҡа ике-өс һорау бирәм. Шул арала йөрәк әрнеткес итеп ҡат-ҡат мышнап та, уфтанып та алам. Нисек тә булһа һөйләшеүҙе оҙағыраҡҡа һуҙам. Үҙҙәре телефонды һалғансы.
Йышыраҡ шым ғына һүндерәләр. Ҡай берәүҙәре әрләп тә ҡуя үҙемде, ваҡытты алдың, тип. Ни өсөн улай эшләйемме? Беренсенән, минең менән оҙағыраҡ һөйләшһәләр, башҡа кешеләргә, бигерәк тә ололарға, һөйләшергә әҙерәк ва­ҡыттары ҡалыр, тип ышанған булам үҙемсә.
Икенсенән, шулай үҙем уларҙың баштарын ҡатырһам, ике-өс айға туҡтап тора ул шылтыратыуҙар. Аҙаҡҡы тапҡыр бер егет шылтыратты, бер минутҡа ла һуҙылманы һөйләшеү. “Бигерәк оҙаҡ шылтыратманығыҙ, һағынып киттем бит”, - тип кенә әйткәйнем, телефонын һалды ла ҡуйҙы.
Әнилә Федорованың иһә апаһына төндә: “Әсәй, мин аварияға тарыным, шунсама аҡса ебәр, бында мәйет”, - тигән йөк­мәткеле смс-хәбәр килгәс, ҡатын тәүҙә ҡобараһы осоп нишләргә белмәй юғалып ҡалған (төндә йоҡлап ятҡаныңда ҡур­ҡыныс хәбәр яҙһындар әле!).  Шунан улына шылтыратып, уның эштә икәнен аңлап, тынысланған, тегеләргә яуап яҙған: “Мәйетте тиҙерәк күм дә, йәһәтерәк өйгә ҡайт, бында аш һыуына”.
Мутлашыусылар, мутлыҡтар тура­һындағы һөйләшеүҙе артабан да дауам итербеҙ, дуҫтар. Иң мөһиме, һәр ваҡыт айыҡ аҡыл менән эш итегеҙ: теләһә кемдәргә ышанмағыҙ, шикле һылтан­малар буйынса күсмәгеҙ, бер ниндәй ҙә шәхси мәғлүмәт менән бүлешмәгеҙ, ят һандарҙан шылтыратһалар, трубканы алмағыҙ, билдәһеҙ әҙәмдәр аҡса тураһында һүҙ ҡуҙғатыу менән һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. 

Баныу Ҡаһарманова

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас в