Фәнис былтыр 3 сентябрҙә “тел”, йәғни мөһим хәрби мәғлүмәттәр белгән кешене әсирлеккә алғанда танылыу яулағайны. Бындай заданиелар хәүефлелеге менән айырылып тора, сөнки дошман тылында разведчикҡа ярҙам итеүсе юҡ. Әммә Хөсәйеновҡа етәкселек юғары ышаныс бағлай һәм был ышанысты ул тулыһынса аҡлай. Бурысты үтәгәндә хәрби бәрелеш була, беҙҙең яугиргә БТР-ҙа ете кеше һөжүм итә. Фәнис уларҙың икеһен юҡ итә, береһен әсирлеккә ала, ҡалғандары ҡаса. Разведканан яугир йәйәүләп түгел, ә дошман БТР-ына ултырып ҡайта. 5 сентябрҙә Американың “Хаймарс” системалары Рәсәй отрядын утҡа тота. Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә. Йәнә бер тәүлектән беҙҙекеләр биләгән позицияларға ВСУ көстәре һөжүм итә. Бәрелештә генерал-майор яралана, Фәнис уны дошмандан тартып алынған БТР-ҙа госпиталгә алып килә. Ҡыйыулығы һәм зирәклеге өсөн Хөсәйенов “Сая Фәнис” ҡушаматын ала. Ул ысын халыҡ батырына әүерелә.
Рәсми баҫмаларҙа ошондай мәғлүмәт булды. Шул турала һәм башҡалар хаҡында беҙ ирҙәрсә һөйләшергә тип Хәлил ағай менән МТМ, йәғни гаражға күтәрелдек. Унда ике ир К150 тракторы аҫтына ятып, техниканы йүнәтеү эше менән мәжғүл. Тышта, һыуыҡта. Уларҙың береһе – Фәнистең яҡын дуҫы, бая әсәһе иҫкә алған, батырҙың кәүҙәһен алып ҡайтҡан Айҙар Камилйәнов ине. Яңы юлдашым уның менән таныштырғас, егет теләр-теләмәҫ кенә күреште, Хәлил ағайҙың, һыуыҡ, әйҙә машина эсенә инеп һөйләшәйек, тигәненә лә, кейем майлы, бысраҡ, тигән һылтау менән баш тартты. Һөйләшеү килеп сыҡмаҫ ахыры, тигәнерәк уй үтте.
Ысынлап та, беҙҙең һөйләшеү "ирҙәрсә" башланды. Айҙар үҙе лә – шәп ир, күренеп тора, ҡарашында саялыҡ һәм артыҡ етдилек сағыла. Беренсе өндәшеүенән үк тура һүҙлелеге күренде. Аҙаҡ уның, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ауылда староста икәне лә асыҡланды.
– Фәнис иҫән саҡта ҡайҙа инегеҙ һуң? Үлгәнен көттөгөҙме ни? - беренсе һүҙе шул булды. – Батырлыҡтарын барыһы белде, унан һуң Фәнис ҡайтып та китте. Үҙен күреп һөйләшергә була лаһа. Үлгәс, һәр береһенең хәтеренә килеп төштө. Иҫән сағында ҡәҙерләргә ине уны.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мин иғтибар биреп өлгөрмәнем, ҡайтҡанын да белмәй ҡалдым. – Ысынында ла шулай ине.
– Төп батырлығы беренсе барыуында булды. Бөтә донъя, интернет тулғайны... – тип мығырҙаны егет.
Элек, туҡһанынсы йылдарҙа, “Йәшлек”тә эшләгәндә, йәш саҡта, бындай материал, бындай герой булһа, сенсация артынан ҡыуған кеүек, иң беренселәрҙән булып урынға барып етеп, үҙ күҙҙәребеҙ менән күреп, кешеләр менән күрешеп яҙырға тырыша торғайныҡ та. Ә хәҙер интернетҡа һалышып тик ултырабыҙ шул. Унан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе сүпләрбеҙ әле, тип...
– Шулай инде, күп журналистар бар тормошто телефон тәҙрәһенән ҡарап ҡына белә бит хәҙер, – тигән булдым. Шулай аҡландым. – Йәшерәк саҡ булһа, бәлки... Әле шул берәй әҙәби әҫәргә тотонмаһаммы, тип килеүем, яҙыусы булараҡ.
– Элек гәзиттән уҡып белә инек бар хәбәрҙе, нимәләр булғанды, кәрәкле яңылыҡты. Хәҙер ҡайҙа фейк, ҡайҙа ысыны – аңлауы ла ҡыйын. Брат хаҡында ғына ниндәй генә мәғлүмәт булманы. Үҙе иҫән саҡта үҙенән һорап булмай инеме ни? – ярһыған Айҙарҙың фекерендә иҫ киткес хаҡлыҡ бар.
Ысынында ла шулай бит, ысын яу хәтәр булған кеүек мәғлүмәт-ара һуғыш та ҡурҡыныс бөгөн. Үҙ халҡында Рәсәйгә ҡарата күрә алмаҫ хәлгә еткерер, нәфрәт уятыр өсөн ниндәй генә бысраҡ-ялған яҙмай ҙа күрһәтмәй көнбайыш илдәре. 2021 йылда үткән Өфөләге фольклориадала бик күп сит ил вәкилдәрен күреп һөйләшергә яҙғайны. Ул ваҡытта уҡ улар Рәсәйгә ҡурҡып, өркөп килгәйне лә, беҙҙәге ихласлыҡты күргәс... Әйтәйек, шул уҡ поляктар, беҙҙе ҡара дошман күргән поляктар ул саҡта һоҡланыуҙарын йәшермәй: “Һеҙҙең өҫтәлдәрегеҙ бай, ит күп ашайһығыҙ, шәп. Беҙҙә быныһына ҡытлыҡ, – тигәйне. – Рәсәйҙе беҙ бер хәйерсе ил тип уйланыҡ, беҙгә шулай өйрәттеләр”. Америка вәкилдәре бөтөнләй аптыратты: “Дөрөҫөн әйткәндә, беҙ ҡурҡып ҡына килдек. Беҙҙәге мәғлүмәт сығанаҡтары яҡтыртыу буйынса, һеҙҙә Төньяҡ Кореялағы кеүек диктат, тыйыу-ҡыйырһытыу йәғни “запреттар иле” тип күҙ алдына килтерҙек. Барыһы ла бер формала ғына йөрөй тип тә уйланыҡ. Бөтөнләй башҡа ил. Халыҡ һеҙҙә көләс һәм бәхетле. Ә бәхетте яһалма эшләп булмай”. Ошондай уҡ фекерҙе 2018 йылда Мәскәүгә футбол буйынса донъя чемпионатына килгән Англия (һәм улар ғына ла түгел) көйәрмәндәре лә әйткәйне: ”Беҙ Рәсәйҙе бер трущоба, бандиттар төбәге тип уйланыҡ. Унда бармағыҙ, үлтерерҙәр, тип тыйҙылар, ләкин беҙ килдек һәм... Рәсәйгә иҫ киткес оло һөйөү һәм ихтирам менән ҡайтабыҙ!”
Ташҡа яҙылған – юйылмай, тигән хәҡиҡәт беҙҙең ҡанға һеңгән, һәр мәғлүмәткә ышанып барабыҙ шуға ла. Ә айырым көстәр шуны оҫта файҙаланып, үҙенә кәрәкле яңылыҡты, мәҙәниәтте зиһенгә һеңдереп халыҡты бармаҡҡа бәйләнгән ҡурсаҡтар кеүек уйнатырға теләй. Беҙҙе лә шулай уйнатырға хыялланмайҙар инеме улар? Украина артына йәшенеп... Уйҙарым ситкә китте.
Айҙар менән һөйләшеүҙе икенсе юҫыҡҡа борорға теләп:
– Бергә үҫтегеҙме? – тип һорайым.
– Беҙҙең арттан үҫте инде ул. Олатаһында үҫте. Миңә килә торғайны.
Хәлил абзый ҡушыла:
– Бала саҡтан Айҙарға һыйынды. Мәғдән ағай оло, һикһәнде үткән аҡһаҡал, ул тыйманы. Фәнисте ғүмеренән былайыраҡ яратты.
– Ныҡ ярата ине, – Айҙар нығытып ҡуйҙы.
Бер көн Мәғдән ҡарт, Фәнистең олатаһы, Хәлил ағайға килгәндә: “Армияға ебәрәйек әле шул шуҡ малайҙы, ир булып ҡайтһын әйҙә. Һалдат һурпаһын эсеп, тормошто аңлап ҡайтһа, үлһәм дә үкенмәҫ инем”, – тигән. Уйлаһаң, һәр кем дә улай тип әйтә алмай бит, киреһенсә, күптәр ғәзиз балаһын армиянан ҡурсалап ҡалырға тырыша хәҙер. Тимәк, олатай арҡанан ғына һөйөп, теләгәнен ашатып, машина бүләк итеп, үҙенең дә, улының да күңеле булһын, тип кенә ултырмаған, тормошта юғалып ҡалмаһын өсөн, әйҙә, йөҙөп сыҡһын әле, тип, нужа йылғаһына ла “ырғытырға” ҡурҡмаған. Көслө рухлылар ихтыяры был.
– Тәртипһеҙ ине, тигәнерәк һүҙҙәр ҙә бар интернет селтәрендә, – тим. Ирҙәрсә һөйләшеүгә килгәс, быныһын һорамайса барыбер булдырмаҫ инем. – Ултырып сыҡҡан, тип тә яҙалар.
– Фәнис – ныҡ шуҡ егет, һис нигә ҡарап тормай ине. Һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер, өндәш кенә. Кемһетелгәндәрҙе яҡларға тырышты. Шуға ла төрлө йоғонтоға тиҙ бирелер ине. Олатаһы менән торғанда, кис менән сығармай бит инде ҡарт, бүлмәһендә бер аҙ йоҡлаған булып ята, шунан карауатына мендәрҙәр һалып, одеал менән өҫтөн ҡаплай, әйтерһең, йоҡлап ята, үҙе тәҙрәнән сығып ҡаса ла беҙҙең янға килә. Шундай шуҡ егет инде ул. Аптырап ҡарап тормай һис тә.
Айҙарҙы бүлдереп Хәлил ағайҙың ҡалын тауышы яңғыраны, тәмәкеһен һурған арала ҡапыл ярһып өндәште. Һүҙҙәре ялҡын бәреп төтөндәре менән бергә килеп сыҡты.
– Мөнир , һин шуны аңла, “папенькин, маменькин сыночектар” ундай батырлыҡтар эшләй алмай. Алмай!
Айҙар сабыр ғына йылмайып ҡуйҙы ла, ағайҙың фекерен хупланы.
– Ата-әсәһенең итәгенә йәбешеп йөрөгән бала түгел инде Фәнис. Йөрәк бит һынауҙарҙа сыныға. Мәмәй булып йөрөһәң, артыңа тибәсәктәр. Ул үҙе бәхәс ҡуптармаһа ла, шул һуғыш уртаһына инеп китеп эләгә ине. Кешене яҡлаша, яҡын кешеһен кәмһетеүгә юл ҡуймай. Ышаныслы ине. Һин шундай, һин бындай, тимәне бер кемгә лә.
– Ул йөрөй-йөрөй ҡыҙыҡ ҡына хәбәр һалып ҡуя ине шул ҡай саҡ. Бер көн, уйлаһаң, тормош матур бит ул, эйе бит, Хәлил абый, тигән була. Ауырлыҡта үҫкәс, ауырлыҡтың нимә, кешенең кем икәнен, ғүмерҙең ҡәҙерен, тормоштоң әсе яғын да бик аңлай, белә ине ул. Шуға күрә яҡын кешеһен бик ҡаты яҡларға ынтылып торҙо. Кәмһетелгән, йәберләнгән кешене йәлләй, ҡыҙғана белде. Ҡарап тороуға бәләкәй генә булһа ла, хәтәр етеҙ ине ул. Осҡон ине.
– Эйе, осҡон ине, атылған уҡ ине, – Айҙар, Фәнисте күҙ алдына килтерҙеме, йылмайып ебәрҙе.
Айҙар ҙа бик көслө егет күренә. Ҡарашында ут бар. Артыҡ етди. Һуңынан һүҙгә-һүҙ бәйләнеп, асылып киткәндә лә, йылмайып ҡуйғанда ла, уның йөҙөндә лә, тотошонда ла ирҙәрсә ныҡлыҡ, ергә ныҡ баҫып торғанын аңлатҡан ҡәтғилек юғалманы.
Фәнис тәбиғәте менән бик әҙәпле була. Олатай-өләсәй тәрбиәһе уның күңеленә һеңгән: ололарҙы хөрмәт итә, ауыр һүҙ әйтмәй, һәр саҡ ярҙам итергә ынтылыу... былар тураһында мин бар сәйәхәтем буйына аңлай барам инде. Уның тағы ла иҫ киткес шәп сифаты була: кешене яҡшы-яманға айырмай, барыһын да тигеҙ күрә. Айҙар, кеше йоғонтоһона бирелә торғайны, тип ысҡындырҙы. Уныһы ла уның баяғы ҡояш кеүек ихлас булыуынан ул. Мин уның “Бәйләнештә”ге сәхифәһендәге яҙмаларын ҡарап ултырҙым. 2014 йылда үҫмер генә Фәнис тотошлайы менән “мужиктарса” фекерҙәр менән йәшәй: “Бер тапҡыр йәшәйбеҙ, ә нишләп ҡыйыуыраҡ булмаҫҡа”, “Эшләнең икән – ҡурҡма, ҡурҡһаң – эшләмә, эш үткәс – үкенмә!” ...
Ана шул ултырған енәйәте лә... Йә һуғышып, йә урлашып. Уныһы ла байыу уйынан, үтә кәрәк тигән һылтауҙан да түгел, аумаҡайлыҡтан, эйе, йә кеше артынан эйәреүҙән, йә шаярыу өсөн. Күҙ алдына килтерегеҙ әле, автомобиль эсенән магнитоланы һурып ал да эргәһендә торғанын ҡабырғаға һалып кит. Әлбиттә, әсе шаярыу, һуң кем генә йәш сағында “кәпәсе менән айҙы бәреп төшөрмәгән”…
– Мин үҙем – хәрби кеше. Армияла - өлкән лейтенантҡа тиклем, полицияла подполковник дәрәжәһенә тиклем еттем. Таныш офицерҙарым күп. Улар менән Фәнис һәм уның батырлыҡтары тураһында һөйләшәбеҙ ҙә, эйе, һуштары китеп аптырай, һоҡланалар тегеләр.
Хәлил абзый Фәнискә туған түгел. Бөгөн күптәр менән аралашҡанда шуны аңланым: ул ысын мәғәнәһендә уның остазы, фекерҙәше, арҡаһы, ныҡлы ышаныслы таяныр терәге булған. Хәлил Фәтҡулла улы Лотфуллин был турала бик әйтмәһә лә аңланым, һуңынан геройҙың яуға китеү мәлендә лә, ғөмүмән, тормошта һәр ҡырҡыу осоронда ла ул подполковникҡа таяна, уға бар кисерештәрен асырға мәжбүр була. Яңылышыраҡ киткән юлдарын төҙәтеүсе лә, аңлауымса, аралаусы ла булған. Хоҡуҡ һаҡлау системаһында эшләгәс, юлдарын, тәрбиә ысулдарын да белгәндер. Унан бигерәк, бөркөт бөркөткә ынтыла, затлы аҫылдарға ылыға бит. Ул йәһәттән Хәлил абзый затлы, аҡыллы ир-уҙамандарҙан. Өйҙә булғанда уҡ, бында түгел, мужиктар башҡа ерҙә һөйләшәбеҙ, тигән һүҙенән үк аңлап алғайным. Шуға ауыл ирҙәре лә татыу, берҙәм бында. Берәй эш атҡарһалар ҙа, проблема тыуып китһә лә, тиҙ генә бер-береһенә шылтыратып, йыйыла һалалар, хәл итәләр.
– Һоҡланмаҫлыҡ та түгел, – тип һүҙен дауам итә Хәлил Фәтҡулла улы. – Бер үҙең ,бына һин, Айҙар, БТР-ға һөжүм итә алыр инеңме?!
– Бер аҙна улар менән йәшәүен әйт әле, – Айҙар дуҫы йәнләнеп китте.
– Нисек йәшәп? Улар менән тигәнең, нимә, теге, дошмандар яғындамы? – күҙем дүрт була. Был турала беренсегә ишетеүем. Айҙар башын ҡалҡытып күҙҙәремә ҡарай.
– Инеп, бер аҙна улар менән... Окопта йәшәп ятҡан бит инде ул. Обстановка менән тәүҙә танышҡан шулай. Шунан ғына һөжүмгә күскән. Ул снайпер ғына түгел, разведчик та.
Мин Фәнисте күҙ алдына килтерәм, дөрөҫөрәге, килтерә лә алмайым. Харап таһа. Дошман араһында бер аҙна йәшәп ҡара әле. Бер аҙна. Дошмандар араһында. Хәт-тәр. Ни тиклем йөрәкле булырға кәрәк. Улар менән ултырып аша, йоҡла, тәмәке тарт – һәр минутта, һинең кем икәңде белеп, үлтерергә мөмкиндәр түгелме һуң? Йоҡлап ятҡанда иҙәндән сысҡан йүгереп үтеүенә һиҫкәнеп, һикереп килеп тораһың, ә бында... эргәңдә ҡара дошманың хырылдай. Иҫ киткес һығылмалы, әртис булырға ла кәрәк тәһә. Уның мөләйемлеге, һәр кем менән уртаҡ тел таба белеүе бына ҡайҙа кәрәк булған.
Аптырап ҡалдым! Бик ҡыҙыҡ булып китте. Киноларҙа йә китаптарҙа ғына күреп-уҡып белгән хәл бит. Уныһы ла Бөйөк Ватан һуғышы мәлендә. Һорауҙарымды автомат урынына яуҙырам.
– Нисек бара ул разведкаға, ҡурҡмай, ниндәй формала?
– Разведкаға китә яңғыҙы, мөһим задание менән. Уға планшетты табып алып ҡайтырға ҡушыла. Ә планшетта Фәнистәр фронтындағы һөжүмдең стратегик планы күрһәтелергә тейеш. – Хәлил ағай тағы тәмәке тоҡандыра. Ул арала Айҙар тотондо һөйләргә.
– Үлгән дошман һалдатының кейемен систереп кейеп ала ла, инеп китә бер үҙе. Унда йәшәп ята. Белә тегеләрҙәге хәл-торошто, пландарын аңларға тырыша. Планшетты табырға кәрәк. Өсөнсө көнөндә генә планшетты күреп ҡала бер офицер ҡулында. Артынан эйәреп барып, барыбер планшетты ҡулға төшөрә был.
– Аңлап етмәйем, ә нисек аралаша һуң улар менән?
– Һин, ауылдан сыҡҡан малай, русса ла белмәйһең, нисек йөрөнөң унда, тип Фәнистән көләм. Тәмәкең бөтһә, нисек һорайһың, тим. Эй, Хәлил абый, унда төрлөһө бар, ҡара тәнлеләре лә, улар үҙҙәре лә бер-береһен аңламайҙар бит. Кем менән һөйләшкәнен үҙҙәре лә белмәйҙәр иш, ти. Наемниктар бит инде. Тәмәке бөткәс былай итәм, ти, – һурып тартып төтөнөн күккә осорған хәрәкәт яһап күрһәтә, – тәмәке лә биреп китәләр миңә, тигән була. Эй, мәрхүм...
– Шунан БТР-ҙы алып сығамы был яҡҡа?
– Эйе, разведканан сыҡҡан ваҡытта була. БТР менән тегеләр сыға был яҡҡа. Уларҙың ҡайҙан килгәнен белгәс, Фәнис уларҙы ҡаршы ала. Шунан һөжүм итә, икәүһен оҙата, өсәүһе ҡаса, берәүҙе әсиргә ала, Фәнис БТР менән беҙҙең яҡҡа сыҡҡас, ангарҙарын шартлаталар. Шулайыраҡ һөйләне инде буғай, – Айҙар шулай тип ҡуйҙы.
– Һуңынан, алып сыҡҡан әсиренән, Фәнискә төртөп, ниңә уны окопта үлтермәнегеҙ? – тип һорайҙар икән дә, беҙ уның менән бергә һуғышабыҙ ҙаһа, ҡалай клевый егет, беҙҙең кеше тип уйланыҡ, тип әйтә ти. Интервью алғанында әйткән был һүҙҙәрен, ТВ-нан да күрһәткәндәр.
Айҙар хаҡлы, Фәнисте, иҫән Фәнисте минең дә бик күргем килә, һөйләшеп ултырғым килә. Их, ошо хәлдәрҙе үҙенән һөйләтеп ҡарар инем... Үҙе һөйләмәһә лә, “ишеттем инде, дошман менән бергә тәмәке тартып ултырғаныңда ниҙәр уйланың һин, брат?” - тип һорар инем. Ул йылмайып ҡуйыр ҙа Мостай Үлмәҫбайынса яуап бирер һымаҡ миңә. Һис зарланмайса, һәр нимәне уйлы көлкөгә һалып, былай тип һамаҡлар ине:
Ғәҙәт – ҡылыҡтың энеһе,
Бик ғәжәп бит ул ғәҙәт,
Һунар сыға һалыуыма
Шул ғәҙәт булды сәбәп.
Хазина ине уҙған төн:
Йондоҙло, айлы ине,
Дошманға тоҙаҡ һалырға
Бигерәк яйлы ине.
Күркәләнеп сығып киттем,
Ергә лә теймәй табан –
Әйтерһең, тыуған Уралға
Ҡунаҡҡа ҡайтып барам...
Яуҙа йөрөгәндә ауыр уйҙарға бирелмә, һуғыштамын, тип уйлама – был фекере уның, эйе, хаҡ һымаҡ.
– Фәнис үҙе һөйләнеме һеҙгә был хәлдәрҙе? Маҡтаныпмы, нисек? – һөйләшеү һәүетемсә ағымға төштө. Айҙарҙың баяғы, ҡаршы алғандағы, үпкәһе юғалды, йөҙө асылды. Хәлил ағай һалдаттарса ғорур баҫып, үҙенең мәртәһен белеп кенә һөйләүен дауам итте. Шуныһы ҡәҙерле: эскерһеҙ һәм асыҡ ине беҙҙең һөйләшеү, йәшереү ҙә, артыҡ шапырыныу ҙа юҡ.
– Ул бер нимә лә һөйләмәй ине.
– Абсолютно һөйләмәй ине.
– Нисек? Был хәлдәрҙе ҡайҙан беләһегеҙ әтеү? – мыйыҡ аҫтынан йылмаям.
– Беҙ шулай төпсөнөп, төпсөнөп, һорап-һорап ҡына яуап ала инек. Үҙе бер ни һөйләнмәне.
Хәлил ағай уйланып торҙо ла:
– Ашап, сәй эсеп ултырғанда бер-ике һүҙ әйтеп ҡуя. Һүҙ һорап кеҫәгә инмәҫ егет булһа ла, был темаға һүҙгә бик һаран ине. Мәғлүмәт бирмәй. Бер генә әйберҙе әйтте: беренсе снайперҙы атҡас та, Хәлил абый, винтовкаһын ҡарармын әле, тигән уй бар ине, ти. Снайперҙарын юҡ иттем дә, малайҙарға әйттем, һеҙ мине ҡаплағыҙ, мин тегенең винтовкаһын барып алып киләм, ҡарайыҡ әле, улар ниндәй ҡорал менән һуғыша икән. Барып алған, тикшергән.
Пулялар араһынан ятып та, шыуышып та, эйелә-боҫоп та йүгергән Фәнис күҙ алдына килә. Ниндәйҙер бер ҡоралды барып алыр өсөн ғүмереңде иҫ киткес ҡурҡыныс аҫтына ҡуй әле. Пулялар ямғыры – бер хәл, икенсе снайпер сәпәп тә ҡуйыуы бар ҙаһа. Һуңынан беҙҙең герой тегеләрҙең ҡоралы менән, моғайын да, тағы ла бер-икәүһен, үҙҙәре әйтмешләй, “снимать” иткәндер, үҙ ҡоралдарынан – үҙҙәренә үлем.
– Сәйер генә яңғырармы был һорауым, шул тиклем тәүәккәл Фәнискә һуғыш уйын кеүек күренгән шикелле. Теге компьютерҙар уйынында шаярған кеүек.
Бер аҙ тынлыҡ урынлашты. Беренсе булып Хәлил Фәтҡулла улы телгә килә.
– Белмәйем, юҡтыр. Уйын, тип... Ул яуҙаш дуҫтары, ир намыҫы өсөн ғүмерен бирергә лә риза ине. Илен, тыуған ерен ныҡ яратты. Уйын түгел. Һин бер нимә аңла, Мөнир, ярһыған бультерьер тоҡомло эттәрҙә, мәҫәлән, һуҡһаң да ауыртыу инстинкты юҡ, ә Фәнистә ҡурҡыу, ҡаушап төшөү холҡо булманы. Бөтөнләй юҡ ине.
“Бәйләнештә” тәге битендәге ул саҡтағы ун биш йәшлек Фәнистең тағы ике яҙыуы ялт итеп иҫемә төштө: “На колено только перед Богом” һәм “Лучше умру за братьев, чем буду жить без них”. Ошо һүҙҙәр уның ғүмерлек девизына әйләнгән.
– Ысынлап шулай, ҡурҡыу белмәҫ изге йән ине, – тип өҫтәп ҡуйҙы Айҙар.
– Ә беҙҙең яҡтағылар нисек ҡаршы ала уны? Ни тиһәң дә, дошмандар кейемендә? – Ҡыҙыҡһыныуым кәмемәй. Кәмемәйәсәк тә. Фәнисте аса барған һайын ул миңә ҡыҙығыраҡ була бара. Ҡәҙерлерәк тә.
Хәлил ағай гөрһөлдәтеп көлөп ебәргән булды:
– Тәмәке тартҡанда бер мәл нимә ти, инде үҙебеҙҙекеләргә сығып еткәйнем, ҡарайым, беҙҙең һалдат ҡаршыға сыҡты ла, “муха”ны (РПГ инде) күтәреп, миңә атырға тип сәбәләнә башланы. БТР-ға сығып баҫтым да аҡырам: “ Мин – Хаса-ан, я – Хаса-ан”. Тегеләр ишетмәйҙәр. Шунан ҡапыл танып ҡалдылар ҙа, ҡаршыға йүгерә башланылар, ти.
Минең ниңәлер күңелем тулып китте. Бер-береһен һығып-һығып ҡосаҡлашҡан һалдаттар күҙ алдына баҫа. Күҙҙәрендә – йәштәр, шатлыҡ һәм һоҡланыу сатҡылары. Фәнис ауыҙын йырып сабыр ғына йылмая. Эргәләрендә ғәйепле төҫ менән дошман БТР-ы гөрһөлдәп эшләп ултыра. Һуңынан уның ҡабырғаһында сатай-ботай хәрефтәр һәм төрлө төҫтәге буяу менән “Башҡортостан”, “Уфа”, “Татышлы” тигән яҙыуҙар хасил буласаҡ та дошмандың тимер аты хәҙер инде көбәген көнбайышҡа табан төбәйәсәк. Әлегә уның эсендә баяғы кәрәкле планшет һәм ҡулы бәйләнгән әсир-һалдат ята. Фәнис ирәүәнләп ергә, тыуған еренә һуҙылып ята ла күккә баға. Итеген сисеп ташлай, силғауын киптерергә үләндәр өҫтөнә элә... Ҡайтты әйләнеп Үлмәҫбай.
“Әсир, әсир. Хәҙер үҙеңде
Ҡунаҡҡа алып китәм,
Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң:
“Башҡорт ҡунаҡсыл икән...”
Һөйләгәндең тамсыһы ла
Әкиәт түгел, туған.
Ана ул ята. Ә үҙем
Сылғау киптереп торам”.
Һуғышта ваҡлыҡтар юҡҡа сыға, тигәне дөрөҫ бит. Ғүмер генә мәлдәрҙән торған кеүек.
– “Хасан” – уның позывнойы инде. – Айҙар аңлата ла, өҫтәп ҡуя. –Бабай уны ике тапҡыр атып бәрә яҙҙым тей ине.
– Уныһы кем тағы?
– Беҙҙең яҡтыҡы, күрше ауылдан. Ул иҫән ҡайтты. Позывнойы “Бабай” инде.
“Хөсәйеновтың яҡташтарының береһе контузия ала, яралана. Яугир уны емереклектәр араһынан алып сығып, хәрби госпиталгә илтә”. Аңлауымса, яҡташтарының береһе ошо “Бабай” шикелле. Әңгәмә ҡороусы таныштарым әйтеүенсә, был “Бабай” Фәнис өсөн яҡташ ҡына түгел, өлкән хөрмәтле яуҙаш та булған. Разведкаға йыш ҡына ул оҙатҡан да, буғай. Арҡаһынан һыйпап, фатихаһын биреп. Бәлки, шуға ла һәр саҡ иҫән әйләнеп ҡайтҡандыр егетебеҙ. Һуңынан “Бабай” һөйләүенсә, яуҙа хәтәр хәлдәр булып тора инде. Сираттағы разведканан ҡайтып килә Фәнис.
Ангар артынан шым ғына тегеләр формаһында кемдер килә ятҡанын шәйләй “Бабай”. Автоматын төҙәп, тәтене ҡыҫтым тигәндә генә... “Бабай, бабай”, – тигән тауыш ишетелә.
“Тертләп киттем. Балаҡайым, үҙем атып бәрә яҙҙым даһа, бына саҡ ҡына тәтене ҡыҫаһы ғына ҡалды бит... Ҡосаҡлап илап ебәрҙем. Фәнис разведканан ҡайтмай тороп башҡаларҙы ла ашатмай инем. Һуңғы "сәйәхәт"енән ҡайтҡас, ҡосағыма килеп һыйынды ла, үлеп ҡорһағым асты, берәй нәмә ашат инде һин миңә, ти. Ашаны ла тағы үҙенең позицияһына йүгерҙе”, – тип һөйләр һуңынан Бабай.
“Бабай” менән был юлы күрешеп булманы. Ситкә эшкә киткән, тинеләр. Яҙған булһа, әгәр һөйләргә теләһә, әлбиттә, уның менән дә бер ирҙәрсә һөйләшеп ултырырбыҙ әле тип өмөт итәм. Үлеп-фәлән китһәм, Әминә балаҡайыма иҫәп асып, киләсәген хәстәрләгеҙ инде, тигән васыятын Бабайға әйтеп ҡуйған Фәнис. Фәриҙә был турала белә, тине Хәлил ағай.
Һөйләшеүҙең ауыр еренә килеп еттек.
– Үлемен нисек ишеттегеҙ? – тимен.
– Нисек тип, интернет... Берсә – тере, берсә – үлгән, тип төрлө хәбәрҙәр йөрөнө ләһә. Эйе, туранан-тура яҡташ егеттәр сығыуын сыҡҡандар ине ул... Барыбер ышанманыҡ инде. Пуля муйынынан үтә сығып киткән йә, ярсыҡлы граната шартлап, ярты башы менән ярты ҡулбашы юҡ, тиҙәр. Төрлө хәбәрҙәр булды, ышанманыҡ. Үҙебеҙ күрмәйенсә, – дуҫы башын ситкә бора, офоҡҡа ҡарай.
Декабрь аҙағынан ярты ай бар Башҡортостан Фәнис менән йәшәне. Яңы йыл осоро булһа ла, Тәтешле геройы онотолманы, уның иҫәнлегенә аяттар уҡылды, барыһы ла унан йылмайыулы сәләм көттө. Социаль селтәрҙәрҙә һәр төркөм, һәр кем уның һаулығы, тереме-юҡмы икәне хаҡында мәғлүмәт бирергә тырышты. Кешесә борсолоусылар, батырҙың яҙмышы менән ысын мәғәнәһендә янып-көйөүселәр күп ине. Әлбиттә, Фәнис исеме менән танылыу, лайк йыйырға ынтылыусылар ҙа аҙ булмағандыр. Аптырайһы түгел, хәҙер ҡайғы ла, шатлыҡ та һатыла бит, тауыштар, йөрәктәр менән дә, аҡсаға ла... Оҙаҡ көттөк рәсми мәғлүмәтте, ул ҡайғылы ине. Фәнистең артыҡ популяр булып китте, эйе, танылған йырсылар кеүек уның һәр аҙымы, һәр "йыры" иғтибар үҙәгендә ине. Танылыу буйынса сая егетебеҙ ҡайһы бер йырсыларҙы “хит-парад”та уҙып китте хатта, тик ҡулында гитара урынына – автомат, сәхнә урынына – БТР өҫтө ине... Һәр замандың үҙ йырсылары.
– Айҙар, һин алырға барҙыңмы?
– Эйе. Екатеринбург аэропортына йөк 200 килеп төштө. Ағас йәшниген емереп, цинк табуттың тәҙрәсегенән ҡарап, Фәнисме-юҡмы икәнен яҡшылап ҡарап, танып, алып ҡайттыҡ. Йәкшәмбе көнө сығып киттек, дүшәмбе ҡайттыҡ, шишәмбе ҡуйҙыҡ.
– Фәнис инеме?
– Эйе, үҙе ине. Оҙаҡ ятҡас, теүәл бер ай бит, ҡурҡҡайныҡ, йөҙө боҙолған, еҫ кергән, тип уйлағайныҡ та, бөтәһе лә һәйбәт ине. Танып була.
Хәлил ағай һүҙгә ҡушыла.
– Аллаһҡа шөкөр, бер тигән ҡайтҡан, йыуғанда иғтибарлап ҡараныҡ. Яурынындағы ГРУ-ның ҡара ябалаҡ эмблемаһы ла, "Наилә" тигән яҙыуы ла үҙ урынында ине...
– Йыуҙыҡ, тиһегеҙме?
– Беҙ уларҙы Өфөлә мәйетханала көтөп торҙоҡ. Шунда уҡ цинк табутты киҫкеләп, мәйетте йыуып, ысын мосолманса кәфенлеккә төрөп алып ҡайттыҡ.
– Яраһын күрҙегеҙ инде, снайпермы?..
– Эйе, йыуғанда ентекләп ҡараныҡ бит. Ташҡа үлсәйем, пуля эйәгенең осонан ғына сыйып үтә лә, шунда сигарет менән яндырған кеүек кенә эҙе бар, муйынынан инеп, һул яҡтан ҡалаҡ һөйәге аҫтынан килеп сыға мәрхүмдең...
Фәнистең ҡулында ҡатҡан ҡан эҙҙәре була. Күрәһең, үҙе аңғармай ҙа ҡалғандыр, ахыры, ниндәй серәкәй тешләне, тип эйәк, муйын тирәһен тотҡан булғандыр... һәм күккә баҡҡандыр.
Айҙар әйтеүенсә, ул көндө Фәнистән башҡа уның янында бер юғалтыу ҙа булмай. Позицияла, окопта уның бер үҙен генә... Барыһы ла иҫән. Янында яҡташтары ла булған. Ул бер ҡасан да башлығын баҫырып кейергә яратмай, баш осонда ғына йөрөтә... Әллә шуға ҡарап? Фәнис өсөн һунар хәтәр барҙы шул. Батырлыҡтарын күрһәтеп, бар донъяға шаулап, фото, видеоларын йыш ҡуйып, үҙебеҙ дошман снайперына “бына ул” тип төртөп күрһәтмәнекме, тип уйланам бөгөн. Уның башына тәүҙә – ете миллион, һуңынан 12 миллион доллар ҡуйғандар, тигән һүҙҙәр ҙә йөрөнө бит. Дошмандың бар армияһын мәсхәрәгә ҡалдырған Үлмәҫбайҙың башы бик кәрәк булғандыр уларға. Һунар булғандыр. Быны Фәнис үҙе лә аңлағандыр. Баяғы шул ҡурҡыу белмәҫ һәләтенә ышанғандыр ҙа...
Әллә үлемесле уҡ яңылыш килеп һуғылдымы уға? Фәнис миңә тереләй таныш булмаһа ла, видео-фотолар аша шул тиклем һөймәлекле булып күренде, пуля уны мәңге алмаҫ, ҡояштай яҡты егеткә тейергә оялыр кеүек ине.
– Беҙ ҙә шулай тип уйлағайныҡ, – тип ҡуйҙы Хәлил ағай. – Әжәл әшәке, мәрхәмәтһеҙ шул...
Үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарында, “Йәшлек”тә эшләгәндә осорҙа, командировкала, Ҡариҙел районында 105 йәшлек бабай (исемен онотҡанмын, подшивканы ҡарап алырға кәрәк) менән осрашыу хәтерҙә ҡалған. Дөрөҫөрәге, уның Әжәл хаҡындағы бер фекере. Сыуаҡ ҡояшлы көн ине. Тәпәш кенә өйҙә икәү һөйләшеп ултырабыҙ, ҡарт һәм мин. Өҫтәлдә – икмәк, май, тәҙрәнән ҡояш баға. Сәйнүктә һыу ҡайнаған моңло ғына тауыш. Янымда быуат менән тиңдәш бабай, аҡ сәсле, аҡ мыйыҡлы һәм һәр һыры, йыйырсығы йылмайып, йырлап торған алсаҡ йөҙлө. Уның бар ҡыланышы, һөйләшеүе, хәрәкәте, йылмайыуы... һис тә туҡтатҡы килмәгән, мәңге тыңлап туймаҫ бер моң кеүек. Ул миңә сәй яһай. Мине бабай түгел, Быуат үҙе тәмле һый менән һыйлай.
– Ун һигеҙенсе йылдың йәйге ошондай аяҙ көнөндә (үткән быуат инде) өйөбөҙҙөң ишек алдында ҡыҙылдар командиры йығып һалып сыбыртҡыһы менән ярҙы. Уларҙың отрядына ҡушылмаған өсөн, – тип һөйләне 105 йәшлек ҡарт. – Саңланып бөткән битемә наганын терәне шунан. Әсәйем мөлдөрәп ҡарай, ауылдаштар ах итеп тора. Атам, тип тәтегә баҫырға ғына ҡалғанда, ауылдың икенсе осонда шау-шыу ҡупты. Былар барыһы ла йәһәт кенә атҡа атландылар ҙа шул яҡҡа саптылар. Ни тере, ни үле ятып ҡалдым... Тәтегә баҫып өлгөрә ине. Баҫманы. Үлем һуңынан да һәр ерҙә һәр саҡ һағаланы. Тик... минең әжәлем, башҡаларҙыҡы менән сағыштырғанда, миһырбанлыраҡтыр, күрәһең. Шуға ғүмерем оҙо-он булды.
Ана нисек, әжәлдең дә төрлөһө бар. Миһырбанлы әжәл. Ә 24 йәшлек Фәнистең әжәле күңелгә яра, һулҡыуҙан туҡтамаҫ яра булып ҡалды. Бер үк ваҡытта әшәке һәм мәғәнәһеҙ ҙә, икенсе яҡтан ил өсөн барған яуҙа мәңге данға күмер ҙә үлем. Фәнис кеүек донъяны, илеңде, тыуған ереңде яратып, йылмайып-көлөп йәшәр өсөн бер ғүмер етмәйҙер ҙә ул.
“Бәйләнештә”ге битендә 15 йәшлек Фәнис-үҫмерҙең яҙып ҡуйған тағы ике фекерен теркәйем әле ошо мәлдә:
“ – Брат.
– Әү.
– Бөгөн мин һуңғы көн йәшәйем, тиһәм, һин нимә тип яуап бирерһең икән?
– Иртәгә күрешербеҙ... күктәрҙә, брат!”
“Не в наших планах жить вечно – в наших планах жить достойно!”
Үҫмер сағынан алып бар күңеле, йөрәге менән, әйтерһең, ошо яуға, ошо данға, ошо ҡанлы үлемгә әҙерләнгән кеүек тә булып китә.
Хәлил ағайҙың тауышы һиҫкәндереп ебәрә.
– Нәфрәтле, ҡурҡытыу хаттары уның “Бәйләнештә”ге битендә лә күп булды. Беҙ һине табасаҡбыҙ, тип ҡурҡыттылар һәр саҡ. Теге яҡ, декабрь уртаһында уҡ, русский терминатор уничтожен, тип һөйөнөп яҙып сыҡты. Дошмандар уны терминатор тип йөрөткән. Терминатор тип әйтерлеге инде, сираҡ кеүек малай ул, 50-60 кило тартамы шунда, көлкө инде, тик йөрәге ун терминаторға торошло...
Дауамы бар.
Автор: Мөнир Ҡунафин