Фотоһүрәттәге һарғылт оҙон сәсле, аҡ йөҙлө ҡыҙ, әйтмәксе лә, бик матур ине. Бүлтәйеп кенә торған ҡыҙыл ирендәре тулышҡан сейәләрҙе хәтерләтә, оҙон керпектәр менән ҡаймаланған зәңгәр күҙҙәре ғәләмәт ҙур, ҡупшы ғына йомрораҡ танауы ла үҙенә килешеп тора! Уртаса буйлы, ҡалҡыу түшле ҡыҙҙың биле нәҙек кенә, тулы аяҡтары төп-төҙ. Тик атаһы – башҡорт, әсәһе рус милләтенән булған ҡыҙ үҙенең матурлығын белмәгәндәй, объективҡа баҙап, ҡурҡыбыраҡ ҡараған һымаҡ. Әллә миңә шулай тойола ғынамы?!
– Хатта күҙ сағыла... – Зилә апай күҙенә төйөлгән йәште һыпыра ла, һүҙен дауам итә. – Әммә бәхете булманы шул баланың. Настя тыуғас та, бер кем дә, был ҡыҙ бала бәхетле булһын, тип тормағандыр, яҡты киләсәк юрамағандыр, ахыры. Юғиһә бер кешенең башына шунсама бәхетһеҙлек ҡайҙан килеп өйөлһөн?!
Настя – минең иремдең тәүге ҡатынынан тыуған бала. Ирем беренсеһе менән яҡынса ике йыл ғына йәшәгән. Ата-әсәһенең ғүмер юлдары айырылғанда Настя бәләкәй генә булған. Айырылышыуҙарының сәбәбен кем белһен. Йәш саҡта барыбыҙ ҙа бер аҙ иҫәр, ҡыҙыу бит, хис-тойғолар шауҡымына бирелеп барабыҙ, әҙ генә беҙҙеңсә булмаһа, өҙә һуғырға әҙер торабыҙ. Улар ҙа шул йәшлек һантыйлығы менән йәһәт кенә өйләнешкәндәр ҙә, бергә йәшәй башлағас, бала тыуғас, проблемалар өйөлгәс, бер-береһен еңә алмай, ғаиләне тарҡатҡан да ҡуйғандарҙыр. Уныһы миңә ҡараңғы, иремдән һорашып төбәшмәнем, башҡаларҙан да белешеп йөрөмәнем. Һәр хәлдә айырылышҡандан һуң ҡатындың иргә үпкәһе ҙур булғандыр, баланы атаһы менән аралаштырмаған, осраштырмаған, Настяны гел ғәзиз кешеһенә ҡаршы ҡотортҡан. Атай кеше ҡыҙын күрергә барған һайын оло ғауға ҡупҡан.
Беҙ өйләнешкәс тә, Настя өйөбөҙгә килеп йөрөһөн, тигәйнем, ирем күңелһеҙ генә ҡулын һелтәне: “Ҡайҙан... Әсәһе минең менән осраштырмай, ниндәй беҙгә ҡунаҡҡа ебәреү, ти...” Күп тә үтмәй, беҙ ул ҡаланан икенсе ергә күсендек, үҙебеҙҙең балалар тыуҙы, матур итеп йәшәп киттек.
Настя менән күп йылдар үткәс кенә танышырға насип итте – 25 йәшлек ҡыҙ үҙе беҙгә ҡунаҡҡа килде. Атайым менән яңынан, яҡындан танышып, бер туған ҡусты-һеңлеләрем менән аралашып йәшәгем килә, тине. Әсәһе ирҙән-иргә йөрөгән икән, башҡа бала тапмаған. Настяны ла йүнләп ҡарамаған, ҡыҙыҡай үҙ яйына, яратылыуҙың, наҙҙың ни икәнен белмәй үҫкән. Настюша тәү күреүҙән оҡшаны, күңелемә ятты. Иремдең балаһы булғанғамы икән, үҙемдекендәй ҡабул иттем. Хәйер, Настяны – һылыу, һөйкөмлө, тыйнаҡ, тәртипле ҡыҙҙы кем генә оҡшатмаҫ ине?! Уның үтә баһымсаҡ булыуы ғына мине бошондорҙо. Үҙ һүҙен ҡаты итеп әйтһә, гел кеше ыңғайына һыпырмаһа, үҙенә яҡшыраҡ, йәшәүе еңелерәк булыр ине ләһә.
Беҙҙең үҙ-ара башҡортса һөйләшкәнде ишетеп, эй, ҡыҙыҡты Настя. Нишләп әсәйем мине һеҙҙең менән аралаштырманы икән, мин дә башҡортса белер, һөйләшер инем, тип көйәләнде. Әммә туған телде өйрәнеү теләге көслө булғас, тиҙҙән ярайһы ғына аңлай башланы, тора-бара икмәк-тоҙлоҡ һупалай ҙа ине.
Йәйгеһен Настя Сочи ҡалаһына эшкә юлланды. Бер аҙҙан, бер егет менән таныштым, беҙҙең ҡайнар мөхәббәт, тип ҡыуанып хәбәр итте. Өс-дүрт ай Сочиҙа йәшәгәс, кейәүгә сығам, туйға әҙерләнергә кәрәк, тип ҡайтып инде. Бәхетле ине. Тешен йүнәтергә йөрөнө, кредит алып, туйға кәрәк-ярағын хәстәрләне. Тик ҡояш кеүек балҡып ҡайтып ингән ҡыҙыбыҙ бер мәл күңелһеҙләнгәндән-күңелһеҙләнде, йөрөй бирә кәйефе тамам төштө. Баҡтиһәң, егетенең телефоны һүнгән дә, уның менән һөйләшә алмай ҡаңғыра, йонсой икән. Шылтырата торғас, ниһайәт, телефонды алғандар. Тик егетенең түгел, ҡатын-ҡыҙҙың тауышы, алло, тигән. Настя юғалып ҡалып, миңә шул егет менән һөйләшергә ине, тип мығырлағас, ҡатын, ә һеҙ кем һуң, тип белешкән. Настя, мин уның йөрөгән ҡыҙы, буласаҡ кәләше, тигәс, теге бисә асыуланып, ә мин, белгегеҙ килһә, уның ҡатыны, башҡа шылтыратмағыҙ, беҙҙе борсомағыҙ, был номерҙы онотоғоҙ, тип ирешеп-ирешеп, төрлө ауыр һүҙ менән кәмһетеп, телефонды һүндергән. Настяның илауы...
Уның беренсе мөхәббәте лә аяныслы тамамланған булған. Үҫмер саҡтан бер татар егете менән дуҫлашып йөрөгән. Ә ул егеттең ата-әсәһе фажиғәле үлеп, бәләкәй сағынан өләсәһе ҡарап үҫтергән. Оло кеше ейәненә, үҙебеҙҙең милләт ҡыҙына өйлән, тип тыҡыған. Егет ни, мин Настяны яратам, алһам - уны ғына алам, тип әйткән икән, өләсәһе, уға өйләнһәң, фатихамды бирмәйем, һине бәпләп ҡарап үҫтергәнем өсөн рәхмәтең шулмы, тип ныҡ көйгән. 18 йәшлек егеткә күп кәрәкме, өләсәһе менән талашҡандан һуң гаражға барған да, тонсоғоп үлгән дә ҡуйған. Бәлки, ҡурҡытырға ғына уйлағандыр, ҡотҡарып өлгөрөрҙәр, тип өмөтләнгәндер, әммә төтөнгә ағыуланған егетте үлем тырнағынан йолоп ала алмағандар. Өләсәһе менән ирешеүен күршеләре ишетеп, аҙаҡ һүҙмә-һүҙ Настяға еткергәндәр.
Яҡты һөйөүгә сарсап та, икенсегә яҙмыштың әсе һынауына дусар булған Настя, миңә яратып-яратылып йәшәү яҙмағандыр, тип бер оло йәһүдкә кейәүгә сығырға ризалығын бирҙе. Аҙаҡ үкенеп тә бөтә алманы балаҡай. Ой, уҫал, ҡанһыҙ бәндә булып сыҡты уныһы... Йәш, һылыу кәләшен ҡыҙғанып, эшкә киткән сағында Настяны сылбырға ултыртҡан булған. Уның тамағына аш-һыу әҙерләп, өй эсендә генә йөрөй ала инем, тип илап һөйләне аҙаҡ. Урамға ире менән генә бергә сыға алған. Малайҙары тыуып, ике йәше тулғас, уңайлы мәлен табып, саҡ ҡасып ҡайтты. Айырылышыуға ғариза яҙҙы. Ире уны оҙаҡ эҙәрлекләне. Барыбер кире ҡайтарам, йәшәргә ирек бирмәйем, тип ҡурҡытҡаны хәтерҙә. Шундай ауыр ваҡытта бер әхирәте, иремдең Саша исемле ҡустыһы Ленинград өлкәһенән ҡунаҡҡа килде, әйҙә, мин һеҙҙе таныштырам, ул үҙенә кәләш эҙләй, оҡшатһағыҙ бер-берегеҙҙе, өйләнешерһегеҙ ҙә, шунда күсеп китерһегеҙ, тип тәҡдим иткән. Аптырағандың көнөнән Настя Саша менән танышып, ҡауышты. Шулайтып, яуыз иренән ҡасып, унан мөмкин тиклем йырағыраҡ олағырға ынтылған Настя бер уттан икенсе утҡа барып инде, тип уйлайым.
Үгәй инәй менән үҫкән Саша бер нисек тә Настяға тиң түгел ине. Бәләкәй генә буйлы, ҡаҡса кәүҙәле, дүрткел эйәкле, осло танаулы, ҡашы аҫтынан һөҙөп ҡараған, бәләкәй генә күҙле ир йораты. Килеп тороп ҡыҙыу, бер һүҙ әйтеп булмай, күҙе аларып, йоҙроғон йомарлап, әтәс кеүек ҡабарып, өҫтөңә менеп бара. Холоҡһоҙ. Сашаның ҡарашы ауыр, ҡурҡыныс, тинем иремә: “Настя ашыҡмаһын ине ул”. Ирем, улар үҙ-ара хәл иткән, араларына нисек ҡыҫылаһың, тип ҡулдарын йәйҙе.
Ленинград өлкәһенә күсеп киткәнендә Настя күңелһеҙ генә ине. Барып төпләнгәс, балалар баҡсаһына эшкә сыҡты. Беҙгә тыуған көндәр, байрамдар һайын бүләктәр ебәрҙе, шылтыратышып, һөйләшеп торҙоҡ. Саша менән уртаҡ балалары тыуҙы. Бер ваҡыт Настя шылтыратмай башланы. Үҙебеҙ шылтыратһаҡ, Саша ала ла, Настя бушамай, тегеләй-былай, тип үҙе генә һөйләшә лә трубканы һала. Бер мәл, ул аяғының баш бармағын һындырҙы ла, дауаханаға һалдылар, тине. Шылтыратҡан һайын, ул дауаханала ята, ти. “Бармағы һынған, тигән була ла... Инде ул һынған баш бармаҡ менән күпме дауаланырға мөмкин?!” – тип көйҙөм. Ирем ял алып, уларға юлланды. Барһа, Настя, ысынлап та, дауаханала ята икән, тик аяғының баш бармағы түгел, ә аяғы, ҡулы, ҡабырғаһы һынып, танауы иҙелеп... Саша, Настя тәҙрә йыуғанда осоп төшөп имгәнде, тигән булған.
Күп тә үтмәне, Настя поезд аҫтына эләгеп, ғүмере ҡыйылды. Тубыҡтан аҫта өҙөлгән бер аяғы ғына тороп ҡалғайны, башҡа бар кәүҙәһе тотош иҙелгәйне... Ирем ҡыҙын ерләшеп ҡайтҡас, Саша ситтә ағаһы менән һыра эсеп, йылмайып-көлөп һөйләшеп торҙо, ҡатынының ҡәберенә бер ус тупраҡ һалманы, тип әсенде. Һуңынан белеүебеҙсә, Настя ике туған апаһына шылтыратып, Саша ныҡ йәберләй, йәшәүе шундай ауыр, тип зарланған, уныһы, кейәүгә сыҡҡанһың икән, түҙ, бәләңде һалма, йәшә лә ят, бөтәһе лә шулайта, тигән. Настя айырылып ҡайтырға йыйынғанында, Саша, ҡайтһаң – бер үҙең ҡайтаһың, балаларҙы һиңә бирмәйем, тип янаған. Ә Настя “балаларым” тип өҙөлөп торҙо! Иҫе китеп улын, ҡыҙын һөйҙө. Бер туҡтауһыҙ балаҡайҙарын үбә, ҡосаҡлай торғайны, уларға ҡараған сағында күҙҙәре нурланып китә ине. Бөтәһе лә күҙ алдымда тора. Балаларын шулай сикһеҙ яратҡан әсә үҙ-үҙенә ҡул һалмаҫ, уны үлтергәндәрҙер, һис тә булмаһа, үлемгә этәргәндәрҙер, тип уйлайым. Әммә енәйәт эшен ҡуҙғатманылар, тикшереү булманы, фажиғәне бәхетһеҙ осраҡҡа япһарҙылар.
Настяның вафатына йыл ярым тирәһе булғандыр, ҡәйнәм беҙгә килгәнендә, ейәнсәрем күптән шылтыратҡаны юҡ, яҡшы йәшәйҙер, шуға мине онотҡандыр, тигән була. Әйләнгән һайын шулай ти ҙә ултыра, телефонын күҙенә терәп ҡарап. Көтөүҙән дә ауыр нәмә юҡ, шуға ла дөрөҫөн әйтергә тура килде: “Настяның был донъянан китеүенә инде йыл ярым...” – “Ниңә миңә әйтмәгәндәр?!” – тип һығылып төштө әбей. Аҙаҡ: “Хәҙер ни, ила-илама, бер хәл дә ҡылып булмай”, - тип уфтанып, үҙен ҡулға алды.
Настяның балаларын үҙебеҙгә күсереп алып ҡайтайыҡ, тигәйнем, Саша бирмәйем, үҙем ҡарайым, тине.
Настяның фотоһына ҡараһам, ул теп-тере һымаҡ. Юҡлығын иҫләһәм, йөрәгем әрнеп китә. Бер бәхете булманы шул баланың, тип уйлап, үҙебеҙҙең балаларға ятҡан-торған һайын бәхет теләйем.
Настяның һылыу йөҙөнә тағы бер ҡат күҙ һирпеп, әсәйҙәрҙең теләге, доғаһы ҡабул була, тинем Зилә апайға:
– Бауырға баҫып, ҡәҙерләп, ҡурсалап ҡына үҫтергән балаҡайҙарыбыҙҙың һәр көнө яҡты, нурлы булһын, гел яҡшы, изге кешеләргә генә осраһындар, һау-сәләмәт йәшәһендәр, оҙон, бәхетле ғүмер итһендәр!
Ата-әсә өсөн балаһының бәхетенән дә олораҡ бер ни юҡ.
Ғүмере фажиғәле шарттарҙа иртә өҙөлгән һылыу йәш ҡатындың йәне йәннәттә булһын...
Баныу Ҡаһарманова.
*бөтә исем дә үҙгәртеп алынды.