Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Февраль , 07:00

Хеҙмәттәге бер мәҙәк

1973 йылдың йәйе, дөрөҫөрәге, көҙгө яҡҡа тартым көндәр. Мин Ленинградта, эске ғәскәрҙәр сафында икенсе йылымды хеҙмәт итеп йөрөйөм. Званием сержант, вазифам – взвод командиры урынбаҫары. Беҙҙең хәрби часть, йәғни полктың бер батальоны, данлыҡлы  Киров заводын (элекке Путилов) һаҡлай.  Завод ифрат ҙур, ҡала эсендәге ҡала, тигәндәй. Бында беҙҙең барыбыҙға ла билдәле  “К-700” тракторҙарын эшләйҙәр. Әйтеүҙәренсә, күҙгә күренгән өлөшөндә генә тракторҙар, беҙ белмәгән өлөшө  хәрби завод икән. Хәйер, уныһы икенсе мәсьәлә. Заводтың Ленинград өлкәһендә бер нисә филиалы ла бар, улары, нигеҙҙә, ремонтлау, һынау полигондары.


Батальонда ике рота. Ротаның береһе әлеге заводты, шулай уҡ ҡала ситендәге  филиалын һаҡлай. Икенсе рота батальонда, йәғни казармала ҡала. Бер тәүлектән һуң  беҙ барабыҙ, улар ҡайта. Шулай алмашлап алып барыла ҡарауыл хеҙмәте. Казармала взвод командирының урынбаҫары рота буйынса дежур вазифаһын үтәй. Бер көн мин дә шулай сираттағы дежурлыҡҡа  тәғәйенләндем.
Отбойҙан һуң постарҙы,   машина гаражын, ашхананы йөрөп ҡарап сыҡтым да, казарма эсендәге ишек төбөндә торған дневальныйҙы иҫ­кәрттем һәм карауатыма барып яттым. Ғәҙәттә, дежурҙың эше шулай, төнө буйы бәзерәйеп нимәнелер һаҡлап ултырыу юҡ, уныһы талап ителмәй, бының өсөн тышҡы ҡап­ҡалағы һаҡсы бар. Иртәнсәк бары­һынан алданыраҡ тораһың һәм ротаға “подъем” иғлан итәһең, йәнә тик­шерәһең, батальон буйынса дежур офицерға, унан ком­батҡа рапорт бирәһең, ҡул аҫтындағы личный составты бар­лайһың.
“Подъем” булып, ротаның личный составын теҙеп ҡуйып барлаһаҡ, бер һалдатыбыҙ юҡ. Кем икәнен, әлбиттә, шундуҡ белдем. Ташкенттан  ҡаҡса, әммә оҙон татар егете. “Старик” түгел, минең призыв. Әлегә бер кемгә лә өндәшмәйем – үҙем беләм дә,  дневальный менән ҡапҡала поста торған ҡораллы һаҡсыны ғына иҫкәртеп ҡуйҙым. Дөрөҫөн әйткәндә, әллә ни борсолоу ҙа юҡ, ошондалыр йә са­моволкаға сыҡҡандыр ҙа бына-бына ҡайтып етер, тип уйлайым. Ундай хәлдәр һирәк булһа ла булғылап тора бит.
Кискә тиклем йәшереп булмай, сөнки ҡарауылдағы күрше ротаны барып алыштырырға кәрәк. Беҙ бармайынса улар ҡайта алмай. Ә унда һәр кем кәрәк, һәр кем үҙ урынында, һәр кем иҫәпле. Тимәк, уның юҡлығын шундуҡ беләсәктәр. Ваҡыт ҡыҫа – мин дежур офицерға әйтергә мәжбүр булдым. Ул мине, әлбиттә, әрләп-һүгеп ташланы, комбатҡа хәбәр итте, уныһы, уйымса, полк штабына. Ҡыҫҡаһы, китте карусель әйләнеп. Полктың штаб начальнигы килеп етте, мине саҡырып һорау алды, һүкте-әрләне, янаны... Барыһы ла, барыбыҙ ҙа энәлә ултырған кеүек, батальон, полк, часть өсөн ЧП, тағы ла юғарыраҡ командование белеп ҡалһа, бейек кокардалы фуражкалар, папахалар осоуын көт тә тор.
Бер нисә сәғәттән һуң шул мәғлүм булды: Мәскәүҙә тотҡандар икән егетебеҙҙе. Әлбиттә, эләгә, Ташкентына ҡайтып етә алмаясағы көн кеүек асыҡ. Өҫтөндә көндәлек форма, парадно-выходной ҙа түгел, иң мөһиме, увольнительный ҡағыҙы юҡ. Ә ҡалала, илдең баш ҡалаһында – бигерәк тә хәрби патруль мөйөш һайын тигәндәй. Штабҡа хәбәр килеп етеү менән комбат ике автоматсы егетте алды ла Мәскәүгә осто һәм төндә  часҡа алып та ҡайтты.
Иртәгәһенә рота командиры ротаны плацҡа теҙеп ҡуйҙы, ҡасҡалаҡты строй алдына сығарып баҫтырҙы (ниндәй яза биргәндәрен онот­ҡанмын), шунан мине сығарҙы. Комбат та эргәһендә баҫып тора. “За халатное отношение к обязанностям дежурного по роте сержанту Аминеву объявляю пять суток ареста!” – тип иғлан итте комбат көр тауышы менән.  Мин “Есть пять суток ареста!” – тип яуапланым, меҫкен генә тауыш менән. Шунда уҡ билдәге ҡайышты, баштағы пилотканы систереп алдылар (төрмәгә осло һәм металл предметтарҙы индерергә ярамай икән), ҡораллы ике һалдат һағы аҫтында ротный комбаттың бобигына ултыртып  алып та китте. Петропавловск ҡәлғәһенә килтереп, гаупт­вахтаға ябып  ҡуйҙылар.
Ҡара-һоро ҡалын стеналар, шығыр­ҙығы сыҡҡан ауыр тимер ишектәр, ишектәрҙәге бер нисә йоҙаҡ, ашарға һона торған бәләкәй генә тишек, ҡаҡ һике, һүрән генә яҡтылыҡ... Киноларҙа ғына  күргән төрмәнең өшәнес мөхите. 
Иртәгәһенә төрлө частан килте­рел­гән “әсир”ҙәр – взвод тирәһе һалдатты плацҡа сығарып, строевой подготовка үткәрергә ҡуштылар. Ярты көн шул шөғөл менән менән мәшғүлбеҙ. Офицер килеп сыҡһа, үткәрәм, китһә “вольно!” командаһы бирәм дә гәп­ләшеп то­рабыҙ. Ә ярты көн ҡала урамдарын һепереүгә йөрөтәләр. Ашау частағыға ҡарағанда наҡыҫ, шулай ҙа эс ҡайышырлыҡ ас та түгелһең.
Биш тәүлек ултырғас, йәнә ҡораллы ике һалдат менән, әйтерһең дә, ҡур­ҡыныс рецидивист артынан кил­гәндәр,  офицер килеп алды. Беҙҙең рота ҡарауылдан ҡайтып кискеһен ашағас,  ҡасҡан егетте  казарманан саҡырып сығарҙым да аулаҡ бер мөйөшкә алып барып, арыу ғына бәргесләп алдым. Бүтән ҡасмам, тип илай-илай ғәфү үтенде. Мәйтәм, ҡас, тик мин дежур ваҡытта түгел.
Ул саҡта йән көйһә лә, аҙаҡ хеҙ­мәтемдә был ваҡиғаның булыуына шатландым. Гауптвахтала ултырмаған һалдат ысын һалдат түгел,  тигәнерәк һүҙ бар бит. Тимәк, мин ысын һалдат булып сығам. Юҡһа, XVII быуат башында уҡ Петр Беренсе нигеҙ һалған үтә лә ҡаты режимлы сәйәси төрмәне күрә алмаҫ инем. Унда төрлө йылда Радищев, декабристар, петрашевсылар, 1860 йылдарҙағы сәйәси-иж­тимағи хәрәкәттә ҡатнашыусылар, народниктар, народоволецтар яфа сик­кән. Ул исемлектә хәҙер мин дә бар. Килеп эләгеүем системаға ҡаршы барған сәйәси ҡараштарым арҡа­һында түгел, бер иҫәр арҡаһында.  шулай ҙа...
Был ваҡиғаның үҙенә күрә дауамы ла бар. Бынан биш йыл элек турпутевка алып, автобуста ҡатын менән Ленинградҡа (ул минең өсөн һаман да Ленинград) экскурсияға барҙыҡ. Часть номеры һуғылған хәрби билетты (унда комбат Мостафин фамилияһы менән ҡултамғаһы, минең звание һәм би­ләгән вазифам, автомат номеры бар), казарма алдындағы плацта егеттәр менән төшкән бер нисә фотографияны ла алдым. Ниәтем: шуларҙы күрһәтеп, батальон территорияһына инеп хеҙ­мәт иткән еремде күреп сығыу. Таныштар булыуы икеле инде, шулай ҙа...
Бер көн кискә табан, экскурсияла йөрөп, туҡтаған ҡунаҡханаға ҡайтҡас, киттек ҡатын менән. Метро стан­цияһын яҡшы хәтерләйем – “Кировский завод”. Ике тапҡыр пересадка менән килеп ер өҫтөнә сыҡтыҡ. Станциянан уңға тарттыҡ. Бер аҙ барғас, данлыҡлы заводтың ҡыйығындағы “Кировский завод” тигән ҙур хәреф­тәрҙе күрҙем. Ниндәй яҡын ине ул миңә! Күңелдәр тулып, күҙгә йәштәр тығылды. Хеҙмәт итеп ҡайтҡаныма 45 йыл үтһә лә, метронан батальонға тиклемге юлды яҡшы төҫмөрләйем. Бер нәмә лә үҙгәрмәгән, әйтерһең, мин ҡалаға увольнениеға сыҡҡанмын да ашығып ҡайтып барам. Киләм-киләм, әммә беҙҙең бер ҡатлы, ап-аҡ тимер ҡыйыҡлы оҙон казарманы ла, ике яҡҡа асылмалы бейек тимер ҡапҡаларҙы ла  күрмәйем. Тирә-яҡта тик бейек-бейек йорттар. Ике егетте туҡтатып һорарға мәжбүр булдым. Белмәйҙәр. Икенсе­ләр, эйе, бар ине ул хәрби часть, хәҙер юҡ, ҡайҙа икәнен әйтә алмайбыҙ, тине. Киттек заводтың проходныйына. Будка эсендә ултырған иптәшкә, шул-шул йылдарҙа беҙҙең батальон һеҙҙең заводты һаҡланы, казармабыҙ анау ти­рәлә генә ине, шуны таба алмайбыҙ, тим. Юҡ, белмәй, ишеткәне лә юҡ. Табып булмаҫ инде, шул тирәне йәнә бер эҙләйек әле, тип заводтың әлеге ҡара-һоро стеналары эргәһенән атлап барғанда үҙем йәшендәрәк йәнә бер кешене туҡтаттым: шулай-шулай, бынан 45 йыл элек хеҙмәт иткән часты эҙләйем, ошо тирәлә булырға тейеш. Беләм ул часты, ти был, уны 80-се йылдарҙа ҡала ситенә, Ленинград өлкәһенең ниндәйҙер районына кү­серҙеләр. Теләһәгеҙ, теүәл адресын да таба алам, тип телефонын сығарып эҙләй ҙә башланы. Баҡһаң, хәрби кеше, отставкалағы подполковник икән. Часть адресын алманым. Уны эҙләп йөрөп буламы ла, группанан беҙҙе кем ебәрә? Унан ҡыҙыҡ та түгел, сит-ят урын, миңә бит часть һаны түгел, үҙемдең казарма, казарма алдындағы  асфальт плац, ундағы щит-таҡталар, ағастар, ҡыуаҡлыҡтар, шул һауа, мөхит кәрәк... Ҡыҫҡаһы, ҙур өмөттәр бағлап килгән уйым бойомға ашманы.
Экскурсияға Петропавловск крепосына алып барҙылар. Беҙгә күрһәтеп-һөйләп йөрөгән гидтан, бынан байтаҡ йылдар элек армияла хеҙмәт иткәндә  ошонда гауптвахтала ултырғайным, шул каземат­тарҙы күреп булмаҫмы икән, тип һораным. Ул ни, улар бында күп инде, ҡайһы тирәлә булдығыҙ икән, һеҙҙең группаға ул сара ҡа­ралмаған, тине лә ҡуйҙы. Минең үте­нес уға ҡыҙыҡ түгел ине. Шулай итеп, был ниәтем дә бойомға ашманы. Ә күрге килгәйне.
Күңел төшөп ҡайттым сәйәхәттән. Дөрөҫөн әйткәндә, Ленинградҡа ба­ры­уымдың төп маҡсаты ла хеҙмәт иткән еремде күреү ине бит...

Әмир  ӘМИНЕВ,
Башҡортостандың 
халыҡ яҙыусыһы.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в