Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
19 Февраль , 21:00

Йондоҙнамә ( 20 – 26 февраль)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Иң ауыр эштәрегеҙҙе алдан башҡарырға тырышығыҙ. Ваҡыт үткән һайын хаталаныуығыҙ ихтималлығы арта барыр. Был арала үҙегеҙгә ҡарата иғтибар артҡанын асыҡ тойорһоғоҙ. Элек һеҙҙе күмәмешкә һалышҡандар ҙа эштәрегеҙ менән ҡыҙыҡһына башлар.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Аҙна файҙалы осрашыуҙар вәғәҙә итә. Бәғзеләр күптән күрмәгән кешене күрер. Бер юлы ишетмәгән яңылыҡтарҙы ла белерһегеҙ. Кесе йомала бик ҡатмарлы һәм бәхәсле эште уңышлы башҡарырһығыҙ.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Көндәр тыныс булырға оҡшай. Бер аҙ көс-хәл йыйыу өсөн мөмкинлек табырһығыҙ. Ҡәҙимге яҡшы таныш эштәрҙе башҡарыу күңелегеҙҙе тынысландырыр. Шаршамбыла бик файҙалы хәбәр ишетеүегеҙ бар. Башығыҙҙа ҡайһы бер өмөтлө фекер ҙә тыуыр, буғай.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Был арала әүҙемлек күрһәтә алырһығыҙ. Элек туҡтап торған ниндәйҙер эште тамамлап ҡуйырһығыҙ, яңыларын да башлап ебәрерһегеҙ. Шаршамбыла күптән күрмәгән кеше менән һөйләшеү кәйефегеҙҙе күтәрер. Йомала уңайлы мәлдәр күбәйер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Килеп сыҡҡан ваҡиғаларға бигүк етди ҡарамаҫҡа ҡушыла. Уларҙың төрлө мәшәҡәт килтерһә лә, артыҡ ауыр тойолмаҫ. Шаршамбыла тәү ҡарашҡа өмөтлө күренгән тәҡдим алыуығыҙ мөмкин. Уны яҡшы белгән кеше әйтһә, ризалашығыҙ.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Аҙна башында бәғзеләр менән арағыҙ боҙолор. Бында үҙегеҙҙең дә ғәйебегеҙ булыр – бәхәстәрҙе эҙләп кенә йөрөйһөгөҙ һымаҡ. Хәйер, дәғүләр әллә ни тәрәнгә китмәҫкә тейеш. Йомалағы хәл ярҙам эҙләргә мәжбүр итер.

Ҡыҫала ( 22.06 – 23.07)

Был арала бәғзеләрҙең һеҙгә ҡарашы үҙгәреүе ихтимал. Хатта элек һөйләшмәгәндәр ҙә йылмая башлар. Уларға тулыһынса ышанмағыҙ. Шулай ҙа был хәлдән файҙа сығарырһығыҙ. Кесе йомала яратҡан кешегеҙ яҡшы хәбәр менән ҡыуандырыр.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Етди эшкә тотонорға әҙер булығыҙ. Аҙна барышында уңайлы мәлдәр осрап торор. Күпселек осраҡта уңышҡа өлгәшеүегеҙ ихтималлығы артасаҡ. Бер юлы башҡаларға ла ярҙам итә алырһығыҙ, моғайын. Күтәренке кәйефегеҙ эштәрегеҙгә һәр саҡ булышлыҡ итеп торор.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Киләсәккә өмөт менән ҡарағыҙ. Алда һеҙҙе ыңғай ваҡиғалар, яҡшы яңылыҡтар көтә. Ашыҡмай ғына элек башлаған эштәрегеҙҙе тамамларһығыҙ. Ҡабаланмағыҙ һәм саманы онотмағыҙ. Йомала ниндәйҙер кәрәкмәгән нәмәнән еңел генә ҡотолорһоғоҙ.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Был арала эштәрегеҙгә ҡыҫылған һәм һорамаған кәңәш биреүселәр күбәйер. Башлыса был мәкерле маҡсат менән эшләнер. Быға юл ҡуймағыҙ, үҙ фекерегеҙҙе яҡларға тырышығыҙ. Шаршамбынан һуң хәлдәр тынысланыр һәм барыһы ла ҡәҙимгесә китер.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала килемегеҙ күҙгә күренеп артыр. Бәғзеләргә күптән уйлап йөрөгән әйберҙе һатып алыу форсаты сығарыр. Кесе йома ла күптәр өсөн иҫтә ҡалыр, моғайын. Тап унан һуң һеҙҙә ниндәйҙер өмөт уяныр, офоҡтарығыҙ бер аҙ киңәйгәндәй тойолор.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Яҡшы таныш эштәрегеҙ һәр саҡтағыса һәйбәт барыр. Элек башлағанын да еңел тамамларһығыҙ. Шишәмбеләге хәл мотлаҡ ҡыуандырыр. Башҡаларҙан ҡайсаҡ артыҡ күп көтәһегеҙ һымаҡ. Ошо арҡала кесе йомала ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар килеп сығыуы ла бар.

 

ӨМӨТБАЙ.

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас в