Урман – үҙенә ҡарата һаҡсыл ҡараш һәм рациональ файҙаланыуҙы талап иткән тәбиғәт ресурсы. Ул – нефть, газ кеүек баһаһы булмаған тәбиғәт байлығы ла. Башҡортостанда 5,7 млн майҙанды (дөйөм ерҙең 40 процентын) урман ҡаплап алған.
Ағас «өҫкә ауып барған» төбәктә йәшәгәс, халыҡтың тәбиғи төҙөлөш материалына өҫтөнлөк биреүен дә аңларға була. Әммә күптәр йылдар буйына төҙөлөшкә ағас ала алмауына зарлана. Ошоға бәйле редакциябыҙға гәзит уҡыусыларыбыҙҙан күп һорау килгәс, БР Урман хужалығынан вәкил саҡырырға булдыҡ.
«Йәшлек» гәзите ойошторған «тура бәйләнеш»тә БР урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Фәнир улы Вахитов ҡунаҡта булып, уҡыусыларыбыҙҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Башҡортостан – урманға бай төбәк. Халыҡтың ағас алыуға ихтыяжы ла ҙур. Әммә ул йылдар буйына сиратта тороп та төҙөлөш өсөн ағас ала алмауға зарлана. Был сетерекле хәлде нисек аңлатырһығыҙ?
Венер Вахитов:
– Граждандар 25 йылға бер тапҡыр торлаҡ йорт төҙөү өсөн 110 кубометрға тиклем төҙөлөш ағасы алыу хоҡуғына эйә. Биш йылға бер тапҡыр торлаҡ йортто ремонтлауға 25 кубометрға, кәртә-ҡура төҙөүгә биш йылға бер тапҡыр 50 кубометрға тиклем, шулай уҡ утын өсөн ағас алырға мөмкин.
Ағас алыуға сират БР Урман хужалығы министрлығы тарафынан контролдә тотола. Торлаҡ төҙөүгә һәм ремонтлауға ағас алыуға бөтәһе 12 мең ғариза бирелгән. Сират ҙур, ул беҙҙең контролдә.
Иң башта мин, беҙҙә күпме ағас запасы бар һәм ул етерлекме, тигән һорауға яуап бирер инем. Республика урмандарында запаста 780 млн кубометр ағас иҫәпләнә. Был күләмдең барыһын да ҡырҡып булмай. Урман хужалығында «расчетная лесосека» тигән төшөнсә бар. Шуға күрә беҙ иң тәүҙә ҡырҡырға йәше еткән ағасты файҙаланыуға бүләбеҙ. Ағас граждандарға, эшҡыуарҙарға эксплуатация урмандарынан ғына бирелә. Республикаға йыллыҡ күләм – 10 млн кубометр (уның 1 миллионға яҡынын ғына ылыҫлы урман тәшкил итә). Ошо күләмдең 3 миллиондан ашыуы файҙаланыла. Урмандың күбеһе – ҡуртымға алыусылар ҡулында. Былтыр кешеләргә ошо 1 миллиондан 155 мең кубометрҙы төҙөлөш өсөн халыҡҡа ылыҫлы урмандан биргәнбеҙ. Беҙгә халыҡтан килгән 12 мең ғаризаны ҡәнәғәтләндереү өсөн 2 миллионға яҡын кубометр ағас кәрәк. Барыһы ла ылыҫлы ағас һорай. Шуға сират ҙур. Ә был ағастарҙың күбеһе Бөрйән, Белорет, Учалы райондарында ғына үҫә. Ылыҫлы урманға лимиттың әҙ булыуы ошондай дефицит тыуҙыра ла инде. Ғариза яҙғас та, өс һәм унан да артыҡ йыл көтөргә кәрәк. Граждандарҙы ағас менән тәьмин итеүҙә төп проблема – урмандағы ылыҫлы ағасҡа булған лимиттан артыҡ сыға алмау.
Артур Дәүләтбәков:
– Кеше ағас алыуға ғариза яҙа. Ул тик ылыҫлы ағас – ҡарағай алырға ғына теләй. Уға тулыһынса ошо төр ағас бирелергә тейешме?
Венер Вахитов:
– Диләнкә бүленгән икән, уның эсендә йүкәһе лә, уҫағы ла үсеүе мөмкин. Урман хужалығында «ылыҫлы һәм йомшаҡ япраҡлы хужалыҡ» тигән төшөнсә бар. Ҡырҡырға бүленгән участокта 50 проценттан күберәк ҡарағай, шыршы бар икән, ул ылыҫлы хужалыҡҡа инә. Төҙөлөш өсөн бирелгән 110 кубометр ағасҡа йомшаҡ япраҡлы ағастар ҙа инеп китә. Йорт төҙөлөшөнә йомшаҡ япраҡлы ағастарҙан да алалар. Бында сират юҡ.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Башҡортостан урмандарының күбеһе арендаторҙар ҡулында. Улар үҙ еренән халыҡҡа ағас бирәме?
Венер Вахитов:
– Арендаторҙар алдында халыҡҡа ағас бүлеп биреү бурысы тормай. Әммә улар урындағы халыҡҡа мунса, һарай бурап алыуға, утынға ағас бирә.
– Һаумыһығыҙ, Венер Фәнирович! Һеҙҙе Стәрлебаш районынан Розалия Моратова борсой. Ағас алыу өсөн миңә ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?
Венер Вахитов:
– Стәрлебаш районы Стәрлетамаҡ урмансылығына инә. Ғариза яҙырға шунда барығыҙ. Бынан тыш, Стәрлебашта участка лесничийы ла бар. Ғаризаны унда ла яҙырға мөмкин. Ағасты Стәрлетамаҡ, Федоровка урмансылығынан биреүҙәре ихтимал.
Зөһрә Йәһүҙина:
– «Миңә 67 йәш. Белорет районының Шығай ауылында йәшәйем. Өйөм иҫке. Белорет урман хужалығында 2015 йылдан уҡ йорт төҙөү өсөн ағас алыуға сиратта торам. Шул тиклем оҙаҡ көтөргәме ни?» – тип һораған гәзит уҡыусыбыҙ Фәйрүзә Юнысова. Был апай һигеҙенсе йыл сиратта тора. Нимә тип әйтерһегеҙ?
Венер Вахитов:
– Белорет урман хужалығы Тирлән, Әүжән, Инйәр, Белорет урман хужалыҡтарына бүленгән. Белорет буйынса ағас алыуға 1500 ғариза теркәлгән. Лимит 8 мең кубометр ғына. Йорттары янғандар, инвалид бала тәрбиәләгәндәр, күп балалылар, ауыл хужалығы, урман хужалығында эшләүсе йәш белгестәр өҫтөнлөклө нигеҙҙә ағас менән менән тәьмин ителә. Сират шуға ла әкрен кәмей. Икенсе урмансылыҡтарға мөрәжәғәт итеп ҡарарға кәңәш итер инем. Йәиһә урман хужалығына барып, үҙ хаҡы менән ағас алығыҙ. Япраҡлы ағастарҙан алып йорт төҙөргә мөмкин.
Артур Дәүләтбәков:
– Сират нисек контролдә тотола?
Венер Вахитов:
– Теркәү системаһы дөйөм. Граждан ниндәй урмансылыҡтан ағас алырға теләй, шуны күрһәтеп ғариза яҙа. Белорет, Бөрйән урман хужалыҡтарында сират ҙур.
Зөһрә Йәһүҙина:
– «Бөрйән районының Мораҙым ауылында йәшәүсе ағайым – Афған һуғышы ветераны. Уға яңынан йорт һалырға кәрәк ине. Үҙе ағас артынан йөрөргә теләмәй. Ул льготалы шарттарҙа ағас ала аламы?» – тип һораған Зөлфирә Билалова. «Бәйләнештә» селтәрендәге «Йәшлек» гәзите төркөмөндә Р. Ибәтуллин да: «Хәрби хәрәкәттәр ветерандары ағас алғанда өҫтөнлөктәр биреләме?» – тигән һорау биргән.
Венер Вахитов:
– Ағас алыу буйынса льгота «Башҡортостанда урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында»ғы республика законында күрһәтелгән. Йорт, кәртә-ҡура төҙөү өсөн ағас алыуҙа хәрби хәрәкәттәр ветерандары өҫтөнлөк менән файҙалана алмай.
Зөлфирә Билалованың хатына яуап итеп, ағайығыҙ Бөрйән урман хужалығына мөрәжәғәт итһен, тип әйтер инем. Ағас алыуға сиратта торғоһо килмәһә, ағасты эшкәртеп һатҡан урман хужалығынан ағас һатып алһын. Төҙөлөшкә уҫаҡ ағасын да һорарға мөмкин. Сөнки ылыҫлы ағасҡа сират ҙур. Бер нисә йыл көтөргә тура киләсәк.
Шуныһын да өҫтәп әйтер инем: былтыр БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары “Башҡортостан Республикаһында урман мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында” Закондың 2-се һәм 12-се статьяларына төҙәтмәләр индереү тураһында”ғы закон ҡабул итте. Хәҙер махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ғаиләләренең дә төҙөлөш өсөн ағас алыуға хоҡуғы бар.
Тол ҡатындар йәки ата-әсәләр, торлаҡ төҙөлөшөнә йәки шәхси ярҙамсы хужалыҡҡа ауыл биләмәләрендә ер участкалары булған һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәһе үҙ ихтыяждары өсөн ағас алыуға хоҡуҡлы. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың ғаиләләре утын өсөн ағас һатып алғанда уларға 90 процент ташлама яһала.
Зөһрә Йәһүҙина:
– «Йорт төҙөлөшө өсөн ағас алыуға диләнкә бүленгән. Ул тау башында урынлашҡан. Ауыр техника үтеп инеүгә шул тиклем уңайһыҙ урын. Мин был урындан баш тартып, икенсе ерҙән ала аламмы?» – тип һораған бер гәзит уҡыусыбыҙ.
Венер Вахитов:
– Килешеүгә үҙгәрештәр индереп, диләнкәне икенсе участокка алмаштырырға мөмкин. Тик тәүге төҙөлгән килешеүҙең ваҡыты ғәмәлдән сығырға тейеш түгел.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Граждан ағас алыуға ғариза яҙа. Уның ҡабат-ҡабат ағас алмауын нисек тикшерәһегеҙ?
Венер Вахитов:
– Беҙҙең бындай ғаризаларҙы теркәп барыусы һәм тикшереүсе система бар. 2007 йылдан алып кем, ниндәй маҡсатта ағас алған – бөтә мәғлүмәт ошонда теркәлгән.
- Хәйләләшергә маташыусылар бармы?
Венер Вахитов:
– Тәүҙә бар ине. Хәҙер кеше бының файҙаһыҙ икәнен аңланы. Ағас алыу ҡағиҙәләрен белмәүселәр генә ҡабат-ҡабат яҙа. Беҙ уларға ниндәй осраҡта ағас бүленеүен аңлатып яуап бирәбеҙ.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Граждандар йорт төҙөлөшө өсөн ағас ала. Сер түгел, күптәре урмансылыҡҡа барып, уны ҡырҡып алып ҡайтып эшкәртә, бура бурап ултырта алмай. Ағасты әҙерләп алыу барыһының да ҡулынан килмәй. Шуға ла бүленгән ағасты һаталар. Хатта иғлан бирергә лә тартынмайҙар…
Венер Вахитов:
– Урман кодексына ярашлы, үҙеңдең мохтажлығың буйынса алған ағасты һатырға, бүләк итергә, берәйһенә күсерергә ярамай. Уны башҡа төрлө маҡсатта ҡулланыу тыйыла. Әгәр ҙә хоҡуҡ һаҡлау органдары быны асыҡлаһа, енәйәт эше асасаҡ. Ағас алыуға ғариза яҙғанда һәр кешене ошо тыйылған ғәмәлдәр нормалары менән таныштырабыҙ, аңлатабыҙ. Ағасты һатып алыусы эшҡыуар ҙа енәйәт эше субъекты булып тора. Ағас хаҡы 60 мең һум булһа, 600 мең һум штраф түләттереүҙәре лә ихтимал.
Зөһрә Йәһүҙина:
– «Утын өсөн ағасты алыҫ урындан бирҙеләр. Ул урында утын әҙерләгәнсе, һатып алыуың яҡшыраҡ», – тип борсолоп яҙған Учалынан Сәғит Юламанов.
Венер Вахитов:
– Бөтә райондарҙа ла урмандарҙың айырыуса һаҡланған участкалары бар. Улар һаҡлау функцияһын үтәй. Ауыл тирәһендә 1 саҡрым радиуста ағас ҡырҡыу тыйыла. Ауыл кешеһе эргәнән генә диләнкә алғыһы килһә лә, беҙ рөхсәт бирә алмайбыҙ. Өҫтәүенә, Учалыла айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре бар. Шуға ҡайҙа мөмкинлек бар, шунан бүлергә тырышабыҙ.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Гәзитебеҙҙең «Бәйләнештә» сайтындағы төркөмөндә, утын һатыу менән шөғөлләнеүселәр ҡайҙан ағас ала икән, тип һорағандар.
Венер Вахитов:
– Беҙҙең министрлыҡ йыл һайын ағас һатыу буйынса аукциондар үткәрә. Унда бәләкәй, урта эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр ҡатнашып, минималь хаҡ менән ағас алып эшкәртәләр. Йылына млн кубометрҙан ашыу ағасты аукционға ҡуябыҙ. Ошо күләмдең 40 процентын ғына алалар. Ҡайһы берәүҙәр ағасты арендаторҙарҙан, икенселәр урман хужалығы биржаһынан ала. Росимуществонан алғандар ҙа бар (беҙҙең «расчистка» булған ерҙәрҙәге урмандар – федераль мөлкәт).
Зөһрә Йәһүҙина:
– Хәҙер ел-дауыл, ҡар ауырлығы, ҡороу һәм төрлө сир арҡаһында ергә ҡолаған ағастарҙы (валежник) урман хужалыҡтарынан рөхсәт һорамайынса утынға алырға мөмкин. Ошо һылтау менән бысҡы тотоп урманға барғандар үҫеп ултырғанын ҡырҡып алып ҡайтырға күп һорап тормай…
Венер Вахитов:
– Ҡулынан тотмағас, бер нисек тә кешене ғәйепләп булмай. Килешәм, ундай осраҡтар ҙа барҙыр. Закон буйынса, тәбиғи рәүештә йығылған ағасты бер кемдән дә рөхсәт һорамайынса утынға алып ҡайтырға мөмкин.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Урман зонаһында йәшәгән халыҡ йығылған ағасты утынға ла алмай. Йығылған ағас (валежник) менән ҡороп ултырған (сухостой) ағастарҙы ла, бәлки, халыҡҡа бушлай алырға мөмкинлек бирһәләр, урынлыраҡ булмаҫ инеме икән?
Венер Вахитов:
– Ҡороп ултырған ағас (сухостой) – беҙҙең санитар саралар башҡарыу эсенә ингән ағас. Уны граждандар түләп ала. Хаҡы күпкә арзан, документтар менән дә мәшәҡәте юҡ.
– Өфө районының Шамонин ауылынан Ибраһим Ғәликәев шылтырата. Мунса төҙөү өсөн ағас алырға ине. Миңә ҡайһы урман хужалығынан бирерҙәр икән? Оҙаҡ көтөргәме?
Венер Вахитов:
- Өфө районының Шамонин ауылынан булғас, Иглин урман хужалығына мөрәжәғәт итегеҙ. Мунса, кәртә-ҡура төҙөү өсөн 50 кубометр йүкә ағасын алырға мөмкин.
– Һаумыһығыҙ, Венер Фәнирович! Әлиә Хәкимова шылтырата.
Урман янғындарынан күп ағас зыян күрә. Уларҙы халыҡҡа арзан хаҡҡа биреп булмаймы?
Венер Вахитов:
– Янғындан һуң ағастарҙы ҡырҡыу урман патологияһы буйынса тикшереү эштәре үткәрелгәс кенә мөмкин. Уны Рәсәй урмандарҙы һаҡлау үҙәге башҡара. Уттан зыян күргән ағас ҡорой башлаһа, улар был урынға сығып ҡарап, санитар ҡырҡыу үткәрергә мөмкин, тип һығымта яһай. Шунан һуң ғына уны халыҡҡа бирәбеҙ. Юҡҡа сыҡҡан урмандар урынына яңы үҫентеләр ултыртабыҙ.
– Альбина Әхмәтова борсой. Ҡустым урман хужалығы йүнәлеше буйынса һөнәр алырға уйлай. Рәсәй вуздарына һеҙҙең министрлыҡта йүнәлтмә бирәләрме?
Венер Вахитов:
– Ҡустығыҙ Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырғас, БР Урман хужалығының кадрҙар бүлегенә Башҡорт дәүләт аграр университетының аграр технологиялар һәм урман хужалығы факультетына маҡсатлы йүнәлмә алырға килһен. Ул барыһына ла бирелмәй. Иң мөһиме – БДИ балдары һәйбәт булһын. Беҙҙең министрлыҡтың Рәсәйҙең урман хужалығы белгестәре әҙерләгән вуздары менән килешеүе бар. Уларға ла йүнәлтмә алырға мөмкин.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Урман хужалығында бөгөн кадрҙарға ҡытлыҡ бармы?
Венер Вахитов:
– Йәштәр урман хужалығына эшкә бик килмәй. БДАУ-ҙа, Урман хужалығы техникумында белгестәр әҙерләһәк тә, кадрҙарға ихтыяж бар. Министрлыҡ нисек тә йәштәрҙе эшкә йәлеп итергә тырыша. Улар льготалы шарттарҙа ағас алып, йорт төҙөргә мөмкин. Тәүге йылда эш хаҡы 30 процентҡа күберәк түләнә. Ауыл еренә эшкә килгәндәргә льготалы шарттарҙа торлаҡлы булыу программалары беҙҙең тармаҡҡа эшкә килеүселәргә лә ҡағыла.
Әлфиә Хәмитова:
– Былтыр йәйгеһен Бөрйәндә ялда булғанда «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә яңы музей комплексын ҡарарға барҙыҡ. Шунда юл буйында ҡайын ағастарын ебәк күбәләге ( непарный шелкопряд) зыянлағанын күрҙем. Улар өҫкә ҡойолоп тора ине. Был ҡоротҡостарҙы беҙҙең райондың башҡа биләмәләрендә лә бер нисә йыл рәттән күргәнем булды. Былтыр шулай уҡ ҡарағайҙарҙың һарғайыуына ла иғтибар иттем. «Йәшел ҡалҡан»ыбыҙҙы ошондай ҡоротҡостарҙан һаҡлау буйынса министрлыҡ ниндәй саралар күрә?
Венер Вахитов:
– Урман ҡоротҡостарына ҡаршы көрәш ике йыл әүҙем алып барыла. Был маҡсатта беҙгә федераль бюджеттан күп аҡса бүленде. Былтыр ҙа һаҡлау саралары үткәрҙек. Баймаҡ, Күгәрсен, Бөрйән райондары (бәләкәй өлөшө) урмандары эшкәртелде. Умартасыларҙың үтенесе буйынса былтыр биологик препараттар ҡулланылды. Һөҙөмтә 80 процент тәшкил итте. Киләсәктә лә был эштәр алып барыласаҡ.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Йыл һайын урман хужалыҡтары күпләп урман үҫентеләре ултырта. Ағас ултыртыу буйынса акциялар ойоштороп, ойошмаларҙы ла йәлеп итәһегеҙ. Йыл ҡоро килгәндә уларҙың күптәре тамыр йәйеп тә китә алмай. Күпме эш юҡҡа сыға…
Венер Вахитов:
– Урман үҫентеләренең нисек үҫеп китеүен беҙ урман хужалыҡтарындағы көҙгө инвентаризациянан һуң ғына белә алабыҙ. Былтыр уларҙың ерегеп китеүе (приживаемость) 80 процент тәшкил итте. Норма буйынса 85 процент булырға тейеш. Үҫентеләр ҡороған урындарға яңынан ултыртабыҙ.
Зөһрә Йәһүҙина:
– Урмандарыбыҙ янғындарҙан йыл һайын зыян күрә…
Венер Вахитов:
– Былтыр урман янғындары сағыштырмаса әҙерәк булды – 16 мең гектар майҙанда урман янды (2020 йыл менән сағыштырғанда, 500 гектарға аҙыраҡ). Ут сыҡҡан урындарҙың 99 процентын тәүлек эсендә һүндереп барҙыҡ. Былтыр янғындарға ҡаршы көрәшергә, уларҙы булдырмаҫҡа тәбиғәт үҙе ярҙам итте.
Зөһрә Йәһүҙина:
– РФ Ер кодексы буйынса, эксплуатация урмандарында, урман фонды ерҙәрендә төрлө эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барырға мөмкин. Ағас әҙерләүҙән тыш, күберәк ниндәй маҡсатта ер алалар?
Венер Вахитов:
– Халыҡ туризм, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү өсөн урман фонды ерҙәрен һорай. Хәҙерге ҡануниәт буйынса, туризм өсөн урман ерҙәрен алып объекттар төҙөргә мөмкин.
Артур Дәүләтбәков:
– Әгәр ҙә кеше башҡа маҡсаттан был урынды файҙаланһа…
Венер Вахитов:
– Контроль бар. Туризм өсөн алаһың икән, ошо йүнәлештә генә эш алып барырға тейешһең. Бер кеше, умартасылыҡ менән шөғөлләнәм, тип ер алды ла, туризм эшен йәйелдергән. Хәлде асыҡлағас, был мут эшҡыуарға ерҙе маҡсатҡа ярашлы файҙаланмағаны өсөн 1,5 млн һум күләмендә штраф түләргә тура килде.
«Тура бәйләнеш»те
Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА ойошторҙо.
Юлай КӘРИМОВ фотоһы.