«Йәшлек» гәзитендә БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының ерҙәрҙе һатыуға ҡуйыу, арендаға биреү буйынса иғландары баҫыла башлағас, гәзит уҡыусыларҙан: «Йәшәп ятҡан ерҙәребеҙҙе ситтәр һатып алып, хужа буламы?» тигән һорауҙар килә башланы, редакцияға күп шылтыратыу булды.
Бындай иғландар бирелеүе яңылыҡ түгел: киң мәғлүмәт сараларында күптән баҫыла. Беҙҙең гәзит быйыл тәүге тапҡыр күләмле иғландарҙы ҡуйҙы.
Ниндәй маҡсатта был белдереүҙәр бирелә? Ошо һорау менән беҙ БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына мөрәжәғәт иткәс, уларҙан түбәндәге яуап килде.
«Ер участкаларын биреү РФ Ер кодексына ярашлы башҡарыла. Ерҙәрҙе һатыу, ҡуртымға алыу килешеүҙәре төҙөү аукцион формаһында уҙғарылған сауҙала (торги) башҡарыла (РФ Ер кодексының 2-се пункты 39.3 һәм 39.6-сы статьяларында ҡаралғандан тыш). Төҙөлөш, шәхси хужалыҡ алып барыу, баҡса ултыртыу, крәҫтиән-фермер хужалығын ойоштороу өсөн ер алырға теләүсе граждандар вәкәләтле органға (БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына) ер участкаларын биреүҙе алдан раҫлау тураһында ерҙең кадстр номерҙарын йәки урынлашыу схемаһын күрһәтеп, ғариза яҙа. Ведомство 14 көн эсендә ер участкаһын биреү тураһында иғлан баҫтыра, министрлыҡтың сайтына ҡуя, ерҙең бирелмәүе тураһында ҡарар сығара.
Ер участкаларын һатыуға аукцион ойоштороу йәки аренда килешеүе төҙөүгә хоҡуҡҡа аукцион РФ Ер кодексының 39.11-се статьяһы менән нигеҙләнә.
Аукцион үткәрелгәндә уның еңеүсеһе тип ер участкаһына ҙурыраҡ сумманы тәҡдим иткән йәки йыллыҡ аренда хаҡын күберәк түләүсе ҡатнашыусы таныла».
МӨХӘРРИРИӘТ.