

– Һин ниңә уға текәлеп ҡараның?! Танышыңмы әллә?
– Ҡайҙа йөрөнөң? Ниңә эштән ваҡытында ҡайтманың? Һөйәркәң янында йөрөнөңмө?
– Һиңә мин етмәйемме?!
Был һүҙҙәр танышмы? Һинең ауыҙҙан сығамы әллә үҙең йыш ишетәһеңме? Ул – көнләшеү хисе һәм уны еңеү бик ауыр, хатта мөмкин дә түгел кеүек.
Тамаҡҡа төйөр ултыра, күкрәктә, башта ниндәйҙер яныу барлыҡҡа килә, ярһыта. Асыу сыға, үпкә ҡатыш нәфрәт барлыҡҡа килә. Быларҙың барыһы ла ҡанды ҡыҙҙыра, аңды томалай. Һөҙөмтәлә кеше үҙен ҡулда тота алмайынса, иң яҡын кешеләренә насар һүҙҙәр әйтә, ҡысҡыра, ишекте ҡаты ябып сығып китә, өйҙән ҡаса, һөйгәне менән араны өҙә, дуҫын рәнйетә, туғанын ҡыйырһыта. Һуңынан барыһы өсөн дә үкенә, сөнки аңлай: тауышланыу өсөн етди сәбәптәр ҙә булмаған. Барыһына ла көнсөллөк кенә сәбәпсе булған. Тик был хис аҡылһыҙлыҡ менән бер: уйламағанда килеп сыға һәм ярһыуҙар, аңлашылмаусанлыҡтар тағы ҡабатлана. Шул арҡала дуҫлыҡ, туғанлыҡ, мөхәббәт кеүек матур хистәр юҡҡа сыға.
“Кескәй туғанымдан
көнләшәм...”
Көнләшеү хисенә бала саҡта нигеҙ һалына. Уның аша һәр икенсе сабый тиерлек үтә: ғаиләлә икенсе, өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуғас барлыҡҡа килә ул. Ҡыҙҙар араһында бигерәк тә, сөнки улар хислерәк һәм нескә күңеллерәк. Атай менән әсәйҙең иғтибары күберәк кескәй сабыйға төбәлә. Ә быға тиклем һөйөү-наҙға күмелеп йәшәгән, һәр теләге үтәлгән олоһо икенсе планға күсә. Аңы нығынып етмәгән бала үҙен кәм тоя, ярһый башлай һәм күңелендә тәүге көнсөллөк хистәре барлыҡҡа килә. Быға тиклем аҡыллы йөрөгән сабый, ата-әсәйем мине яратмай, тип уйлай башлай һәм юҡ сәбәпте бар итеп киреләнә, үпкәләй, илап еңергә өйрәнә. Быларҙың барыһы ла – иғтибар яулау өсөн.
Яңы ғына барлыҡҡа килгән алама холоҡто аңлы ата-әсә тамырынан ҡорота ала. Был осраҡта бары тик дөрөҫ тәрбиә алымын ҡулланырға ғына кәрәк. Икенсе йәки артабанғы бала тыуыр алдынан, ололары менән: “Оҙаҡламай һинең туғаның буласаҡ. Бер аҙ үҫкәс, бергә уйнарһығыҙ, һөйләшерһегеҙ. Ул һине лә, мине лә, атайыңды ла ярата...” – тигән кеүегерәк аңлатыу эше алып барығыҙ. Артабан балалар араһында ваҡытығыҙҙы, иғтибарығыҙҙы теүәл бүлергә өйрәнергә кәрәк. Ҙурая башлағандары иңенә “няня” вазифаһын тулыһынса һалырға ярамай. Сөнки уның бала сағы әле тамамланмаған һәм икенсе сабыйығыҙҙы уға түгел, ә үҙегеҙгә ышанып табығыҙ. Ә инде ярҙам кәрәк икән, өлкән балағыҙ йөк итеп ҡабул итмәһен өсөн бойорорға түгел, үтенергә кәрәк. Ваҡыты-ваҡыты менән уны яратыуығыҙҙы әйтегеҙ, башҡарған эшен, күркәм холҡон маҡтағыҙ.
Бәпес күрергә килгән ҡайһы бер кешеләр олоһона бүләк йәки күстәнәс алырға онота. Барыһын да аңлай башлаған баланың күңеле кителмәһен өсөн өйҙә запас тәмлекәс, яңы кейем йәки уйынсыҡ тотоғоҙ. Үҙегеҙ ҙә береһенә әйбер алғанда икенсеһен онотмағыҙ.
Бер туғаның менән
дошманлашма
Йәш айырмаһы ҙур булмаған бер туғандар араһында үҫмерлек ҡорона ингәс тә көнләшеү тойғоһо барлыҡҡа килеүе бар. “Кем алдынғы? Кем аҡыллы? Кем уңған?” – тип сәмләндереү яҡшы, әлбиттә. Әммә быны көн һайын ҡулланыу кире һөҙөмтә бирә. Балаларҙы сағыштырыу ҙа яраған эш түгел. Кемгәлер уҡыу еңел бирелә, ә кемдер талант яғынан алдыра. Бер кешене туҡтауһыҙ маҡтау икенселә көнләшеү тойғоһон барлыҡҡа килтерә лә инде. Үҫмер: “Маҡтай, тимәк, ярата”, – тип фекерләй башлай һәм бер туғаны менән дошманлаша.
Был осраҡта үҙен кәм күргән балаға өндәшке килә: үҙеңде йәлләп ултырыуҙан туҡта! Тик ебегән, көсһөҙ кеше генә үҙен ҡыҙғана, ә һин ундай түгел. Оҙаҡламай аңларһың: көндәлектәге билдәләр ҙә, кешенең маҡтауы ла был тормошта күрһәткес түгел. Иң мөһиме – тормошоң үҙеңә ҡәнәғәтлек килтерһен. Яратҡан шөғөлөңдө эҙлә, үҙеңде төрлө яҡлап һынап ҡара һәм күңелеңә оҡшағанын һайла. Өлкәндәргә, тирә-яҡтағыларға нимәлер дәлилләү өсөн түгел, фәҡәт үҙең өсөн. Ә ата-әсәләргә килгәндә, улар балаларының барыһын да нисек бар, шулай ярата.
“Башҡалар менән
аралашма!”
Көнләшеү хисе ата-әсәгә, туғандарға, һөйгәнеңә генә түгел, дуҫтарға ҡарата ла була. Ул да бала саҡта башлана. Кластағы уҡыусыларҙың төркөм-төркөм булып йөрөгәнен күргәнегеҙ бармы? Бер төркөм икенсеһенә дошман, иң яҡшы осраҡта битараф. Ундағы ҡыҙҙар икенсеһендәге менән аралашмай.
Ике әхирәт оҙаҡ йылдар дуҫ булып йөрөгәндән һуң, кинәт аралашыуҙан туҡтай. Йыш ҡына: “Ул фәлән менән дуҫлашты”, – тигән сәбәп яңғырай. Ә кешенең бер нисә дуҫы булыуы мөмкин бит. Улар күберәк булған һайын яҡшыраҡ. Юҡҡа ғына халыҡ мәҡәле: “Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын”, – тимәй. Ғаилә эсендәге мөнәсәбәт туғанлыҡ хисе менән генә түгел, бер ҡан, тәрбиә менән дә нығытыла. Ә дуҫлыҡ һәм мөхәббәт өлкәһендә хәл ҡатмарлыраҡ – был фәҡәт ике кешенең хис-тойғоһо, бәйләнеше. Әммә араларҙы өҙөр алдынан үҙегеҙгә түбәндәге һорауҙы бирегеҙ: йылдар буйы ҡайғы-шатлыҡты, күңелле һәм күңелһеҙ мәлдәрҙе бергә үткәргән дуҫыңды юҡтан ғына юғалтырға әҙерһеңме? Ундай ышаныслы кеше тағы осрармы?
“Һөйгәнем тик
минеке генә!”
Ғаилә мөнәсәбәтендә көнләшеү ике төрлө була – сәбәпле һәм сәбәпһеҙ. Сәбәбе булһа, барыһы ла аңлашыла: бала хаҡына, йыйған мөлкәтте юғалтмау, мөхәббәтте һаҡлап ҡалыу өсөн һәр кемдең көрәшергә хаҡы бар. Ә бына сәбәпһеҙ көнләшеү яҡшы күренеш түгел. Әгәр һин көн һайын иреңдең йәки егетеңдең костюмынан сит ҡыҙҙың сәсен, хушбуй еҫен эҙләйһең икән, был бер ниндәй ҙә аҡыл сиктәренә һыймай. Ирҙәр иһә ҡатынының ситкә йөрөүенә шикләнеп, эшләргә рөхсәт итмәй, алдан әйтмәй ҡайтып уның ниндәй эш менән булыуын тикшерә. Шулай уҡ көнләшеүселәр икенсе яртыһын дуҫтары, әхирәттәре менән осрашыуға ебәрмәй, телефонын, социаль селтәрен тикшерә. Һәм иң ҡурҡынысы – юҡ ҡына сәбәптән дә (ят телефон һандары шылтыратҡан, мәктәп йылдарындағы мөхәббәте хәл белешкән, урамда барғанда кемдер уға комплимент әйткән, эштән һуңлап ҡайтҡан, шылтыратыуына яуап бирмәгән һәм башҡалар) оло янъял ҡуптара. Ғәҙәттә, сәбәпһеҙ көнләшеү ике характер үҙенсәлеге арҡаһында барлыҡҡа килә. Йә кеше үҙен башҡаларҙан кәм күрә, йә киреһенсә: үҙ-үҙенә кәрәгенән артыҡ ышана, һөйгәненең тик үҙенең генә шәхси милке булыуын теләй.
Үҙен башҡаларҙан кәм хис иткән кеше һәр ваҡыт ҡурҡып йәшәй, һөйгәне башҡа берәүҙе осратыр, ташлап китер, тип уйлай. Был осраҡта кешегә үҙ-үҙенә булған ҡарашты үҙгәртергә кәрәк: камиллашырға, үҙ өҫтөндә эшләргә. Яҡшы яҡҡа үҙгәргән һөйгәнен юғалтып ҡуймайым, тип иптәшегеҙ үҙе үк һеҙгә ҡарата мөнәсәбәтен үҙгәртер.
Үҙҙәренә кәрәгенән артыҡ ышанғандар иһә һөйгәндәрен шәхси милке кеүек ҡабул итә. Был осраҡ күпкә ҡатмарлы. Ундайҙарҙың икенсе яртыһының кем менән аралашыуын, ҡайҙа йөрөүен генә түгел, хатта башындағы уйҙарын да белгеһе килә. Һәм тик үҙенең бойороғо менән йәшәтергә тырышалар. Һәр аҙымын тикшереү, күҙәтеү башлана. Ҡайҙа барғанын, кем менән осрашҡанын, нимә һөйләшкәнен – барыһын да әйтеп торорға тейеш, ә инде нимәнелер йәшерһә, янъял ҡуба. Хәҙер ныҡлап уйлап ҡарағыҙ: бындай мөнәсәбәттәргә кем, ниндәй кеше сыҙай ала? Үҙегеҙҙе уның урынына ҡуйып ҡарағыҙ. Сабырлыҡ етер инеме?
Шуға күрә әлеге мәғәнәһеҙлекте туҡтатырға, һөйгәнегеҙ өҫтөнән идара итеүҙе, һәр аҙымын күҙәтеүҙе кәметергә кәрәк. Ул – һеҙҙең кеүек үк ирекле кеше. Ә кеше бер кемдең дә шәхси милке түгел, ҡолбиләүселек дәүере күптән үтте. Талаш-тартыштан, буйһоноп йәшәүҙән, туҡтауһыҙ контролдән арыған һөйгәнегеҙ һеҙҙе ташлап китеүен теләмәһәгеҙ, үҙ-үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ. Уның тормошона ҡыҫылыуҙы, һорау алыуҙы туҡтатып, ышанысын яулай алһағыҙ, икенсе яртығыҙ һеҙгә үҙе үк күңеле менән тартыла башлаясаҡ. Серҙәрен дә һөйләр, кәңәш тә һорар.
Психологтар әйтеүенсә, көнләшеү ул – оло сир, кешене эстән ашай. Яман шеш, шәкәр, инсульт һәм башҡа ауырыуҙарҙың сәбәпсеһенә әйләнә. Шуның өсөн, үҙегеҙҙә көнләшеү билдәләрен һиҙәһегеҙ икән, үҙ өҫтөгөҙҙә эшләгеҙ, психологтарға мөрәжәғәт итегеҙ.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА әҙерләне.