Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
5 Февраль 2023, 07:00

БДИ

(Хикәйә)

Ғүмер юлында ниндәй  генә кешеләргә осрамайбыҙ ҙа, ниҙәр генә ишетмәйбеҙ. Йәшәй-ҡартая хәтер ҙә нәҡ эре иләккә әйләнә: йылдар-айҙар, кеше­ләр-ваҡиғалар уның аша ағылып-һауылып сыға ла әллә ҡайҙа, мәңгелек упҡынына төшөп юғала. Иләк селтәрендә ваҡиғаларҙың иң яҡтылары, йә иң ҡараңғылары, дуҫтарҙың иң яҡындары, көндәш­тәрҙең дә иң зәһәрҙәре генә һөҙөлөп-эләгеп ҡала һымаҡ. 
Был ваҡиғаны миңә яҡын бер дуҫым һөйләгәйне. Беренсе ҡарашҡа ябай ғына булып тойолған тарих, үҙем дә аңламаҫтан, күңелемә яҙылды, йәғни иләк өҫтөндә ҡалды, һәм мин, үҙем күҙ алдыма баҫтырғанса, уны һеҙгә лә бәйән итмәксемен.
Эҫе июнь айы. 2015 йыл. Өфө ҡалаһы. Ҡала, донъялағы башҡа меңдәрсә ҡала кеүек үк, ә уның миллион кешеһе, донъяның миллиардтарса кешеләре кеүек үк, XXI  быуат йомғағын һүтә: ашыҡҡан да, бик яй ҙа ҡыланған кеүек, ваҡыт спираленән алға, киләсәккә табан хәрәкәт итә һәм бар донъянан йыйыласаҡ ҡунаҡтарҙы көтә. Үҙәк урамдар, парктарҙы ялап тигәндәй  таҙарталар, төҙәтәләр, ШОС һәм БРИКС тигән аббревиатуралар күҙҙәрҙә емелдәй, ҡолаҡтарҙа яңғырай, фатир стена­һындағы һәр розетканан һикереп сыға һымаҡ.
Ә Ильяс, әйтерһең, бүтән донъяла. Уның уйында – бүтән аббревиатура. Сөнки өлкән улы быйыл мәктәпте тамамлай. Өс бала араһында иң өлкәне, иң беренсеһе, ярһыу һәм дәртле йәшлек емеше, шуға ла иң татлыһы, ҡәҙерлеһе. Яуаплылыҡ та мулдан. Улы, Айҙары, БДИ тапшыра. Был өс хәреф кемдер өсөн бер ни ҙә белдермәһә лә, балалары уҡыу йортона инергә йыйынған ата-әсәнең, ул һүҙҙе ишетеү менән, йөрәктәре тертләп китеп дөп-дөп тибә башлай, баштарына гөжләп ҡан йүгерә. Мәктәптә ата-әсәләрҙе  йыйып алып һөйләйҙәр, балаларҙы имтиханға тентеп, металл эҙләгес менән тикшереп индерәсәктәрен, күсереп-хәрәмләшеп булмаясағын, һәр һүҙгә, һәр өтөргә ҡарата иғтибарлы булырға кәрәклеген аңла­талар. Барлыҡ был ҡурҡыныс йәнә­шәһендә синыф бүлмәһен ремонтлау, сығарылыш кисәһен үткәреү өсөн киткән сығымдар, мәшәҡәттәр сүп кеүек кенә тойола.
Айҙарына ҡарай ҙа, ғәжәпләнеп тә ҡуя: әллә йәшлеге менән, бик иҫе лә китеп бармай кеүек: ҡасан ҡарама, “Бәйләнештә” ултыра, йә дуҫ ҡыҙы менән паркка сығып юғала. Артыҡ баҫым яһарға, БДИ бит тип, көн-төн туҡырға ла шөбһәләнә Ильяс – интернетта насар хәбәрҙәр тураһында яҙып ҡына торалар: имтиханда кемдер һушын юйған, кемдер ауырып киткән...
Бына әле урыҫ теленән йыйған алтмыш бер балл менән риза булмайынса, апелляцияға китеп баралар, ә Айҙарҙың ҡолағында ҡолаҡсын: музыка тыңлайҙыр инде. Алтмыш бер балл сағыштырмаса насар билдә булмаһа ла, уҡырға инеү өсөн бик яҡшынан тип тә булмай шул. Тест өлөшө ярайһы ғына яҡшы яҙылһа ла, ҡараусыһыҙ ҡалған хайуандарға ҡарата мәрхәмәтле булырға кәрәк­леге тураһындағы инша өсөн билдә түбән ҡуйылғайны.
ИРО, йәғни Мәғарифты үҫтереү институты бинаһында тынлыҡ. Вахталағы өлкән йәштәге ҡатын һәм арҡыры ҡуйылған өҫтәлдәр артында ултырған, уҡытыусы ҡиәфәтле, мөләйем йөҙлө ике  ҡатындан башҡа кеше юҡ. Улы ғариза ҡағыҙҙары менән булышҡан арала, Ильяс тирә-яғына күҙ һалды. Совет йылдарында һалынған, башҡа бик күп йәмәғәт бинаһына оҡшаш, шыма таш иҙәнле, зур тәҙрәле, таҙа ғына бина. Түшәмдең бер ситенә боҫҡан видеокамералар, стенаға эленгән ҙур яҫы телевизор һәм ҡара күн менән тышланған уңайлы йомшаҡ дивандар ғына холға заманса төҫ бирә.
Апелляцияға килгән балалар һәм ата-әсәләр артыҡ күп түгел. Спорт залына ҡуйылған өҫтәлдәр янына урынлашҡан уҡытыусыларҙың бе­реһе янына тиҙ үк үтеп киттеләр. Айҙарға ун һигеҙ тулмаған әле, шуға күрә Ильяс та уның менән бергә инеү хоҡуғына эйә булды. Ҡыҫҡа сәсле етеҙ генә ҡатын өйрәнелгән хә­рәкәттәр менән документтар һа­лынған папкаға үрелде, ҡайҙалыр имзалар ҡуйҙыртты, тиҙ-тиҙ генә иншаны алып уҡый ҙа башланы, табылған хаталарҙың аҫтына ҡыҙыл ручка менән һыҙып-һыҙып та бара. Һәм ул гүйә аҡ ҡағыҙ битенә түгел, Ильястың йөрәгенә шулай ҡыҫҡа-ҡыҫҡа ғына, ҡыҙыл, тәрән һыҙыҡ­тарҙы тырнап бара ине кеүек. Күҙ сите менән генә улына ҡараны: уның бите, ҡолаҡтары ҡып-ҡыҙыл булған.
“Хайуандарға мәрхәмәтлелек тура­һындағы фекерҙән, ғөмүмән, мәрхә­мәтлелек идеяһына, мәрхә­мәт­лелектең уны ҡылыусыны бәхетле итә алыуына күсеп киткәнһегеҙ, логик өҙөклөк килеп сыҡҡан, “Һуғыш һәм солох” романынан килтерелгән аргумент тейешенсә формалаштырылып бөтөрөлмәгән, “Алтын болот ҡун­ғанда”нан алынған аргумент йөк­мәтке һөйләүгә генә ҡоролған, ғөмүмән, былар аргумент булыуҙан бигерәк, комментарийға оҡшаш, ә бына комментарийҙар урынына  иллюстрациялар килтергәнһегеҙ, һорау дөрөҫ формалаштырылмаған, ғөмүмән, тел-стиль хаталары байтаҡ, артыҡ өтөрҙәр күп, тикшереүселәр уларҙы күрмәгән әле, күрһәләр, балдарығыҙ әҙерәк тә булыр ине, һәм, ғөмүмән, алтмыш бер балл бер ҙә насар түгел, бөттө, мин башҡа бер ни ҙә әйтә алмайым...” – был һүҙҙәр Ильястың ҡолағы тирәһендә бал ҡорттарылай әйләнде-әйләнде лә, башҡа бик күп һүҙ йә аббревиатуралар кеүек, төпһөҙ сөңгөлгә төшөп юғалды. Дөрөҫөрәге, нефть эшкәртеү заводында оператор булып эшләгән Ильяс уларҙы бигүк аңлап та бөтөрә алманы.
Улар сығып китте, башҡалар килеп ҡалды. Ильяс машинаһын ремонтҡа биргән, шуға ла автобус менән килгәйнеләр. Туҡталышта шаурма киоскыһы бар икән. Үҙен һәм улын был ризыҡ менән һыйлағыһы килеп китте. Шаҡтай таушалған ҡиәфәтле, ябыҡ, һары сәсле һатыусы ҡатын, уларҙың өҙөк-өҙөк һүҙҙәренән имтихан тигәнде эләктереп тә алды, һәм, аңлаусан төҫ сығарып, тиҙ үк хәл­дәренә инергә ашыҡты: “Уҡырға инергә йөрөйһөгөҙмө? Инерһегеҙ, инерһегеҙ, бөтәһе лә яҡшы булыр!”
Ниһайәт, эҫе шаурмалар һалынған янсыҡтарын күтәреп, саң иҙәнле, тынсыу автобусҡа инеп ултырҙылар.
– Аргументтарҙы дөрөҫ килтер­мәгәнһең, тинеләрме? – тине Ильяс, һүҙ юҡта һүҙ булһын тигәндәй.
Айҙар ҡулбашын ғына һикертте. Ғәҙәттә, телгә бөткән егет гүйә ауыҙына һыу ҡапҡан һәм ҡулындағы айфон эсенә “сумған”. Ата кеше лә тынып ҡалды. Уның алдында гүйә таштан-бетондан һалынған ҡалын, һалҡын стена ине. Ул стенаның осо-ҡырыйы ла, сиге-сите лә юҡ, кем һалғаны ла, ниңә һалғандары ла билдәһеҙ. Алға табан барыу өсөн нисектер әмәлен табырға һәм был өнһөҙ ҡырыҫ стенаны үтеп китергә кәрәк.
Хәйер, Ильяс артыҡ аптырамай. Шөкөр, эш хаҡы насар түгел, Айҙары бюджетҡа үтә алмаһа, “эһ” тә итмәй  түләй ала ул уҡыу хаҡын. Тик шуныһы ғына эсен ҡыра: ниңә һуң ун бер йыл буйы гел “бишле”гә генә уҡып килгән, иншалары конкурстарҙа еңеп сыҡҡан Айҙары был юлы һынатҡан? Ҡаушап ҡалғанмы? Әллә Ильяс үҙе талапсан була алмаған, баланы үҙ яйына ҡуйғанмы? Әллә инде өйҙә балаларына гел генә: “Башҡорт телендә һөйләшегеҙ, телде онот­мағыҙ”, – тип тылҡып килеүе зыян иткәнме? Ул яҡтан, бер уйлаһаң, башҡорт балаһына урыҫ теленән урыҫ балалары менән бер рәттән ярышыуы еңел түгел. Ләкин, ана бит, синыфташтары араһында һикһән, етмеш балл йыйғандары ла бар. Ләйсән тигән ҡыҙ хатта туҡһан балға биргән. Бер уҡытыусы уҡытҡан, бер дәрестә ултырғандар.
Тимәк, тестар, компьютер һәм уҡытыусылар яңылышмай. Дөйөм үлсәүгә һалғас, бер тараҡтан тарағас, кемдең кемлеге яҡшы күренә. Тимәк, сәбәп Айҙарҙың үҙендә. Ильяс ҡасандыр ишеткән һүҙҙәрҙе хәтеренә төшөрҙө. Ниндәйҙер концертта бер яҙыусы һөйләгәйне шикелле: “Беҙҙең балалар беҙҙән дә бейегерәк осорҙар кеүек тә ул, тормошта улай булмай”, – тиеберәкме. Балаңдың үҙеңдән дә аҡыллыраҡ, үҙеңдән дә бәхетлерәк булыуын күрге килә шул, һин яулай алмаған үрҙәрҙе ул яулар кеүек, һинең ҡулыңдан килмәгән нәмәләргә уның теше үтер кеүек тә бит...
Алдағы туҡталышта автобусҡа тағы халыҡ инеп тулды. Йәмәғәт транспортында йөрөп өйрәнмәгән Ильяс, былай ҙа була икән, тип аптырап ҡалды, водитель үзбәктең кеҫә­һендәге керемде лә иҫәпләп алырға өлгөрҙө. Бына ишектән көс-хәл менән, үрмәләп тигәндәй, тулы кәүҙәле ҡатын менде. Тирләп-бешкән. Бер ҡулына янсыҡ-сумкалар тотҡан, икенсеһе менән бәрәңге шытығылай шыйыҡ кәүҙәле, ҙур зәңгәр күҙле ҡыҙсыҡты етәкләгән.
Ул да булмай, Айҙар, ҡолағындағы ҡолаҡсындарын ысҡындырып, ул­тырған урынынан тороп баҫты. Ильястың беренсе уйы “ниңә тора инде, был  тиклем тығыҙ автобуста Черниковка аръяғына тиклем нисек ҡайта инде” булды. Һикереп тороп, улын үҙенең урынына ултыртҡыһы килде. Ләкин ҡуҙғала алманы. Баяғы ҡатын ауыр уфылдап, гөрһөлдәп тигәндәй, бушаған ултырғысҡа ултырҙы, янсыҡ-сумкаларын аҫҡа шыуҙырҙы, ҡыҙсыҡты таҙа беләктәре менән ҡосаҡлап алдына ултыртты. Эре һары сәскәле күлдәгенең кеҫәһенән ҡулъяулыҡ алып, тир бәреп сыҡҡан битен, танауын һөрттө. Һәм шунда ғына үҙенә урын биргән ҡаҡса егеткә күтәрелеп ҡарап, ҡыҙсыҡтыҡы кеүек үк зәңгәр, ләкин бер аҙ уңа төшкән күҙҙәрен балҡытып: “Спасибо, сынок!” – тип әйтә алды,
Шунда Ильястың зиһенен һыҙып  бер яҡты һәм шатлыҡлы уй үтте: “Һе, БДИ-ны йөҙгә бирҙе түгелме Айҙары! Мәрхәмәтлелек шулай ҙа була ала түгелме? Һәм ул һине лә, мине лә, уны ла бәхетле итә ала!..” Теге һалҡын таш стена гүйә бер миҙгел эсендә иреп юҡҡа сыҡты ла уның артындағы йәшел иркен яландар асылды, ҡоштар һайрап ебәрҙе, йомшаҡ йылы ел иҫте...
Автобус иһә Өфөнөң аулаҡ тыҡрыҡтарынан һикертә-һикертә елдереүен белде. Автобус менән бергә Өфө ҡалаһы ла, эреле-ваҡлы борсоуҙары менән уның миллион халҡы ла, Ер шары һәм уның бер нисә миллиард кешеһе лә ваҡыт спираленән алға табан хәрәкәтен дауам итте. Артыҡ әһәмиәтле бер нимә лә булманы кеүек. Ләкин ниңәлер был ваҡиғаны һеҙгә һөйләмәйсә түҙә алманым, дуҫтар.

     Дилбәр БУЛАТОВА
                                                                                                               

Автор:РИС Интеграция
Читайте нас: