Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Февраль 2023, 07:00

"Йондоҙ"ло табын - Светлана Имаметдинова

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры артисы Светлана Имаметдинова бүлешә.

Кипкән емештәр
тултырылған өйрәк

Уртаса ҙурлыҡтағы өйрәктең эсен-тышын йыуғас, һыуын һарҡытырға. Уның эсен-тышын бал (1  ҡалаҡ) һәм тоҙ (тәменә ҡарап) менән ыуып, 1 сәғәт ултыртып торорға.
150-шәр грамм күрәгә менән ҡара емеште йыуып, бер аҙ һыуҙа ебетергә. Һыуын һарҡытҡас, уларға ваҡ итмәй генә туралған алма һалып бутарға. Был эслекте өйрәктең эсенә тултырып, табаға һалырға, ситтәрен шпажкалар менән беркетеп ҡуйырға. Һәм 200 градуҫ эҫелектәге мейестә 2 сәғәт тирәһе бешереп алырға.
Табынға өйрәкте емеш менән биҙәп бирергә кәрәк. Ә гарнирға дөгө ярмаһы бешерергә була.

Тауыҡ итенән салат

Бәләкәй тауыҡты тоҙло һыуҙа бешереп алғас, һөйәктәре менән тиреһенән таҙартырға. Итен ваҡлап турарға. Уға 100 г консерваланған кукуруз, ваҡланған 50 г әстерхән сәтләүеге, ҡырылған 50 г ҡаты сыр, 1 банка консерваланған ананас (тауыҡ ите менән бер иш ҙурлыҡта турарға), самалап майонез (2 ҡалаҡ тирәһе) һалып, яҡшылап бутарға. Табынға биргәндә өҫтөн кукуруз һәм сәтләүек менән биҙәргә мөмкин.

Шыйыҡ ҡамырҙан бауырһаҡ

Тәрән һауытҡа 1 стакан һыу, 100 г аҡ май, ярты балғалаҡ тоҙ һалып бутарға ла, ҡайнатып сығарырға. Утын һүндергәс, уға 1 стакан он  өҫтәп, тиҙ генә бутарға. Бер аҙ һыуынғас, берәмләп туғып 4 йомортҡа өҫтәргә.
Ҡалын төплө тәрән һауытта үҫемлек майын ҡыҙҙырырға. Ҡамырҙы ҡалаҡ менән бүлеп алып, әҙер булғансы (3 – 4 минут тирәһе) майҙа ҡыҙҙырырға. Әҙер бауырһаҡтарҙы һөҙгөс ярҙамында майҙан алғас, ҡағыҙ таҫтамалға һалып торорға кәрәк. Табынға ҡуйыр алдынан уларҙы тәрилкәгә теҙеп һалырға ла, өҫтөнә шәрбәт (сироп) ҡойоп, ыуылған лайм йәки лимон ҡабығы һибергә. 
Шәрбәт эшләү өсөн 4 стакан һыуҙы ҡайнатырға. Уттан алмайынса, болғата-болғата 3 стакан шәкәр һалырға. Бер аҙҙан ҡуйырып, алтынһыу төҫкә инһә, ул әҙер. 

                               Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:Электронное Издательство
Читайте нас: