Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
4 Февраль 2023, 07:00

«Миңә 33...»

Башҡаларҙан бер нисек тә айырылмаған Кәшифә* баш ҡалала йәшәй, һөнәре буйынса шәфҡәт туташы. Массаж яһап аҡса эшләргә тырышҡан ҡыҙға уртаҡ таныштар димләгәс, бер заман мин дә барғайным. Дөрөҫөн әйткәндә, массажды арлы-бирле, әллә ни артыҡ көс түкмәй генә, күңелен һалмай ғына эшләне. Шуға ла ярты йылдан ул, массаж кәрәкмәйме, тип шылтыратҡас, баш тарттым.
– Оҡшатманығыҙ инде минең эшләгәнде, – телефон бошонҡо ғына Кәшифәнең тауышы менән көрһөндө.
– М-м-м, юҡсы, – тип хәйләләргә маташтым. – Ни бары баш ҡалаға ҡасан барырым билдәһеҙ. 
– Апай, мине һүктеләр, массаж эшләй белмәйһең  тип, арзан хаҡ ҡуйһам да, клиенттар юҡ тиерлек, хәҙер икенсе эш эҙләргә тура килер, ахыры. 
– Шәфҡәт туташына ҡайҙа ла эш барҙыр ул, – тинем ипләп кенә.
– Эй, биҙҙем мин ул эштән, – телефонда Кәшифәнең уфтаныуы ишетелде. – Медицинанан бөтөнләйгә китергә теләгәйнем дә... 
Һүҙ һайын көрһөнгән, һөйләм аша уфтанған Кәшифәне йәлләп, Өфөгә юл төшкәндә массажға барҙым. Их, эшләй белмәгәс, белмәй икән кеше, рәхәтләнеп, таралып ҡына ятып булманы. Аҡса әрәм итеп килгәнемә аптырап ятылды. 
– Мин яңы эш таптым! – ул арала Кәшифә ҡыуанысы менән уртаҡлашты. – Вахта менән йөрөп эшләйәсәкмен. 
Шәфҡәт туташы булып эшкә ингәндер, тиһәм, ябай иҙән йыуыусы булып урынлашҡан, имеш. 
– Иҙән йыуыусының эше, ай-һай, ауырҙыр ул, – тинем, уның ялҡауыраҡ булыуын күҙ уңында тотоп. 
– Медицинанан китергә хәл иттем, – Кәшифәнең тупыс бармаҡтары арҡамды һәлкәү генә һыйпап торған ерҙән ҡапыл теремекләнде. – Ғөмүмән, тормошомдо үҙгәртергә ҡарар ҡабул иттем. Тулыһынса үҙгәртәм. Юғиһә, тормош бер ҙә алға бармай. Миңә, күҙ алдына килтерәһегеҙме, 33 йәш!  ни ғаиләм юҡ, ни карьерам юҡ, ни бер нәмәм дә юҡ. Белгегеҙ килһә, мин 18 йәшемдә кейәүгә сығырға теләгәйнем, ун йәшкә өлкән ҡоҙама иҫем киткәнсе ғашиҡ булғайным, ул да яратты. Ләкин ата-әсәйем ҡаршы килеп, бөтәһен дә боҙҙо... Әсәйем илап, ауырымды алдыртты... Ҡаршы тора, баламдың ғүмерен һаҡлай алманым. Шулай бер һәтәүмен, эшкинмәгәнмен. Һөйгәнем абортҡа барғанымды белгәс, мине ташланы...
Былтыр синыфташтар менән осрашҡайныҡ, эй  ғәрләнеп ҡайттым. Бөтәһе лә башлы-күҙле булып бөткән. Ҡыҙҙар кейәүгә сығып, егеттәр өйләнеп, кемеһелер айырылышырға ла, ҡабаттан ЗАГС-ҡа барырға ла өлгөргән, ә мин бер тапҡыр ҙа кейәүҙә булманым! Икешәр-өсәр бала табып, өй төҙөп, йә фатир алып, һәр береһе тиерлек машинала елдереп йөрөп ята...
Үтә яй, мыймылдаҡ ҡына Кәшифәнең дә ҡыҙған сағы була икән, тип ҡыҙығып ҡолаҡтарҙы ҡарпайттым, утҡа кәрәсин һирптем:
– Әле егетең, моғайын да, барҙыр бит? Тот та кейәүгә сыҡ, бала тап!
– Бар икән, ти! Апай, мин, беләһегеҙме, ҡасан һуңғы тапҡыр егет менән йөрөнөм? Биш былтыр! Әйтәйемме, ниңә? Сөнки мин психиатрия дауаханаһында эшләнем! 
Мин психиатрия дауаханаһының Кәшифәнең шәхси тормошона ниндәй йоғонтоһо булыуы хаҡында уйланып ятҡансы,  ҡыҙ хәбәрен дауам итте:
– Ысынын әйткәндә, бөтөнләй медик булырға йыйынмағайным, апай. Һатыусы, парикмахер, бик тә булмаһа штукатур-маляр кеүек һөнәрҙе һайлар ҙа, тыныс ҡына йәшәр инем. Әсәйем,  таҙа эштә эшләрһең, йылыла, тип өгөтләне. Исмаһам, ғаиләбеҙҙә бер медик булыр, тине. Мине ҡайғыртҡан, тиһегеҙме?! Үҙен инде. Ҡартайғас фельдшерҙан ҡараулы булырмын, тип. Медицинаға барымым юҡлығын белә инем, әсәйҙең һүҙен йыға алмай, колледжға уҡырға индем. Атай-әсәй аҡса түләп уҡытты. Ә беләһегеҙме, унда уҡыуы нисек ҡыйын икәнен?! Бер туҡтауһыҙ ятлайһың да ятлайһың. Минең, етмәһә, хәтер алама. Латин теле ауыр бирелде: ул кАпут кОстэ, ул кОрпус кОстэ, ул кОрпус вЕртебрэ... “Капут” – “баш” тигәнде аңлата, әйткәндәй. Анатомияны шул латин телендә өйрәнәһең. Ә фармакология һуң?! Трисоль, дисоль, лактосоль... Ятлай торғас, хатта башым эшләмәй, ҡолағым шаулап, күҙ алдарым ҡараңғыланып китә ине. Үҙем дә ыҙалап, уҡытыусыларҙы ла ярайһы интектереп, саҡ уҡып бөтөп, диплом алдым. Медицинала эшләмәҫемде белеп, матурлыҡ салонына администратор булып эшкә индем. Унда оҙаҡ эшләмәнем, сөнки салон хужабикәһе ҡарун кеше ине, аҡсаны аҙ түләне, бер нимәгә лә етмәне. 
Салонға йөрөгән бер табип ҡатын минең шәфҡәт туташына уҡып сыҡҡанды белгәс, эш хаҡының аҙ булыуына зарланыуымды ишеткәс, психиатрия дауаханаһына эшкә ҡоҙаланы. Йәнәһе лә эш түгел, ә хыял! Йылына ике тапҡыр отпуск – тәүҙә 28 көн, аҙаҡ өҫтәмә 35 көн! 10 йыл эшләһәң, аҙаҡ 50 йәштән пенсияға сығаһың! Бер тәүлек эшләйһең дә, дүрт көн ял итәһең! Йәш саҡта кем пенсияны уйлап ҡыҙыҡһын? Үәт-үәт, мине лә табиптың, эш хаҡы бик юғары буласаҡ, тигәне генә ылыҡтырҙы. Һәм мин психиатрия дауаханаһына эшкә урынлаштым. Һуңынан ҡат-ҡат терһәгемде тешләрҙәй булып йөрөнөм. Унда эшләүе бик ныҡ ауыр. Беренсе көндө үк бер ҡатын мине тешләне. Беләгемдән умырып алыр ҙа ине, ҡалын бушлат ҡотҡарҙы (һыуыҡ булғас, кейеп торғайным). Ә бит ул ҡатын ҡарамаҡҡа һин дә мин кеүек ине. Хәйер, унда тәү ҡарауҙан күбеһе һау кеүек... Төрлө хәлдәге пациенттар бар. Иң мөһиме, һәр ваҡыт һаҡ булырға кәрәк. Психик ауырыуҙарҙың башында нимә булғанын бер кем дә белмәй. 
Мин күбеһен йәлләнем, һаманғаса, уларҙың хәленә төшөргә Хоҙай ҡушмаһын, тип теләйем. Бер кем дә сирҙе һорап алмай бит. Кемеһелер күҙеңә генә ҡарап тора, ярҙам итергә тырышҡан була, кемеһелер артыңдан һине үсекләп йөрөй, кемеһелер – тик үҙ донъяһында... 
Беләһегеҙме, шәфҡәт туташының ҡағыҙ эше лә йырып сыҡҡыһыҙ күп. Баш ҡатып китә.
Миңә ундағы ауыр специфик еҫкә лә өйрәнеүе ҡыйын булды, күңелем болғанды. Ләкин кеше барыһына ла күнә икән... 
Беренсе тәүлекте эшләп ҡайтҡандан һуң оҙаҡ итеп душта йыуындым, аҙаҡ ярты тәүлек тиерлек йоҡланым да ҡуйҙым. Эштән шулай һәр ваҡыт үлгәнсе арып ҡайтып йыуынам да, тәгәрәй торғайным. Уянғас, телевизор ҡарайым, китап уҡыйым, кешеләр менән аралашырға теләгем дә, хәлем дә булмай ине. берәй егет менән танышһам, ҡайҙа эшләйһең, тип һорайҙар, психиатрия дауаханаһында, тиһәм, ҡасалар. Ысын бына! Хет: “Мин унда дауаланып ятмайым, ә эшләйем”, – тип аҡлан! Һин психтар янында эшләп, үҙең дә ку-ку түгелме, тип һораны бер нахалы. Эйе, шулай, тинем үпкәләп. Кемдер психик сирлеләр менән дә эшләргә тейеш тә һуң. Ә беләһегеҙме, йылдан-йыл психик ауырыуҙар һанының артҡанын?! Бынау пандемия арҡаһында депрессия һәм башҡа психик сирҙәр һаны бөтә донъяла 25 процентҡа артҡан...
Бер ай эшләйем дә, аҡса алғас та таям, тип йөрөп, байтаҡ эшләп ташланым. Нервыларым ҡаҡшап, үҙем сиргә һабыша яҙҙым. Медицина – минең өсөн түгел. Ә психиатрия дауаханаһында эшләр өсөн ҡорос нервылы, ҡаты һәм үтә тыныс холоҡло булырға кәрәк. Аҡсаһы ла, уңайлы эш графигы ла, стажы ла кәрәкмәй. Юғиһә, һиңә ун йылға тултырырға әҙ генә ҡалған, эшләп бөт, тип ҡалырға өгөтләгәйнеләр. Артыҡ бер көн дә ҡала алманым.
Тағы ла матурлыҡ салонына администратор булып эшкә төшөп, бер нисә йыл эшләгәс, ҡатындарға массаж яһай башланым. Ир затын күргән дә юҡ. Матурлыҡ салонына тик ҡатын-ҡыҙҙар йөрөй. Ирҙәргә лә массаж эшләр өсөн иһә күп көс кәрәк, ә минең хәлем юҡ.
– Эйе, хәлең юғыраҡ шул, – тип ризалаштым кушетканан торошлай. – Бәлки, тренажер залына йөрөп, көс күнекмәләре менән шөғөлләнерһең, штанга, гантелдәрҙән мускулдарың нығыр ине. 
– Хәлем юҡ, апай... Тағы бер аҙна бында эшләһәм, ниһайәт, вахтаға осам, уңыштар теләгеҙ миңә.
Кәшифәгә массаж өсөн аҡса түләп, рәхмәт әйтеп, уңыштар теләп һаубуллаштым.
Күпмелер ваҡыттан һуң уртаҡ таныштар аша Кәшифәнең бер ҡайҙа ла бармауын – үҙенә ҡул һалырға маташыуын, дауаханала ятыуын ишетеп  шаҡ ҡаттым, ҡыйын булып китте. Ошоға тиклем үҙенең түгел, башҡаның ғүмере менән йәшәгән, шулай ҙа яңы тормош башларға дәртләнгән балаҡай тиҙерәк һауығып аяғына баҫһын, пландары тормошҡа ашһын инде. 33 йәш – әле ғүмер башы ғына, йәшәргә лә уға, йәшәргә! 
... Ә бит бер ата-әсә лә үҙ балаһына яуызлыҡ теләмәй. Кәшифәнең дә яҡындары уға изгелек генә юрағандыр, уның бәхетле булыуын теләгәндер... 

Баныу ҠАҺАРМАНОВА.

* - Исеме үҙгәртеп алынды.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: