Кибеттә һатылған йәшел тәмләткестәрҙе алғансы, уларҙы тәҙрә төбөндә үҙегеҙ ҙә үҫтерә алаһығыҙ. Һуғанды бер ҡыйынлыҡһыҙ үҫтереп була, укроп-петрушка өсөн яҡтыртыусы лампалар ҡулланырға кәрәк буласаҡ.
Биш литрлы шешәне алығыҙ ҙа, яҡшылап йыуығыҙ, шахмат тәртибендә тишектәр уйып сығығыҙ. Уларҙың диаметры һуғандан бер аҙ ҙурыраҡ булырға тейеш. Конструкция тотороҡло булһын өсөн башта уның төбөнә бер нисә ваҡ таш һалығыҙ. Һәр тишеккә һуған ултыртып сығығыҙ. Шешәгә тупраҡ тултырығыҙ. Үҫемлектәргә аҙнаға бер тапҡыр һыу һибегеҙ. Ике аҙнанан һуған ҡыяҡтары өҙөп алырлыҡ булыр.