Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
25 Ғинуар 2023, 07:00

"Йондоҙ"ло табын - Фирүзә Абдуллина

Бөгөн үҙенең аш-һыу серҙәре менән шағирә Фирүзә Абдуллина бүлешә.

Эремсектән  
рогаликтар

200 г аҡ майҙы бүлмә тем­ператураһында йомшартырға. 2,5 стакан онға 0,5 балғалаҡ сода менән тоҙ һалып бутап, майҙы өҫтәп, ҡул менән ыуырға. Уға 400 г эремсек, ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән 100 г пармезан сыры һалып, ҡул менән оҙаҡ итеп ҡамыр баҫырға. Уны өс өлөшкә бүлеп, 1 см ҡалынлыҡтағы көлсәләр йәйергә. Һәр йәймәнән 8-әр өсмөйөш киҫергә. Һәм киң яғынан осона табан төрөп, мөгөҙсөктәр яһарға.
Был ҡамыр табаға йәбешеп барыу­сан. Шуға өҫтөнә фольга йәйеп, уны ныҡлап майларға кәрәк. Фольга өҫтөнә мөгөҙсөктәрҙе теҙеп сыҡҡас, күпертелгән йомортҡа һыларға. Һәм 200 градус эҫелектәге мейестә алтынһыу төҫкә ингәнсе 20 минут тирәһе бешерергә. Күп итеп әҙер­ләһәгеҙ, туңдырып һаҡларға ла мөмкин.

Ҡабаҡтан һут

4 кг таҙартып туралған ҡабаҡты ҙур кәстрүлгә һалып, өҫтөнә сыҡҡансы һыу ҡойоп, утҡа ултыртырға. 4 әфлисунды уртаға бүлеп, тышын алырға, йомшаҡ өлөшөнөң һутын кәстрүлгә һығып, тышы менән бергә бешерергә. Ҡабаҡ бешкәс, әфлисун ҡабығын алырға, бер аҙ һыуынғанын көтөп, блендер менән иҙергә һәм иләк аша үткәрергә. 1 ҡалаҡ лимон кислотаһы һәм үҙегеҙ теләгәнсә шәкәр һалып (миңә 700 грамм самаһы етте), кәрәгенсә самалап һыу өҫтәп, ҡайнатып сығарырға ла, стерилле банкаларға тултырып, нығытып ябып ҡуйырға ғына ҡала. Ҡайнаған саҡта күбеген алырға онотмағыҙ. Был һутты ҡышын һаҡлаған ҡабаҡтан да эшләй алаһығыҙ. Һалҡын ҡышта йәмле йәй тәмен иҫкә төшөрөп, рәхәтләнеп эсергә яҙһын!

“Шәһрезада” салаты

1-се ҡатлам – 1 банка сардина балығының майын ағыҙырға ла, сәнске менән ваҡларға, өҫтөнә майо­нез һыларға.
2-се ҡатлам – 3 бешкән йомортҡаны ваҡ ҡырғыста ҡырырға.
3-сө ҡатлам – 200 г ҡаты сырҙы ҡырғыстан үткәреп йәйергә, өҫтөнә майонез һыларға.
4-се ҡатлам – 2 алманы ҡырғыста ҡырып, ҡараймаһын өсөн 1 ҡалаҡ лимон һуты һалып бутарға.
Салатты 1 сәғәт һыуытҡыста тотҡас, өҫтөнә ярты стакан ваҡланған әстерхан сәтләүеге һибеп, табынға ҡуйырға.

  Гөлнур ЮЛДАШЕВА әҙерләне.

Автор:Гульнур Куватова
Читайте нас: