Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
23 Ғинуар 2023, 16:00

Тапалған баҫыу уңыш бирмәй йәки Ат артыҡ күп булмаһа, пальма һөтө эсмәҫ инек

Хәҙер “БАШҠОРТТОҢ БАШЫНА УНЫҢ АТЫ ЕТЕҮЕ БАР” тип иғлан итһәм, халҡымдың дошманына әйләнмәҫмен, тигән өмөттә ҡалам. Сөнки, баҙар иҡтисады төҙөлә башлағас, йылҡысылыҡ ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарына ҡарағанда отошлораҡ булып китте. Был бигерәк тә көньяҡ-көнсығыш райондарға ҡағыла.

2011 йылдың 14 февралендә “БР территорияһында ауыл хужалығы малын көтөү һәм ҡыуыуҙы тәртипкә килтереү тураһында”ғы закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә сығарылды, тигән хәбәр таралды. Закон проекты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш райондарына эш сәфәре йомғаҡтары нигеҙендә уның ҡушыуы буйынса әҙерләнгән. Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондарында граждандар парламент спикерына йорт малдарын көтөү менән бәйле мәсьәләләрҙе тикшереүен һорап мөрәжәғәт иткәйне. Закон проекты халыҡ теләктәрен иҫәпкә ала һәм малсылыҡ өлкәһендә хоҡуҡи көйләүҙең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән, атап әйткәндә, ул ауыл хужалығы малдарын ветеринар теркәүҙе (паспортлаштырыуҙы) һәм маркировкалауҙы (тамға һалыуҙы) күҙ уңында тота ине.

Ошо яңылыҡты ишеткәс, шунда уҡ әсәйемә шылтыраттым. Ул үҙе ауыл советы рәйесе вазифа­һынан пенсияға киткәндән һуң, ауылыбыҙҙа көтөү ойоштора алмау­ҙарына әсенеп йәшәне. Сөнки илебеҙҙә барған демократик процестар йәмғиәткә генә түгел, мал-тыуарға ла ҡағылды – ауылдар иректә йөрөгән ҡарауһыҙ мал-тыуар менән тулды. Халыҡҡа күпләп һәм иркенләп мал-тыуар аҫрарға тыуған мөмкинлек ҡайһы бер төбәктәрҙәге властың көтөү ойоштора алмауы арҡаһында юҡҡа сыҡты. Ауылдағы бәғзе кеше көтөүсегә аҡса түләмәҫ өсөн малын иреккә сығарып ебәреүҙе хуп күрҙе. Кемдеңдер ваҡытында түләмәүе сәбәпле, көтөүсе табып булмай башланы. Ахыр сиктә был ауылда мал тотоуҙың кәрәге юҡлығына килтерҙе. Сиратлап ойошторола торған көтөүгә йылына бер нисә тапҡыр сығыу ҙа еңелдән булманы. Ауылда ҡалған юҡ-бар малды “электрон көтөүсе”гә тапшырырға тура килде.

Был хәл тураһындағы уйланыуҙарым XVI быуатта Англияла башланған бер күренеш менән оҡшаш булыу, хатта уны ҡабатлауы тураһында һөйләй. Ошо осорҙа Англияла мануфактуралар үҫешә башлай. Унда башлыса Европа дәү­ләттәрендә яҡшы һатылған йөн туҡымалар етештерелә. Йөнгә хаҡтарҙың артыуы һарыҡсылыҡ менән кәсеп итеүгә килтерә. Йөн һатыу икмәк һатыуҙан да отошлораҡҡа әйләнә. Һарыҡ үрсетеү өсөн ер күпләп талап ителә башлай. Элек урындағы крәҫтиәндәргә ҡуртымға биреп торған ер биләмәләре хужалары (алпауыттар) уны һарыҡ үрсетеү өсөн бирергә тотона. "Ҡырҡ кеше тамағын туйҙырған ерҙә хәҙер бер кеше һәм уның көтөүсеһе хужа  “Һарыҡтар кешене ашаны”, – тип яҙа Томас Мор үҙенең “Утопия” тигән китабында. Ерһеҙ ҡалған крәҫтиәндәр ауылды ташлап китергә мәжбүр була. Был процесс тарихи фәнгә “кәртәләп алыу” (“огораживание”) исеме менән килеп инә. Ҡалала эш таба алмаған халыҡ берәҙәклек, урлашыу, криминал менән шөғөлләнә, аслыҡтан үлеүселәр һаны арта. Власть ошо асарбаҡтарға ҡаршы төрлө закон сығара башлай.

Генрих VIII  сығарған закондар башлыса ошо берәҙәклеккә алып килгән сәбәп­тәрҙе бөтөрөү урынына асарбаҡтарға ҡаршы йүнәлтелә. Хәйер һорап йөрөгән хәлһеҙ асарбаҡты тотоп, аяҡтарына ағас ҡоршау һалып, төрмәлә тик икмәк-һыу менән генә тоторға ҡушыла. Әгәр берәҙәк һау-сәләмәт булһа, уны ҡанға батыр­ғансы туҡмарға рөхсәт ителә. Шунан һуң   йәшәгән урынына кире ҡайтырға тигән ант алып, тейешле документ (хәҙергесә сертификат, лицензия) биреп, иреккә сығарыр булғандар. Уларға “ата ялҡау” мөһөрө тағылған була (бөгөнгө ауылдағы ир-егеттәрҙе лә ошолайтып ғәйепләү бар).

Король Генрих VIII  заманында ғына бурлыҡта тотолған һәм үлемгә хөкөм ителгән ошондай 72 мең кеше иҫәпләнә. Дөйөм халҡы 2,5 миллион булған Англия өсөн был – иҫ киткес һан. Үлем язаһы 2 шиллингтан (бер тауыҡ хаҡы) башланған урлашыу өсөн бирелгән. Әгәр асарбаҡ тыйылған урында өс көндән артыҡ йәшәһә, уны тотоп, маңлайына V тамғаһы баҫып (vagabond - берәҙәк), ауыр эшкә ебәргәндәр. Уларҙың балаларын тартып алып, “эшкә өйрәтеү маҡсатында” берәй байға ҡоллоҡҡа биргәндәр. Яңы хужаларға был баланы туҡмарға, язаларға һ.б. рөхсәт ителгән. Иғтибарлы уҡыусы бында бөгөнгө заман менән булған параллелде күрә алалыр, моғайын. Бөгөнгө ювеналь юстиция тигән нәмәнең тамыры  Англиянан килә шикелле.

Ошо “ҡан эскес һарыҡтар” тик Англия өсөн генә хас күренеш түгел. Тарихсылар Монголияла XIII—XIX быуаттарҙа һарыҡ­тарҙың Саян, Хамар-дабан, Ҙур Хинган тауҙарында һунар иткән тунгустарҙы “ашағанын” яҡшы белә. Монгол һарыҡ­тары ундағы үләнде ашап-тапап, шишмәләрен ҡоротоп, тунгустар һунар итеп көн күргән болан, ҡоралайҙы һ.б. юҡҡа сығарып, тотош бер аҫаба халыҡты әрәм иткән.

Шул уҡ хәл Рим империяһында ла була. Тик унда кешеләрҙе зәйтүн ағасы “ашай”. Тиберий һәм Гай Гракх императорҙар ваҡытында Карфагенды тар-мар иткәс, Сицилия утрауы Рим ҡарамағына инә. Был утрауҙа бойҙай бик һәйбәт уңыш бирә, уның менән Аппенин ярымут­рауындағы бөтә халыҡты туйҙырып була. Был шарттарҙа унда зәйтүн ағасы үҫтереү, алған емештән май һығыу бик отошлоға әйләнә. Патрицийҙар ерҙәрен үҙҙәре эшкәртеп көн иткән плебейҙарҙы ҡыуып ебәреп, бында күпләп зәйтүн ағасы үҫтерә башлай. Был шөғөл өсөн күп халыҡ кәрәкмәй бит. Икенсенән, зәйтүн ағасының тамыры ергә тәрәнгә китеп үҫә. Шунлыҡтан тау биттәрендәге тупраҡ  ямғыр, ел тарафынан йыуылып төшә башлай. Бында мал көтөп, йәшелсә-емеш үҫтереп булмай. Төҙөлгән террасалар ҙа әллә ни ярҙам итмәй, сөнки тау битләүҙәрендә йөрөгән һарыҡ-кәзә һуҡ­маҡтары уларҙы юҡҡа сығара. Шун­лыҡтан зәйтүн ағасы ла испан, итальян, грек халҡын “ашаны” тип әйтергә мөмкин...

Хәҙер “БАШҠОРТТОҢ БАШЫНА УНЫҢ АТЫ ЕТЕҮЕ БАР” тип иғлан итһәм, халҡымдың дошманына әйләнмәҫмен, тигән өмөттә ҡалам. Сөнки, баҙар иҡтисады төҙөлә башлағас, йылҡысылыҡ ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарына ҡарағанда отошлораҡ булып китте. Был бигерәк тә көньяҡ-көнсығыш райондарға ҡағыла. Атты аҫрау өсөн бесән әҙерләү, йылы ҡура төҙөү талап ителмәй. Һыйыр малы өсөн совет осоронда төҙөлгән фермаларҙа эшләгән һауынсылар, малсылар, зоотехник, агроном, ветеринар, мал аҙығы әҙерләгән байтаҡ кеше кәрәк ине. Минең тыуған Әбйәлил районының тау-урман зонаһында бының өсөн урманды таҙартып, фураж, силос, сенаж әҙерләү өсөн байтаҡ баҫыу булдырылды, унда механизаторҙар өсөн байтаҡ эш урыны бар ине. Әммә күп ҡул талап итмәгән йылҡысылыҡ баҙар шарттарында ауыл хужалығының башҡа тармаҡтарын еңеп сыҡты ла ҡуйҙы.

Был хәлде яҡшы аңлаған коммунистар юҡҡа ғына ат үрсетеүҙе үҙ контролендә тотмағандыр. Ауылда атты башлыса урмансыларға, почтальонға ғына тоторға рөхсәт ителде. Улары ла тотҡан аттарын тышап ҡына иреккә ебәрә алды. Коллектив хужалыҡтағы аттар дубырҙа (конный двор – был урыҫ һүҙе, башҡорт аты, күрәһең, электән иректә йөрөгәндер) ҡараулы булды. Статистика ла быны раҫлай – йылҡы менән һыйыр малының нисбәте 1865 йылда  9:1 булһа, 1895 йылда — 1:1, ә 1995 йылда — 1:10. Тимәк, бында 1895 йыл  һынылыш йылы булып торған. Һыйыр малын үрсетеү күберәк сығым талап итһә лә, социаль-иҡтисади яҡтан йәмғиәт өсөн күберәк файҙа килтерә. Тик башлыса үҙенең килеме тураһында ғына уйлаған кеше өсөн йылҡысылыҡ отошлораҡ. 2001 йылдан 2010 йылға тиклем аттар һаны 9,6 тапҡырға артты. Уны башлыса ит һәм ҡымыҙ өсөн үҫтерәләр. Еккән кеше бик һирәк. Беҙҙең ауылда Оморҙаҡов Вәғиз апа ғына екте. Ҡалған йылҡы малы ҡарауһыҙ йөрөй, халыҡтың бесән эшләгән ерен тапап бөтә. Тотҡан кәртәләрҙе емереү аттарға бер ни тормай. Беҙ йылына уртаса 9 кәбән бесән эшләгән урында бөгөн ни бары 2 кәбән генә алып була. Йыл да кәртә яңыртыуға киткән сығымдарҙы ла иҫәпкә алырға кәрәк. Шунлыҡтан ауыл ерендә башҡа мал (һыйыр, һарыҡ, кәзә) аҫраған кеше ҡалманы, уларҙың күбеһе ошо сәбәптән ауылын ташлап китергә мәжбүр.

Бер атты ҡарау өсөн кәмендә 1,5 гектар яҡшы ер кәрәк, тиҙәр. Тимәк, 200 баш аты булған байҙың кәмендә 300 гектар ере булыуы мотлаҡ. Бындай ере булмаһа, ул ысынында ере булып та, унан файҙа таба алмаған ауылдаштары иҫәбенә йәшәй,  тиһәң дә хата булмаҫ. Беҙҙең “юғалған ете кәбән”  шуларҙың тамағын туйҙыра бит. Ҡарауһыҙ йөрөп, аварияларҙа һәләк булған замандаштарыбыҙ ҙа ошо “мал­ғыуарҙар” иҫәбендә түгелме? Әйтергә кәрәк, был отошло кәсепте беҙҙең Башҡортостандан сыҡҡан олигарх Сергей Веремеенко Тверь өлкәһенә алып барып еткергән. Уның 5 меңдән ашыу гектар баҫыу һәм туғайҙарында  мең ярымдан ашыу башҡорт аты үҫтерелә.  
Белешмә: Төньяҡ Америкала киң таралған мустанг – 1539 йылда Эрнандо де Сото етәкләгән испан конкиста­дорҙары ташлап киткән аттан ҡалған ҡырағайлашҡан тоҡом. 1900 йылда уларҙың һаны  2 миллионға етә, фер­мерҙарға ҡамасаулай башлағас, уларҙы махсус рәүештә ҡырырға тотоналар.  Власть быны күрмәмешкә һалыша. Автомобиль, самолет, вертолет ярҙамында уларҙы өйөрҙәре менән тыңҡыслап фургондарға тултырып,ҡассаптарға (мал һуя торған урын) ебәреп, ит-маҙарын ашламаға, эт өсөн консерваларға ебәрәләр. 1971 йылда уларҙың һаны ни бары  17300 баш ҡала.

Юғарылағы закон проектының  Баймаҡ, Хәйбулла һәм Әбйәлил райондары мөрәжәғәтенән килгәне юҡҡа түгел. Был райондар – ошо йылҡы бәләһен иң күп татығандар иҫәбендә. Бының өсөн халыҡ иҫәбенә күҙ һалыу ҙа етә. 1989 йылда Баймаҡ районында 58 035  кеше йәшәһә,  2021 йылда өс меңгә кәмегән – 54 946 (район үҙәгендә ике меңгә артҡан – 15 976 һәм 17 833), Хәйбулла районында ла кәмегән: 33 072 (2002 йыл), 30 705 (2021 йыл), ә район үҙәгендә артҡан (4278 һәм 8760), Әбйәлил районында халыҡ һаны артһа ла (1989 й. – 39 524, 2021 й. – 45 300), бында халыҡтың байтағы районда йәшәһә лә, яҡындағы Магнитогорскиға йөрөп эшләй, ошо артым башлыса район үҙәге Асҡарға төшкән (1989 й. -  5251, 2021 й. - 9208). Тимәк, бындағы халҡыбыҙҙы ошо башҡорт аты “ашаған” тип әйтһәң  дә хата булмаҫ. Бында тыуым юҡ, үлем күп кенә, тип әйтеп булмай, эшһеҙ ҡалған халыҡ тыуған ауылын ташлап йә район үҙәгенә күсеп китә, йә бөтөнләй сит яҡтарға сығып китеүҙе хуп күрә. Был аяныс хәлде һыйырҙар һанының динамикаһында ла күреп була. 1990 йыл республикала йәмғеһе 2392,9 мең баш эре мөгөҙлө мал булһа, 2021 йыл уларҙың һаны ике тапҡырҙан ашыуға кәмене – 868,0 мең баш. Ә һыйырҙар  һаны 828,4 меңдән  372,2 меңгә тиклем ҡыҫҡарҙы.

Ат аҫрауҙың файҙаһын күҙаллау өсөн бер миҫал ғына килтерәм. Өфө эргәһендә  “Орленок” тигән ат клубы бар. Уның хужаһының әйтеүе буйынса, бер атты ҡарау өсөн айына 12–15 мең һум китә. Беҙҙең башҡорт аты менән кәсеп итеүсе малғыуар өсөн ошо сумма сығым урынына таҙа табыш булып тора, тип иҫәпләргә кәрәктер.

Тиҙҙән юғарыла күрһәтелгән закон проектының “тыуыуына” 12 йыл тула. Дәүләт Думаһына төрлө башланғыс ебәрергә яратҡан Башҡортостан парламенты ниндәйҙер сәбәптән ошо ҡатмарлы булмаған проектты һаман да ҡабул итә алмай килә. Бындағы тот­ҡарлыҡ депутаттар араһында “башҡорт малғыуарҙарының” лоббистары булыуы менән аңлатырға кәрәктер. Ана, башҡа закондарҙы бер ултырышта ҡабул итәләр бит...

Ғәлим ЯУЫНБАЕВ, Әбйәлил районы:

– Ҡайһы берәүҙәр, аттар ерҙе тапай, водителдәрҙе аварияға дусар итә, тип зар­лана. Аттар ҡараулы булһа, ундай хәлдәргә юл ҡуйылмай. Беҙ, мәҫәлән, уларҙы атай, ҡусты, ағай менән бергә сиратлап көтәбеҙ, кеше еренә индермәҫкә тырышабыҙ, юлға яҡынлатмайбыҙ. Ә кемдер атына GPS-навигатор ҡуя ла, сығара ла ебәрә. Датчикка ғына ышанып ултырырға ярамай, сөнки ҡайһы бер ерҙә уның тотмауы ла мөмкин. Аттарҙы ҡарарға, көтөргә кәрәк. 

Әйткәндәй

 БР ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, аттар ҡатнашлығындағы авариялар буйынса айырым иҫәп алып барылмай. 2022 йылда хайуандар менән бәйле (шул иҫәптән эре мөгөҙлө мал, аттар, ҡабан сусҡалары, мышылар, эттәр, төлкөләр, ҡуяндар һ.б.) республика юлдарында 563 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа бер кешенең ғүмере өҙөлгән, 26 кеше йәрәхәтләнгән. 

Әбйәлил юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһынан алынған мәғлүмәт буйынса, районда былтыр хайуандар ҡатнашлығында 41 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп (2021 йыл менән сағыштырғанда өс осраҡҡа күберәк), шуларҙың 29-ы - аттар менән бәйле. Кешеләр имен-аман, шөкөр, транспорттары механик зыян күргән. 

Илдар ҒӘБИТОВ.

Читайте нас: