Бөтә яңылыҡтар
Махсус биттәр
22 Ғинуар , 21:00

Йондоҙнамә (23 – 29 ғинуар)

Йондоҙҙар юл күрһәтә, әммә яҙмышың үҙ ҡулыңда тип киҫәтә...

 

Ылаҡ ( 22.12 – 20.01)

Күп көсөгөҙҙө алған ниндәйҙер ҡатмарлы һәм мөһим эште тамамларһығыҙ. Инде быға бер аҙым ғына ҡалғас, уйламаған ҡыйынлыҡ килеп сығыуы бар. Уныһын да еңерһегеҙ һымаҡ. Бынан һуң кеше араһындағы абруйығыҙ тағы ла нығыраҡ артыр.

Һыуғояр ( 21.01 – 19.02)

Шишәмбелә мотлаҡ уңырһығыҙ. Был көндә етди һөйләшеү булыуы ихтимал. Ғөмүмән, алдығыҙҙа яңы мөмкинлектәр асылыр. Төп эшегеҙҙә ыңғай үҙгәрештәр көтөгөҙ. Йөкләмәләрегеҙ бер аҙ артыр, моғайын, ләкин бының яҡшы яҡтары ла булыр.

Балыҡ ( 20.02 – 20.03)

Аҙна һәйбәт килергә оҡшай. Шулай ҙа артыҡ күпкә өмөтләнмәгеҙ. Ниндәйҙер ҙур мәсьәләне хәл итә алмаҫһығыҙ һымаҡ. Ғөмүмән, был арала яҡшы белгән эш тә ҡыйынлыҡ менән барыр. Шаршамбыла төрлө дәғүәнән мөмкин тиклем ары тороуығыҙ хәйерле.

Ҡуҙы ( 21.03 – 20.04)

Ҡайһы бер мөнәсәбәттәрҙе нығыта алырһығыҙ. Аҙаҡ бының һеҙгә кәрәге тейер. Кемгәлер һис тә уйламағанда аҡса килеүек ихтимал. Ғаиләгеҙҙә ыңғай ваҡиғалар булыр. Бер юлы күптән күңелегеҙҙе өйкәгән мәсьәләне асыҡларға форсат сығыр. Бынан ике яҡ та ҡәнәғәтлек кисерер.

Буға ( 21.04 – 21.05)

Эсегеҙҙе бошорорлоҡ хәлдәр йыш осрар. Ҡыйын булһа ла түҙегеҙ. Шаршамбыла элек башлаған мөһим эшегеҙҙе уңышлы ғына тамамларһығыҙ. Бынан һуң кәйефегеҙ мотлаҡ күтәрелер. Артабан эске тауышығыҙ тейешле аҙымдарҙы күрһәтер.

Игеҙәктәр ( 22.05 – 21.06)

Мәл әүҙем эшмәкәрлек өсөн уңайлы. Бының өсөн бөтөн мөмкинлек тә бар. Кәрәк саҡта ярҙамға ла өмөт итергә булыр. Һеҙҙе аңлаған һәм фекерҙәрегеҙҙе уртаҡлашҡан кешеләр янығыҙҙа бар. Яңы белемде тиҙ үҙләштереүегеҙ һәр саҡ булышлыҡ итер. Аҙна йомғаҡтары уйлағандан яҡшыраҡ булыр.

Ҡыҫала ( 22.06 –  23.07)

Аҙна уңышлы үтер. Күпселек эшегеҙ һәйбәт барыр. Бәғзеләрҙең хатта һеҙҙән көнләшеүе лә ихтимал. Элек һеҙгә ҡаршы булғандар ҙа яҡты йөҙ күрһәтер. Тик барыһына ла ышанырға ярамаҫ. Кесе йомала ыңғай ваҡиғалар көтөлә: аҡса йәки бүләк алыуығыҙ бик мөмкин.

Арыҫлан ( 24.07 – 23.08)

Тәүге ҡарашҡа, маҡсаттарығыҙ һәйбәт күренә, буғай. Тик барыһын да бойомға ашыра алмаҫһығыҙ, моғайын. Һәр саҡ ниндәйҙер уйламаған ҡыйынлыҡтар сығып ҡына торор. Икенсе йомала ла көтөлмәгән хәл өҫтәмә мәшәҡәт килтерер. Баш күтәрмәй эшләрһегеҙ.

Ҡыҙ ( 24.08 – 23.09)

Йондоҙҙар был көндәрҙә ашыҡмаҫҡа ҡуша. Ҙур һәм етди эштәрҙе әлегә башҡармай тороғоҙ – яңылыш юлдан китеүегеҙ ихтимал. Эштәгеләр менән һаҡ булығыҙ, кәрәкмәгәнде әйтеп ысҡындырыуығыҙ бар. Хәбәрегеҙҙе боҙоп таратыусылар юҡ түгел.

Үлсәү ( 24.09 – 23.10)

Барыһы ла һәйбәт барасаҡ. Ауыр мәсәьләләр ҙә һеҙҙе ҡурҡытмай. Шишәмбелә ыңғай хәбәр ишетерһегеҙ. Кесе йомалағы осрашыу кәйефегеҙҙе мотлаҡ күтәрер. Эшләгән йәки уҡыған урында ҡайсаҡ һис тә кәрәкмәгән бәхәстәр килеп сығыр, бәлки.

Саян ( 24.10 – 22.11)

Был арала фекерҙәрегеҙҙе йыш яҡларға тура килер. Уны күптәр ишетмәй һәм аңламай кеүек. Нисек кенә булмаһын, үҙегеҙҙең хаҡ булыуығыҙға ышанығыҙ, ваҡыт һеҙҙең дөрөҫлөктө асыҡ күрһәтер. Шуныһы мөһим, иң яҡын кешеләрегеҙ һәр саҡ һеҙҙең яҡлы булыр.

Уҡсы ( 23.11 – 21.12)

Ҡәҙимге аҙна. Ҡыйынлыҡтар осрар-осрауын. Шулай ҙа күңелегеҙ төшмәһен. Йондоҙҙар һәр саҡ ярҙам итер һәм алдан уйлағандан күберәк эш башҡара алырһығыҙ. Шаршамбыла һәйбәт яңылыҡтар килер. Ғаиләләге хәлдәр ҙә ҡыуандырып торор.

ӨМӨТБАЙ.

Автор:Закупки
Читайте нас в